Әҙәби бит
15 Август 2023, 11:25

Ҡағылмағыҙ...

Ҡағылмағыҙ, кеше тормошона Өйрәтмәгеҙ нисек йәшәргә! Кеше үҙенекен үҙе белә, Ҡасан, ҡайҙа, ниҙәрн эшләргә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡағылмағыҙ, кеше тормошона
Өйрәтмәгеҙ нисек йәшәргә!
Кеше үҙенекен үҙе белә,
Ҡасан, ҡайҙа, ниҙәр эшләргә.

Ҡыҫылалар әле белер белмәҫ,
Өйрәтәләр әле бик белеп.
Урман артын кереп тикшергәнсе,
Танау аҫтын ҡара, иң элек.

Беҙ барыбыҙ әҙәм балалары,
Ҡоторта бит һаман, шул шайтан.
Һөттән аҡ, һыуҙан пак түгел бер кем,
Гонаһтарһыҙ булмай бер ҡасан.

Үҙеңдекен үҙең бел дә йәшә,
Үҙ алдыңа ҡарап, ҡыҫылмай.
Күп беләһең, күп күрәһең тиеп,
Берәүгә лә миҙал тағылмай.
Әлфиә Йосопова

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: ToQmS0O5s498sDVXetAeSCraNeorImkp7lIqkjtsNx8ZSn0nVXFABVnXjrPSGOcGGUKj73qVYMspZWYDwK_gOeYB

Ҡағылмағыҙ...
Ҡағылмағыҙ...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас