+24 °С
Ямғыр
Балам ҡайта тип йүгерәм генә,
Аяҡ теймәй ергә һис кенә
Ваҡ-ваҡ итеп туҡмас киҫтем ашҡа,
Бәлеш тыҡтым ҡайнар мейескә.
Тәҙ(е)рәне барып күҙләп китәм,
Тыңлап алам ҡапҡа тауышын,
Бына хәҙер, тәм-том алырға тип,
Кибеттәргә китеп барышым.
Балам яратҡанын һайлап алам,
Емештәрҙең иң-иң татлыһын,
Кейеме лә иҫкергәндер тиеп,
Матурын һайлайым, затлыһын.
Иҫән-имен юлда йөрөһөн тиеп,
Ялбарамын һуҙып ҡулымды,
Хызыр Ильяс һаҡлап йөрөтһөн
Хәүеф-хафаларҙан улымды.
Балаларға булған мәхәббәтте
Йөрәгендә һаҡлай әсәләр,
Хәсрәт уттарына ғына бер үк
Һала күрмәгеҙ һеҙ, балалар!
Рушания Әхмәҙуллина.
ФЙото асыҡ сығанаҡтан алынды: