Әҙәби бит
15 Сентября 2023, 13:35

Ауыл тарихын яҙам

Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Ауыл тарихын яҙам Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән крайҙы өйрәнеү аҙналығы сиктәрендә, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында крайҙы өйрәнеүселәр, Баймаҡ районы ауылдары тарихына арналған китап авторҙары ҡатнашлығында “Ауыл тарихын яҙам” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Фәһемле сарала билалдарҙың да ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Ике китап коллектив авторҙары, мәғаириф ветерандары Илдүсә Азат ҡыҙы, Сәғирә Зөлфәр ҡыҙы, китапханасы Райхана Булатова, (Зөлфиә Нур ҡыҙы сараға бара алманы), бер китап авторы Гөлдәр Сәлих ҡыҙы түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, китап сығарғандағы ауырлыҡтар, ыңғай һәм кире яҡтары тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Район китапханаһына үҙебеҙ сығарған китаптарҙы ла бүләк иттек. Бөгөнгө сарала ҡатнашып үҙебеҙ өсөн бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр алып ҡайттыҡ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Ошондай саралар йышыраҡ үтеп торһон! Райхана Булатова, Билал ауылы китапханасыһы.

Ауыл тарихын яҙам
Ауыл тарихын яҙам
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас