Әҙәби бит
21 Июнь 2023, 04:35

Бөгөн - иң оҙон көн!

-

Бөгөн – уникаль көн, иң оҙон көн. Йәғни, бөгөн көслө энергия аҫтында буласаҡбыҙ. Был ғаиләләге мөнәсәбәткә йоғонто яһай. Астрологтар был көндө теләк теләргә кәңәш итә. Ҡояш энергияһы уларҙы тормошҡа ашыуына булышлыҡ итә ала, тиҙәр.

Яҡты көн!

Купме hынау үттем!Мин һынманым!
Ғумер бирҙең!Бир һин, яҡты кѳн!
Ҙур шатлыҡты кемдер кесе итә-
Аяҙ кѳнѳ уның -ҡара тѳн…

Ғумер бирҙең!Бир hин һөйөу хисен!
Шатлығын да!Ғаилә бәхетен!
Был донъяла тойоп йәшәр өсөн,
Яҡты көндөң бѳтмәҫ рәхәтен!

Мин бит ғашиҡ яҡты был донъяға!
Һаумы,зәңгәр кугем!Ҡояшым!
Аралап ал мине-hынауҙарҙан,
Аҡ бәхетле булһын,Яҙмышым!

Земфира Садыкова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:priroda-solntse-2

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас