Ул йылды һалҡын ҡыш айырыуса оҙаҡҡа тартылды. Октябрь урталарында уҡ яуа башлаған ҡар апрель аҙаҡтарына тиклем ятты ла ҡуйҙы. Ҡалын көрт тишек-тошоҡ мал аҙбарҙарын ҡыйығына тиклем күмде, аслыҡтан йөҙәтер хәленә еткән Ҡошсо ауылы халҡы иртән тороуға солан ишектәрен аса алмай аҙапланды, ҡаҡ һөйәккә ҡалған мал-тыуар күтәртә башланы. Тик май баштарында ғына ер ҡарҙан әрселде, Әй ярҙарына һыйыша алмай тауҙай аҡтарылып боҙҙар ағып бөтөр-бөтмәҫтән малдар күк үләнгә баҫты, былтырҙан ҡалған ҡыуарған үләндәрҙе төбө-тамыры менән ҡырырға кереште. Кешеләр иһә ситән буйҙарындағы кесерткәнгә, алабутаға, баҡсаларҙағы серек бәрәңгегә ябырылды.
– Килен, Миңлебикә килен, – кемдеңдер ҡыйшайып бөткән ел ҡапҡанан инеп, тауыш биреүенә үтәнән-үтә тишек аҙбарында туҡал һыйырын һауып ултырған Миңлебикә, һиҫкәнеп, артына боролоп ҡараны. Ҡапҡа төбөндә өҫтөнә граждандар һуғышынан ҡалған иҫке оҙон шинель, башына йондоҙ урыны ғына һаҡланып ҡалған ҡолаҡсын «буденовка», аяғына салшайған кирза итек кейгән «Искра» колхозы рәйесе Заһир Хәкимов баҫып тора ине. Миңлебикә, һыйыр еленен тартҡылаған еренән туҡтап, биҙрәһен ситкәрәк ҡуйып, итәген йыйҙы ла, рәйескә ҡаршы атланы. «Әллә Ҡасимымдан бер-бер хәбәр бармы икән?» – тип өмөт ҡатыш борсолоп уйланды ул. Бына икенсе ай инде Белоруссия һаҙлыҡтарында һуғышып йөрөгән хәләл ефете Ҡасимдан ус аяһындай ғына ла хат-хәбәре юҡ.
– Ней бит әле, – тип ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һүҙ башланы Заһир ҡарт бер аҙ ҡарлыҡҡан тауыш менән, йүткереүен баҫырға тырышып. – Кисә райондан яҙғы сәсеүгә бойҙай орлоғо килеүе тураһында хәбәр иттеләр. Уны Свердловск өлкәһенең Красноуфимск элеваторынан алып ҡайтырға кәрәк. Шуға ла һиңә күҙ терәп килдем.
Миңлебикәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте, аумаҫҡа тип, ҡулдары менән текмә ситәнгә тотондо.
– Һуң, Заһир ағай, өйөмдә дүрт балам дүрт тәҙрәгә ҡарап ас ултыра бит. Уларҙы кемгә ташлап китәйем? Миңлебикә туҡалды аҙбарҙан сығарҙы ла Туратау яғына ҡыуаланы. Баш ҡалҡыта башлаған йәш үләнде еҫкәп булһа ла ҡайтыр, исмаһам. Ауыл көтөүе тупланмағайны әле: болон, туғайҙарҙағы көтөүлектәрҙе баҫҡан Әй һыуы ҡайтып етмәгән. Шуға ла ауыл халҡы малдарын сағылдарға сығара.
Өйгә ҡайтыуына колхоз рәйесе һаман да ҡапҡа төбөнән китмәгәйне.
– Орлоҡҡа барыусыларға колхоз келәтенән икешәр ҡаҙаҡ (бер ҡаҙаҡ 409,5 грамға тиң) арыш оно яҙырға ҡуштым, ә һиңә, балаларың хаҡына, тағы ла йән башына бер ҡаҙаҡ өҫтәтермен. Бүтән юҡ. – Заһир йәнә йүтәлләргә кереште. Кеҫәһенән таушалған ҡулъяулыҡ сығарып, ауыҙын ҡаплаған арала Миңлебикә уның бер осо ҡанға мансылғанын күреп ҡалды.
– Ярай, ағай, – тине ул, рәйесте йәлләп. – Тағы ла кемдәр бара?
– Өс ҡул арбаһы менән һинән башҡа Рәйҙә, уның апаһы Мөхтәрәмә, Шаһиҡа, Камила, Мәғәмүрә. Башлығығыҙ – Рәйҙә. – Миңлебикәнең ыҡҡа килеүенә Заһир шатланып ҡуйҙы, ғыжылдауы ла баҫылды, йөҙөнә нур ҡунды, күңеле күтәрелде, ул сал мыйығын егеттәрсә бороп алды.
– Мәғәмүрә-ә-ә? – тип һуҙҙы Миңлебикә ғәжәпләнеп. – Ун икеһе лә тулмаған сабыйҙы шундай йыраҡ юлға нисек алмаҡ кәрәк? Ауыҙында инә һөтө лә килмәгән дә баһа.
– Башҡа кеше тапманым, килен. – Хәкимов тағы ла йүтәлләргә кереште. – Кемдер ауырый, кемдер аслыҡтан үлем хәлендә ята. Фермалағы һауынсыларға тейергә ярамай, Мәғәмүрә йәш булһа ла тиҫтерҙәренән бер башҡа ҡалҡыу, көскә лә һинән ҡалышмаҫ, эшкә әүҙем, сыҙамлы, үҙең генә ҡарап, күҙ-ҡолаҡ булып йөрөтөрһөң, килен.
Иртән таң һарыһы менән биш һалдат ҡатыны һәм бер үҫмер ҡыҙ ҡул арбаларына егелеп, Йүкәлетау яғына ҡарап атланы. Әленән-әле осраған күләүектәрҙе кисеп сыҡҡанда сабаталары лысма һыу булһа ла туҡтаманылар, тәгәрмәстәргә йәбешкән мәте балсыҡты таяҡ менән ҡыра-ҡыра барыуҙарын дауам иттеләр. Текә генә Йүкәлетауҙы артылып, Сүлейә тимер юл станцияһынан район үҙәге Шиҙәле яғына һуҙылған таш юлға сыҡҡас, ҡатындарҙың күңеле күтәрелеп китте. Бер-береһенә төрттөрөп хәбәр һөйләйҙәр, шаяралар, баштарын артҡа ташлап, тау шишмәһе һымаҡ, сылтыр-сылтыр көлөшәләр. Ни әйтһәң дә, йәш саҡ – дәртле саҡ бит. Утыҙҙары ла тулмаған һалдат бисәләренең һөйә-һөйөләһе, тупылдатып бала таба торған, кинәнеп йәшәр йылдары ғына.
Өс көн, өс төн барҙы ылаусылар туҡһан ике саҡрымда ятҡан элеваторға, байтаҡ йылғаларҙы кистеләр, тауҙарға артылдылар, тәрән тарлауыҡтарҙы үттеләр, һәр ҡул арбаһына иллешәр килолыҡ, ә көслөрәкәргә өсәр тоҡ, бойҙай орлоғо һалып ҡайтыу яғына боролғанда яҙғы ҡояш төшлөккә күтәрелгәйне.
– Артыҡ мыштырламағыҙ, ҡыҙҙар, – тип ашыҡтырҙы төркөм башлығы Рәйҙә. – Бәлки, бөгөн Боғалыш тигән татар ауылына етеп ҡунырбыҙ. Мосолман ауылы бит, төн сығырға ғына урын табылыр әле.
Башлыҡ уҙағы Шаһиҡа менән алдан төштө. Йоҡа ғына көпө, йә бишмәт өҫтөнән билдәрен брезент ҡайыш менән быуған, һуғыш йылдарында ябығып, йөҙҙәре һурылып ҡалһа ла, әле һаман йәшлек сибәрлектәрен ташламаған йәш ҡатындар оҙаҡ барҙы ауыр йөктө тартып. Натальинск ауылын уртаға ярып аҡҡан Кәрзи йылғаһы күпере төбөнә хәл йыйырға, барлы-юҡлы ризыҡтарынан ауыҙ итергә генә ултырғайнылар, яндарына ике мәрйә килеп етте. Улар йылға һыуын ҡатҡан арыш икмәге менән болғап ашап ултырған юлсыларға өндәшмәй генә оҙаҡ ҡарап торҙо. Түҙмәне олоһо, һүҙ ҡатты:
– Ҡайҙа юл тотаһығыҙ, балаҡайҙар?
– Бынан күренмәй, әбекәй, – тип тупаҫ ҡына яуап бирҙе Рәйҙә.
Белеп булмай юл хәлдәрен: һине албырғатып һөйләндерерҙәр ҙә, артыңдан бер нисә урыҫ мужигын ебәреп, юлды ҡыйырға, көс-хәл менән алып ҡайтып килгән орлоҡтарҙы таларға ҡушырҙар. Аҙмы ни хәҙер һуғыштан ҡасып, юл баҫып, кеше үлтереп йөрөүсе дезертирҙар? Мәрйәләр ҙә Рәйҙәне аңланы булһа кәрәк.
– Улай тип әйтмә, ҡыҙым, – тине ҡарсыҡ үпкәләгән төҫ менән. – Күрше Башҡортостандан икәнлегегеҙ йөҙөгөҙгә сыҡҡан. Арбаларығыҙҙа нимә ятҡанлығы ла билдәле, һуҡыр түгел. – Ул эргәһендәге әхирәтенә боролдо. – Бар, Катерина, минең соландағы бер биҙрә бәрәңгене алып кил.
Юлсыларҙың күҙҙәре дүрт булды, моңһоу йөҙҙәренә шатлыҡ ҡатыш ғәжәпләнеү сатҡылары йүгерҙе. Үҫмер ҡыҙ Мәғәмүрә түҙмәне, ҡулдарын сәпәкәйләтеп өйөрөлдө лә, мәрйә ҡарсығының күкрәгенә һарылып, үкһеп ебәрҙе.
– Ила, ҡошсоғом, ила, күңелеңә еңел булып ҡалыр, – ҡарсыҡтың да күңеле тулышып йөҙө сирышҡайны. Ул ҡыҙыҡайҙың ҡара сәстәренән һыйпап, башын ситкә борҙо ла яулыҡ остары менән күҙ йәштәрен һөртөп алды. – Будь проклята эта война! Ер генә йотһон ине шул Гитлер тигәндәрен, тип ҡарғанды суҡынып алып. – Ер генә йотһон!
Ул арала тулы биҙрә картуф менән Катерина ла килеп етте. Ҡултыҡ аҫтына аҡ сепрәккә төрөлгән бер тыпыс икмәк тә ҡыҫтырғайны.
– Быныһы минән булыр, – тине ул, икмәк менән картуфты Рәйҙәгә һуҙып. – Мә, һал арбаңа, оҙон юл бит, асығырһығыҙ.
Рәйҙә, кеҫәләрен аҡтарып, ҡалдыҡ аҡсаларын һанарға тотонғайны, Матрена исемле оло мәрйә ҡаршы тошто.
– Әгәр түләр булһағыҙ, быларҙы хәҙер үк алып китәбеҙ. Үҙебеҙҙән дә артмай ул. һеҙ бит сәсеү орлоғо менән ҡайтып бараһығыҙ, илде фашистар менән йәнтәслим алышып йөрөгән яугирҙарҙы туйындырыу өсөн йән атаһығыҙ. Ана шул һеҙҙең кеүек игенселәргә рәхмәт йөҙөнән бирәбеҙ был ниғмәттәрҙе. Хәйерҙән түгел. Минең дә ике улым, Катеринаның ире фронтта ҡан ҡоя. Юлығыҙ уң булһын, балаҡайҙарым. Ҡош-ҡортҡа осрамай ғына имен-аман ҡайтып етергә яҙһын!
Кинәнес-шатлыҡтарын эҫтәренә һыйҙыра алмаған һалдаткалар, бер ҡул арбаһына икешәрләп егелеп, таш юлдан алға атланы. Ауыр йөк тә еңеләйгәндәй, үҙҙәренә лә көс-ҡеүәт өҫтәлгәндәй тойолдо хәҙер. Шул ҡыҙыулыҡ менән, көн кискә тартылыуға ҡарамаҫтан, тағы ла бер нисә ауылды үтеп, Натальинскийҙан 25 саҡрымда ятҡан Боғалыш ауылына ҡарап барҙылар ҙа барҙылар.
Ҡараңғы төн, ҡара ҡарғалай, бөтә офоҡто ҡаплағас, ҡыл өҙөрлөк тә хәлдәре ҡалмаған ҡатындар, Буҙат тау өҫтөнә саҡ күтәрелеп, һуҡыр лампа уттары һүнер-һүнмәҫ емелдәгән ауылға терәлеп, туҡталып ҡалды. Ҡайҙандыр фатир табын, ҡунып сығырға, тамаҡ ялғай ял итергә кәрәк ине уларға.
– Бында бик ҡырыс, уҫал халыҡ йәшәй, тип һөйләй торғайны Ҡасим. – Миңлебикә шофер ирен иҫенә төшөрөп, уфтанып алды. – Машинаһы менән ошо ауыл аша йыш йөрөнө ул. Төнгә ҡалһаң, ҡапҡанан да индермәйҙәр, индерһәләр ҙә, юғары хаҡ менән соландарынан ғына урын бирәләр, ти ине.
– Нишләмәк кәрәк, индермәйҙәр тип, башты ташҡа орайыҡмы? – Рәйҙә ҡырҡа ҡаршы төштө. – Ятып ҡалғансы, атып ҡалайыҡ, бәлки, бәхет йылмайыр, һуғыш осоро бит, элекке холоҡтарын ташлауҙары ла ихтимал.
Юҡ шул, бәхет тигән шылғаяҡ төшөнсә йылмайманы ла, көлмәне лә әхирәттәргә, элекке холоҡтарын да ташламағайны боғалыштар. Тауҙан төшөп, тар ғына йылға аша һалынған күпер төбөнән уңға ҡайырылдылар ҙа бейек таҡта ҡойма менән уратылған ҙур ғына йорт алдына килеп туҡтанылар.
– Әйҙә, Миңлебикә, инеп һорашайыҡ әле. – Рәйҙә үҙе менән Миңлебикәне алды. – һин ҡыйыуыраҡһың, телең дә үткер.
Ҡапҡа шаҡыуға, шуны ғына көткәндәй, тоҡос буйлы, пеләш башлы, йыуан ҡорһаҡлы ир шәрәмәте урыҫ ҡапҡаһынан тәгәрәп тигәндәй килеп сыҡты ла, юлсыларҙың кем, ҡайҙан икәнлектәрен дә һорамай, арбалар янына йомолдо. Орлоҡ тултырылған тығыҙ тоҡтарҙы ҡыҫҡа, һимеҙ бармаҡтары менән матҡый-матҡый, үҙ алдына һөйләнде.
– Бойҙай бит был, гәрәбәләй эре, таҙа бойҙай. Нисек эләктерергә?
Ул юлаусыларға боролдо.
– Күреп торам, төн ҡунырға фатир кәрәк һеҙгә.
– Эйе, абзый. – Рәйҙә эштең яйланыуын күреп, ҡулын кеҫәһенә тыҡты. – Түләргә бына аҡса ла бар.
– Һы-ы, аҡса минең үҙемдә бер тоҡса. – Пеләш баш, телен шартлатып, тоҡтарҙы һәрмәүен дауам итте, ҡулындағы фонарын яҡыныраҡ килтереп, биркаларҙағы яҙыуҙы уҡыны. – Оһ-о-о, элита сортлы икән! Әйҙәгеҙ, арбаларығыҙҙы йортҡа алып инегеҙ. Ашап-эсеп, түрҙәге һикелә генә йоҡларһығыҙ. Түлке бер шартым бар: ҡапсыҡтарҙың береһен миңә ҡалдыраһығыҙ.
– Атаҡ, атаҡ! – Рәйҙә, ни әйтергә ла белмәй, ауыҙын асып ҡатып ҡалды. Башҡаларҙан бер башҡа ҡалҡыуыраҡ, ауыр һуғыш йылдарында ла элекке көс-ҡеүәтен юғалтмаған Миңлебикә, пеләш баштың һәр хәрәкәтен күҙәтеп торҙо-торҙо ла, һүҙ ҡапсыҡҡа килеп терәлгәс, түҙмәне, ҡапыл һикереп торҙо ла, тос йоҙроғон тегенең танау аҫтына герәне.
– Беҙҙең ирҙәребеҙ фронтта ҡан ҡоя, ә һин ҡап ҡорһаҡ, тыл ҡомағы, каналья, алтындан да ҡиммәт орлоғобоҙҙо талап, беҙҙең баштарҙы төрмәгә тыҡмаҡсыһыңмы, сволочь! Не выйдет!
Тоҡос ир, йәшкелт күҙҙәрен таҫрайтып, ҡапыл боролдо ла ҡапҡаһынан инмәксе булғайны, Миңлебикәнең арт һанына тибеүенән, башын ҡоймаға бәреп, тәкмәсләп барын төштө лә:
– Ҡарауыл! Үлтерәләр! – тип ер йыртып һөрәнләргә тотондо. Әммә уның тауышын өйҙәге бисәһенән башҡа бер кем дә ишетмәне. Юлсылар ҙа ҡунаҡсыллыҡты ете ятып бер төштәрендә күрмәгән ауылдан тиҙерәк ысҡыныу яғын ҡараны. Тик Свердловск өлкәһе менән Башҡортостан сиктәрен үткәс кенә улар иҫтәренә килде һәм ҡуйы ҡайынлыҡҡа инеп, арбаларын бер-береһенә ҡуша бәйләнеләр ҙә, өҫтәренә турпыша ябынып ятып ҡаты йоҡоға талдылар.
Икенсе көн тағы ла 25 саҡрым юл үтеп, кискә ҡаршы Ҡарғаҙы ауылына килеп йығылдылар. Камиланың апаһы кейәүҙә тора икән бында. Иркен тын алып, һуңғы бәрәңгеләрен «мундиры» менән бешереп ашап, баштары өңрәйеп ҡалған сабаталарын, еүеш һәм йыртыҡ силғауҙарын мейес башындағы бауға киптерергә элделәр ҙә, ҡаҡ һикелә әүен баҙарына киттеләр.
Тик Миңлебикә генә төн буйы керпек ҡаҡманы. Саҡ ҡына күҙҙәрен йомдомо, өйөндә ҡараусыһыҙ ҡалған дүрт балаһы – Хөсәйен, Рауза, Нәҡиә, дүрте лә тулмаған төпсөк малайы Ҡасимы килә лә баҫа, килә лә баҫа. Ире һуғышҡа алынғас тыуған улына, уның иҫтәлеге итеп, Ҡасим тип ҡушҡайны был исемде. Ҡайҙандыр Ҡасимдың йән өҙгөс һыҡтау тауышы ишетелә: «Инәй, инәкәйем, тип үкһей сабый, мине ниңә ташлап киттең? Асыҡтым. Тиҙерәк ҡайт. Әпәй, әпәкәй бир, и-н-ә-й!» Тауыш ҡапыл өҙөлдө. Уның урынына фронтта йөрөгән ире килеп баҫты. Белоруссия һаҙлыҡтары уртаһындағы түңгәккә баҫҡан да, Миңлебикәнең йөҙөнә ҡарап ҡатҡан. Үҙе өндәшмәй, тик ирендәре генә ҡыбырлай. Миңлебикә уянып китте лә, байтаҡ уйланып ятты. Был төштәр нимәгә икән? Уйҙарының осона сыға алмай, йәнә күҙҙәрен йомдо һәм йәнә бәләкәй Ҡасимдың илағаны ишетелде, оло Ҡасим өндәшмәй генә һаҙлыҡ уртаһында тора бирҙе. Бүтән йоҡо алманы Миңлебикәне. Ҡапыл ул туптай һикереп торҙо ла, ниндәйҙер матур төштәр күреп йылмайып ятҡан Мәғәмүрәне уятырға кереште. Оҙон юл үтеп йонсоған ҡыҙыҡай уянманы, мыш-мыш килеп танауын тартты ла икенсе яғына әйләнеп ятты. Тауышҡа Рәйҙә лә күҙҙәрен асып тороп ултырҙы.
– Ете төн уртаһында ниңә баланы уятаһың? – тип асыулы шыбырланы ул, тәҙрә аша тышҡа ҡарап. Алйыныңмы әллә?
– Юҡ, алйыманым, Рәйҙә апай, өйҙә нимәлер булған, күңелем һиҙенә. – Миңлебикә мейес башынан сабата, силғауҙарын алып, кейенә башланы. – Алдан ҡайта торайым, тим.
Рәйҙә ҡарышманы был юлы. Мәғәмүрәне төрткөләп торғоҙҙо, күҙҙәре лә асылып етмәгән ҡыҙҙың аяҡтарына сабаталарын үҙе кейҙереп бауҙарын бәйләп ҡуйҙы.
– Мәгеҙ, – тине ул, йоҡарып ҡалған тоҡсайын сисеп, Натальинск мәрйәләренең икмәгенән берәр ҡыйырсыҡ телеп бирҙе. – Юлда булһа ла ашап барырһығыҙ.
Талдар араһынан һалынған тар ғына юлдан үҙҙәренең Ҡошсо ауылы ҡаршыһындағы Әйҙең һөҙәк ярына килеп сығыуға Мәғәмүрә йылғаға ҡараны ла, ҡурҡыуынан саҡ тәгәрмәс аҫтына барып инмәне.
– Ҡара әле, ҡара, Миңлебикә еңгә, Әй ташҡан бит.
– Эй-й-й, Хоҙайым, – тип үртәләнде Миңлебикә. Әйтһәң дә ташҡан шул. Нисек сығырбыҙ икән, йә кәмә-фәлән дә, кешеләр ҙә күренмәй.
Хәйер, юҡ, ана, Әйҙең Сәйҙегүл болонондағы бөгөлөндә бер малай саҡ* менән балыҡ һөҙөп йөрөй.
Э-й-й! – Ҡулдарын ауыҙына ҡуйып, һуҙып-һуҙып ҡысҡырып ебәрҙе Миңлебикә. – Э-һе-й!
Үҙҙәренән ике өй аша ғына йәшәүсе ун икеһе менән барған Хәйбулла булып сыҡты теге малай. Ҡолағы һаҡ икән. Миңлебикәнең тауышын ишетеү менән сағын ташланы ла ҡаршы ярға йүгереп килде.
Беҙҙекеләр иҫәнме, Хәйбулла? – Миңлебикә сабырһыҙланып, тулҡынланып бирҙе был һорауҙы.
– Өндәшмәне малай ҡапылғара, ялан аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫып тора бирҙе.
Йә, нейә өндәшмәйһең, телеңде йоттоңмо әллә?
– Юҡ, йотманым, еңгә, – ниһайәт, Хәйбулла телгә килде. – Кисә бәләкәс малайың Ҡасим үлеп ҡуйҙы. Аслыҡтан йөҙәп. Шулай тине лә малай, йәшле күҙҙәрен еңе менән һөртә-һөртә, ауылға сапты.
– Аһ-һ-һ! – Ҡатын йөрәген тотоп, яңы ғына баш ҡалҡыта башлаған йәшел үлән өҫтөнә ауҙы. Тәгәрәп-тәгәрәп, әйләнеп-тулғанып һыҡтаны ул үҙен тыя алмай, һалҡын ерҙе тырнап. Үкереп ебәрмәҫ өсөн башынан яулығын йолҡоп алып тешләне. Бер аҙҙан салҡан әйләнеп, йәшкә сумған күҙҙәрен зәңгәр күк йөҙөнә төбәне, нимә тураһындалыр уйланды.
Арба эргәһендә таш һымаҡ ҡатып ҡалған Мәғәмүрә лә өндәшмәне, тик ҡулдары менән битен ҡаплап буҫығып-буҫығып үкһене. Япраҡ яра башлаған ҡуйы таллыҡтағы һандуғастар ғына береһе менән береһе ярышып сутылданы ла сутылданы. Ҡаршылағы бейек яр аҫтына ҡат-ҡат булып теҙелгән оялары тирәләй ҡанаттарын ҡыйғаслап ҡарлуғастар осто. Кеше ҡайғыһымы ни уларҙа, һәр береһенең үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте.
Ҡапыл Әйгә ҡойған бәләкәй генә Йырмаҡ йылғасығы тамағынан пар ишкәкле яңғыҙ кәмә күренде. Ауылдың атаҡлы балыҡсыһы, ҡасандыр бер аяғын Ҡариҙел урмандарында ағас баҫып һындырған һәм аҙаҡ «ҡыҙылдар яғында һуғышып, шартлатҡыс пуля тейеп аяғымды ҡырҡтылар» тип ҡайҙандыр ҡағыҙ алған, утыҙынсы йылдарҙа колхоз парторгы булып, килгән-киткән урыҫ «знакумдары» менән араҡы эсеп, кәрт уйнап партиянан ҡыуылған Ғариф ҡарт ине ул. Йырмаҡ башындағы эреле- ваҡлы күлдәргә ау һалып, битәл ҡороп ҡайтып килә, күрәһең. Миңлебикә йәһәт кенә күтәрелде лә, яулығын болғарға кереште.
– Ғариф ағай, Ғариф ағай! – тип Әй ярҙарын яңғыратып ҡысҡырҙы ул. – Мине генә сығып ал әле. Орлоҡ менән ҡайтып киләбеҙ, ә өйөмдә улым үлеп ята.
Ғариф ҡарт ҡулын ҡолағына ҡуйып тыңланы ла, кәмәһен һыу ситендәге тимер ҡаҙыҡҡа йоҙаҡлап, тулы биҙрә балыҡ менән ҡултыҡ таяғына таянып, өндәшмәй генә ярҙан менде лә китте.
– Ах, һин бәдбәхет, яһил, иманһыҙ! – тип һөрәнләне-һөрәнләне лә Миңлебикә, көпөһөн, сабаталарын сисеп ырғытып, өйөрөлөп аҡҡан һалҡын һыуға ташланды. Тиҙерәк ҡайтыу, Ҡасимын күреү, ҡалған балаларын йыуатыу теләге алып инде уны ташҡын йылға эсенә. Был урында Әй киң булһа ла, һайыраҡ ине. Шуға ла ҡаршы ярға имен-аман сығыуына, үҙенең көсөнә, таһыллығына, рухи ихтыярына ышанды Миңлебикә. Ни әйтһәң дә, Әй ҡыҙы бит әле ул, уның тулҡындарында йөҙөргә өйрәнеп үҫте. Ҡышҡы боҙҙан бер ай элек кенә әрселгән һалҡын һыу шунда уҡ бороп алды йәш ҡатынды, йөрәге, күкрәген ярырҙай итеп, дарҫлап типте, тыны ҡурылды. Әй уртаһына етәрәк аяҡтары тартыша, көҙән йыйыра башланы. «Әллә кире боролорғамы икән, – тип уйлап та ҡуйҙы Миңлебикә. – Батһам, ғәзиз балаҡайҙарым етем ҡала бит!» Әммә йөҙәүенән туҡтаманы. Ирҙәрсә ҡоласын ташлап, тештәрен ҡыҫып, ирендәрен ҡымтып алға, тик алға барыуын ғына белде. Ә аяҡтар һаман тартыша, һаман аҫҡа, һыу төбөнә һөйрәтә. Эй, тыпырсынды Миңлебикә, эй, үрһәләнде, һыу йотоп сәсәп тә алды. Аҡтыҡ көсөн, һуңғы һулышын һалһа ла, Әй тулҡындары ажарланып һалдатка өҫтөнә ятты. Бер минут, бер генә секунд һәм ташҡын йылға мәңгегә йотасаҡ уны.
– Шәлнә, шәлнәм бар ине бит минең, – ҡылт итеп иҫенә төштө Миңлебикәнең. Иренең теге саҡта аяҡ тартышҡанда, көҙөн йыйырғанда осло нәмә ҡаҙап балтырҙан ҡан сығарырға кәрәк тигән һүҙҙәре лә хәтеренә килде. Ул күлдәгенә эләктерелгән шәлнәһен, һыуға төшөп китмәһен тип, һаҡ ҡына ысҡындырҙы ла йән асыуы менән аяҡ балтырына сәнсте. Тартышыу баҫылғандай булды һәм ҡатын һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡты. Икенсе балтырына ла ҡаҙағас, хәле бөтөнләй еңеләйҙе һәм Миңлебикә тағы ла йөҙөп китте. Был юлы ҡоластарын ташламай, ҡатын-ҡыҙҙарса, аяҡтарын һыуға шапылдатып бәрә-бәрә йөҙҙө, хәле лә тамам бөткәйне шул. Тик ҡулдарының йылға төбөндәге ҡырсын таштарға тейгәнен тойғас ҡына аяғына баҫты һәм һыу ситенә сығып йығылды.
– Эй, килен, килен, ниңә кәмә килтергәнде лә көтмәнең һуң? – Колхоз рәйесе Заһирҙың үпкә ҡатыш шелтәле һүҙҙәрен дә ишетмәй оҙаҡ ҡына ятты Миңлебикә еүеш ҡомға йөҙөн терәп. Баҡтиһәң, баяғы Хәйбулла колхоз рәйесе Заһир Хәкимов артынан киткән икән. Ҡайҙан белһен уны Миңлебикә. Әйтмәне бит малай. Унан ҡапыл тәнтерәкләп торҙо ла, сабатаһыҙ икәнен дә онотоп:
– Балам, балам! – тип һөрәнләп, ауыл осондағы өйҙәренә табан йүгерҙе.
Күҙҙәре аларып өйгә килеп кереү менән, түрҙә ятҡан сабый мәйетен уратып ултырған ҡарсыҡтарға ла иғтибар итмәй, улының өҫтөнә ҡапланды.
– Улым, Ҡасимым минең, балаҡайым! – тип һамаҡланы ул, үҙен тыя алмай. Бар ҡайғы-хәсрәттәре ҡайнар янартау булып урғылып сыҡты уның күкрәгенән. - Э-й-й, Аллам, атаһына ни тип яуап бирермен инде хәҙер?
– Ул киткәндә һин минең ҡарынымда ғына ҡалғайның бит. Әтейеңде лә күрә алманың, исмаһам. Әйтсе, Хоҙай, бармы һин, юҡмы? Әгәр булһаң, ниңә шул тиклем таш бәғерлеһең, ниңә мине ыҙалайһың, ниндәй үсең бар миндә?
– Килен, килен, тим, ул тиклем өҙгөләнмә инде. Үҙеңде һаҡла, – ҡарсыҡтарҙың береһе иңбашына еңелсә ҡағылғас ҡына Миңлебикә өйҙә кешеләр барлығын, бынан ун ике йыл элек артынан бирнәгә килгән тимер ҡоршаулы ҙур һандыҡ өҫтөндә ҡарлуғастар һымаҡ теҙелешен ултырған, күҙ йәштәренә шешенеп бөткән Хөсәйен, Рауза, Нәҡиәне шәйләп алды. Дүрт аяҡлап туйтанлап килде лә уларҙы ҡосаҡлап:
– Балаҡайҙарым минең, – тине бер аҙ тын алғас. Былай булырын белһәм, атһалар ҙа, киҫһәләр ҙә, ике аяғымдың береһе атламаҫ ине алыҫ юлға. Ғәфү итегеҙ мине, кисерегеҙ!
– Һинең ғәйебең юҡ бында, килен. – Мәйет һаҡлаусы ҡарсыҡтарҙың икенсеһе һүҙгә ҡушылды. – Һуғыш ғәйепле. Нимес ҡоҙғондарын, Гитлерҙы ҡәһәрлә, йәшәмәгәрҙе!
Төнгә ҡаршы ҡалған юлсылар ҙа ҡайтып етте һәм икенсе көн ауыл ҡатындары, хәлһеҙ ҡулдары менән йәшел япраҡтарын яҙғы еләҫ елгә елберләткән ҡуйы ҡайынлыҡтағы зыяратта бәләкәй генә ҡәбер ҡаҙып, кесе Ҡасимды ерләп тә ҡуйҙылар. Тағы ла бер көндән «письмонос» оло Ҡасимдың Минск янындағы алыштарҙа батырҙарса һәләк булыуы тураһында «ҡара ҡағыҙ» тоттороп китте. Әммә был юлы иламаны Миңлебикә: күңеле таш булып ҡатҡайны уның, ҡайнар йәш менән тулы күҙҙәрен ире киткән Туратау юлына оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы, әммә аталарының вафаты тураһында балаларына әйтмәне, колхоз эшенә ашыҡты.
Үҙҙәре алып ҡайтҡан орлоҡ менән тулы тубалды муйынына аҫып, сәсеүселәрҙең иң алдынан төштө Миңлебикә. Ҡоласын киреп, бар көсөнә киҙәнеп һипте орлоҡтарҙы һалдат ҡатыны май ҡояшы аҫтында йымылдап ятҡан ҡара ер өҫтөнә. Тыуыр таңдарға, килер Бөйөк Еңеүгә оло ышаныс, яҡты өмөттәр менән янды уның йәшле күҙҙәре. Ҡаршыһына бер рота фашист һалдаттары килеп сыҡҡанда ла, уларҙы тапап, иҙеп-һытып китерҙәй ине Миңлебикәнең был минутгарҙағы көс-ҡеүәте, тәрән нәфрәте.
Ә һуғыш бөтөргә тағы ла бер йыл ҡалғайны.
Ризван ХАЖИЕВ.
*Саҡ — балыҡ тота торған селтәрле йәтмә.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:2YBYrYSvAz8