Әҙәби бит
20 Сентябрь 2023, 11:50

Мин бит урман ҡыҙы...

...шуғамылыр, Күңелем дә урман шикелле. Шундай ҡалын, айһыҙ ҡараңғы, Аҙашмауы унда икеле. Сал ҡылғанлы сикһеҙ далаларҙы Ярһыу йөрәк минең үҙһенмәй...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Мин бит урман ҡыҙы, шуғамылыр,
Күңелем дә урман шикелле.
Шундай ҡалын, айһыҙ ҡараңғы,
Аҙашмауы унда икеле.
Сал ҡылғанлы сикһеҙ далаларҙы
Ярһыу йөрәк минең үҙһенмәй.
Ундай ерҙә хисле күңелемә
Урманымдан сихри моң етмәй.
Урманымдың шифа һауаһынан
Иркенәйә хатта күкрәктәр.
Күкрәп үҫкән ошо ағастарҙан
Көнләшәлер әле бик күптәр.

Автор - Барлыбаева(Иҫәндәүләтова) Сәлимә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: eZa_7XqEvEw

Мин бит урман ҡыҙы...
Мин бит урман ҡыҙы...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас