Әҙәби бит
14 Июль 2023, 14:00

Эт ҡарғышы

Ҡәҙриәнең туғыҙынсы айы киткәс, ҡапыл ғына тулғаҡ тота башланы. “Ашығыс ярҙам” саҡырттылар. Әммә был юлы баланы ғына түгел, Ҡәҙриәнең үҙен дә ҡотҡарып ҡала алманылар. Өсөнсө балаһын да юғалтыу ҡайғыһын күтәрә алманы ул. Сабыйы үле тыуғас, иртәгеһенә ул үҙе лә күҙҙәрен мәңгегә йомдо... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Эт ҡарғышы

Зөләйха Солтанова

 

Ҡатынын нисек тә тормошҡа ҡайтарырға тырышты ул. Көйөнә генә торҙо, бер алдына, бер артына төштө. Уны ауыр уйҙарҙан арындырырға тырышты. Тормошта ниндәй генә түҙә алмаҫтай хәлдәр булһа ла, кеше сыҙай бит ул, бөтәһенә лә түҙә. Ваҡыт дауалай, тигәндәре дөрөҫтөр. Бер кешегә ауырлыҡ килде тип, ваҡыт туҡталып ҡалмай, үҙ көйөнә аға ла, аға. Көндәр уҙа, аҙналар, йылдар үтә...

Шулай бер йыл уҙҙы тағы. Тырыша торғас, Ҡәҙриәгә лә йәшәү ғәме инде буғай, әкренләп тормошона ҡайта башланы...

Икенсе балаһы үлеп, йыл ярым ваҡыт үткәс, ул тағы ла ауырлы икәнен белде. Был юлы барыһы ла яҡшы ғына булһын инде, тип Илсур ҙа теләне. Ҡәҙриә лә шуға ышанды, ысын күңеленән шулай булырын теләне. Улар икеһе лә шуға ихлас ышанды.

Ләкин... Ләкин ышаныстары ни тиклем көслө булмаһын, был юлы хәлдәре тағы ла аяныслыраҡ тамамланды...

Ҡәҙриәнең туғыҙынсы айы киткәс, ҡапыл ғына тулғаҡ тота башланы. “Ашығыс ярҙам” саҡырттылар. Әммә был юлы баланы ғына түгел, Ҡәҙриәнең үҙен дә ҡотҡарып ҡала алманылар. Өсөнсө балаһын да юғалтыу ҡайғыһын күтәрә алманы ул. Сабыйы үле тыуғас, иртәгеһенә ул үҙе лә күҙҙәрен мәңгегә йомдо.

Илсурҙың күҙ алдында бары тик Ҡәҙриәнең уйсан, буш, төпһөҙ күҙ ҡарашы ғына торҙо. Күҙен асһа ла, йомһа ла шул күренеш китмәне. Тап шундай ҡарашты ул ҡайҙа күрҙе әле тағы? Ҡайҙа? Иҫенә төшөрә алмай бик оҙаҡ аҙапланды. Уйланып ята торғас, үҙе лә һиҙмәҫтән һикереп килеп торҙо – Аҡтәпей, эттәре! Аҡтәпейҙең дә күҙҙәре тап шундай ине бит! Ҡәҙриәнеке кеүек, буш, төпһөҙ, йәшәүҙең ғәмен юйған ҡараш...

Аҡтәпейҙе биргән күршеһе Ҡафия әбейҙең һүҙҙәре иҫенә төштө, зиһене буталды. “Әсәһен һәм тыумаған балаларын үлтерҙең”, - тигән һүҙҙәре ҡайтауаз булып яңғыраны. Эйе, үҙе ғәйепле Илсур, үҙе генә! Эт ҡарғышы төштө уға. Аҡтәпейҙе һәм уның ҡарынындағы көсөктәрен ҡанһыҙҙарса туҡмап, үлтергәйне бит ул. Яҙмыш та уны үҙ балаларынан, ҡатынынан мәхрүм итте...

Фото: Ильнур ТАКАЕВ.

Эт ҡарғышы
Эт ҡарғышы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас