Әҙәби бит
21 Сентябрь 2023, 14:00

Туй

Еҙнәм килеп атай әсәйемдең аяғына йығылып ғәфү үтенһә лә, ергә ятып тәгәрәп илаһа ла әсәйем ҡаты торҙо. Апайымды ебәрмәне, айырып алды.- Эсемә һыйған балам, тышыма ла һыяр. Туҡматып ултырырға әле бында, артыҡ балам юҡ.Апайым ғәфү итергә ынтыла биреп тә ҡуйғайны, беҙҙең әсәй алдына кеше сығармай ул:- Бара торған булһаң, әсәңде онот, тине. Әсәй һүҙен ашаҡларға апайым ҡыймағандыр, ҡабат өндәшмәне. Еҙнәм инәлеп килде, килде лә, юҡтан башҡаны ишетмәгәс ҡабат килмәне. Эсеп йөрөй торғас, үлеп ҡалған тигән хәбәре килеп ишетелде.Мине Иҙелгә бирмәүҙең дә сәбәбе ошо ине. Апайым уңмағас, мине лә уңмаҫ тигәндер әсәйем...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Туй 

Миңзифа Хамматова


Апайымды һораттылар . Алыҫ ҡына райондан . Буласаҡ еҙнәм менән осрашып , дуҫлашып та йөрөмәнеләр улар . Апайымдың яратып йөрөгән егете ҡапыл ғына икенсе ҡыҙға өйләнде . Ә еҙнәмә димләнеләр . Үҙен ташлаған егеткә үс итеп , апайым белмәгән күрмәгән кешегә тормошҡа сығырға ризалыҡ бирҙе лә ҡуйҙы .
Туйға ҡыҙыу әҙерлек башланды . Ауыл халҡының шул бит инде ул , туй була тиһәң донья таҙаларға керешә . Беҙҙә лә шулай булды . Аҡлай , буяй , йыуа - йыша торғас туй яҡынлашты . Атайым менән еҙнәйем ишек алдынан инмәнеләр тиерлек , оҙон өҫтәлдәр , эскәмйәләр эшләү менән мәшғүл булдылар . Өлкән апайым Фәһимә ауылда кейәүҙә булғас көн һайын беҙҙән ҡайтмай тиерлек . Әхмәр еҙнәм менән икәүләп таң һарыһынан килеп етәләр . Бер аҙ ваҡыттан ҡоҙағыйыбыҙ ҙа , еҙнәмдең әсәһе Фәрхиямал әбей туйтаңлап килеп инә . Унан артыҡ бер файҙа ла юҡ инде ул , һәр нәмәгә ҡыҫылып аҡыл өйрәтеүҙән башҡа . Әсәйем сабыр ғына тыңлай ҡоҙағыйын , минең йән көйә көйөүен , тик мин бала ғына бит әле өлкәндәр араһына ҡыҫылырға . Быйыл етенсе класты тамамланым .
Әсәйем менән Фәһимә апайым бауырһаҡ бешерәләр . Мин эргәләрендә ярҙам итеп йөрөйөм , Фәрхиямал ҡоҙағый хәбәрен һөйләп ултыра . Әсәйем көйөп китте .
- Эй , алла ! Был ни хәл , бауырһаҡ уңдырып булмай . Тағы ярылып беште .
Фәһимә апайым да бошоноп китте .
- Гел уңып ҡына бешә торғайны ла баһа . Нимә килешмәне икән ә , әсәй ?
- Әллә инде , өсөнсө тапҡыр бешерәбеҙ бит . Уңманы инде .
Әсәйем тышҡа сыҡҡан арала ҡоҙағыйҙың апайыма әйткән һүҙен сос ҡолаҡтарым эләктереп алды бит .
- Ҡоҙаса уңмаҫ микән , бауырһаҡ уңмауы насарға була ул . Торалмаҫ ҡоҙаса , торалмаҫ .
- Уй , бейем ! Әсәйем ишетеп ҡалмаһын , апайым ҡәйнәһен тыя һалды .
Ә Ғәлимә апайыма бауырһаҡ уңды ниҙә туңды ни , иҫе лә китмәй ине . Үҙ бүлмәһендә туй күлдәген кейеп көҙгө алдында өйөрөлөп сөйөрөлә ине ул . Эй , матур ҙа инде үҙе . Әсәйемә оҡшап аҡ ҡына йөҙлө үҙе , Фәһимә апайым атайыма оҡшап ҡап ҡара . Ә мин бөтөнләй һап һарымын да битем сәүкә йомортҡаһылай сып сыбар һипкелле етмәһә . Өсөбөҙ өс төрлө . Мин берәүгә лә оҡшамағас мине табып алдыҡ тип шаяртырҙар ине . Бәләкәс кенә саҡта илай торғайным , хәҙер иҫем дә китмәй . Атайымдың иң кинйә һәм иң яратҡан иркәбикәһе бит мин .

Йүгерә йүгерә әҙерләнеп көткән туй шаулап гөрләп үтте лә китте . Апайымды оҙатып киттеләр икенсе районға . Мал тыуарҙы ҡарау , һыйыр һауыуҙы әсәйем күрше Шәһиҙә еңгәгә ҡалдырҙы . Ә өйгә күҙ ҡолаҡ булып тороу миңә йөкмәтелде . Иптәшкә әсәйемдең һеңлеһе Зәбирә апайымдың ҡыҙы Гүзәл менән атайымдың һеңлеһе Миңлеямал апайымдың ҡыҙы минең тиңдәш Гөлнара ҡалдылар . Өҫтәлдәрҙе йыйыштырыу , һауыт һаба йыуыу менән мәж килеп бөткәс , өсәүләп сәй эсергә ултырҙыҡ . Ул арала иҫерек ятып ҡалған Илһам ағайым ҡысҡыра ҡысҡыра тороп ултырҙы . Ҡырҡҡа етеп барһа ла һаман өйләнмәй йөрөүсе ағайым бар минең . Эсергә ярата үҙе . Иҫереп ҡолағас уны туйға алып барманылар . Әсәйем араҡының ҡайҙа ултырыуын әйтеп , тауышлана башлаһа эсереп һалығыҙ ҙа ҡуйығыҙ тигәйне . Ағайым үҙе зыянһыҙ ул , тик шул ҡауғалап йөрөй торған холҡо бар инде .
- Ә , туй бөттөләмени ? - тип күҙен тырнай тырнай тороп ултырған ағайыма йәһәт кенә араҡы ҡойоп тотторҙом .
- Туй бөтмәне , эс ҡоҙа , эс , тип Гөлнара ағайымдың ауыҙына колбаса киҫәге тыҡты , үҙе тыпырлата баҫып бейеп тора . Бейегән ыңғайы шаян таҡмаҡтарҙы ҡоя ғына үҙе . Гүзәл беҙҙән бер йәшкә олораҡ . Ул гармунды тызҡылдата , беҙ Гөлнара менән бейейбеҙ .
- Рюмкәләре бушап ҡалған , ҡайҙа хәзәиндәре , тип өлкәндәрҙән отоп алған таҡмаҡтарҙы ҡысҡырып таҡмаҡлайбыҙ . Зыҡ ҡуптарҙыҡ . Ағайым тороп бейергә маташты ла гөрһөлдәп кире урынына ауҙы . Ысынлап та туй бөтмәүенә ышандымы әллә араҡы еңдеме , хырылдап йоҡлап та китте . Үҙебеҙ ҡуйған концертҡа һыныбыҙ ҡатып көлә көлә , клубҡа сығырға йыйына башланыҡ . Биҙәнеп төҙәнеп , ишекте тыштан йоҙаҡлап дискотекаға йүгерҙек .
Йәшлектең яңы ғына бөрөләнеп килгән мәлендәге кис клубҡа сығыуҙар , әсәйҙәр юҡта аулаҡлап таңға тиклем йөрөүҙәр , ғүмерҙең иң матур һәм иң гүзәл мәлелер бәлки . Иң бәхетле һәм моңһоҙ ваҡыттар .
Ағайым әсәйемдәр ҡайтҡансы йоҡланы . Бик һәйбәт булды . Беҙҙе ҡаңғыртып лауылдап йөрөмәне . Әсәйемдәр ҡайтты минән бурыс төштө .

Апайымды оҙатҡас өй йәмһеҙләнеп ҡалды . Ләкин мин бошоноп ултырманым . Бер аҙна үтеү менән , атай әсәйҙән рөхсәт алып апайымдарға ҡунаҡҡа барып та төштөм . Апайым ҡыуанып китте , еҙнәм дә ихлас ҡына . Үҙем менән тиҫтер Рания ҡоҙасам иң шатланғаны булғандыр . Икәүләп клубҡа сыға башланыҡ . Ауылдың егеттәре лә ят ҡыҙҙы күреп талашып та бөткәндәр икән .
Иҙел исемле егет менән танышып , дуҫлашып киттек . Иҙел минең арттан ҡалманы , ә минең башымда ел уйнай ине әле . Был дуҫлыҡмы әллә һөйөүме икәнен дә аңламай инем әле . Ҡалай булһа ла , минең унан башҡа егетем булманы . Мәктәпте бөткәнсе дуҫлаштыҡ . Армияға оҙатып ҡалдым , ике йыл көтөп алдым . Армиянан ҡайтҡас оҙон оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешергә теләүен әйтеп тәҡдим яһаны . Мин ул ваҡытта фермала һыйыр һауыусы булып эшләй инем . Атаһы менән һөйләшергә килделәр , әсәһе Иҙел сабый саҡта уҡ мәрхүмә булған .
Үҙебеҙсә хыялдар ҡороп йөрөгән булһаҡ та , кейәүгә сығырға теләүемде ишетеү менән әсәйем сәсрәп ярһып китте .
- Юҡ ! Юҡ ! Юҡ ! Бирмәйем ! Ҡаҙмашҡа ҡыҙ бирмәйем тигән һүҙем бар , бирмәйем !
Ҡаҙмаш Иҙелдәрҙең ауылы .
- Бер баламдың башын ашанылар , икенсеһен әрәм итер хәлем юҡ , тип Иҙелде ҡыуып сығарҙы . Башын түбән эйеп кенә сығып киткән Иҙелде йәлләһәм дә , бер ниҙә ҡыла алманым . Әсәйҙең һүҙен аяҡ аҫтына һалып тапап булмай бит . Шулай итеп беҙҙең юлдар айырылды .

Әсәйем Иҙелде ҡыуып ебәргәндән һуң , беҙ ҡабат осрашманыҡ .
Мин йәш булһам да , хис тойғолар менән йәшәмәнем . Һәр ваҡыт аҡыл менән эш иттем . Һалҡын ҡанлы булдым . Егет уйлап төндәр буйы илап , йөрәгемде ауырттырып йөрөмәнем . Юлдарыбыҙ аймылышыу менән мин уны оноттом тиһәң дә була . Уйламаным да ҡайғырманым да .
Апайымды димләгән кеүек , мине лә димләнеләр . Аша ауыл егетенә тормошҡа сыҡтым мин . Егет тигәнем ҡатын айырған ир булып сыҡты . Балалары булмағанға айырылышҡан булғандар икән .
Ирем төндә сығып китә , таңға ҡайтып инә . Бер ваҡытта ла ҡайҙа йөрөүен дә һорашманым , әрләмәнем дә . Көймәнем дә . Тормош шулай була икән тип йәшәп тик яттым . Бер йылдан тәүге улыбыҙ Рәмис тыуҙы . Әсәй булыу бәхете тормоштоң барлыҡ ваҡ төйәктәренән дә юғары тороусы бәхет бит ул . Мин доньялағы иң бәхетле кеше инем . Улымды яратып тәрбиәләнем , иремә һәйбәт ҡатын булдым , ҡәйнәмә арыу килен булырға тырыштым . Доньяны емертеп көттөм . Малды ишәйттем , мин килен булып төшкәндә ҡәйнәмдең һуҡыр тауығы ла юҡ ине . Ҡош ҡортто үрсеттем . Ауылда Мәстүрә әбей шәп килен алған тип һөйләһәләр ҙә , ҡәйнәм мине яратманы . Магазинға барһа , сәғәттәр буйы тәмләп тәмләп мине сәйнәй икән . Насар хәбәр йәшен тиҙлегендә килеп тә етә . Хәбәр еткереүсене борҡолдатып әрләп сығарам да ҡәйнәмә сират етә .
- Юҡсыыы , кииилен һине һөйләгәнем юҡсыыы ... ҡәйнәм күҙҙәрен селт селт йомоп аҡлана башлай .
- Һөйләгәнһең шул ! - мин инде тура бәреп , яра яра әйтәм дә сурытып тормайым .
- Ант мант , килен . Һөйләмәнем . Һөйләмәйем дә , тип ант иткән ҡәйнәм тупһаны аша атлап сығыу менән антын онота .
Иремдең тәүге ҡатыны менән осрашып йөрөүен дә тәүҙә белмәнем . Рәмисте урлап ҡасып китергә йөрөүҙәрен дә аҙаҡ ҡына белдем . Йыйынып бөткән булғандар икән ҡасырға . Тик өлгөрмәнеләр , мин өлгөрөрәк булып сыҡтым уларҙан . Икенсегә ауырлы икәнемде белгәс , Миңлеғәлем мине ташлап китергә йәлләгән . Бала йәнле кеше ул , минән дә бигерәк тыуасаҡ баланы йәлләгәндер тием .
Ҡыҙ булыр тип көткән булғайныҡ та , икенсегә малай алып ҡайттыҡ та ҡуйҙыҡ . Тормошом ал да гөл алға тәгәрләүен белде . Башҡаларҙы көнләштереп доньяның артына тибеп йәшәнем . Йыл һайын ғаиләбеҙҙе лә арттырып торҙом . Ҡыҙ табам ти торғас , малайҙар етәү булып китте . Етенсеһе лә малай булғас , ҡыҙ бала һөйөүҙән төңөлдөм . Улдарымды яраттым , улар менән ғорурландым . Ирем дә минең һәр һүҙемде хуплап , ыңғайыма ғына йөрөргә өйрәнде . Ҡәйнәм дә килен дә килен тип , бер алдыма бер артыма сығып ҡына тора башланы . Бер ҡайғыһыҙ , хәсрәтһеҙ һәм моңһоҙ тормош менән йәшәнем мин . Барыһы ла ыңғай ғына булып торҙо .

Ә Ғәлимә апайым ысынлап та уңманы . Фәхриямал ҡоҙағыйҙың юрағаны юш килде . Торалманы апайым еҙнәм менән . Улдары тыуғас әсәйем мине апайымдың ҡырҡы сыҡҡансы ярҙам ит тип , апайымдарға ебәргәйне . Мин барғанда апайым түшәктән тора ла алмай ята ине . Бәпәйҙән һуң , ҡоро танау ҙа ҡоро күҙ ҡалған апайымды танырлыҡ түгел ине .
Апайымдың хәле ныҡ насар икәнлеген әсәйемдәргә хәбәр иттем . Телеграмманы алыу менән улар килеп тә еттеләр . Һәм беҙ апайым менән сабыйҙы үҙебеҙгә алып ҡайтып киттек .
Еҙнәм апайымды ныҡ ҡыйырһытҡанын белмәҫ тә инек әле , үҙе һөйләмәҫ тә ине ул . Үҙебеҙгә алып ҡайтҡас мунсаға алып барҙыҡ . Сисендергәс , бөтә тәне ҡара янған апайыма ҡарап телһеҙ ҡалдыҡ .
Еҙнәм апайымды ҡыҙғанып туҡмаған икән . Эсеп ҡайтып болара башлағас , апайым яланаяҡ һәм яланөҫ урамға ҡасҡан . Февраль айының сатлама һыуығы яңыраҡ ҡына сабыйҙан бушанған апайымды аяҡтан йыҡҡан да инде . Ғәлимә апайыма өҙлөк булған . Әгәр ҙә , әсәйем мине ебәрмәгән булһа уларға , апайһыҙ ҡалыр инем .
Еҙнәм килеп атай әсәйемдең аяғына йығылып ғәфү үтенһә лә , ергә ятып тәгәрәп илаһа ла әсәйем ҡаты торҙо . Апайымды ебәрмәне , айырып алды .
- Эсемә һыйған балам , тышыма ла һыяр . Туҡматып ултырырға әле бында , артыҡ балам юҡ .
Апайым ғәфү итергә ынтыла биреп тә ҡуйғайны , беҙҙең әсәй алдына кеше сығармай ул :
- Бара торған булһаң , әсәңде онот , тине . Әсәй һүҙен ашаҡларға апайым ҡыймағандыр , ҡабат өндәшмәне . Еҙнәм инәлеп килде , килде лә , юҡтан башҡаны ишетмәгәс ҡабат килмәне . Эсеп йөрөй торғас , үлеп ҡалған тигән хәбәре килеп ишетелде .
Мине Иҙелгә бирмәүҙең дә сәбәбе ошо ине . Апайым уңмағас , мине лә уңмаҫ тигәндер әсәйем .

Апайым оҙаҡ ирһеҙ ултырманы . Ҡабат тормошҡа сыҡты . Иртә уңмаған кис уңмаҫ , кис уңмаған һис уңмаҫ тигәндәрендә дөрөҫлөк барҙыр , күрәһең . Тағы ла уңманы апайым . Сабир еҙнәйем эсте , йөрөнө . Ләкин , апайым түҙеп йәшәне .
- Нисек йәшәйһең ул хайуан менән ? - тиеүселәргә ,
- Яратам , Сабирһыҙ йәшәй алмайым , тип яуаплай ине . Эсеп сысып йөрөгән елғыуарҙың нимәһен яратырға булалыр , һис аңлай алманым мин Ғәлимә апайымды . Үҙенең һуҡырҙарса һөйөүе арҡаһында бөтә ғүмерен заяға үткәрҙе ул . Тормошо ла алға барманы , ғүмерендә аҡсаға йәлсемәне . Миңә килһә , минең тормошома күҙе ҡыҙып ҡайтты .

Әллә нисә йылдар үткәс , инде онотолоп бөткәс Иҙел менән уйламағанда осрашырға насип булды беҙгә . Унан алдараҡ , Йәүһәрҙе бер генә күрергә ине . Бер күрһәм , үлһәм дә үкенмәҫ инем , тигән һүҙен ишеттерҙеләр . Икенсе ҡыҙға өйләнһә лә , ғүмере буйы мине уйлап , мине һөйләп йәшәгән тинеләр . Ә мин уны бер тапҡыр ҙа иҫемә лә төшөргәнем булманы .
Өлкән улым Рәмис Уфала эшләп йөрөй ине . Бер ваҡыт шым ғына ҡайтып төштө . Яңғыҙ түгел ине ул , эргәһендә ҡыҙ кеше бар ине . Тағы ла бер ир менән ҡатын инеп килеүен күргәс , аптырабыраҡ ҡалғайным . Килгән ҡунаҡтарҙы түргә саҡырҙым да үҙем сәй әҙерләргә керештем . Ҡыҙҙың арыу уҡ кәпәйгән ҡорһағына ҡарап , хәлде төшөнөп өлгөргәйнем инде . Тәүҙә иғтибар итмәгәнмен , буласаҡ ҡоҙама күтәрелеп ҡарағас , йөрәгем жыу итеп ҡалды .
- Иҙел ... тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым . Ҡоҙам миңә текләп шаҡ ҡатҡан ине .
- Йәүһәр ?
Танымауына һис ғәжәпләнәһе түгел . Элекке Иҙел яратҡан тал сыбығылай кәүҙә бөгөн ҡолас етмәҫ түмәрҙәйгә әйләнгән ине шул . Бүлгеләһәң , дүрт Йәүһәр сығыр ине . Йыуан кәүҙәһен саҡ һөйрәп , туйтаң туйтаң байпаңлап йөрөүсе Йәүһәрҙе урамда осратһа билләһи , танымай үтеп китер ине ул .
Шулай итеп , йәшлек йәрем Иҙел менән ҡоҙалаштыҡ беҙ . Туй көнөн билдәләп , һөйләшеп килешкәндән һуң улар ҡайтып китте .
Ләкин , ҡыҙының туйында төп ҡоҙа булып ултырыу насип булманы Иҙелгә . Йәүһәрҙе бер генә күрһәм , үлһәм дә үкенмәҫ инем тигән теләге ҡабул булды буласаҡ ҡоҙамдың . Беҙҙән ҡайтышлай уҡ аварияға осрап , фажиғәле һәләк булып ҡуйҙы ул .
Иҙелһеҙ генә туй үткәрҙек . Әсәйемде юғалтыу , уның артынса Иҙелдең доньянан китеүе мине моңһоҙлоҡ ҡаҙанынан һөйрәп сығарҙы . Ғүмеремдә тәүге тапҡыр юғалтыу ғазабына түҙә алмай һыҙландым .
Тиҙҙән доньяға ейәнем тыуҙы . Ҡартатаһына оҡшап ҡына торған малаҡайыбыҙға Иҙел тип исем ҡуштырҙыҡ .
Шул сабыйға ҡараған һайын , күңелем һағышҡа тулыр булып китте .
Яҙмыш беҙҙе ике тапҡыр осраштырҙы һәм айырҙы . Икенсеһендә ул мәңгелеккә китте . Уның төҫө һәм иҫтәлеге булып уртаҡ ейәнебеҙ Иҙел ҡалды.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: eZa_7XqEvEw

Туй
Туй
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас