Зифа ҠАДИРОВА
ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН
Повесть
(6)
– Тағы шул йырыңды йырлайһың, ни булды? – тине Маша апай, эшенән туҡтап. – Күңелең төшөнкөлөккә бирелдеме – шуны йырлайһың, матур йыр, һүҙ ҙә юҡ. Ҡайҙа, ҡара әле бында, тағы илайһыңмы? Илама. Илама, бала, һин әле йәш, иң ауыры артта ҡалды тип уйла. – Асия өндәшмәне, күҙ йәштәрен эсенә йоторға тырышып, бар көсөнә, тырышып-тырышып, шпателен уйнатты. “Әсәй ҙә шулай тырышып саба бит бесәнде. Оҙаҡламай ауылына ҡайтыр, йәй үткәнсе улы ла Самат ағаһын онотор. Ҡаршылыҡһыҙ, тетрәнеүҙәрһеҙ булмай, күрәһең, был тормош. Саматҡа ниңә үпкәләй һуң әле, ул бит уға бер ни ҙә вәғәҙә итмәне, бары тик улы Арыҫлан ғына уға эйәләште. Улына атай таптым тип шатланырға өлгөрҙөмө һуң, әй, йүләр ҙә инде был ҡатын-ҡыҙ, бер ауыҙы беште бит инде, әй, суҡынып китһендәр”, тип, бәйләнсек уйҙарын һелкеп атырға теләгәндәй тағы ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:
Эх, дуҫтарым, һеҙгә әйтәм,
Һары сәскә өҙмәгеҙ;
Һары сәскәләрҙе өҙөп,
Яңғыҙ ҡала күрмәгеҙ.
Уның йырлағанын ишектә бригадирҙары тыңлап торған икән.
– Бындай матур тауыш менән бында ни тип әрәм булып йөрөйһөңдөр, уҡырға кәрәк булған, йырсы булыр инең. “Шабашка”ға барғығыҙ килмәйме? – тип әйтеп бөтөрмәне, Асия “кәзә”нән һикереп төштө:
– Барам, мин барам, Гөлсинә апай, улым янына ҡайтырға аҡса кәрәк. – Ул тиҙ генә күрше бригадалағы иптәш ҡыҙы Зөһрә янына йүгерҙе. “Моңайып илап ултырмаҫҡа сәбәп булды – эш бар. Эт булып арығансы эшләйһең, кеҫә тултырып аҡса алаһың, ауыҙ тултырып икмәк ашайһың. Туйған инде аслыҡтан да, булыр-булмаҫ мөхәббәттән дә, суҡынып китһен барыһы ла...” Асия үҙ-үҙен шулай йыуатты, үҙ-үҙенә шулай итеп көс бирҙе. Эш урынынан йыраҡ та түгел икән: өс бүлмәле фатирҙы эштән һуң, ҡуна ятып, аҙна-ун көн тигәндә, йырып та сыҡтылар. Дөйөм ятаҡҡа ла ҡайтып йөрөмәнеләр. Хужалар асҡыс ҡалдырҙылар ҙа үҙҙәре ауылға ҡайтып киттеләр, ҡыҙҙар рәхәтләнеп, иркенләп эшләнеләр. Шабашкаға айлыҡ эш хаҡын да ҡушҡас, хайран байып киттеләр. Баҙарға барып матур өҫ кейемдәре, улына матур салбар-күлдәктәр алып ҡайтты, әсәһенә ялтыр ебәк яулыҡтар... Ауылға ҡайтырға ла оят түгел, исмаһам, ундай күстәнәстәрең булғанда. Баҙарҙан һатып алып ҡайтҡан бөртөклө һинд сәйҙәренә хуш еҫле лимон һалып, күрше-тирә менән йыйылышып сәй эсеүҙәре ни тора!
Һуңғы арала ни эшләптер Айзат күренмәй башланы: күрәһең, ул да бесәнгә ауылға ярҙамға ҡайтып китте, быйыл уның техникумда уҡыуы бөтә, Алмастың да уҡыуы бөтөргә тейеш. Һуңғы көндәрҙә унан да хат юҡ. Асия ял көнө иртән тороп душта йыуынып сыҡты – бөгөн әллә ҡайҙа бараһымы, нимәлер эшләйһеме килеп тора. Яңы алған матур ҡыҙыл күлдәк үҙен урамға саҡырамы? Йәш күңел ҡайҙалыр ашҡына. Тышта йәйҙең иң матур көндәре. Асия сәстәрен матур итеп тарап киптерҙе, буянды, әле бер ҙә кейелмәгән еңһеҙ сейә ҡыҙыл күлдәген кейеп ҡуйҙы. Барыһы ла урынында: бил дә, күкрәктәр ҙә үҙ урынына ҡайтты... Бер аҙ көҙгө ҡаршыһында әйләнгәс, бейек үксәле босоножкаларын да кейеп ҡуйғас, ысын ҡала ҡыҙы булды ла ҡуйҙы. Ҡыҙҙар йоҡоларынан уянып шым ғына уны күҙәттеләр.
– Матур, күҙ теймәһен үҙеңә, яңы атҡан сәскәгә оҡшап ҡалдың, – тине Ҡәҙриә. – Ағасты япраҡ биҙәй, кешене сепрәк биҙәй, тип белмәй әйтмәгәндәр икән. Мин дә шундай күлдәк сығып алайым әле. Самат күрһә, башын юғалтасаҡ. Көн дә эҙләп килә, бөгөн точно эләктерә үҙеңде.
– Кәрәкмәҫ, уның йөрөгән ҡыҙы бар, Арыҫлан да юҡ бында уның менән уйнарға, ни тип килә?
– Һиңә күҙе төшкәндер...
– Ярай, мин йөрөп ҡайтайым әле, – тине лә Асия сығып китте. Урам яҡ ишеген асыуы булды, Самат менән бәрелеүе булды. Самат, күрәһең, бик ашығып килгән. Ул бер аҙға тын да алмайынса уға ҡарап торҙо.
– Иҫәнме, Самат, һин беләһең бит Арыҫлан ауылда, һинең менән уйнарҙай бүлмәлә башҡа кеше юҡ, – тине йылмайып.
– Ә мин һинең янға. Инде күпме ҡасып йөрөйһөң, бәлки, һөйләшербеҙ?
– Ни тураһында, Самат?
– Һинең менән минең тураһында, – тине Самат, яҡыныраҡ килә биреп.
– Аңлауымса, һинең йөрөгән ҡыҙың бар. Минең менән ваҡыт уҙғарырға уйлаһаң, яңылышаһың. Мин инде бер бешкән, балалы ҡатын, ҡурсаҡ түгел. Йә дуҫ булып ҡал, йә мине бысратырға уйлаған уйың булһа, ундай уйыңды башыңдан алып ат.
– Ярай, һинеңсә булһын, әйҙә улайһа, дуҫтарса йөрөп ҡайтайыҡ. – Улар баҙар яғына киттеләр, трамвайға ултырмайынса йәйәү генә барырға булдылар. Әле халыҡ урамда әллә ни күренмәй, ял көнө бит, күрәһең, йоҡлайҙар. Ҡоштар сутылдай, ҡояш ҡыҙҙырырға йыйына. Улар бер һүҙһеҙ ашыҡмай ғына атланылар. Самат күҙ ҡырыйы менән генә Асияны күҙәтте.
– Күлдәгең бик килешә, – тип һүҙ ҡатты, аҙыраҡ барғас. Асия өндәшмәне, үҙ алдына йылмайып ҡына ҡуйҙы. – Шулай ҙа әйт әле, Асия, һин ниңә минән ҡасып йөрөй башланың?
– Минме? Яңылышаһың. Мин гел эштә, унан шабашкала, оҙаҡламай бына ауылға бесән эштәрендә булышырға әсәй янына ҡайтып китәм. Ә һин мине ниңә эҙләйһең, теге көндө янымдан бик ғорур үтеп киттең, иҫәнләшмәнең дә. Ә яныңдағы ҡыҙ бик сибәр ине, пар килеп тораһығыҙ.
– Асия, әллә көнләштеңме? – Асия ауыҙын бер асты, бер япты, унан һушына килеп, көлөп ебәрҙе.
– Минме, һинеме? Һин Арыҫландың дуҫы, минеке түгел, ул, бәлки, көнләшер, бәләкәй бит әле, ни аңлай.
– Туҡта, мин һиңә бер ҙә оҡшамайыммы? – тип, Самат Асияның беләгенән эләктереп алды. Асия күҙҙәрен түңәрәкләндереп:
– Үҙ-үҙенә ғашиҡ күркә, ебәр беләкте, – тип ҡулын тартып алды ла ашығып үҙ юлы менән китеп барҙы. Самат был көтөлмәгән янъялдан аптырап ҡалды булһа кәрәк, тик “күркә“ һүҙе мин-минлегенә бик ҡаты бәрҙе.
– Күрһәтәм мин һиңә хәҙер күркәне! – тип, артынан ике генә һикерҙе һәм йыуан беләктәре менән ҡыҫып ҡосаҡланы. Асия аһ итте, сәбәләнергә лә өлгөрмәне, Самат уны киң күкрәгенә ҡыҫып һурып-һурып үбергә тотондо. Көтөлмәгән хәлдәнме, әллә үҙенә лә оҡшап киттеме, Асия бер минутҡа тынһыҙ ҡалды. Ә Самат ҡомһоҙланып, ашап бөтөрөрҙәй булып үбеүен белде. Асия һушына килеп һелкенеп ҡараған ине лә, Самат уны тағы ла ҡатыраҡ ҡыҫты.
– Абау, был ни хәл, көпә-көндөҙ юл уртаһында? – Үтеп барған бер әбей туҡтап, уларҙың, ысынлап та, көпә-көндөҙ оялмайынса былай ҡыланыуҙарына хайран ҡалған ине. Асия ла бар көсөнә тартыша башланы.
– Ебәр! – тип бар көсөнә этеп ебәрҙе, артынан яңағына бар көсөнә берҙе сәпәне.
– Вәт, быныһы шәп булды, – тине яндарына уҡ килеп баҫҡан әбей. Башы-күҙе тонған Асия бер әбейгә, бер Саматҡа асыулы ҡараш ташлап алды ла тағы ҡабатланы:
– Күркә! Ы-ых-х, – тип аяҡ типте, үҙенең көсһөҙлөгөнә асыуы килде. Китмәксе ине лә, Саматҡа был “күркә” һүҙе ысынлап та күркәгә ҡыҙыл сепрәк күрһәтеү менән бер булды.
– Күркәме?! – Саматтың ҡыҙыуы еткән, беләгенән эләктереп алып, Асияны ситкә өҫтөрәне. – Кил әле, кил, ҡайҙа, күрһәтәм мин һиңә күркәне. – Асия аяҡ терәп тартышып ҡараған ине лә, Саматтың бер тартыуы булды, тағы ҡосағына инеп сумды.
– Оҡшап китте әле миңә, беренсе күргән көндән бирле ҡыҙығып йөрөй инем, түҙемлек бөттө, – тип үртәшә-үртәшә Самат Асияның ирендәренә үрелде. Уларҙы күҙәткән әбей, йәшлеген иҫенә алыпмы, һис китә алманы, әле тағы һүҙгә ҡатыша:
– Улай ҡаты ҡыланма, улан, билен һындыраһың бит. Бынау колхоз үгеҙеләй кәүҙәң менән… самалап тотон. – Шул саҡ яҡында ғына бер ир “хи-хи-хи...” килеп көлөп ебәрҙе, ул да булһа, уның балконы эргәһендә генә торалар икән, тәмәке тартырға сыҡҡандыр инде. “Тәртипһеҙ ғашиҡтар” икеһе бер юлы кешеләр көлөшкән яҡҡа боролоп ҡараһалар, аһ иттеләр: кем балконынан, кем тәҙрәгә ҡапланған: кәмендә өс ауылды һыйҙырған биш ҡатлы йортта йәшәүселәр тере кино ҡарайҙар.
– Тәмлеме, ай-һай, бигерәк тәмләп тә ҡуяһың, брат, – тине беренсе балкон хужаһы. Юл буйында әбей ҙә китергә ашыҡмай, тора шунда ауыҙын асып. Асия Саматты бөтөнләй ҙә белмәй ине әле. Хәҙер бына ни тороп йүгерергә, ни шунда ғәрлектән ятып үлергә... Етмәһә, теге ир: “Мыяу! Мыяу!” – тип бесәй тауыштары сығарып үртәп көлә.
– Брысь, – тине уға Самат, йоҙроҡ болғап, унан Асияны ҡулынан етәкләп тотто, юлға бергә атланылар. Асия, оялыуҙанмы, көсһөҙлөктәнме, илап ебәрҙе.
– Илама ла, ҡасма ла – барыбер табам! Ә ирендәрең ниндәй татлы, белһәң, баштарым әйләнде хатта.
– Ниңә бәйләнәһең? Һинең бит йөрөгән кешең бар.
– Бар шул, булһа һуң... – Асия, беренсе күргәндәй, йәшле күҙҙәрен күтәрҙе. Ғәжәпләнеүҙән ни әйтергә белмәне:
– Вот, нахал, – тип кенә әйтә алды. Эсенән генә: бына тоторһоң ҡойроғомдо, тип уйлап ҡуйҙы.
Баҙарға ингәс, кеше араһында тегеләй-былай болғанды ла, буталып инеп, халыҡ араһында эҙен юғалтты, ә үҙе бер сатыр артында боҫоп ҡына Саматты күҙәтте. Әй борғоланды Самат, әй борғоланды, тик тороп сапманы, бер урында баҫып тороп күҙе менән эҙләй башланы. Асияға ҡурҡыу инеп ояланы: көс ҡулланыуы оҡшаманы. Улай тип тә әйтеп булмай: әллә йәш йөрәк наҙға һыуһаған, башы әйләнеп үҙе лә ҡаршы тора алманы бит. Асия көн буйына урамда йөрөнө, дөйөм ятаҡҡа кис һуңлап ҡына арып ҡайтып инде, ишекте тирә-яғына ҡарана-ҡарана ғына асты. Нисек кенә арыған булмаһын, һигеҙенсе ҡатҡа йәйәү менде. Аяҡ остарына ғына баҫып килеп бүлмә ишегенә асҡысын ҡуйыуы булды, янында тау булып шәүлә ҡалҡты. Ҡурҡҡанға – ҡуш, ҡойроғо менән биш күренә, ти. Асия ҡурҡыуҙан ултыра төштө.
– Әсәкәйгенәм, ни кәрәк һиңә минән?
Самат һәр ваҡыттағыса етди ине.
– Һөйләшәйек, бала-саға булма инде, ололарса һөйләшәйек. Әллә минән ҡурҡаһыңмы? Ҡурҡма, мин бит һине яратаһым ғына килә, бик килә...
– Яратмай тор әле, яратҡандан балалар тыуа, берәү яратты инде... Яҡын киләһе булма, бар, ана үҙеңдекен ярат. – Асия күрше бүлмәнең ишеген асты ла ҡыҙыуланып инеп бикләнде.
Самат күпме генә көтмәһен Асия сыҡманы. “Ярай, бөгөндөң иртәгәһе бар, төндөң көнө бар”. – Самат һалмаҡ ҡына үҙенең дөйөм ятағына табан атланы. Башындағы уйҙар тынлыҡ бирмәне. “Ул уны беренсе күреүҙән үк йөрәгендә тынғылыҡ юғалды. Инде күптәнән үҙ-үҙе менән көрәшә: оҡшай ине уға Асия, ә малайҙы әйтәһе лә түгел, тупылдап торған һөйкөмлө һөйәкле бала, яратҡан һайын яратаһы килә. Арыҫлан йомшаҡ ҡулдары менән муйынынан ҡосаҡлап алһа, ирей ҙә китә. Ҡайһы бер ваҡытта үҙ балаһы итеп күҙ алдына килтерә. Атаһы ҡайҙалыр, нисек шундай баланан баш тартырға була? Асия терпе кеүек ҡаҙалырға ғына тора, ә улы янында булғанда ул бесәй кеүек йомшаҡ, тауышы ла наҙлы”.
Һәр кемдең үткәне бар. “Ул, ир бала булараҡ, башҡаларға ҡарағанда иртәрәк өлгөрҙө. Әллә ауыр эштә эшләп үҫкәнгә, йәйге каникул еттеме, икенсе көнөндә үк ул колхозға эшкә сыҡты. Һигеҙенсе класҡа барғанда беренсе сентябргә өлгөрмәне: алмаш көтөүсе тапманылар. Бер аҙна тағы эшләргә тура килде, унда ла дәрескә эштән тура килеп инде. Класҡа ингәндә, ҡаршыһында ҡурсаҡ кеүек матур йәш кенә уҡытыусыны күреп, унан күҙен ала алманы. Ә ул үҙе – ҡырынмаған, йыуынмаған, кейемдәренән ферма еҫе килеп тора. Янында ултырған класташы Барый ҡолағына бышылданы: “Полячка, француз теленән уҡытасаҡ”. Матур кәүҙәле, ҡурсаҡ кеүек сибәр уҡытыусыға танауҙарына еҫ инә башлаған егеттәр һеләгәйҙәрен ағыҙып ҡаранылар. Парта араһынан йөрөп дәрес аңлатҡанда, егеттәрҙең күҙҙәре уҡытыусының матур төҙ аяҡтарында булды. Бер дәрес, ике, өс дәрес аңлата... Самат аңламағанға һалыша. Аңламауын да аңламай, башта – мәхшәр, шул төҙ аяҡтарҙан башҡа бер ни күрмәй, ишетмәй. Уҡытыусы Саматҡа дәрестән һуң ҡалырға ҡушты. Ҡалды Самат. Икәү генә ҡалғас, “матур төҙ аяҡтар” уның ҡаршыһына килеп баҫты.
– Ни эшләп бер ни ҙә аңламайһың һуң һин? – тине уҡытыусыһы. Самат уның ирендәренән күҙен ала алманы. “Бысағыма кәрәкме көтөүсегә француз теле, улар бит татарса ғына аңлай. Э-эх, бөткән баш бөткән...” – Самат, үҙ-үҙен белмәйенсә, уҡытыусыны ҡыҫып ҡосаҡлап алды ла үбергә үк тотондо. Йәш уҡытыусының үҙ ҡулында “ҡамыр” булғанын да тойоп торҙо. Әлегә үбешеүҙе кинола ғына күреп белгән ун алты йәшлек колхозсы малайға был айға менеү менән бер ине! Шул көндән башланды ла инде Юлия Яновна менән мөхәббәт. Бер тапҡыр әрәмә арҡылы һуҡмаҡтан ярты көн ҡайта алмай үбештеләр, хатта бер соҡорға йығылып төштөләр. Төштөләр генәме, Самат гонаһының олоһона, әле кинола ла күрмәгәненә үрелде, Яновна ла ҡаршы килмәне. Сафлығын юғалтып, хәлдән тайып, өйөнә төндә генә ҡайтып йығылды егет. Армиянан ҡайтҡан ауыл егеттәре менән дә ҡанға батып һуғышты Самат. Өйҙән шыпырт ҡына итен, майын урлап, уҡытыусыһына ташыны. Мөхәббәт бик ҡаты ине, тик беҙ ҡапсыҡта ятмай шул, мәктәптә белеп ҡалып, Яновнаны эштән ҡыуҙылар. Шул яҙҙа егеткә ысын мөхәббәт килде, ул тегеһенә бер нисек оҡшамаған, саф мөхәббәт ине: үҙе менән бер мәктәптә уҡыған Гөлсөмгә күҙе төштө. Онотолмаҫтай тойолған Яновна шунда уҡ онотолдо.
Самат Гөлсөмдө бөтә йөрәк йылыһын биреп яратты. Һөйөүе күҙҙәрендә мөлдөрәп тора ине. Яңылыш та ҡағылыу ҡайҙа, ти, рәнйетеүҙән ҡурҡты. Уҡыуҙар бөткәс, Гөлсөм Ҡазанға китте, Самат Ленинградҡа Хәрби диңгеҙ флотына уҡырға тип килде. Инде экзамендар биреп, конкурстан үткәс, һағыныуға түҙә алмайынса, ташлап ҡайтып китте. Ҡазанға Гөлсөмгә яҡыныраҡ булырмын, шунда уҡырға инермен тип уйланы, тик армияға алдылар. Ни уҡырға инергә, ни Гөлсөмгә барып етә алманы. Ике йыл хат алыштылар. Һағынды Самат, Гөлсөмдөң көтөүенә шиге юҡ ине. Армиянан ҡайтыуға уны эҙләп китмәксе ине лә, дуҫтарының әле береһе, әле икенсеһе береһенән-береһе яман хәбәр килтерә башланылар. Ишеткәндәр аяҡтан йығырҙай: тегенең менән булған, бының менән булған... “Юҡ, ышанмайым”, – тине. Гөлсөм менән осрашҡанда, Самат йыртҡыс януар хәленә еткән ине. “Уның саф сәскәһе сафмы икән?” – Үҙе тикшереп ҡараны: юл һалынған, сәскәһе өҙөлгән ине. Ғәрлектән башына йәбешеп иланы ул саҡта Самат. Гөлсөм дә иланы: “Ғәфү ит, ғәфү ит!” – тине. Бына шул көндән улар ни бергә түгел, ни айырым. Саматтың ошо үткәндәре бөгөн дә уға тынғылыҡ бирмәйҙәр ине.
Гөлсөм Саллыға ҡайтып заводҡа эшкә урынлашты, Самат та Саллыға килде. Йә ул килеп ҡуна, йә үҙе бара, эсе бошоп китһә. Тик мөхәббәт тә янып көлгә әйләнгән шул инде. Улар, бына ике йыл инде, шул көл өҫтөндә ваҡыт-ваҡыт осрашып аунайҙар. Гөлсөм ваҡыт-ваҡыт: “Өйләнешәйек”, – тип һүҙ ҡуҙғата. Юҡ, беренсе мөхәббәт – иң оло мөхәббәт, кисерә алмай, ә ниңә осраша һуң – үҙе лә аңламай: әллә йәлләй, әллә шулай йөрөү ғәҙәткә ингән. Асияны күргәндән бирле Саматтың күңеле Гөлсөмгә ҡарата бөтөнләй һыуынды. Үҙе Гөлсөм янына барманы, ул килһә, “ҡал” тимәне. Бер көндө Гөлсөм бәреп һораны:
– Кем ул? Минән ни ере менән артыҡ?
Самат йәшермәне:
– Бер балалы ҡатын, ул миңә бик оҡшай. Ни ере менән артыҡ? Бер ере лә артыҡ түгел, тик ул миңә хыянат итмәйәсәк. Мин бының тураһында күп уйланым Хыянатты, бәлки, кисереп тә булалыр, тик бергә, элеккесә яратып йәшәп кенә булмай. Һин миңә тоғро ҡалып көткән булһаң, мин һине бик бәхетле итер инем, Гөлсөм. Тик һуң шул инде. Йөрәккә әмер биреп булмай. – Гөлсөм үҙ дөйөм ятағына илай-илай ҡайтып китте.
Әле бына бөгөн ҡайтһа, ишек төбөндә Гөлсөм ултыра.
– Мин инде иртәнән бирле һине көтөп ултырам, арып бөттөм.
– Ни йомош, аңлаштыҡ бит, Гөлсөм?
– Бер ҡалала йәшәп, һине күрмәйенсә йәшәй алмайым, ҡайһы яҡҡа ҡараһам да, һин бараһың кеүек. Әйҙә Ҡазанға китәбеҙ, унда ла эш бөтмәгән бит. Бергә эшләрбеҙ, фатирға сиратҡа баҫырбыҙ, китәйек, Самат. Миңә һинһеҙ ауыр, яратам да, һағынам да һине. – Тағы әллә ниҙәр вәғәҙә итте, шикелле, тик Самат ҡына уны ишетмәне. Үҙенең уны ике йыл нисек һағыныуы… Үлеп ярата ине бит, армиянан ҡайтыу менән өйләнергә әҙер ине. Барыһы ла үткән, уның һүҙҙәре һүҙ генә булып ҡала, йөрәккә инде үтмәй ҙә, ышанмай ҙа.
– Һуң шул инде, Гөлсөм, һуң, әйттем бит: йөрәккә әмер биреп булмай! Автобустар инде туҡтағандыр, ҡун да иртән китерһең, – тип үҙ бүлмәһенә алып инде. – Бына минең карауатҡа ят, мин Ғүмәрҙекенә ятам. Икеһе ике карауатта күҙ ҙә йоммайынса таң аттырҙылар, иртән бергә тороп сәй эстеләр, бергә туҡталышҡа киттеләр...
Иртән автобус туҡталышы ҡырмыҫҡа иләүе менән бер: халыҡ һәр автобусты штурм менән ала, салон бүҫелгәнсе тула. Самат ян-яғына борғоланды: халыҡ араһынан таныш һынды эҙләне, ваҡыт-ваҡыт артына ла ҡараштырып алды. Гөлсөм, автобусы килһә лә, ултырып китергә ашыҡманы, һаман нимәгәлер өмөтләнеп, һуңғы һүҙҙе көттө. Тик Саматы ғына уның барлығын да онотҡан ине, буғай, ҡайҙалыр текәлгән. Гөлсөм дә Самат ҡараған яҡҡа боролоп ҡараны. Унан тәненә һылашып торған ҡара водолазка, зәңгәр джинсы кейгән бик сибәр генә ҡыҙ килә ине. Ул уны бик ҡыҙыҡһынып күҙәтте: иртә таңға ла ҡарамаҫтан, бик матур итеп буянған, сәстәрен бик килешле итеп тараған, нескә бил, тулы күкрәктәр... ир-атты ымһындырырлыҡ матур ине шул. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең көндәшен әллә ҡайҙан тоя бит ул, Гөлсөм дә яңылышманы – Самат бөтә зиһене менән текәлеп ҡатҡан. Көнсөллөк ғазабы бөтә тәненә ут булып ҡапты: йәреңде биреү йәнеңде биреү менән бер икән. Гөлсөм, хәленән килһә, Саматтың күҙен ҡаплар ине. Ә ул ҡыҙҙы, йоҡолары туймаған егеттәргә ҡәҙәр уянып китеп, ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр, кемдер һүҙ ҡатып, танышып ҡалырға тырыша, ә Самат уртын сәйнәй.
– Автобус килә, мин киттем, һау бул! – тине лә теге ҡыҙ ултыраһы автобус артынан уҡталды. Көтмәгәндә Гөлсөм уның күлдәгенә йәбеште.
– Юҡ, был һинең автобус түгел, ебәрмәйем, китәйек бынан, китәйек Ҡазанға. – Уның күҙҙәре мөлдөрәмә тулы йәш ине. Улар тартҡылашҡан арала автобус ҡуҙғалып китеп тә барҙы.
– Юҡ, Гөлсөм, юҡ, мәңге юҡ! – тип ҡысҡырып әйтте Самат һәм килеп туҡтаған арттағы автобусҡа инеп, юҡ булды.
Төҙөлөш – ауыр эш шул ул, кешене ҡырыҫландыра ла, уҫаллаштыра ла. Асия ла хәҙер илаҡ, ҡанаты ҡайырылған меҫкен ҡатын түгел. Үҙ-үҙен генә яҡларлыҡ, талашып, тик торғанда кешегә ташлана торған ғәҙәте булмаһа ла, бер күтәрелеп ҡарау ҙа етә. Иртән автобусҡа ултырғанда Саматты тағы теге ҡыҙ менән күреп ҡалды. Кәйефе китте. “Әлегә үҙе лә аңламай: ниңә, нимә борсой? Белә бит, әйтте бит – йөрөгән ҡыҙы бар, ә, бәлки, ҡатынылыр ҙа, ул сағында ниңә миңә бәйләнә, ниңә бала менән уйнай? Ярай, ух-х, бына хәҙер яҡын килеп кенә ҡараһын...”
Асия эштән, тағы магазинда ла йөрөп, киске һигеҙҙәрҙә генә ҡайтты.
Лифттан сығыуға, тәҙрә яңағына һөйәлеп баҫҡан Саматты күреп алды, һәм, тағы ҡайҙалыр ҡасырға теләп, тиҙ генә лифт төймәһенә баҫты, тик Самат аяғын тығып өлгөргән ине. Асия йән асыуы менән:
– Яҡын килмә, сырайыңды умырам, ҡатының янына ҡайт! – тип ҡысҡырҙы, тик Саматтан былай ғына ҡотолоп булһа икән...
– Һин асыуланғанда тағы ла матурайып китәһең, бит алмаларың алһыулана, күҙҙәрең уттай яна! Ух, тотоп ашайым хәҙер. Кил әле бында, һөйләшәйек әле, ниндәй ҡатын уйлап сығарҙың тағы? – Ул уны лифттан һурып ҡына алды. Ике беләгенән ҡыҫып тотто ла күҙҙәренә текәлде.
Асияны туҡтатырмын тимә, ысынлап тороп һөжүмгә күсте:
– Бергә төн ҡунғас, ҡатын булмаймы ни? Иртән туҡталышта бергә тора инегеҙ бит. Көндөҙ мине ҡыуалап бимазаланың, төндә – уны. Йәнең бармы-юҡмы һинең? Ул да кеше, мин дә кеше – тере йәндәр. Мине лә тапап үттеләр бер, башҡа мине бер кем тапамаясаҡ, ал ҡулыңды минән, – тип тыпырсынды. Ах, көсө етһәме Асияның. Етмәһә, ике ҡулы ла буш түгел, сәбәләнеп ҡысҡырыуҙан ары китә алмай.
– Һин, кире бөткән ҡатын, тыңлайһыңмы мине, юҡмы? Тотоп ярам бит хәҙер! Әйҙә һөйләшәйек тим.
Яндарынан ары-бире үтеп-һүтеп йөрөүселәр булмаһа, бәлки, кем белә, һуғышып та китерҙәр ине. Икеһенең дә, һөҙөшөргә йыйынған үгеҙ кеүек, ҡандары ҡайнап сыҡҡан.
– Әйҙә әйберҙәреңде индереп ҡуй, урамға сығабыҙ, шунда һөйләшәбеҙ. Минән ҡотолормон тимә, Асия. Мин йүләр ҙә, януар ҙа түгел, тик һин мине кирелегең менән сығырымдан сығараһың.
Асия уйланы-уйланы ла:
– Ярай, һөйләшәбеҙ һәм нөктә ҡуябыҙ, – тип, ризалашты.
Улар тышҡа сығып йыраҡ түгел бер эскәмйәгә барып ултырҙылар.
– Мин һине бөгөн иртән күргәс, бер нәмәне аңланым: һине бер кемгә лә бирәһем килмәй һәм бирмәйәсәкмен дә, ишетәһеңме? Иртән һин күргән ҡыҙ менән беҙ бөгөн араларҙы өҙҙөк. Эйе, ул минең беренсе мөхәббәтем ине, тик уның хыянаты үлтерҙе беҙҙең мөхәббәтте, кисереп булмай торған әйберҙәр ҙә бар бит.
Асия Саматты тыңланы, шул уҡ ваҡытта үҙенең үткәндәрен уйланы. “Иртән күрҙе бит ул ҡыҙҙың йәбешеп илағанын. Асия ла иланы, хәҙер ҙә илай... Егеттәр ни һөйләмәҫ, бер кем дә үҙен ғәйепле тимәй инде. Рифат та, ана, гел уны ғәйепле итеп ҡалдырҙы, иркәләй, һөйә, башын юғалта ине, ә Асия, йүләр, ярата тип уйлап, бөтөнләй башын, баштан түбәнен дә юғалтып, әҙәм хурлығына ҡалып бала табып...” Иртән күргән ул ҡыҙ Асияға бик тә ҡыҙғаныс ине.
– Мин бер әйберҙе аңламайым: яратмаған кеше менән нисек үбешеп була, нисек бер ятаҡта ҡунып була? Һин минең ҡолаҡҡа туҡмас элмә, мин быларҙы бер үттем инде, нәҡ уның кеүек.
– Гөлсөм менән беҙҙең мөхәббәт үлгән инде, уны терелтеп булмай.
– Ә минеке үлмәгән, мин улымдың атаһын – Рифатты яратам.
– Ҡайҙа инде ул улыңдың атаһы? Ҡайҙа, тим? – Самат тағы ҡабынып китте.
– Һинең кеүек, яңы мөхәббәте янында. Бөттө, бүтән миңә бәйләнмә, үҙ юлыңда бул. – Асия тороп китмәксе ине лә Самат ҡаты итеп беләгенән эләктереп алды.
– Яныңда берәйһен яңылыш күрһәм, Асия! – Ярһыу менән ҡулын тартып алды ла үҙенең ятағына табан тороп йүгерҙе.
Икенсе көндө иртән улар тағы эшкә автобус көткәндә йыраҡтан ғына бер-береһен күҙәттеләр. “Үртәгәндәй ҡыҙыл күлдәген кейгән, килешә лә һуң үҙенә. Ир-аттың бөтә зиһенен үҙенә йәлеп итә. Баштан-аяҡ ҡарап күҙ менән сисендерәләр”. Бөтә туҡталышҡа: “Минеке ул!” – тип ҡысҡыраһы килә Саматтың, тешен ҡыҫып, көскә түҙеп тора. Ә тағы киләһе иртәләрҙә Самат күпме генә ул йәшәгән ятаҡҡа ҡарап күҙен талдырмаһын, Асия күренмәне. Инде эшкә һуңға ҡала, ә ул юҡ та юҡ. Халыҡ эшкә китеп бөткәс, Асия ашыҡмай ғына вокзалға килде һәм, Өфө автобусына ултырып, тыуған яғына юл тотто. “Алда бер ай ваҡыт бар, барыһы ла онотолор, барыһы ла үтер...”
***
Асия ауылына ҡайтҡанда, кис етеп кенә килә ине. Әсәһе эштән ҡайтмаған, ҡартәсәһе генә бер үҙе ниҙер эшләп, донъя көтөп йөрөй.
– Бәй, балам, әсәйең һине бер аҙнанан ғына ҡайта тигәйне бит...
– Эй, ҡартәсәй, бик һағындым үҙегеҙҙе, Арыҫлан ҡайҙа? – тине ҡарашы менән улын эҙләп.
– И-и, һыу буйында инде, балыҡ тота, көн буйына шунда йылға буйында ултыра.
– Мин, улайһа, алып ҡайтайым уны, һин сәй ҡуй, мин хәҙер, – тип Асия улы янына сығып йүгерҙе. Уларҙың һарай артында ғына йылға аға, ҡасандыр көслө ағымлы йылға ине лә, хәҙер инде йылдан-йыл һайыға. Асия улын йыраҡтан уҡ күреп алды. Өҫтөндә майка менән трусик кенә, кемдер сыбыҡтан ҡармаҡ яһап биргән, сабый шуның менән ваҡ балыҡтар тотоп, бәләкәй уйынсыҡ силәккә йыйып бара. Асия шым ғына улы янына килеп ултырҙы.
– Улым, күҙ нурым, Арыҫланым минең, – Арыҫлан аҡрын ғына боролоп ҡараны ла, ҡармағын ташлап, һикереп тороп әсәһенең муйынынан ҡосаҡлап алды. Әсәһе менән суп-суп үбештеләр. Бәләкәй балыҡсы ҡара янып бөткән, майка эҙҙәре һыҙып киҫеп алғандай. Үҙе түп-түңәрәк кәүҙәле, һалмаҡ йөрөшлө, сит кеше күрһә, оялыусан.
– Әсәй, ҡала ана балыҡтар, күп инде шундай, бына ҡала, – тип силәген күрһәтә. Асия, улында Рифаттың бар һыҙатын күреп, йөрәге ҡыҫып ҡуя: йөҙ-ҡиәфәте генә түгел, хатта шул балыҡҡа йөрөү әүәҫлеге лә атаһынан ҡан менән күскән, күрәһең. “Их, күрһәң ине һин улыңды, яратмай мөмкин түгел бит уны”.
– Әсәй, хәҙел көтөү ҡайта, беҙ Малат менән көтөү ҡалшыларға балабыҙ, унан ҙул әсәй һыйыл һауа ла һөт эсәбеҙ, әйҙә, – тине мөләйем йылмайып.
– Әйҙә бөгөн мин һауам һыйырҙы, һөттөң иң тәмлеһен һиңә һауып эсерәм. – Асия улын күтәреп алып әйләндерҙе. – И-и, улым, мин һине шундай һағындым бит! – Ошо йәй киселәй йылы рәхәтлек, йөрәктәге рәхәтлек, шундай гармония, йән йылылығы, әсә бәхете! Ул бындай хисте үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр тойҙо. Үткән барлыҡ ауыртыуҙарҙы, хыянат әсеһен, алданыу, кәмһенеү, хурланыу... “Йә Аллам, барыһын күтәрергә көс бирҙең, яңылыш аҙымдарҙан һаҡлап ҡалдың. Мин был кисте мәңге онотмам, мин әсә булыуҙың иң бейек нөктәһендә, рәхмәт, Хоҙайым!” Асия балаһын һөйөп туя алманы. Йөрәкте ярып сыҡҡан йөрәк парәһе.
Ана ул әсәһенә өндәшә:
– Әсәй, ҡала. – Улы ваҡ балыҡтарҙы үрҙәк бәпкәләренең һауытына ауҙара, ә тегеләре уның ярты көн ултырып тотҡан “байлығын” ҡомһоҙланып, күҙ асып йомғансы юҡ иттеләр. Унан һуң Арыҫлан, һалмаҡ ҡына атлап, ҡармағы менән силәген өй нигеҙенә илтеп ҡуйҙы:
– Әсәй, әйҙә, көтөү ҡайта, беҙҙең һыйыл әләмәгә ҡаса, һин ана тегендәләк тол, мин ҡыуам. – Бала сыбығын ҡулына эләктереп алып тыҡрыҡ башына йүгерҙе.
Ауыл осонда туҙан туҙҙырып ҡайтып килеүсе көтөү башы күренде. Елендәре тулған малҡайҙар һәр ҡайһыһы үҙ йортона ашыға. Өйөрөлөп ҡайтҡан һыйыр көтөүен күргәс, Асияның ҡото алынды: әле дүрт йәше лә тулмаған малай көтөүгә ҡаршы бара! Күрше ҡапҡанан Арыҫландан биш йәшкә ҙур Марат та күренде, ул да тороп йүгерҙе.
– Арыҫлан, былайға ҡыуала, мин бында, – тип ҡысҡырҙы уныһы. Ике бәләкәй малай, үҙ һыйырҙарын аралап алып, йортҡа табан ҡыуалар. Асия үҙе лә ошо балалар кеүек мал араһында үҫте, ҡурҡыу белмәнеләр, ә хәҙер бына улы өсөн ҡото алынып тын алмайынса баҫып тора. Һыйыр әрәмәгә ҡасмаҡсы ине лә, Асия, ҡаршыһына төшөп, үҙ ҡапҡаларына бороп индереп ебәргәс кенә улына ғорурланып ҡарап алды, тик баланың күҙ йәшен күреп, аптырап китте:
– Бәй, улым, ниңә иланың?
– Мөлтәт һыйыл әләмәгә ҡаса, ә унда, уф... кесеткән саға, мин ҡуҡам.
– И, балам, һин ниндәй ҙур үҫкәнһең икән, донъя көтөп йөрөйһөң, – тип тағы ҡосаҡлап алды. Тыҡрыҡтан эштән ашығып ҡайтып килгән әсәһе күренде, ҡыҙын күргәс, аптырап китте. Бала өләсәһенә ҡаршы йүгерҙе.
– Һыйыл ҡайтты, һыйыл ҡайтты, әсәй уға ҡасылға илек бимәне, бимәне, – тине шатланып.
– Бына беҙҙә бөгөн ниндәй байрам икән, берәүҙәрҙең әсәһе ҡайтҡан, – тип Асияны ҡосаҡлап күреште.
– Ҙул әсәй, бөгөн һыйылды әсәй бзди-бзди итә, миңә һөт билә, – тине бала әсәһе яғына һыйынып.
– И, улыҡайым, әсәйең һауғас, тәмле булыр инде.
– Эйе, тәмле була! – тип шатлана бала, әсәһе “бзди-бзди иткән” һөттөң тәмле буласағына ысын күңелдән ышанып.
Улар өсәүләшеп гөрләшеп ҡайтып ингәндә, ҡартәсәләре сәй әҙерләп, тәмле ҡоймаҡтар бешереп ҡуйған. Ҡала күстәнәстәре менән сәй эсеп алғас, улы менән һыйыр һауырға аҙбарға сыҡтылар. Ярата Асия һыйыр һауырға, бәләкәй саҡтан ғашиҡ ул һауынсылар эшенә. Арыҫлан да кружкаһын тотоп янына килеп баҫты. Их, татлы бала саҡ, бер ниндәй ҡайғы-хәсрәтһеҙ бала саҡ. Асия ашыҡмайынса ғына һыйырҙың еленен йыуып һөрттө, еленгә һөт төшөп, сәптерә башланы, өйҙән алып сыҡҡан аҡ майҙы һөртөп, һөт тулышҡан елендәрҙе ҡыҫып, силәк төбөнә, улы әйткәндәй, башта “бзди-бзди итеп”, унан инде ҡалын күбек аҫтында гөбөр-гөбөр килтереп, оло бер силәк һөттө һауып алды. Елен төбөндә ҡалған ҡуйыһын сабыр ғына көтөп торған улының кружкаһына һауып бирҙе. Бала, бер аҙ эскәс, һоҡланып ҡарап ултырған әсәһенә һуҙҙы: “Әсәй, мә, эс, тәмле!” – Тәмле инде, үҙенең ирен өҫтәре ап-аҡ күбек. Асия ла тәмләп, бала саҡтағы кеүек туҡтамайынса, ярты кружка һөттө эсеп ҡуйҙы ла, тағы һауып алып, улына бирҙе. “Их, донъя нисек матур, йылы йәйге кис, онотола башлаған бала саҡ... Ул да бит ҡасандыр әсәһе янында шулай кружкаһын тотоп көтөп тора ине. Уға ла ул саҡта йылы һөт менән әсәй йылыһынан башҡа бер ни кәрәкмәгән. Шул бала саҡта оҙағыраҡ йәшәйһе икән, тик әҙәм балаһы ашыға шул...”
– Балалар, бик оҙаҡланығыҙ. – Яндарына аҙбарға ҡартәсәһе сыҡты. – Нимә, улым, тәмлеме әсәй һауған һөт?
Арыҫлан һөтөн эсеп бөтөргән, тағы һорай:
– Әсәй, мыяуға ла кәләк. – Әсәһе тағы кружка тултырып һауып биргәс, бала, һаҡ ҡына баҫып, бесәйгә һөт алып китте.
– Бына шулай, улым минең донъя көтә, ҙур үҫте бит инде, – тип ҡуйҙы ҡартәсәһе. – Әйҙә, сепарат әйләндерәм дә, шыйыҡ ҡаймаҡ менән сәй эсеп ятырбыҙ.
Йәйге төн ҡыҫҡа, шулай ҙа тағы йыйылышып ултырып, тәмләп, яңы айыртылған ҡаймаҡ менән, һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр. Арыҫлан ғына әсәһенә һырылып ултырып йоҡлап киткән ине. Асия йоҡларға ятҡас та оҙаҡ ҡына уйланып ятты. Уның күңелендә тыныслыҡ, ҡуйынында танауын төртөп улы йоҡлай, әле ҡасан ғына уның Хоҙай Тәғәләнән ялбарып һорағаны: йән тыныслығы ине. Бына килде ул көн. Асия улының маңлайынан үпте лә, йылмайып үҙе лә йоҡоға китте. Бесән өҫтө, эшләргә көс кәрәк, бәләкәй ике ҡатын йылдағыса килә торған мәшәҡәттәренә тотондолар. Әсәһе, һарыҡ һуйҙырҙы: яртыһын тоҙлап, марляға урап, ҡояшҡа киптерергә элде, бер аҙын һыуытҡысҡа ҡуйҙы. Идараға барып ун көнгә ял һорап ҡайтты. Был көн шулай бесәнгә әҙерлек менән үтте. Бесән сабаһы салғыларҙы күрше Кәли ағайға индереп тапатып алып сыҡтылар. Өсөнсө көндө иртә таңдан тороп һыйырҙы һауып көтөүгә ҡыуҙылар ҙа, ун саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан бесәнлектәренә киттеләр. Арыҫлан да иртүк тороп ултырған.
– Мин дә әсәй менән балам, – тип йыйына башланы.
– Ю-уҡ, улым, мин ҡайтыуға һин күп итеп балыҡ тот, һыйырҙы кем көтөүҙән ҡаршы ала, мин һиңә күп итеп еләк алып ҡайтырмын, – тигәс, бала бик теләмәһә лә, ризалашты. Әсәйҙәре бесәнгә киткәндә, ул да ҡармағы менән бәләкәй силәген күтәреп балыҡ тоторға төшөп китте. Асия бер – улына, бер әсәһенә ҡарап алды. Әсәһенең дә шатлығы йөҙөнә сыҡҡан ине: ни әйтһәң дә, улар бит икәү! Асияның атаһы өйҙән сығып киткәндә уға ете йәш кенә ине, шунан бирле улар әсәһе менән икәү әҙерләйҙәр бесәнде. Их, бесәнлек яҡын булһын ине, ҡояш күтәрелгәнсе күпме бесән сабырға булыр ине лә бит, йыраҡ шул. Күпме юл тапалған, иртән – ун, кистән ун саҡрым үтәһе. Атайлы булһалар, ат менән генә йөрөрҙәр ине лә, юҡ шул.
– Ярай, балам, йән биргәнгә йүн бирер әле, берәй мәрхәмәтлеһе осрамай ҡалмаҫ, беренсе көндә әйберҙәр күберәк шул, салғыһы ла, ризығы ла – барыһын да алып барырға кәрәк. Әле һин ҡайтҡанға ла һөйөнөп барам, бесән әҙерләү күңелле булһа ла, әллә ни еңел эш түгел шул. – Улар күп тә барманылар, арттан егеүле ат ҡыуып етте. Сәлих ағайҙар ҙа, бар ғаиләһен тейәп, беренсе көн бесәнгә баралар икән. Атын туҡтатып: “Ҡыҫылығыҙ, балалар, әйҙә нисек тә урынлашығыҙ инде шунда”, – тип уларҙы ултыртып алды. Бына шулай көн башланды. Атта барыу – йәйәү барыу түгел, Асия менән әсәһе рәхмәттәр уҡый-уҡый үҙ бесәнлектәрендә төшөп ҡалдылар. Бесәнлектәренең бер мөйөшөндә – ҡуйы сейәлек, тау битендә – еләклек. Үҙ шишмәләре бар, таш араһынан бер торбанан матур итеп сылтырап ағып ята. Йыл да ашарға бешереп, ял итә торған урындарына килеп, әйберҙәрен ҡуйҙылар.
– Эй Аллам, был донъяның матурлығы, ул иркенлеге! – Әсәһе салғыларҙы ҡайынға элеп ҡуйҙы.
– Һин, балам, ҡаҙан эл дә сәй ҡайнатырға ҡуй, мин биләмәләрҙе ҡарап, пакус һалып киләйем.
Бәләкәй саҡта ла шулай ине: Асия ашарға бешереп сәй ҡайнатып тора, әсәһе көн буйына кирелеп бесән саба. Буш ваҡытында Асия бесән әйләндерә, унан йыя. Әсәһе ике йәш ҡайынды ауҙарып киҫә лә шаҡмаҡлап һала, шуға бесән өйә. Асия шуның ике төбөн ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыра, әсәһе арттан этә, шулай итеп сүмәләгә өйәләр. Еңел түгел йәйге селләлә бесән әҙерләү, шулай ҙа ниңәлер күңелле. Сабылған йәшел бесән еҫе ағыулы буяу еҫе түгел инде... Бында йыландар ҙа күп. Көнөнә бер һағыҙаҡтан сағылмайынса ҡалмайһың, ҡайһылыр ерең шешмәй-күпмәй ҡайтмайһың инде. Шишмәнән һыу алып сәйнүген былтырғы тағанға ҡайнатырға элде. Күр, бер ни булмаған, нисек бар шулай һаҡланған, былтыр әҙерләп ҡалдырған утындар ҙа шул килеш ятҡандар. Сәй ҡайнағансы Асия тиҙ генә еләк йыйып килде, мәтрүшкә өҙөп әҙерләп ҡуйҙы. Сәй ҡайнауға шуларҙы сәйнүккә төшөрөп ебәрә, шунда уҡ һөттө лә һалып ҡайната. Ҡыр сәйе бер ни менән дә алмаштырғыһыҙ. “Ух, ҡайынлыҡта еләге ниндәй эре. Арыҫланды һыйлап һөйөндөрөр, ҡартәсәһе лә еләк көтә”.
Уларҙың шишмәһе янынан егеүле аттарҙа бесәнселәр үтте: ҡысҡырып сәләм бирҙеләр, флягаларын тултырып һыу алдылар. Донъя уянып, гөрләй, ҡырмыҫҡалар ҙа үҙ эштәре менән ҡайнашалар, кеше лә шул ҡырмыҫҡаларҙан ҡалышмаҫҡа тырыша. Әсәһенең шыж-шыж бесән сапҡанын, туҡтап салғыһын янығанын һоҡланып ҡарап торҙо. “Ҡара, әсәһенең кәүҙәһе ниндәй матур икән, ауыр эшкә лә ҡарамаҫтан үҙен матур һаҡлай алған. Әсәй! Йәш бит әле ул, тырыша-тырмаша ирҙәрҙән ҡалышмай эшләй. Уйлап ҡараһаң, ҡатын-ҡыҙ бәхете юҡ, бөтә ирҙәр эшен үҙе тарта. Ир наҙы, ир хәстәре күрмәй... Бәлки, эш менән ул турала уйларға ла ваҡыты юҡтыр. Асия ла хәҙер генә аңлай башланы, буғай, элек ниңәлер был турала уйламаны ла. Ҡатын-ҡыҙ бәхете ниҙән ғибәрәт икән һуң ул? Асия бала саҡтан атайлы ғаиләләргә бик ҡыҙыға ине, тик үҙ атаһының бер яҡшы яғын да хәтерләмәй. Атаһы башҡа ғаиләгә сығып киткәндә, ул бәләкәй ине шул. Ниңәлер ауыр хәтирәләр генә бәйләне, әсәһенең күҙ йәше булып иҫендә ҡалды. Бәлки, улай уҡ насар ҙа булмағандыр, тик шул әлеге лә баяғы – эскелек. “Яратам”, – тине үҙе, үҙе гел ҡул уйнатты. Иҫенә төшһә, хәҙер ҙә ҡалтыранып ҡуя. Юлдар киҫешмәй тормай, бер ауылда йәшәгәс. Уның үҙ ғаиләһе, унда ла шул уҡ хәл: тормош ғауғаһыҙ бармай. Бүтәндәр “атай” тип өҙөлөп торһалар, Асияла атаһына ҡарата ҡурҡыуҙан башҡа бер ни юҡ ине. Ете йәшенән бирле утын-бесәнде әсәһе менән икәү әҙерләйҙәр”.
Асия әсәһен күҙәтеп уйланып торған арала, сәй ҙә ҡайнап сыҡты. Сәйнүккә мәтрүшкә менән һинд сәйе, һөт һалып ебәрҙе, әле генә йыйылған ер еләге лә өҫтәп, кружкаларға сәй яһап ҡуйҙы.
– Әсәй! Әйҙә, сәй ҡайнаны! – тип ҡысҡырҙы. Ҡысҡырҙы ла, үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы.
Әсәһе әйләнеп килеп тә етте.
– Быйыл бесән ҡуйы, һәйбәт үҫкән, рәхәтләнеп сабабыҙ, ҡуйы үләнде сабыуы ла күңелле шул. Өҫ кейемдәрен алмаштырайыҡ та ҡояш күтәрелгәнсе ана теге асыҡлыҡты сабайыҡ, унан күләгәгә күсербеҙ.
Асия әсәһенә ҡарап йылмайып ултыра бирҙе.
– Нимә йылмайып ултыраһың? – тине әсәһе, үҙе лә йылмайып.
– Бала саҡ иҫкә төштө, үҙем дә әсәй бит инде, бер ни үҙгәрмәгән кеүек “әсәй, әсәй” тип ҡысҡырып ултырам, – тине әсәһе алдына сәй ҡуйып.
– Үҙгәрә шул, балам, үҙгәрә, һин дә, мин дә – барыһы ла үҙгәрә, тик ошо ялан ғына, шөкөр, үҙгәрмәй әлегә. Тәбиғәт мулдан бирә, балам, иренмәйенсә йыйып ал ғына. Һин киткәнсе ямғырҙар ғына яумай торһон инде. Эх, сәйең тәмле булған, балам, һин төшкөлөккә аш та һалып ҡуй. Ана, йәш һарыҡ итен һал, аҡрын ғына бешә торһон. Яратмайым ас килеш эшләргә, – тип, әсәһе салғыһын күтәреп, ары осҡа китеп тә барҙы. Асия уның күрһәтмәләрен генә ишетеп ҡалды:
– Һин, балам, аш һал да ошо тирәләге үләндәрҙе генә сап, ашыңды ла ҡарарға кәрәк. Бындай эштә, эҫе булһа ла, ашамайынса ярамай, эшләргә көс кәрәк...
Дауамы бар.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v