Тәскирә ДАЯНОВА
Фәрештәм минең.
Хикәйә.
– Тағы ла ҡал... бер аҙнаға?
– Һин нимә? Былай ҙа оҙаҡ йөрөлдө. Йә эштән сығарып ташларҙар.
– Иҫең дә китмәһен. Миндә йәшә лә ҡуй, тип әйтмәйемме ни? Өйҙә ултырғың килмәһә, «һә» тигәнсе эш табам.
– Магазиндамы? Сауҙа эшен енем һөймәй, йәнем тартмай. Унан килеп, гел һинең күҙеңә генә ҡарап торайыммы һуң?
– Мин һиңә ситме инде?
Студент йылдарында бергә йәшәп, бер табаҡтан ашап, бер эскәмйәлә лекциялар тыңлаған әхирәтем Fәлимә менән бер үк мәсьәләгә нисәнсе тапҡыр әйләнеп ҡайтабыҙ. Уртаҡ фекергә килә алмай, йәнә туҡтап ҡалабыҙ.
Мин сәйемде ауыҙ бешерә-бешерә эсәм, ниңә ашығамдыр, үҙем дә аңламайым.
– Һуңға ҡалмаҫһың. Хафаланма, яңы алты тулды.
– Шулай ҙа иртәрәк ҡуҙғалыу яҡшы.
Сумкамды кистән әҙерләп ҡуйғанмын. Кейер кейем ҡул осонда. Көҙгөгә барып, үҙемде аҙ-маҙ тәртипкә килтерҙем. Борсоуло йөҙөм үҙемә күптән оҡшамай. Ләкин был турала уйлағым килмәй. Диванда ултырып тынып ҡалабыҙ. Ваҡытлыса төйәк булған фатирҙан, әхирәтемдән айырылыу былай ҙа китек күңелемде болоҡһотоп ебәрҙе.
– Ҙур рәхмәт, әхирәт. Һин булмаһаң, ни эшләр инем.
– Асия, ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы инде. Үҙең миңә аҙ изгелек эшләнеңме?
– Йә, Fәлимә, ҡуҙғалайыҡ, булмаһа.
– Еңмешһең дә инде. Киттек, әйҙә.
Әхирәтемдең сейә-ҡыҙыл машинаһы, ҡыҙып-йылынып, беҙҙе көтөп тора. Урамда хәрәкәт юҡ кимәлендә. Шунда уҡ «йәшел ут»ҡа эләгеп, тотҡарлыҡһыҙ автовокзалға еттек. Билет алырға ла сират юҡ. Бөтәһе лә ыңғай ғына килеп тора. Алдағы урындарҙың береһенә билет алдым. Киләсәк тормошом уңышлы булыр кеүек.
Әхирәтемде оҙатырға ишек алдына сыҡтым. Әсе елле, һалҡын иртә. Килеп туҡтаған автобустарҙың тормоздары сыйылдай. Һалҡын һөйәккә үтеп киткән төҫлө. Fәлимә, муйынын куртка яғаһына йәшереп, мөлдөрәп ҡарай. Көслө ихтыярлы әхирәтемә хас түгел был, минең күңелдең йомшаҡ икәнен белеп, һаман үҙенекен ҡайырыуылыр. Мин уны ҡосаҡлайым, бер башҡа оҙон әхирәтемдең түшенә башымды төртөп тын ғына торам.
– Йә, әхирәт, ҡайт инде. Рәхмәт бөтәһе өсөн дә. Әлегә хуш.
Уның юл аша сығып, машинаһына ултырып китеүен ҡарап ҡалғандан һуң, вокзалға индем. Автобус ҡуҙғалырға ярты сәғәт бар әлегә. Һирәкләп кенә кешеләр кереп, билет алып китә. Беҙҙең яҡҡа ҡайтыусылар күп тойолмай. Гәзит һатып алып, ҡараштыра башланым. Яртыһын әртистәр тормошо биләй. Улар ғына донъя тотҡаһы тиерһең. Гәзитте сумкаға тығып ҡуям. Ниһайәт, ултырырға иғлан ителде. Эргәмдәге юлдашым бик оло кеше икән. Минән алда инеп, төпкө яҡтан урын алған. Күҙен йомоп, серемгә киткән төҫлө. Ниңәлер иғтибар итә ҡуйҙым: шәшке бүрек, һоро тун кейгән, затлылыҡ бөркөлөп торған бабай ине ул. Йөҙө бик йонсоу күренә. Билеттарҙы йәнә бер барлап алып, автобус ҡуҙғалып китте. Мин дә күҙҙәремде йомдом, психотерапия сеанстарында өйрәткәнсә, тәнемде йомшарттым. Ҡараңғы салон эсендә бәүелеп бара торғас, ныҡ ҡына йоҡлап киткәнмен. Шулай байтаҡ юл үтелде. Һиҙеүемсә, ҡуйы урман эсенән барабыҙ. Юлдың ауыр, бормалы, тығыҙ өлөшө. Һаман дөм- ҡараңғы. Ҡышҡы көн сәғәт ун тулмай яҡтырмай. Аҙ-маҙ юлға ҡарап алам да йәнә онотолам.
Эргәмдә хәрәкәт һиҙеп, күҙемде астым. Бабай тынысһыҙлана ине. Уға һауа етмәй, тыны быуылып ғазаплана. Ауыҙын асып, күберәк һауа йоторға итә, тик бушҡа ғына көсәнә.
– Ағай, ни булды? – Уның тун төймәләрен ашығып ысҡындырҙым, шарфын бушаттым. Ул көс-хәл менән түш кеҫәһенә ымлай. Ҡулымды тығып, кескәй шешәләге төймәне алып, ҡаптырып ебәрҙем. Һыуым бар ине, шуны йотторҙом. Күпмелер ваҡыттан һуң юлдашымдың тын алыуы яйланғандай булды. Ул күҙҙәре менән генә миңә рәхмәт белдерҙе.
Йоҡо ҡасты. Юлдашымды һиҙҙермәй генә ҡарап бара башланым. Бабай тамам тынысланып ҡалды, тигеҙ генә тын алып, йоҡоға китте, буғай. Сырайы аҡһыл-һары. Fәҙәттә, саф һауала йөрөмәгән кешеләрҙеке шулай була. Йөҙ һыҙаттары дөрөҫ, килешле. Йәш саҡта бик сибәр булғандыр ул. Әле лә, оло булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә генә хас күркәмлеге бар. Ҡыйғас ҡара ҡаштарына сал ингән, бөркөт танаулы, нескә ирендәре күкшел булып тора. Мин уны бер аҙ атайыма ла оҡшата биреп ҡуйҙым. Ҡаҡса кәүҙәһе, оҙонса йөҙө уныҡына тартым. Ата-әсәм иҫемә төшөү менән һағыныу, юҡһыныу үҙәгемде өҙҙө. Ах, атай, әсәкәйем! Икегеҙ ҙә был донъяны бигерәк иртә ташлап киттегеҙ шул. Бөтә уңышһыҙлыҡ-бәхетһеҙлектәрем һеҙҙе юғалтыуҙан башланды, тип уйлайым. Ҡайһылай ҙа яғымлы, кешелекле инегеҙ һеҙ. Әсәкәйем атайымды хатта бер көнгә лә ҡалдырып китергә теләмәй ине. Шуға ла ауырыуын эскә йомоп йөрөп, өрөп һүндергән шәм кеүек һүнеп ҡуйҙы. Унан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтермәгән атайым өс айҙан һуң китеп барҙы. Мин үҙемдән ике йәшкә өлкән ағайым Асҡар менән тороп ҡалдым. Ул йомшаҡ күңелле, ҡыҙ фиғелле, сибек кенә егет ине. Шул арҡала хатта армияға ла алманылар. Минең менән ҡурсаҡ уйнап, уларға күлдәк тегеп үҫкән бала. Һайлаған һөнәре лә бесеүсе-тегенсе булды. Магазин кейеме яратмаған ҡупшыбикәләргә ҡойоп күлдәк, юбкалар, һирәкләп ирҙәр өсөн һарыҡ тиреһенән тундар ҙа тегә. Кәләше үҙе менән бергә уҡыған ҡыҙ. Ул ағайымдың тап киреһе: тос кәүҙәле, ҡалын тауышлы Диана еңгәм. Атай-әсәй вафат булғас, йорт ағай-еңгә ҡулында ҡалды. Атай – колхоз бухгалтеры, әсәй уҡытыусы булғас, донъялары бик бөтөн, яҡшы ине. Һөйөшөп, татыу йәшәгән кешеләрҙең ҡаралтылары ла берәмтекләп, матурлап йыйылған. Мин өлөш дәғүәләшеп йөрөмәнем. Тыуған йортҡа юл ябылмаһа ла, унда, барыбер, киҫеп ташланған артыҡ киҫәк икәнем еңгәнең тел төбөнән аңлашыла ине.
Университеттың филфагында өсөнсө курста уҡып йөрөйөм. Шул ваҡытта бөтөнләй таянысһыҙ ҡалдым. Башына һуғылған һарыҡ һымаҡ ҡаңғырып йөрөгәндә Фәритте осраттым да инде. Ул – ауыл хужалығы институтының һуңғы курсында уҡып йөрөгән мыҡты кәүҙәле егет. Беҙҙең күрше бүлмәлә йәшәгән ауылдашына килгән саҡта мине күреп ҡалып, сытырман йәбеште. Бер уйлаһаң, аңлауы ауыр: ул – дөңкөлдәтә баҫып йөрөгән көрәшсе егет, мин уның янында күбәләктәй генә ҡыҙ балаға ниңә күҙ һалғандыр. Ауыр хәлемдә миңә таяныс була белде, өйләнешеүҙе лә ашыҡтырҙы. Fәжәпләндергәне шул: ни өсөндөр ата-әсәһе менән таныштырырға ауылына алып ҡайтманы. Студент туйы үткәрҙек. Туйҙан һуң миңә дүртенсе, бишенсе курстарҙы ситтән тороп уҡырға талап ҡуйҙы. Күп кенә нәмә аҙаҡ аңлашылды. Өҫ-башым гел яҡшынан икәнде күреп, бай ғаиләнән, тип уйлаған. Һуңынан ағайымдарға ҡунаҡҡа барып, беҙҙең зауыҡлы ҙур йортто, етеш донъяны күреп ҡайтҡас, был мөлкәттәрҙең яртыһы һинеке бит, тип ҡайыра башланы. Шул ваҡыт мин унан саҡ китмәй ҡалдым. Уға эҫенеп өлгөрмәгән ваҡытта китеп барһам, яҡшы булыр ине лә. Аҙаҡ шул мәғлүм булды: Фәрит ун бер балалы ғаиләлә үҫкән икән. Береһенең кейемен икенсеһе туҙҙырып, икмәк-бәрәңге ашап үҫкән бала. Простыня, юрған тышы кеүек нәмәләрҙе студент ваҡытында ғына ҡуллана башлаған. Ата-әсәһе колхозда эшләгән ябай ғына кешеләр. Атай кеше – малсылыҡта, әсәһе сөгөлдөр-фәләнгә йөрөгән. Ни тиклем тырышһалар ҙа, донъя кәрәк-ярағы еткерә алмай интеккәндәр. Фәриттең шуның өсөн үҙҙәренә алып ҡайтырға ғәрләнгәнен аңлап иҫем китте. Нисек кенә булһа ла, ата-әсә бер генә, уларҙан ғәрләнеү башҡа ла һыймай. Тормош юлдашым булаһы кеше бала саҡта етеш йәшәгән тиңдәштәренән көнләшеп, уларҙың аш-һыуына, кейемдәренә күҙе ҡыҙып йәшәгән. Уҡып ҙур кеше булырға, бай ҡатын алырға хыялланған. Ләкин мин ул көткәнде бирә алманым шул.
Уны район юлламаһы менән уҡырға ебәргәйнеләр. Уҡып бөткәс, тыуған яғына ҡайтты. Инженер-механик кешене гараж мөдире итеп ҡуйҙылар. Колхоздар көрсөккә терәлә башлаған ваҡыт. Фәрит тырышып эшләп китте. Көнө-төнө иҫке техникаға запас частар эҙләп сапты. Шатландырғаны шул: кирбестән һалынған колхоз йортон фатир итеп бирҙеләр. Йортобоҙҙо бик оҡшаттыҡ. Нимә генә тимә, үҙебеҙҙең мөйөш. Ҡулға килеп ингән бар аҡсаны йорт йыһаздары алырға тотонабыҙ. Ул мәшәҡәттәрҙән ҡотолғас, машина алырға аҡса йыйырға керештек. Өсәр баҡса бәрәңге ултыртып һата инек. Ул эш күберәк минең елкәгә төштө. Сөнки Фәрит командировкаларҙан ҡайтып керә белмәне. Тырыша торғас, машиналы булдыҡ, һуңғы модель «Жигули» ине ул. Шул ваҡытта ауырға ҡалдым. Шул тиклем ҡанатланып, татлы хистәргә бирелеп йөрөйөм. Был яңылыҡты ни рәүешле иремә еткерергә, тип баш ватам. Матур итеп өҫтәл әҙерләп, сәскәләр ҡуйып был турала хәбәр итеүем иремдә кире тойғолар ғына уятты. Уның ҡара һөрөмө ҡойолдо.
– Зачем нищету разводить? Әле үҙебеҙҙең әҙәм рәтле йәшәгәнебеҙ юҡ, – тип кенә ҡуйҙы.
Шул саҡтағы рәнйеүемде, мәхрүмлек тойғолары кисереүемде, ғазаптарымды үҙем генә беләм. Ә Фәрит абортҡа барыуымды талап итте, өҙмәй ҙә ҡуймай. Көтөп кенә алған сабыйымды ҡотҡарыр өсөн байтаҡ ҡырталаштым. Ҡатылыҡ менән еңә алмағас, төрлөсә йыумалап, татлы тел, иркәләүҙәр менән Фәрит еңеп сыҡты.
Шул саҡта врач креслоһында ятыуым иҫемә төшөп, күҙҙәремдән йәштәр ағып төштө. Танауымды тартҡыслауға эргәмдәге оло кеше хәрәкәткә килде. Ул ҡабаҡтарын хәлһеҙ генә күтәреп миңә ҡараны.
– Ни булды, ҡыҙым? Әллә һинең дә берәй ерең ауыртамы? – Үҙе ауыр тын ала, хатта теле көрмәлеп киткәндәй була.
– Юҡ, ағай, иғтибар итмәгеҙ, зинһар. Үҙегеҙгә насар була күрмәһен.
– Булаһы күптән булған инде уның, – ул тәҙрәгә күҙ һалды. – Байтаҡ бараһы икән. Нисек тә түҙергә ине, – тип ҡуйҙы.
– Ҡайҙа юл тотаһығыҙ?
– Ҡайтып барыш... Мәҡсүткә.
– Больницаға барҙығыҙмы?
– Миңә ниндәй больница ярҙам итһен? Илемә ҡайтып үлгем килә, бары шул. – Ниндәйҙер аяуһыҙ битарафлыҡ менән әйтә был һүҙҙәрҙе. Үлем, әйтерһең, уның көтөп ала торған ҡунағы. – Ҡурҡыттым һине, ҡыҙым. Шулай ҙа ҙур рәхмәт. Йән сыға яҙҙы. Ете ят кешеләр араһында, автобуста үлермен тип кенә ҡурҡтым.
– Шулай ныҡ ауырығас, ниңә юлға яңғыҙ ғына сыҡтығыҙ?
– Ҡәрендәш, һөйләһәң, оҙонға китә. Күреп тораһың, йәнем көрсөккә терәлгән.
– Берәйһе ҡаршы аламы һеҙҙе?
– Юҡ, минең фажиғәм дә шунда. Бер кем көтмәй. Әбейем дә күптән вафат.
Фәрештәм минең(дауамы)
Торғаны бер йомаҡ был бабай. Хәйер, ғәжәпләнер урын да юҡ. Минең һымаҡ яңғыҙҙар, таянысһыҙҙар донъяла аҙ тиһеңме? Нисә аҙна элек үҙем дә шул бабай хәлендә инем... Силәбе өлкәһен үтеп киткәнбеҙ икән. Мәҡсүткә ике сәғәт ҡалған. Был өлкән кешене яҙмыш ҡосағына ташлай алмаҫымды аңланым. Минең тормош кәмәһе ҡомға терәлгәс, ярҙам итеүселәр табылды бит. Күршем Заһир ағай иҫһеҙ ятҡанымда больницаға илткән, унан ары – Fәлимә әхирәтем. Ҡотҡарырға тырыштылар, ташламанылар. Бабай хәлен һиҙҙермәҫ өсөн бар көсөн һала. Тыуып килгән ҡояштың һүрән генә нурҙары уға төшә. Йөҙө һап-һары, ғазаплы. Ябыҡ ҡына муйынындағы тамыры леберләп кенә тора. Уның менән бергә төшөп ҡалып, такси яллап, өйөнә тиклем оҙатырмын, врач саҡырырмын. Шулай хәл иткәс, үҙемә рәхәт булып ҡалды. Бабай йәнә тынысланды, ойоп китте. Мин дә күҙемде йомдом, уйҙарым, шуны ғына көткән төҫлө, өҫтөмә ябырылды.
Эйе, тәүге баламды төшөргәс, имгәнеп ҡалдым. Табиптар «бүтән ауырға ҡалмаясаҡһың» тигән хөкөм сығарып ҡуйҙы. Ә Фәрит минең шундай хәлгә төшөүемде көтөп кенә йөрөгән тиерһең. Мине бөтөнләй һанға һуҡмай башланы, икенсе ҡатындар менән сыуалды. Мин һүҙ әйтһәм, ҡул күтәрергә лә оялманы. Өндәшмәҫкә, телемде тешләргә мәжбүр булдым. Үләндән тәпәш булып ҡалдым. Үҙем, уны һаман яратам, тип уйлайым.
Был ваҡытта колхоздар тамам бөлөп, мал-тыуарын, техникаһын пыран-заран килтереп таратып бөтөрөп баралар ине инде. Халыҡ нисек булдыра ала, шулай көн итеүгә күсте. Фәрит тә таксист булып кәсеп итә. Күберәк Өфөгә йөрөнө. Арыу ғына килем дә килә ине, буғай. Оҙаҡламай машинаһын сит илдекенә алыштырҙы. Миңә йомарланған ҡулының бармаҡ араларынан тамыҙып тигәндәй аҡса бирә. Үҙемдең бәләкәс кенә эш хаҡым менән хужалыҡ, йорт тирәһен ҡарайым, алмай торһаң, кейеме лә таушала бит әле. Ирем аҙналар буйы өйгә ҡайтманы. Оҙон телдәр уның район үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ әйбере һата торған магазин хужабикәһе менән дә йәшәүен хәбәр итте. Керпектәрен ҡалын итеп ҡараға буяп, ирененә ҡып-ҡыҙыл помада һөртөп йөрөүсе яһалма блондинканы минең күргәнем бар. Мин «батып барыусы һаламға тотона» тигәндәй йәшәйем. Өйҙө, баҡсаны сынъяһау итеп тотам. Иремдең кейемдәре, ҡайтып алыштырайым тиһә, носкиҙарына тиклем үтекләнгән. Унан башҡа бер кемем дә юҡ таһа.
Тулышҡан шеш һытылмай булмай. Бына быйылғы Яңы йылда записка ғына ҡалдырып, Фәрит мине бөтөнләй ташлап китте.
«Реактив невроз» тигән сиргә һабыштым... Тәүҙә районда, унан Өфөлә дауаханала яттым. Яҡын әхирәтем Fәлимә «Йоматау» шифаханаһына юллама алып бирҙе. Уның үҙ бизнесы бар, ғаиләһе – берҙән-бер улы. Уны ла ата-әсәһе ҡарай. Әхирәтем, минән айырмалы рәүештә, өлгөр, ҡыйыу кеше. Ирҙәр өсөн йәш ҡойоп, маңҡа ағыҙып йөрөйәсәгем юҡ, ти. Шундай шәп ҡатын ни эшләп минең әхирәтем һуң? Университетта уҡығанда, киреһенсә, уҡырға мин шәп инем. Уға ныҡ ярҙам иттем. Курс эштәрен, дипломын минән башҡа йырып сыға алманы. Шуға ла ҙур рәхмәтле, изгелекте онота торған кеше түгел ул. Ә белем уға кеше араһына инеү өсөн бик кәрәк ине.
Әлеге ваҡытта ауылға ҡайтып кергем дә килмәй. Һигеҙ йыл йәшәгән донъямдан, эшемдән биҙеп киткән кеүекмен. Нисек кенә бөтәһен дә яйға һалып ебәрермен? Уйлана торғас, йоҡлап киткәнмен. «Максютово. Стоянка 15 минут», – тигән тауышҡа уянып киттем. Ултырып ялҡҡан юлсылар аяҡтарын яҙырға төшә лә башланы.
– Килеп тә еткәнбеҙ икән. – Бабайҙың яғымлы тауышы ишетелде. – Ҡыҙым, берәй тылсымың бармы әллә? Арыу ғына йоҡлап алдым, хәл дә ул тиклем мөшкөл түгел.
Мин уны ҡултыҡлап вокзалға алып сыҡтым. Ул, бирешмәҫкә тырышһа ла, көс-хәл менән атлай. Эскәмйәгә ултырттым.
– Мине көтөгөҙ, хәҙер киләм. – Бабайҙың күҙендә өмөт, ҡыуаныс сатҡылары ҡабынды, хатта әллә нисек үҙгәреп китте.
Минең кире килгәнде керпек тә ҡаҡмай көтөп ҡалған бабайға такси саҡырасағымды әйтеп киттем. Кәрәкмәгән саҡта тулып торған таксиҙарҙың әле килеп береһе лә күренмәй. Улай-былай һуғылып эҙләй торғас, бер насар ғына машина килеп туҡтаны. Таксист, йәп-йәш егет, бабайҙы, сумкаларҙы сығарырға ярҙам итте. Бараһы ер шаҡтай ғына йыраҡ, ҡасабаның бөтөнләй икенсе яғында икән. Матур ғына ағас өй янында туҡтаныҡ. Ихатаға инә торған юлды көрт баҫҡан. Шул саҡ башым әйләнеп китеп, саҡ йығылманым, хәсрәт ярҙамсы, үҙең дә аунап бараһың түгелме, тип уйлап алам. Болдорға еткәнсе бабай ике тапҡыр туҡтап хәл йыйҙы.
– Ҡыҙым, асҡыс тун кеҫәһендә. – Болдор бағанаһына тотоноп торған оло кешенең ҡулын кеҫәһенә тығырлыҡ та хәле юҡ ине, күрәһең.
Хужаһыҙ йорт һалҡын ҡотһоҙлоғо менән ҡаршы алды. Газ менән йылытыла икән, мин ундай мейесте тоҡандыра белмәйем.
– Хоҙайға шөкөр, бына ҡайттым, инде тыныс күңел менән тыуған төйәгемдә үлеп, ғәзиз тупрағымда ятырмын.
– Исемегеҙ кем, ағай?
– Фәрүәз бабайың булырмын. Рәхмәт, балаҡайым, изге кешеләр бөтмәгән икән.
– Мин Асия булам. Ағай, өйҙө йылытырға кәрәк ине... – Яҡындағы колонканан һыу килтереп, бабайҙың өйрәтеүе буйынса, мейесте көйләп, ут тоҡандырып ебәрҙем.
– Магазинға барып кил, ҡыҙым. – Ул аҡса һуҙҙы.
– Күп бит, вағырағы юҡмы?
– Юҡ. Бар, ни кәрәк, үҙең белерһең.
Бабайҙы хәлләндерер өсөн яҡшыраҡ ашатырға кәрәк, тип уйланып барҙым. Беренсе сиратта сәй-шәкәр, һөт-май, икмәк, ярмалар, быҡтырылған һыйыр ите алдым. Сәй ҡайнатып, дөгө бутҡаһы бешереп алыуға өй ҙә йылынып китте. Бабай теремекләнде, өҫтөн һалып ташланы. Аҡ тулҡын сәстәрен тарап ебәрҙе.
– Йә, ҡыҙым, ни менән һыйлайһың?
Оҙон юл асыҡтырған, һыуһатҡан. Кисә генә бер-береһен белмәгән кешеләр, аталы-ҡыҙлы һымаҡ, тамаҡ туйҙырып ултырабыҙ. Яңы ғына шыҡһыҙ, һалҡын булып өңрәйеп ултырған өйгә йән инде. Яңы бешергән сәй, ҡайнаған һөт еҫтәре таралған. Хужаһы булмаһа, йорт та һағышҡа бата, ҡото китә шул. Фәрүәз бабайҙың маңлайына тир бәреп сыҡҡан, автобустағы сытырайған йөҙлө, үлеп барған ҡартҡа оҡшамаған. Мөләйемләнеп, йыйырсыҡтары яҙылып киткән.
– Бутҡаң да, сәйең дә тәмле булды. Күптән шулай танһыҡлап ашағаным юҡ ине.
– Рәхмәт.
Бабай оло кешеләргә хас иплелек менән минең хаҡта һораша. Етди аҡыл, нәзәкәтле тәрбиәлелек һирпелә унан. Мин ҡыҫҡаса ғына хәлемде һөйләп бирҙем. Хужа бабай бүлдермәй, ихлас тыңлай.
– Ҡыҙым, әгәр беҙҙе яҙмыш осраштырған икән, тиккә генә түгел ул. Осраҡлы ғына бер нәмә лә булмай. Бер-беребеҙгә кәрәкле булғанға, мохтаж булғанға осрашҡанбыҙ, тимәк. Күреп тораһың, оҙаҡ ҡына йәшәгән, күп кешеләр менән аралашҡан кешемен. Шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙың да төрлөһөн күрергә тура килде. Һинең тәүге ҡарашыңдан ниндәй кеше икәнеңде төшөндөм. Фәрештәләр затынандыр һин. Шул тиклем дә эскерһеҙ, ихлас, мөләйем, дөрөҫ йәшәүсе кешеләрҙә генә була торған күҙҙәрҙе хәҙер осратып та булмайҙыр. Бындай кешеләргә тормошта ауырға тура килһә лә, тормош улар арҡаһында дауам итә. Улар – тормош тотҡаһы, – бабай, сәй менән ирендәрен сылатып алып, дауам итте. – Ҡарсығымдың вафатына ун йыл. Бер бөртөк улым, киленем бар. Өфөлә йәшәйҙәр. Яңғыҙ ҡалғас, бер үҙем йәшәп маташтым. Өй ҡарарға, аш-һыу әҙерләргә яңы пенсияға сыҡҡан бер ҡатынды яллап та ҡараным. Йөрәк арҡаһында тамам рәт китә башлағас, улым үҙенә алып ҡайтты. Бер бүлмәгә урынлаштырҙылар. Унда ла һаман яңғыҙлыҡ. «Алып ҡайтҡас эш бөттө-булды»,– тип уйланылар, ахрыһы. Ҡайһы көн хәл белешеп тә сыҡмайҙар. Хәлһеҙләнеп, тамаҡ ҡатып ятҡан саҡ була. Бер сынаяҡ сәйгә зар булаһың. Ярай, улым көн-төн эштә тигәндәй. ГИБДД-ла ҙур ғына етәксе. Уларға талап ҡаты: личный составты ла көндән-көн ҡыҫҡарталар. Ә килен ҡатын кеше бит. Ҡатындарға хас йомшаҡлыҡ, ҡайғыртыусанлыҡ булып, әҙерәк хәл белешергә, ашау ҡайғыртырға тейеш. Ҡайһы бер көн бер нәмә лә әҙерләмәй, буп-буш. Кафе-ресторандарҙа тамаҡ туйҙыра, буғай. Үҙе ниндәйҙер шәхси фирмала директор урынбаҫары. Эш тигәс тә, үлергә күп ҡалмаған атайҙы оноторға яраймы икән? Хәлле сағымда, улар яңы эш башлап торған ваҡыттарҙа тапҡан-таянғаным тик уларға китеп торғанын бар тип тә белмәнеләр. Шулай тәрбиә күрмәй, бер бүлмәлә ята торғас, бөтөрөнөп, хәлһеҙләнеп киттем.
Fүмер буйы мәктәптә, ҙур ғына коллективта эшләгәс, кешеләргә өйрәнгәнмен. Пенсияға сыҡҡас та эшләп йөрөй инем әле, инфаркт тәгәрәтте. Проблемалар ҙа етерлек булды инде. Совет тәрбиәһе алып, шул осорҙа эшләп өйрәнгән кешегә хәҙерге замандың күп нәмәләре оҡшап етмәй. Уны һөйләй китһәң, минең ҡалған ғүмер етмәҫ ул. Эштән китергә тура килде, дауаландым, бер үҙем йәшәп маташтым. Тик бирештем, мыжыҡ бабайға әйләндем.
– Туҡтап тороғоҙ, зинһар. – Фәрүәз бабайҙың теле тыңламай башлағайны. – Ял итегеҙ. Бер юлы хәлдән тайып ҡуймағыҙ.
– Эйе, арыным. – Ҡарт күҙен йомдо, ойоп китте. Кәүҙәһе таралып йоҡлап киткән оло кешене гонаһыҙ сабыйға оҡшаттым. Күптән шулай ҡайғыһыҙ, тыныс, уйһыҙ халәте булмаған да. Әле килеп йомшарып ҡалған төҫлө ине. Уға хатта ки һоҡланып ҡарайым: йөҙө мәғрур, мөһабәт ҡиәфәттә. Маңлайы киң, ҡалҡыу, сал сәстәре тулҡынлы, һаман да ҡуйы. Бөркөт танауы йөҙөнә ғорурлыҡ бирә, сал ингән ҡаштары ҡыйғас. Буйға ла кәкрәймәгән, сүгеп ҡалмаған. Заманында бик күп ҡыҙҙар ғашиҡ булғандыр. Өҫтөнә ябып, кухняға индем.