Кәрәкле кеше
Ғәли Ғатауллин
Ахыры билдәле инде, йә — тегендә, йә — бында. Элек, ҡыҙыл сепрәк заманында, йөрәктең ни икәнен дә белмәне Дилми. Өҫтәл тулы ризыҡҡа алданып ашҡаҙаны менән генә яфаланды, хәйер, яртыһын киҫтереп ташлағас, уныһы ипкә килде. Ауылдаштарының күбеһе киҫтерҙе инде ашҡаҙанын. Хәҙерге заманға уның ҡалғаны ла еткән. Хәҙер йөрәк ныҡлығы кәрәк, йөрәк. Ә Дилмиҙең йөрәге сыҙаманы. Урынынан ҡупты ла, бер йомарлам һыҙлауыҡ булып, боғаҙына тығылды. Ятырға тура килер, ятҡыралар инде былай булғас. Теге мәрүскә врач, бик ентекләп ҡараштырғас:
— Да-с, капремонт кәрәк,дәдинкә! Ял да итеп алырһың, — тине бит. Беләбеҙ ниндәй ял икәнен, йомшаҡ ереңдең ятыр өлөшөн ҡом иләрлек итәләр инде бында. Бәрәңге күмәр ваҡыттта. Салғы һелтәр ваҡытта. Ҡышҡылыҡҡа утын хәстәрләр ваҡытта... Йөрәге сетек кенә түҙмәне бит, инде ҡышҡа кергәс, инде эштәр һайыҡҡан бер мәлдә эләктерһә ни була. Ә хатынына нәмә, уның донъяһы түңәрәк, ултыралыр әле ҡапҡа төбөндә семески сиртеп, апраһының әсегәнен көтөп. Әсер инде ул, заразы, шунан шыпан-шыпан ғына әлкиә-әхирәттәре килер — башланыр эт туйы. Ирек бит, ир өйҙә юҡ, байрам, заразыларға. Ярай ҙа мәжлестәренә ауыл пләмәһе Хөрбик ҡушылып рәттән шыйырып ташламаһа...
Һәй, сәсрәп китһендәр ҙә, Дилмиҙең үҙ хәле хәл. Әгәр хәҙер ятҡырып ҡуйһалар, унда телефон әллә бар, әллә юҡ, донъя хәлен белеп булмай — киттең барҙың булыр. Балаларына хәбәр биреп, уларҙың күңелен көйләберәк ҡуйырға кәрәк. Был Өфө тигәндәрендә өс балаһы йәшәй бит әле Дилмиҙең.
Дилми, яй ғына ҡуҙғалып, стенаға эленгән телефон янына килде. Иң башта өлкәненә — ҡатынының мут йәшлеге шаһиты, никахтан һуң өс ай үткәс ауаз һалған малайына шалтыратырға кәрәк. Өйҙәлер ул, төнгөлөктә эшләй ул. Эш, тип әйтмәһәң, хәтере ҡалыр, бер төн ниндәйҙер будка һаҡлай ҙа, ике тәүлек өйөндә диван иҙә.
Көттөрөп булһа ла, теге башта телефон трубкаһын алдылар — өлкән улының тауышы.
— О-о, атта, был һин, да?! Привет! Ҡайҙан звонишь?.. А-а, Өфөнән. Как хорошо. Как раз һине уйлап ята инем, атта! Кил әле һин беҙгә, или, давай, мин һине барып алам. Һин әле ҡайҙа?.. А-а, больницала... яңы килдең. Давай, һин, атта, больница ҡапҡа төбөндә мине көт! Мин подвезду. И беҙ тура дачаға поедем. Бура килтергән инең бит, шуның крышаһын крыть итерһең әле, атта! Все готово! Мин хәҙер. Ҡалғанын дачала поговорим.
Дилми ауыҙын асып бер һүҙ ҡыҫтыра алманы — телефон трубкаһы эсендә нәмәлер “дыҡ” итте лә тынды. Хәйер, Дилми инде барын да аңлаған ине — инде яҙ башында уҡ күтәрелгән бура әле һаман ҡояшта ҡарайып, ямғырҙа сереп, түбәһеҙ һерәйеп ултыра икән. Ну был малай, хөрәсән! Атаһын көтөп ятҡан. Крыша крыть, имеш. Бер тотонғас, ишек-тәҙрәләрен һуғып ҡуйырға ла була инде булыуын. Шунан һуң иҙән, түшәм генә ҡала. Дилми хәҙер үк ең һыҙғаныр ине лә һыҙғаныуын, үҙ хәле хәл. Бәлки, йөрәк өйәнәге ипләп кенә уҙыр, кис ҡыл өҙәрлек тә егәре юҡ ине, сыҡмаған йәне генә бар ине — ә бөгөн, инде әлеге мәлдә, әкренләп булһа ла йөрөп ята, хатта һөйләшә лә ала бит...
Дилми Ынйының, иҫерек иренән көс-хәл менән араланған ҡыҙының, номерын йыйҙы. Теге башта, көтөп торғандай, трубканы бик тиҙ алдылар.
— Кем? Ә, атайым, һин бит, һине генә уйлап тора инем әле. Бик һәйбәт ишетеләһең, әллә Өфөнән шалтыратаһыңмы?.. Вәт, һәйбәт, атайым, бигерәктәр һәйбәт! Беҙҙең фатирҙы беләһең бит инде, атайым, хәҙер үк беҙгә кил, яраймы! Тиҙ кил, яраймы, — электричкаға өлгәшәбеҙ әле — баҡса өйөнә мейес сығарып бирер инең, атайым! Аҡса түләп әллә кемдәрҙән эшләтмәм бит инде. Тиҙ бул, атайым, мин рюкзакты тултыра торам.
Трубка эсе йәнә “дыҡ” итте... Һәй, был ҡыҙый шул баҡсаһын һаман рәткә һалмаған икән. Дилми үткән йәй үк йыйнаҡ ҡына, күркәм генә өй еткергән ине ҡыҙына. Кирбесе булманы, юғиһә, бер остан мейесен дә сығарырға ине иҫәбе. Бер кислек эш инде уйлап ҡараһаң. Таҙалығы таҡырыраҡ шул, хәҙер үк тотонор ине лә бит. Ике ҡулына ике малай етәкләгән, үҙе лә бала ғына ҡыҙы ни ҡыйрата ала инде. Яңғыҙы. Атаһы әлегә иҫән саҡта яттарға ялынып йөрөмәҫ инде ҡыҙы... Шулай... Йөрәк былай нисауаланған кеүек тә инде нисауаланыуын, бәлки, ниәтләп ҡарарғалыр. Ул-был була ҡалһа, ашығыс ярҙам машиналары тыз-быз йөрөп кенә тора, лабаһа.
Инде төпсөгө, йәше утыҙға етһә лә әле һаман башлы-күҙле булмаған малайына үҙенең больницала икәнлеген белдерһә, тыныс күңел менән кереп ятырға ла мөмкин.
Дилми, кәрәкле номерҙе йыйғас, теге башта трубканы бик көттөрөп кенә алдылар.
— Говори! Ба-а, әттә, һинме ни?! Вәт, килеүең һәйбәт булған!.. Кардиологическийҙан?! Һин нәмә, әттә, мин бит уның ҡырында ғына йәшәйем табаһа. Хәҙер үк кил! Шалтыратып тораһың. Өй тулы буш шешә, аяҡ баҫырға ла ҡурҡыныс. Үҙем генә сдавать итеп бөтәрә алмайым — помоги, пожалуйста! Бер тин дә аҡса юҡ. Уф-ф, һөйләй-һөйләй тамағым кипте, әттә, кисә күберәк киткән. Баш сатнай. Әттә, тим, әттә, ни бит әле... теге ни, шул инде — кергәндә берәр сүлли булһа ла алып кер әле. Үләм бит...
Асыуынан шартларҙай булған Дилми телефон трубкаһын урынына сәпәне. Вәт, хәсис! Вәт, хәсистең хәсисе! Вәт, закунный хәсис! Атаһынан да оялмай — баш ауырта, имеш. Сүлли алып кер, имеш! Хәҙер төҙәтәм мин һинең никудышный башыңды! Бер тин аҡсаһы юҡ, имеш. Уның урынына буш шешәләрең күп. Ниндәй бала булды был, ә? Ҡулынан килмәгән эше юҡ үҙенең. Вәт, заразы, ә! Башы ауырта, имеш. Кәнишне, махмырдан интегеүҙәрҙең нәмә икәнен Дилми үҙе лә белмәй түгел — белә. Малай йәлке, берәр “сусҡа балаһы” ҡыҫтырып керергәҙер, бәлки...
“Керергә? Нисек инде — керергә?” Дилми, һушына килеп, шып туҡталып ҡалды — төпсөк малай уны тамам сығырынан сығарған — Дилми больницанан сығып китеп бара! Ә йөрәк? Йөрәктең сәнсеүе кәмей, йомшара төшкән түгелме һуң? Лыпыр-лыпыр эшләп маташҡан була бит, рәхмәт төшкөрө. Былай булһа, бәлки, бер аҙ йәшәрбеҙ әле. Хәл барында иң башта төпсөк малайҙы тәртә араһына керетергә кәрәк. Һуңынан, Алла бойорһа, өлкән улының, ҡыҙының баҡсаһына барыр. Ә йөрәк, туҡтаһы булһа, больницамы уға, баҡсамы — туҡтай ҙа ҡуя инде. Балалар янында күңеллерәк булыр, исмаһам.
...Мәңге туҙмаҫ, күп ышҡылыуҙан баштары ағарған күн ботинкаларын лыштырҙатып, Дилми үҙенсә бик тә елт-елт атлап, ниҙер мығырҙанып, Өфө урамынан китеп бара. Был ағай әллә инде иҫерек, тип көлмәгеҙ унан, юлын бүлмәгеҙ һеҙ уның — уның был донъялағы эштәре күп икән әле, бик кәрәк икән әле ул.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: