Мәскәүҙә йәшәүсе бер башҡорт светофорҙа Тойотаһы менән текә генә джиптың артына барып төкөй, ти. Джиптан бер-бер артлы әзмәүерҙәй, уҫал ҡарашлы дүрт кафказ сырайлы ир килеп тә сыҡҡан.
- Егеттәр, аңлайым. Минең хата! Урамда буш хәбәр сәйнәп тороп булмай бит инде, әйҙәгеҙ, мин яҡында ғына торам. Шунда барыһын да хәл итербеҙ. - ти.
Башҡорттоң фатирына килеп инәләр былар. Башҡорт кәштә артынан боронғо ғына сәйнүген килтереп сығара ла, таз да быз килтереп ыуа башлай. Оҙаҡламай сәйнүктән джин килеп сыға.
- Тыңлайым әфәндем! Ни бойорорһоң?
- Күрмәйһеңме әллә, ҡунаҡтар килгән бит! Йә, йәһәт кенә, сәй-мәй шунда...
Тегеләрҙең күҙҙәре маңлайға менгән!!!
- Башҡорт, тыңла әле. Беҙҙең джипты үҙеңә ал. Багажнигында дүрт йәшник доллар ята. Тик ошо сәйнүгеңде беҙгә бирәһең!
- Нимә тиһең инде. Мин ғәйепле бит. Килештек, алығыҙ! - ти башҡорт. )
Теге егеттәр тиҙ генә өйҙәренә ҡайталар ҙа сәйнүкте тызыра башлай. Бына джин килеп сыға ла:
- Хәйерле сәғәттә, яңы әфәнделәрем! Ни бойорорһоғоҙ? - ти.
- Иң тәүҙә, һәр беребеҙгә багажнигы аҡса менән тулы берәр джип!
- Эээ... Дуҫтар, туҡтағыҙ әле, мин башҡорт джины... Мин сәй-мәй генә...
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: i