

Лена Шәйәхмәтова
Әсәйем сейәләре
(Әсәйем Минзилә Мансур ҡыҙы иҫтәлегенә)
Һәр йыл һайын ғаиләбеҙ менән йәйге матур көндәрҙең береһендә тыуған ауылыма ҡайтып киләбеҙ. Тыуған йортта хәҙер атай ҙа, әсәй ҙә юҡ инде, бала саҡта һәр саҡ балҡып торған тәҙрәләрҙә уттар күптән һүнгән. Ә шулай ҙа ниндәйҙер көс тарта тыуған йортҡа, ялан аяҡ йүгереп үҫкән яландарға, шаулап аҡҡан Ағиҙел янына күңел талпына...
Ваҡыт үтә, ғүмер аҡҡан һыу кеүек уҙа. Тормош дауам итә. Кемдер мәңгелеккә ҡайтмаҫ йортона китә. Ә бына әсәйемдең сейәләре һаман гөрләп үҫеп ултыра, һәр яҙ һайын ап-аҡ булып сәскә ата, һуңынан һутлы сейәләрен бирә.
...Бөгөнгөләй хәтеремдә, 1997 йылда үҙ көстәре менән яңы өй һалып сыҡҡас, әсәйем атайыма:
- Беҙ өй һалғанда муйыл ағастарын киҫтек, шулар урынына мин һәр балаға арнап сейә ултыртырға уйлайым, - тине.
Атайым ҡуш ҡуллап риза булды. Беҙ ғаиләлә ете бала үҫтек, ул йылда инде ике оло апайымдың бәпестәре бар ине, барыһы бергә 10 төп сейә ултырттылар. Ултыртып бөткәс:
- Беҙ мәрхүм булғас та сейәләрҙе ҡарағыҙ, сейә ағасына ултырып ҡош булып һайрармын, япраҡтары шыбырлаһа һеҙгә хәбәр һөйләрмен, - тине.
Ул ваҡытта әсәйемә бары 42 йәш ине. Шуға уның һүҙҙәре яман кеүек яңғыраны. Әсәйҙәр мәңге йәшәй кеүек ине. "Үлем" тигән яуыз беҙҙең ата-әсәйҙе бер ҡасанда алмаҫ, тип уйлай торған инем. Эйе , ауылда теге мәрхүм булған, быныһы йәшләй киткән тигәнде ишетһәм дә беҙҙең ғаиләне урап уҙар тип инана инем.
Беренсе тапҡыр был яуыздың ҡанһыҙ, мәрхәмәтһеҙ икәнен 5-се класта уҡығанда белдем. 28 генә йәшендә Владивостокта хеҙмәт итеп йөрөгән әсәйемдең бер туған ҡустыһы фәжиғәле рәүештә һәләк булды. Әсәйемдең нисек ҡайғырғанын, йоҡоһоҙ төндәр үткәргәнен тик мин генә беләм. Илап күҙҙәре шешенеп бөттө, аҙ ғына ваҡытта бер нисә йылға ҡартайҙы. Ул бит әсәйемдең кинйә ҡустыһы, йүргәктән ҡараған, ҡулында үҫтергән.
Элекке заманда бит бәпес тыуған та өс йыл әсәй өйҙә ултырмаған, ҡайһы саҡта яланда бәпесләп, тороп эшләй башлағандар. Бына әсәйемдең ҡустыһы май байрамында тыуған, ә июнь айында өләсәйем инде сөгөлдөр яланында йөрөгән. Үҙенә 9 ғына йәш булыуға ҡарамаҫтан күкрәк балаһын әсәйем ҡараған. Яланға өс тапҡыр күтәреп алып барып имеҙҙереп тә йөрөгән. Шуға ҡустыһының фәжиғәле һәләк булыуы, әсәйҙе ҙур ҡайғыға һалды. Бына шулай 11 йәшемдә "үлем" тигән яуыз бер кем де лә аямай, һайламай икәнен төшөнөргә тура килде...
Ул ваҡиғанан һуң инде күп йылдар үтте, яныбыҙҙан берәм-берәм туғандар китеп, бәпестәр тыуып торҙо. Тормош шулай инде, үҙ юлы менән йылға кеүек аға ла аға. Ҡайһы саҡта талғын ғына, ә ҡайһы саҡ ярҙарына һыймай, урғылып, тулҡындарын ярға һуға-һуға алға, атыла. Шул тормош йылғаһында батмаҫ өсөн, үҙ аҡылыңда, сабыр, түҙемле булыр кәрәк. Ер тырнарҙай, сәс йолҡоларҙай бәлә килгәндә лә, йәшәүҙең йәме юғалған да ла бирешмәҫкә, ныҡ булырға тырышайыҡ.
Һәр кемгә үҙ ваҡыты, үҙ сираты, үҙ тәғәйенләнеше бар. "Күрәсәгеңде күрмәйенсә гүргә кереп булмай". Ожмахы ла, тамуғы ла теге донъяла түгел, ошонда барыһы ла, ти торған ине мәрхүм Рөфҡәт ҡартатайым.
Әсәйемдең яҡты иҫтәлеге - ул ултыртҡан сейәләре - һаман гөрләп үҫә. Улар инде беҙҙең ғаилә һымаҡ күбәйҙе, үрсене. Рәхмәт ҡустыма, тыуған йортта йәшәмәһә лә ташламай. Кәртә-ҡураны, йортто, баҡсаны тәртиптә тота, тәрбиәләй.
Сейәләр, бешкән сейәләр, әсәйемдең муйынсағын хәтерләтә...
Шыбыр-шыбыр япраҡтарын һелкетә, әсәйемдән сәләм еткерәлер инде....