Әҙәби бит
26 Сентябрь 2023, 16:00

Һәр ваҡыт әҙер!

Быныһынан һуң бөтөнләй йәнем көйҙө. -Атағатаҡ, үлһәң дә һауыт-һаба, ҙур кәстрүлдәр кәрәксе, уларҙы ташлап ней, кеше килмәҫ тейһеңме. Бына беҙҙе ерләгәс балалар үҙҙәре ҡарар, йә таратып алырҙар, йә ташларҙар, әлегә ултырһын.Тығып ҡуям әле банкаларға һаулығым барҙа үҫтергәндәремде, бәлки ашаусы табылыр; үләм тигән, үлә алмаған, кейәүгә сығам тигән, сыға алмаған, кәрәге тейер әле. Һин үҙеңсе, нимәгә эшкә тип йыйындың, пенсияң етмәйме, һинән башҡа ул трактор моторҙарын, коробкаларын юнәтеүсе табылмаҫ тейһеңме, ҡыш буйы өйҙә шул урыҫтарҙың стартер, пускачтарын иҙәнгә теҙеп һалып юнәтеүен онотҡан, ә минекен күрә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Һәр ваҡыт әҙер!

Хикәйә.

.   -Нимәгә кәрәктер һиңә ҡырҡмаһа ҡырҡ һауыт һаба, теҙеп ултыртып бөтә, урап үтер әмәл юҡ, - йоҡоһонан яңы уянған бабайҙың аш-һыу бүлмәһенә инеп ҡысҡырыуынан артым ҡыйшайып, өндәшмәҫ булдым. Үҙе иртәрәк юлға ҡуҙғалырмын, бөгөн эште теүәлләп ҡуям тип кистән иҫкәрткәйне. Иртәнге сәйенә шыйыҡ ҡаймаҡ менән эҫе картуф өлгөртәйем әле тигәндән әптәләнеп йөрөүөм. Бер ыңғайы ул киткәндән һуң банкаларға ябырға  йәшелсәләремде турарға әҙерләгәнмен, банкалар йыуылып ҡуйылған.
.   -Кем ашай һуң ошо анауынсама мәшәҡәтләнеп турағандарыңды, кем ашай, тоҙлолары хәҙер бөйөргә бармай, салаттарыңды ашаһам үҙәк көйә, үҙеңдең дә ашағаныңды күргәнем юҡ әле, нимәгә яһайһыңдыр. Әллә ҡасан ташлап бөтөрлөк моҡ замандан килгән һауыт-һабаларыңды шалтор-шолтор килтереп.
.   Быныһынан һуң бөтөнләй йәнем көйҙө.
.    -Атағатаҡ, үлһәң дә һауыт-һаба, ҙур кәстрүлдәр кәрәксе, уларҙы ташлап ней, кеше килмәҫ тейһеңме. Бына беҙҙе ерләгәс балалар үҙҙәре ҡарар, йә таратып алырҙар, йә ташларҙар, әлегә ултырһын.Тығып ҡуям әле банкаларға һаулығым барҙа үҫтергәндәремде, бәлки ашаусы табылыр; үләм тигән, үлә алмаған, кейәүгә сығам тигән, сыға алмаған, кәрәге тейер әле. Һин үҙеңсе, нимәгә эшкә тип йыйындың, пенсияң етмәйме, һинән башҡа ул трактор моторҙарын, коробкаларын юнәтеүсе табылмаҫ тейһеңме, ҡыш буйы өйҙә шул урыҫтарҙың стартер, пускачтарын иҙәнгә теҙеп һалып юнәтеүен онотҡан, ә минекен күрә.
.   -Юҡ хәҙер, юҡ техниканы юнәтеүселәр, йөрөтөүселәр күп, ә  юнәтеүселәр юҡ. Саҡырғас бараһың инде, барыбер буш ваҡытым әлегә, кешегә ярҙамым тейһен.
.   -Шулай булғас арыным тип яу һалма, мин дә шул ваҡыт үтһенгә тултырам банкаларҙы, үҫтергәндәр боҙолоп баралар ваҡытында аш итмәһәң, былай ике-өс йыл ҡурҡынысһыҙ ултыра.
.   -Арытып та китә шул, пенсияламын тип тағы нисек ике ҡулыңды һәлендереп көнө буйы телевизор алдында ултыраһың. Унан  көнөнә биш болт бормаһам йоҡлай ҙа алмайым мин, тәнгә лә май һеңеп бөткәндер, үлһәм дә тиҙ генә серемәм инде, әйткәндәй һин мин үлһәм яныма сүкеш, трактор асҡыстарын һалырһың әле, тегендә лә оҫта юнәтеүселәр кәрәктер ул, тамуҡтың мейес-фәләне боҙолоп ҡуйһа тейем, тик ятҡансы эш менән булышырмын, кочегар булып та эшләнелде ваҡытында.
.   Минең ҡылтайғанымды күреп араны үҙенсә яйлауылыр, ошолайыраҡ һөйләшеү менән иртәнге сәйебеҙҙе һемерәбеҙ.
.   -Ҡарале, бабай, теге юлы һиңә ләхет таҡталары, баш осона, аяҡ осона таҡталар әҙерлә тигәйнем, әҙерләнеңме шул. Икебеҙгәлә!
.   -Әҙерләнем дә, йышмағанмын әле, баш осона тигәненә ай һүрәте яһарға кәрәк, ҡайҙа аяҡ, ҡайҙа баш, бутарҙар юғиһә; әле генә үлергә йыйынмайһыңдыр ул.
.   -Кем белә, уныһы Аллаһыбыҙ әмере, эшеңде бөтөп, ап-аҡ таҙа урында үлемде көтөп ятып булмаһа ла, әҙер торайыҡ тейем. Был бөткән ауылға кем юл һалһын оло юлдың рәте булмағанда, ҡыш үлереңдеме, йәй үлереңдеме белеп булмай, туғандар әллә килә алалар, әллә юҡ. Балаларға тығын булмаһын, эййй, әйтермен тейем дә, онотам, һин минең күҙлегемде бергә һалырһың әле, тегендә әллә оптика бар, әллә юҡ, ҡапылғара эҙләнеп йөрөгәнсе.
.   -Күҙлек һиңә унда нимәгә кәрәк, ә бына минең протез тешемде ҡуша һал.
.   -Атағатаҡ, ожмах матурлығын күргем киләсе, хозур ер тиҙәр бит, гөл-сәскәләргә күмелгән тей, аллергия ғына булмаһа еҫтәренә.
.  -Ярай, ярай, запастарын да һалырғамы?
.   -Уныһын белмәйем әлегә, бында кәрәге теймәҫ микән. Ә бына ишекте нисек бороп сығарырҙарын уйла, тар булмаймы беҙҙе күтәреп сығарыусыларға, Баймаҡта яңы өйҙә ишек ҡалдырһаң тура алып сығырлыҡ булһын, бында үлсәнем бер көнө, иркен үк булмаһа ла һыйып сығырға тейешбеҙ. Үлгән кеше былай ҙа ауыр була, кеше мәшәҡәтләмәйек тейем, үлсәп ҡара ла, бороуы насар булһа, ишекте туранан яңынан уй.
.   -Һинең һүҙеңде тыңлап ишекте шулай уйҙым элек йәш саҡта, ел ҡаршы тигән булдың да, һине тыңлаһаң гел тиҫкәре була.
.   -Ярай-ярай, әҙер ишекте күсереүе ауыр булмаҫ, бер тотонһаң күсерерһең, - ыңғайына һыпырам инде.
.    Беҙ ней электән Ленин бабай ейәнсәрҙәре, ул өйрәткәнсә беҙҙең девиз ,, Һәр ваҡыт әҙер!" инде, бабай күрше ауылға ыңғыраша-ыңғыраша трактор моторын юнәтергә китте, мин кәстрүлдәремде сығара башланым, китеп барһаҡ күмәк кешегә өҫтәлгә лә асып ултыртырҙар, күстәнәскә лә һалырҙар.
Гөлдәр әбей.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v

Һәр ваҡыт әҙер!
Һәр ваҡыт әҙер!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас