Әҙәби бит
28 Август 2023, 04:10

Рәхмәт, йәйем!

Үтеп бара йәем. Китеп бара. Иҫәпле лә ҡалды көндәре. Ләкин һаман әле ҡояш ҡайнар, Һаман йылы әле төндәре. Таң атҡанда һаман күтәрелә Һыу өҫтөнә ап-аҡ быуҙары, Август аҙағына аяҡ баҫтыҡ, Ләкин һыу инерлек әле һыуҙары!..Дауамы беҙҙең сайтта.

Рәхмәт, йәйем!

Үтеп бара йәйем. Китеп бара.
Иҫәпле лә ҡалды көндәре.
Ләкин һаман әле ҡояш ҡайнар,
Һаман йылы әле төндәре.

Таң атҡанда һаман күтәрелә
Һыу өҫтөнә ап-ак быуҙары,
Август аҙағына аяҡ баҫтыҡ,
Ләкин һыу инерлек һыуҙары!

Бәрәкәтле, матур булды йәйем,
Үкенерлек түгел. Йөҙөрлөк.
Рәхәтләнеп урман-ҡырҙар гиҙеп,
Мәтрүшкәләр, еләк өҙөрлөк.

Хозурлыҡтан күңел туямы ни?
Етмәй ҡалған кеүек йәмле йәй,
Хыялдарым әле бар һаман да,
(Күлдәктәрем ҡалды кейелмәй))

Рәхмәт, йәйем! Йәшел йәмең менән
Йәйелдең дә, йәнем йәшәрҙе,
Йолҡоп алдың донъя һаҙлығынан,
Йыуып алдың һағыш, йәштәрҙе.

Ләкин бик тиҙ үттең. Етмәй ҡалдың.
Бер тәүлегең гүйә бер сәғәт...
Шулай ҙа мин ҡәнәғәтмен һинән,
Һин булдыңмы минән ҡәнәғәт?

Фирүзә Абдуллина.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:FcrUanzkphFQXkXhKsbu8mHaDyP3zD1pH0jIDlzdHH6jsqiI4YzQ5205qt6WMT7YzFX5rdqxP8D0dnwZtf0BQ4TZ

Рәхмәт, йәйем!
Рәхмәт, йәйем!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас