Әҙәби бит
23 Июнь 2023, 15:00

Утлы йылдар аша

Тормош  Ғәли алдына тағы ла бер һынау ҡуйҙы. Йәшәргә көс табырға кәрәк. Бер, ике аҙым булһа ла алға атларға. Самалап тура юлды табып атлай, туҡтап ала. Ауыҙы кибә. Хәленең насарлана барыуын тоя, күҙ алдына Рәҡиәһе килеп баҫа. Зәңгәр күҙҙәрен балҡытып, һары көлтә сәстәрен тарай-тарай,  уға ҡарай.   Туҡта,  ҡайҙандыр моң  ағыла түгелме? “Һандуғас”! Уны һандуғас моңона торошло итеп тик Рәҡиәһе генә йырлай ала. Тик ниңәлер тауышы тоноҡ сыға: Тыуған  илкәйемә ҡайтыр инем Аяҡтарым талһа ла имгәкләп...   Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

*”Йәшәү көсө” хикәйәһенең дауамы.                                                                                                                                                                                                                                                          

Утлы йылдар аша*

Хикәйә

Яу барғанда ил яҙмышы - ирҙәр иңендә. Илебеҙгә оло яу менән Гитлер баҫҡынсылары баҫып инеп, изге тупрағыбыҙҙы тапап, ауыл-ҡалаларыбыҙҙы яндырып, хатта сабыйҙарҙы ла аямай,  үлтереп, бөтә ерҙә ҡот осҡос вәхшилек ҡылып, алға – Мәскәүҙе ҡамарға юл алғандар. Башта хәл бик ҡатмарлы ине. Совет ғәскәрҙәре күпләп ҡамауҙа ҡалып, әсирлеккә дусар булһа, тора-бара тәүге ҡаушау юҡҡа сыға, халыҡ бер туптай булып берләшә – тылда ла, яу яландарында ла ҙур батырлыҡтар күрһәтә.

Ғәли уҡсылар дивизияһына эләкте. Был  дивизия  Витебск, Великие Луки, Ржев ҡалалары өсөн көрәшә.

Әжәлдең күҙенә күп ҡарарға тура килде Ғәлигә. Дошмандың яуызлыҡтарын үҙ күҙҙәре менән күргәс, йөрәгендә нәфрәт уты көндән-көн көсәйҙе, тәүге ҡаушау, ҡурҡыу хистәре һүрелде, тора –бара бөтөнләй юҡҡа сыҡты.

Яуҙарҙа һыналған, күкрәген орден-миҙалдар биҙәгән тәжрибәле, ысын  командир  - капитан Иванов етәкләгән батальон ҡаҙынып, нығынырға тигән бойороҡ алды. Тәүге сирҡаныс алған һалдаттар ер ҡәҙерен белергә тиҙ өйрәнде, Ер-әсәгә һыйыналар, тәрәнерәк ҡаҙалар, буласаҡ дошман һөжүмен кире ҡағырға әҙерләнәләр. Бер аҙға ығы-зығы баҫыла, шул саҡта яугирҙар төрлө уйҙарға сума.

“Илкәйемде дошмандарҙан һаҡлап,

Сығып киттем һинән, ауылым,

Һөйгән йәрем Рәҡиәмде ,

Хәниф туғанымды ҡалдырып!”

Ошо шиғыр юлдары Ғәлиҙең уйҙарын  йәнә тыуған Башҡортостанына, үҙен үҫтергән, кеше иткән ауылына алып китә. Унда ҡалған энеһен, меҫкенде, аслыҡтарҙан саҡ ҡурсалап үҫтерҙе,  кәләше Рәҡиәне, өйләнешеп, һөйөшөп тә туя алманылар, күҙ алдынан ебәрә алмай яфалана. Үҙ ауылынан ары бер ҡайҙа ла сыҡмаған кеше өсөн һағыныу ғазаптарынан да көслөрәге юҡтыр ул. Уйҙар, уйҙар... улар яйлап колхозға барып тоташа. Хәҙер бөтә эш - ҡатын-ҡыҙҙар, Хәниф кеүек үҫмерҙәр, ҡарт-ҡоро иңендә. Үтә лә ауырҙыр инде уларға, бик ҡыйындыр...

Ғәли үҙенең ауыр етемлектә үткән бала сағын хәтерләргә яратып та бармай, бигерәк ҡыйын булды шул үҙенә лә, үҙенән бигерәк ҡустыһына, Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән генә уны аслыҡтан һаҡлап алып ҡала алғандыр. Ауыр үткәндәр янында мәрхәмәтле, оло йөрәкле, изге кешеләр булыуы күңелде бер аҙ йыуата, рәхмәт тойғолары уята. Уйҙарҙың осо-ҡырыйы юҡ.

Йәнәшәлә, окоп тобондә ултырған яҡташы Сәғит тә уйлы, тәмәкеһен һура-һура Ғәлигә һүҙ ҡуша:

-Ғәли, һуғышта төрлө хәлдәр  була, ҡылдан нәҙек, ҡылыстан үткер тамуҡ  утында йөрөйбөҙ кеүек, бер-беребеҙҙе ташламайыҡ. Яраланһам, йә үлеп ҡалһам, минекеләргә хәбәр итерһең. Хәбәрһеҙ юғалған тимәһендәр. Һинең менән көтөлмәгән хәл килеп сыҡһа, һүҙ бирәм, мин һинекеләргә хәбәр итермен. Әйтһә – әйтә инде яҡташы. Ғәли ҡабырғаһына төрткәнгә айнып китте һәм дуҫына ҡулын һуҙып, ризалығын белдерҙе. Ҡосаҡлашып, айырылмаҫ дуҫ булырға һүҙ ҡуйыштылар.

Окоптағы тынлыҡты фашистарҙың артиллерия уттары, көслө шартлау тауыштары боҙҙо. Ниндәйҙер ҡот осҡос гөрөлдәү һауаға ҡарарға мәжбүр итте.

Дошман самолеттары ҡара яу булып күкте ҡапланы,  бомбаларҙың әсе һыҙғырыуҙары көсәйеп, йөрәктәрҙе өшөттө. Ошомо икән әжәлдең етеүе?!

Ғәли фронтҡа батырҙарса көрәшергә, фашистарҙы илдән ҡыуып, әүәлге матур тормошто дауам итергә өмөт итеп килде. Йә, Хоҙай, ошолай ер менән тигеҙләр микән ни ҡәһәр һуҡҡан фашистар?  Эй, яҙмыш, ая инде был тамуҡтан!

Самолеттар үҙҙәренең ҡот осҡос яуызлыҡтарын ҡылып, ары остолар. Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Батальон командиры, яралы ҡулын муйынына аҫып, иҫән ҡулы менән өҫтөн ҡаҡҡылай-ҡаҡҡылай, төрлө бойороҡтар бирә башланы. Ғәли тирә-яғына күҙ һалды: үлгәндәр ҙә байтаҡ, яралылар ҙа бик күп. Туҡта, Сәғит күренмәй түгелме һуң? Янында ғына ине лә баһа! Тиҙ арала яҡташын эҙләй башланы, ул бөтөнләй ер менән күмелгән икән, саҡ тартып сығарҙы...

Окоптарҙы ҡайтанан тәрәнәйтеп, булған патрондарҙы иҫәпкә алыуға: “К бою!” – тигән приказ яңғыраны.  Һауаны ярып, геүләп, ерҙе һелкетеп, унлаған фашист танкыһы алғы һыҙыҡҡа яҡынлашты. Уларға һыйынып дошман һалдаттары атлай, автоматтарынан үлемесле ут яуҙыра.

Тупсылар танкыларға ҡаршы ут асты. Окоптарға 10-15 метр ҡалғас, уларҙың бер нисәһе дөрләп яна башланы.

Ғәли бик уңайлы соҡорҙа. Бына ҡайҙа кәрәк булды уның мәргәнлеге. Сәғит үлгән һалдаттарҙың винтовкаларын, патрондарын килтереп тора, башҡаса сара юҡ, ә Ғәли сүпләй генә берәмләп фашистарҙы. Уның тәңгәлендә дошман мәйеттәренән тау өйөлдө – һанай китһәң, 50-нән ашыуҙыр.

Яу тынды. Көстәр тигеҙ булмаһа ла бирешмәне совет һалдаттары, тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, дошман һөжүмен кире ҡаға алды, ҡасҡан, йә иһә ҡурҡып ултырғандар булманы.

Ватылған тәреле танкылар һаман да яна. Уларға ҡарап күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уяна, кәйеф күтәрелә.

Тирә-яҡты төнгө тынлыҡ солғаны, яйлап ҡына ҡараңғы төштө.  Ғәли үҙенең көнө буйы тәғәм ризыҡ ҡапмағанын, хәҙер килеп бик ныҡ асығыуын тойҙо. Ялан кухняһы ла килеп етте. Тәмле ҡарабойҙай бутҡаһы, ҙур бер телем икмәк, 1 шаҡмаҡ шәкәр. Фронтовой 100 грамм. Старшина самалап махорка ла тарата. Һуңғылары Ғәлигә кәрәкмәй ҙә – ул  эсмәй ҙә, тартмай ҙа, тәмәке менән спиртты олораҡ ағайҙар һорап ала, ә уға шәкәр бирәләр.

Витебск тигән ҡала өсөн ҡаты алыштар бара.  Теге яуҙа  Ғәлиҙең ҡаһармандарса көрәшеүе, фашистарҙы аяуһыҙ ҡырыуы иғтибарһыҙ ҡалманы: полк командиры уның күкрәгенә “Батырлыҡ өсөн” миҙалын ҡаҙаны.

Аяуһыҙ алыштары, юғалтыуҙар, еңеү шатлыҡтары менән 1943 йылды ла ҡаршы алдылар. Ҡыш ҡыш инде, ҡыйын һалдаттарға. Хәрби-ялан шарттарында йәшәйһең, өҫтәүенә сәғәт, минут һайын үлем һағалай. Фашист һыуыҡ тип тормай бит, еңеүҙәренә ышаныстары көндән-көн кәмеһә лә һаман ярһыу атакаға ташлана, урталай өҙөлгән йылан хәлендә булһа ла ыҫылдай-ыҫылдай өҫкә менеп килә. Эштәрегеҙ шәптән түгел, ҡәбәғәттәр, һеҙгә алға барыу түгел, артҡа сигенергә кәрәк, бер урында тапанырға ла ирек бирмәйәсәкбеҙ!

Тәбиғәттең үҙ ҡануны: уға һуғыш ни ҙә, тыныс тормош ни. Ҡыш урынына яҙ килә, бер миҙгелде икенсеһе алмаштыра. Яҙ ҙа етте, талғын ғына ел, йомшаҡ ҡына иҫеп, ағастарға йәшел шәлен ябып та ҡуйҙы.  Әммә яҙ матурлығына һоҡланырға әмәле генә юҡ. Тыуған илемдең, ғәзиз еремдең тәне мең яранан тора. Ерҙең яраһын ҡапларға тип йылы йәй ашыға.

Һуғышта әҙ генә тынлыҡ урынлаштымы һалдаттар туғандарына, һөйгән йәрҙәренә, ҡәҙерле ата-әсәһенә өс мөйөшлө хаттар  яҙа һалалар. Кемдер өҫ-башын тәрбиәләй, өҙөлгән  төймәһен таға, күлдәк-ыштанын тегә. Арып йонсоғандар йәйге ҡояш йылыһына кинәнеп, әүен баҙарына китә. Шаяндар көләмәстәр һөйләп, үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да күңелен йыуата. Ғәли һөйөклө ҡатыны Рәҡиәгә, ҡустыһы Хәнифкә үҙенең иҫән-һау булыуы, фашистарҙы дөмбәҫләүе хаҡында хат яҙып бөтөүгә штабҡа саҡырттылар. Штаб тигәс тә, ергә ҡаҙып эшләнгән бәләкәй генә бер бүлмә инде, ҡап уртала өҫтәл менән ултырғыстар ҡуйылған, ишектә – һаҡсы.

Полк командиры, рота һәм батальон командирҙары, таныш булмаған ике офицер өҫтәлдәге картаға текәлеп, уйға батҡандар. Ғәли үҙенең килеүен белдерҙе. Полк командиры:

-Бына ошо инде башҡорт батыры. Уғы мәргән, күҙе үткер, йөрәге батыр, - тип һалдатын маҡтап алды, - әгәр ҡулымдан килһә, бөгөндән үк снайперҙар әҙерләй торған мәктәпкә ебәрер инем. Тик ул бында кәрәк. Ултыр, әйҙә, Ғәли. Ҡыҫҡаһы шул: командование беҙҙең  алға ҙур бурыс ҡуя. Күршеләге дивизия менән бәйләнеш  өҙөлдө. Унлап элемтәсене ебәреп ҡараныҡ – һөҙөмтә юҡ, иптәштәр кире әйләнеп ҡайтманы. Күрәһең, был араны фашистар бик ныҡ күҙәтеү аҫтына алған. Ғәли, һин – һунарсы, күҙең үткер, күҙәтеүсәнһең. Тоғро юлдаш ал да юлға сыҡ. Элемтә булырға тейеш. Бар ышаныс һиндә, тырыш, шунһыҙ алға барыш юҡ!

Ғәли ике уйлап торманы: Сәғиттән дә ышаныслы дуҫты, юлдашты таба алмаҫһың тип, дуҫын үҙе менән алды. Таң һарыһы беленеү менән иңдәренә  ауыр сым уралған тәгәрмәс  һалып, юлға сыҡтылар.

5-6 саҡрым юл үтеүгә ҡояш та күренде. Яҡты нурға мансылған туғай-ҡырҙар буйлап баралар, бер нисә урында өҙөлгән сымды  ялғайҙар. Ә элемтә һаман да юҡ. Байтаҡ барғас, ҙур булмаған бер аҡланға килеп сыҡтылар. Аҡландың ҡап уртаһында ҡуш ҡайын үҫеп ултыра. Ғәлиҙең күҙ алдына урман-ҡырҙарҙа үткән үҫмер йылдары килеп баҫты, үҙе лә һиҙмәҫтән,  йүгереп килеп, күпте күргән, күпте кисергән, ҡолас етмәҫлек ағасты ҡосаҡланы. Ҡайын, суҡ ботаҡтарын болғап: “Әйҙә, Ғәли, миңә һыйын, һине дошман пуляһынан һаҡлармын”, - тигәндәй талғын елгә япраҡтарын шыбырлатты. Алыҫта туп тауыштары, пулемет тыҡылдауы, миналар ярылғаны ишетелмәһә, һуғыш бара тип уйламаҫһың да...

Сымдың тағы ла бер өҙөлгән урынын табып ялғағандан һуң, дивизия радисының “Мин – Аҡсарлаҡ, ишетәһеңме? “ тигән тауышы яңғыраны.

-Мин – Бөркөт. Һеҙҙе яҡшы ишетәм, - яуап шатлыҡ ауаздарына үрелеп  яңғыраны.

Ике яҡташ  кеҫәлә ятҡан шәкәр шаҡмағын ауыҙға һалып, еңел һулап ҡуйҙы, ҡайтыр юлға сыҡты. Теге ҡуш ҡайынлы аҡланға еткәс, Ғәлиҙең һиҙгер ҡолағына кемдеңдер һөйләшкәне ишетелде, танауына тәмәке еҫе менән бергә аш еҫе бәрелгәндәй булды. Ипләп кенә Сәғиткә өндәште:

-Һиҙәһеңме, кемдер бар буғай?! – һәм аҙымдарын әкренәйтеп, ҡуш ҡайынға күтәрелеп ҡараны. Ҡайын, ниңәлер, һағайып ҡалғандай башын эйгән. Тиҙ күрҙе ҡайын ышығында тирен һөртөп, мыҫҡыллы йылмайып торған немец офицерын һәм автомат тотҡан һалдатты Ғәлиҙер үткер күҙҙәре.

-Хенде хох! – һалдат ауыҙын ыржайтты. Икәү генә булһалар -  бер хәл, арттарында, урман ышығында ялға туҡтап, ашарға ултырған тағы бер нисә ҡәбәхәт бар.

Сәғит Ғәлиғә ҡараны: “Бөттө баш”.

-Әсирлеккә бирелмәйбеҙ, үлһәк – үлербеҙ. Миңә – офицер, һиңә һалдат! – Ғәлиҙең күтәрелә башлаған ҡулы йәшен тиҙлегендәй етеҙ хәрәкәт яһаны ла офицерҙың түшенә хәнйәр бәрҙе. Сәғит билендәге бәләкәй көрәк менән һалдаттың башына ҡундырҙы. Ашап ултырған фашистар иҫтәренә лә килмәй ҡалдылар, Ғәли менән Сәғит, ҡушҡайын ышығына һыйынып, немецтарға үлемесле ут яуҙырҙылар.

Атыш нисек башланған, шулай ҡапыл тымды. Бындай хәлде көтмәгән дошман һалдаттары ауыҙына алған ризыҡтарын да йота алмаған, күптәре автоматын  да алып өлгөрмәгән.

-Тағы бер әжәлдән ҡалдыҡ, Ғәли дуҫ, - тип,  Сәғит дошмандан ҡалған бай ризыҡтарҙы моҡсайға тултыра, ә Ғәли офицерҙың планшет сумкаһын, документтарын ала.

Егеттәр батальон урынлашҡан урынға килеп тә еттеләр, командирҙары уларҙы ҡосағына ла алды:

-Рәхмәт һеҙгә, һалдаттарым. Элемтә эшләгәс, алға, тик алға инде!

Ғәли ҡулындағы планшетка менән аҙыҡ тулы сумканы командирға һуҙҙы. Ҡыҫҡаса булған хәлде һөйләп бирҙе. Күпте күргән Ивановтың күҙе дүрт булды:

-Кит, булмаҫ, ну Ғәли, шәп егет кенә түгел, ысын башҡорт батыры ла икәнһең, - тип штабҡа йүгерҙе.

Ғәли менән Сәғит бик арығандар, землянкаға инеү менән , төпһөҙ күлгә төшкәндәй, тәрән йоҡоға талдылар.

Планшетта, күрәһең, бик файҙалы мәғлүмәт булғандыр.  Батальон командиры юҡҡа ғына “Ике һалдатыңды ла наградаға тәҡдим итәм” тимәҫ ине. Сәғит ошо хәбәрҙе ишетеү менән таҡмаҡ әйтә-әйтә, бейеп тә алды.

Ялан почтальоны хаттар тарата. Ғәли ҙә Рәҡиәнән хат алды. Һөйгәне уны һағынып көтөүен яҙған. Икенсе битен Хәниф тултырған. Ул үҙенең иҫән-һау ғына эшләп йөрөүен, еңгәһенең изге йән булыуын бәйән иткән. Хатта ҡайғылы хәбәр ҙә бар ине: колхоз рәйесе Хәбир ағайҙың үлемесле яра  алыуы һәм Украина ерендә ерләнеүе хаҡында  уҡыуы бик ауыр булды Ғәлигә, сөнки Хәбир ағай кеүек оло йөрәкле, изге күңелле кешеләр бик һирәк була.

Эҫе йәйҙең һуңғы көндәре. Хәҙер инде совет ғәскәрҙәре гел алға бара. Сигенеүҙәр бөттө. Азат ителгән ауыл, ҡалалар һаны көндән-көн арта. Армия хәле лә яҡшырғандан-яҡшыра. Алама винтовкаларҙы автоматтарға алмаштырҙылар, артиллерия ла көсәйҙе. Танкыларҙың йөрөштәре шәп, бронялары ҡалын. Ә инде “Катюша”лар ата башлаһа, фашистарҙы  тамам ҡурҡыу ала. Илебеҙҙе бер нисә айҙа баҫып алам тигән Гитлергә совет халҡының яуабы шул.

Сәғит менән Ғәлиҙе йәнә штабҡа саҡырҙылар.

-Һеҙҙең, егеттәр, тәжрибәгеҙ ҙә, даланығыҙ ҙа бар. Яңы урынға күскән полк менән бәйләнеш булдырыуҙы ышанып тапшырабыҙ һеҙгә, бар өмөт һеҙҙә, - тине күкрәгендә Алтын Йондоҙ балҡыған командир. Ул аңлатмалар биреп, хәйерле юл теләне. Шул саҡ штабҡа сал сәсле, йыуантыҡ кәүҙәле генерал килеп керҙе, янында автомат тотҡан ике һалдат та бар. Барыһы ла аяғүрә баҫып, уны сәләмләгәс, полк командиры таныштырып үтте, Ғәли менән Сәғиткә үтә лә мөһим эш ҡушыуын белдерҙе.

-Ә-ә-ә, бирәм тиһә ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына тиҙәрме әле һеҙҙә, егеттәр, беҙҙеңсә аусы юлына йәнлек үҙе сыға. Мин ошо ике батырҙы бүләкләргә килгән инем бит. Йә, әйтегеҙ,  кемегеҙ Ғәли?

Ғәли тороп баҫты.

- Рәхмәт, улым. Батырлығыңды ил онотмаҫ, - генерал  аҫыл егет түшенә 2-се дәрәжә Дан ордены таҡты. Сәғит “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды.

 – Һынатмағыҙ, егеттәр! Мин һеҙгә ышанам. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.

Ғәли эстән генә ҡыуанып өйрәнгән, ә Сәғит – ярыҡ барабан түшен ҡапшаған булып, балаларса һөйөнә:

- Ишетәһеңме, дуҫ, ауылыма иҫән-һау ҡайтһам, урамынан миҙалымды сыңлата-сыңлата үтәсәкмен, күрһендәр, белһендәр  ауылдаштар Сәғиттең кем икәнен, - тип маһая.

Ә Ғәлиҙең уйҙары башҡаса. Алда – билдәһеҙлек, күңелен ниҙер өйкәй. Был сәфәр һуңғыһы булмаҫмы? Ауыр сым тәгәрмәсен һүтә-һүтә полк менән элемтә булдырыу – яуаплы эш.

Эт кеүек арыһалар-арынылар, әммә бәйләнеш булдырҙылар. Күрше полкта арлы-бирле генә ҡапҡылап алғас, ҡайтыр юлға сыҡтылар. Полк командиры оҙаҡламай ҡаты алыш башланасағы тураһында иҫкәртте, һаҡ булырға ҡушты.

Командир әйтмәһә лә күренеп тора. Бер ҡараһаң -  ғәскәрҙәр ныҡ ҡаҙынған, әҙерлек  тә бар, дошман да ҡурҡыныс  түгел. Шулай ҙа яугирҙарҙа рух көслө булһа ла, күҙҙәрендә - хәүеф сатҡылары. Алда Ржев өсөн ҡан ҡойошло алыштар көтөлә.

Ярты сәғәт тә атлап өлгөрмәнеләр, дошман артиллерияһы көслө ут асты. Тирә-йүндә шартлау тауыштары ҡолаҡты яра. Меҫкен ағастарҙы төбө-тамыры менән аҡтарып  йә яртылаш ҡыйып төшөргән снарядтарҙан  ҡотолор, йәшеренер урын юҡ. Егеттәр нисек кенә һаҡланырға тырышһалар ҙа, яҡында шартлаған снаряд ярсыҡтары уларҙы тапты -  Сәғиттең ҡул бармаҡтарын өҙҙө, Ғәлиҙең уң ҡулын яралап, эсен аҡтарған ине.

Сәғит дуҫына ҡараны ла шаҡ ҡатты, сәстәре үрә торҙо: Ғәлиҙең ҡулы икегә бүленгән, икенсе ҡулы менән эсәктәрен тотҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙ аңында, тоноҡ ҡына тауышы менән күлдәген сисеп, эсен бәйләргә ҡуша.

Яра уға шыуышырға мөмкинлек бирмәй, шуға ла ул нисек тә булһа аяғөҫтө ҡалырға, аңын юғалтмаҫҡа тырыша.  Сәғиттең дә хәле шәптән түгел, өҙөлгән бармаҡ урындарынан туҡтауһыҙ ҡан аға.

Ғәли  бер аҙ туҡталып торғандан һуң:

- Ошо урында бәхилләшәйек. Үҙең генә кит, задание үтәлеүен һәм минең хәлде һөйләрһең. Насип булһа, күрешербеҙ. Күрешмәһәк, һин беләһең, минекеләргә хәбәр итерһең.

Сәғит, яралы ҡулды нисек етте – шулай муйынға автомат менән ҡуша аҫып ҡуйғандан һуң, йәшле күҙҙәрен һөртә-һөртә  китеп барҙы.

Тормош  Ғәли алдына тағы ла бер һынау ҡуйҙы. Йәшәргә көс табырға кәрәк. Бер, ике аҙым булһа ла алға атларға. Самалап тура юлды табып атлай, туҡтап ала. Ауыҙы кибә. Хәленең насарлана барыуын тоя, күҙ алдына Рәҡиәһе килеп баҫа. Зәңгәр күҙҙәрен балҡытып, һары көлтә сәстәрен тарай-тарай,  уға ҡарай.   Туҡта,  ҡайҙандыр моң  ағыла түгелме? “Һандуғас”! Уны һандуғас моңона торошло итеп тик Рәҡиәһе генә йырлай ала. Тик ниңәлер тауышы тоноҡ сыға:

Тыуған  илкәйемә ҡайтыр инем

Аяҡтарым талһа ла имгәкләп...

Ауыр яра онотолғандай була, йәшәүгә көс килгәндәй. Мөхәббәт кешене йәшәтә тигәндәре, күрәһең, ысындыр...

Ғәлиҙең ҡолағына полуторка гудогы ишетелде. Алыш тынғас,  санитар машиналар шулай итеп ҡысҡыртып, яралыларҙы йыя бит. Ғәли үҙенең юлға килеп сығыуын аңланы. Ана, өс машина килә, яралыларҙы тейәгәндәр, уға яҡынлашалар. Бар көсөнә ҡысҡырып ҡарай, файҙаһыҙ – кипкән ирендәр тауыш сығармайҙар. Тәүге машина үтеп китте, икенсеһе... Өсөнсөһө лә яҡынланы. Һуңғы өмөт селпәрәмә килерме икән?.. Күрмәһәләр, ошо исемһеҙ ерҙә ятып ҡаласаҡ. Ғәли, аҡтыҡ көсөн йыйып, автомат курогына баҫты. Ишеттеләр. Машина туҡтаны, уға табан өс һалдат йүгереп килеүен томан аша ғына күрҙе Ғәли. Күҙ алдарын ҡуйы томан солғаны, аңын юғалтты. Ниндәйҙер ҡот осҡос шартлау бер аҙға ғына күҙен астырҙы – алдағы ике машина минаға шартлап, юҡҡа сыҡҡайны...

Башта яраны арлы-бирле генә тектеләр ҙә Ғәлиҙе  тылға оҙаттылар. Унда бер нисә операция яһанылар, ике-өс тапҡыр ҡан да ебәргәс, тамам аңына килде.

- Йә, батыр,  әкиәттәге кеүек дейеү менән өс ай алыштың, бик көслө рухлы кеше генә еңә ала үлем тигән яуызды. Хәлең бик ауыр ине. Хәҙер барыһы ла артта ҡалды, тағы ла  бер ике-өс айҙан өйөңә, яҡындарың янына, ҡайтырһың. Һинең өсөн һуғыш бөттө. Бурысыңды намыҫ менән үтәнең. Һин йәшәргә хаҡлы, - янында йылмайып баҫып торған табип Ғәлиҙең  алдында сал башын эйеп, ҡулын һыйпай.

Ғәли биш ай тигәндә әҙ-мәҙ ултыра башланы. Йөрөргә, аяҡҡа баҫырға рөхсәт итмәйҙәр. Тәҙрәгә күҙ һалһа, аптырап китте, тышта – ҡыш, ябалаҡлап ҡар яуа. Ҡыш бабай ҡарҙан тауҙар өйгән. Күрәһең, ҡыш һуңғы көсөн йыйып, тирә-йүнде ҡарға күмеп, өшөтмәксе булалыр.

Ғәлиҙең яраланыуы, госпиталгә оҙатылыуы хаҡында Рәҡиәгә Сәғит үҙе килеп һөйләне. Бармаҡтары өҙөлгәс, Сәғитте лә ҡайтарғандар.

- Ғәли – ышаныслы дуҫ, батыр йөрәкле яугир. Уның күкрәге тулы орден-миҙал, - Сәғиттең ошо һүҙҙәре Рәҡиәгә ҡанат ҡуя, яралы булһа ла иҫән бит, оҙаҡламаҫ, ул да ҡайтыр, тип татлы хыялдарға сума, күрешер көндәрҙе көтә.

Оҙайлы ҡыш та үтеп китте. Аҡ һыйыр тороп китте, ала һыйыр ятып ҡалды – шундай мәл етте. Ярһыу Яҙһылыу ергә йәм өҫтәп, үлән, сәскәләргә йән өрҙө. Хыял ҡанаттары талһа ла өмөт ҡанаттары талмай ул, күрешер көндәрен көтә.

Рәҡиә ауылдаштары менән бергә баҫыуҙа эшләй. Фронт өсөн, еңеү өсөн көстәрен йәлләмәй уңғандар, тырышалар. Төшкә табан Рәҡиәнең күҙенә йән-фарман, сабып тигәндәй килеүсе Хәниф салынды. Ҡурҡып китте: әллә Ғәлигә бер-бер хәл булғанмы? Ҡәйнешенең шатлыҡ тулы күҙ йәштәрен күргәс кенә аңланы Рәҡиә – Ғәли ҡайтҡан, һөйгәне, берҙән-бере ҡайтҡан!

1944 йылдың май аҙағында  батыр һуғышсы, 1-се төркөм һуғыш инвалиды булып, тыуған тупрағына аяҡ баҫты.

 

Эпилог

Ҡасандыр рәйес Хәбир ағайҙың  Ғәлиҙе эшкә саҡырып килгәндә, Ғәли ҡустым, һинән бынамын тигән бухгалтер сыға, мин әйтте тиерһең, тигән һүҙҙәре ысынға сыҡты. Хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне  Ғәли ошо һөнәргә тап төшөрмәй.

Хәниф тә ағаһының ҙур ярҙамы, үҙ тырышлығы менән ауылда хөрмәтле кеше булды – балаларға белем бирҙе.

Рәҡиә сабыр аҡылы, уңғанлығы менән алдырҙы, мәрхәмәтле, йомарт, изге күңелле булғаны өсөн халыҡ абруйын ҡаҙанды. Ауылдаштарын теккән кейемдәре, сиккән өлгөләре, моңло тауышы менән арбаны. Биш балаға ғүмер бирҙеләр. Тик һандуғастай моң иртә, бик иртә өҙөлдө.  40 йәшендә 5 балаһын йәтим итеп, үҙенән һуң яҡты иҫтәлек ҡалдырып, мәңгелеккә китеп барҙы.

Йәйғор төҫтәренең  сағыу нурҙарын һибеп ҡояш ҡалҡа. Шифалы йылыһын һибеп, йылмайып бейеккә күтәрелә. Көмөш һыуын сайҡай-сайҡай Эйек аға. Уның өҫтөнән томан күтәрелеп, зәңгәр күктә аҡ болоттарға әйләнә. Талғын иҫкән ел: “Эй, кешеләр, ғүмерегеҙҙе заяға үткәрмәгеҙ, яратығыҙ, яратылығыҙ, һәр атҡан алһыу таңдың, ҡояшлы көндөң, йондоҙло-айлы төндөң ҡәҙерен белегеҙ. Илебеҙ именлеген һаҡлап, уяу булығыҙ. Башҡаса һуғыш афәттәрен күрмәгеҙ”, - тигәндәй йомшаҡ ҡына иҫеп, биттәрҙе һыйпай, тормоштоң мәңгелек, тик кеше ғүмеренең бик ҡыҫҡа бер мәл генә икәнен белдерергә теләгән төҫлө ул.   

Гөлшат ИШБУЛДИНА.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас