Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
10 Июнь 2023, 20:00

Ҡыҙ яҙмышы

Урман эсенә ингәс, ағастарға ышыҡланып, юлдашын күҙәтте. Йәшел үлән өҫтөндә нисек аунап ҡалған булһа, шулай ятыуында булды. Ҡыҙға шул ғына кәрәк ине. Ғүмер буйы айыу-бүренән ҡурҡып, урманға йөрөмәгән ҡыҙыҡай, барлыҡ көсөн йыйып, тыуған ауылы яғына йүгерҙе. Нисек тә тиҙерәк был урындан алыҫҡараҡ китергә ине теләге. Ләкин иртәрәк ҡыуанған булып сыҡты ул. Лилиәнең оҙаҡлауын белеп, теге ир уның артынан эҙләргә сыҡҡан ине. Лап-лап баҫып йүгереп, ҡыҙға яҡыная ла башланы. “Йә Хоҙай, үҙ тыуған еремә етеп тә ҡотола алмаҫмын микән ни? - тип илап ебәрҙе. Әммә шул саҡ, Хоҙай уның йөрәктән сыҡҡан һүҙен ишетепме, мөғжизә булды. Теге ирҙең ҡыҙға еттем тигәндә генә, яман ҡысҡырып ниндәйҙер соҡорға төшөп тәгәрәне. Ул айыу тоҙағына эләккән ине...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡыҙ яҙмышы

Юл ғазабы – гүр ғазабы, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде. Бына Лилиәнең дә юлға сыҡҡан һайын берәй мажараға тарымаған сағы булманы. Хатта береһе саҡ үлемесле фажиғәгә әйләнмәй ҡалды.

Сыҡмаҫ ине юлға, өйҙә ғәзиз әсәһе көтә.

Ҡыҙға тәбиғәт гүзәллекте йәлләмәгән. Уның һылыулығы, һөйкөмлө ҡарашы берәүҙе лә битараф ҡалдырмайҙыр. Әммә саманан тыш сибәрлек гел бәхет тә вәғәҙә итеп тормай шул...

Дүртенсе курста уҡып йөрөгән сағы ине. Һәр ваҡыттағыса тыуған яҡтарына ҡайтырға яңғыҙы ғына оло юлға сығып баҫты. Үткән-һүткән машиналарға ҡу күтәреп баҫып торғанда шып итеп эргэәһенә бер текә генә ҡара “джип” янына килеп туҡтаны. Өҫтәүенә шофер бик яғымлы кеше булып күренде. Ҡайҙа барыуын да һорап тормай: “Ултыр, һеңлем”, - тип йүгереп төшөп, машинаның ишеген асыт. Шунан һуң ғына һорап, ҡайҙа юл тотоуын һорашты. Юлдары бер яҡҡа булып сыҡты. Шулай ҙа Лилиә бик асылып китмәне. Уның күңеленә ниңәлер шик төштө. Юлдашының һорауҙарына ла теүәл генә яуап бирмәне. Дуҫ ҡыҙыма ҡунаҡҡа барам, тине. Йәнәһе лә был яҡтарға тәүге тапҡыр барыуы.

Ҡыҙҙың юлда йөрөүе тәүгә булмаһа ла, был текә машинала уға нисектер ҡыйын, уңайһыҙ ине. Был кешегә лә баштан ышанып етмәне. Етмәһә, ултыртҡанда бик йылмайған ир юл буйына ауыҙына йөҙөк ҡапҡан, тиерһең. Телһеҙ-өнһөҙ барыуын белде. Тын ғына бара торғас, өс сәғәт үтеп тә киткән икән. Ҡыҙ уға һүҙ ҡушып ҡараһа ла, тегенеһе һөйләшмәҫ булды. Исемен һораған ине: “Нимә, танышырға уйлаһыңмы әлле? Әллә миңә күҙең төштөмө?” - тип ыржайҙы. Был ирҙең шулай һөйләшеүе күңелен болғатты. Өҫтәүенә, шофер эҫе, тигән булып, машинаның тәҙрәһен асып барғанда, уның йәбештерелгән мыйығын абайлап ҡалды.

Шул саҡ шоферҙың телефоны шылтыраны. Ир, машинаһын туҡтатып, әҙерәк хәл алып керәм, тигән булып, машинаһынан төштө. Ҡыҙыҡай асыҡ ҡалған ишектән башын тығып, уларҙың нимә һөйләшкәнен тыңланы. Баҡтиһәң, был әҙәм йүнле юлда йөрөгән кеше булмай сыҡты. Тағы ла шуныһы билдәле булды – уларҙың артынан үксәгә баҫып тигәндәй, тағы бер машина килә икән. Өҙөк-һурыҡ һүҙҙәргә ҡарағанда, улар алдағы бер яланда туҡтаясаҡтар һәм шешлек бешереп, ашапүэсеп, кәйеф-сафа ҡорорға уйлайҙар. Быныһы: “Ашау-эсеү һәр ваҡыттағыса – һеҙҙән, ә ҡыҙ – минән. Ҡыҙҙың да ниндәйе бит әле – еләк кеүек, өсөбөҙгә лә етәсәк”, - тимәһенме. Һүҙен түңәрәкләп аҙаҡ: “Көрәк алырға онотмағыҙ”, - тине.

Был һүҙҙәрҙән һуң Лилиә дер-дер ҡалтырана башланы. Уның хаҡында һөйләйҙәр ине бит. Был ваҡытта уның башынан меңәрләп уй үтте. Көс менән еңеп булмаҫын ул аңлаған ине инде. Нисек тә ҡотолоу юлын табырға кәрәк. Тороп йүгергәндә, теге әҙәм ҡыуып етәсәк. Өҫтәүенә, тегеләре лә етеп килә. Тыуған ауылы ла йыраҡ, 20 саҡрымдай бай. Шул ваҡыт әсәһенең алтын һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө: “Ҡыҙым, ҡатын-ҡыҙ ир-атты көс менән түгел, татлы тел, тәмле ризыҡ һәм хәйлә менән генә ҡоралһыҙландыра ала. Онотма шуны”, - тигәйне. Шулай эшләргә булды ла.

Шофер оҙаҡ ҡына тәмәке һурып, уйланып торҙо ла, машинаға инеп ултырҙы. Бер һүҙ ҙә әйтмәй, егермеләгән саҡрым юл үтте. Инде ҡыҙҙың ауылына ла 5-6 саҡрым ҡалғандыр. Көтмәгәндә шофер телгә килде: “Һеңлем, һинең бараһы ауыл алыҫмы әле?”

Тағы ла 25 саҡрымдай барҙыр ул.

- Улай булғас, әле һинең дуҫ ҡыҙыңа барып еткәнсе алыҫ, машина ла ҡыҙҙы, туҡтап, ял итеп алайыҡ. Үҙем дә арып киттем. Эргәлә йылға ла бар шикелле. Сәй ҡуйып ебәрәйек.

Ә Лилиә бер ни белмәгәндәй:

- Эйе шул, арығанһығыҙҙыр. Һеҙ ултырып тороғоҙ. Ә мин сәй ҡуйырға йылғаға төшөп, һыу алып киләм. Тик сумкамдан берәй нәмәне урлап ҡуймағыҙ. Унда дуҫ ҡыҙымдың туйына тигән бүләк ята. Ниндәй туй инде бүләкһеҙ?

Әйтерһең, был минутта шул сумканан башҡа ҡәҙерлерәк әйбер юҡ. Ысынында ла ул сумкала кейем-һалымынан ьашҡа бер әйбере лә юҡ. Документтарын ул күптән үҙе менән йөрөтә. Кем белә юл хәлен.

Ҡыҙҙың үҙен ышаныслы тотоуы, балаларса бер ҡатлы ҡыланышы, яҡты йөҙө, тәмле һүҙе ирҙе ышандырҙы.

- Ярай, һеңлем, бик арыным шул, алыҫ юлдан киләм. Биҙрәне ал да, тиҙ генә һыу алып кил.

Ҡыҙ тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, ашыҡмай ғына биҙрәне алып, яй ғына аҙымдар менән урманға табан атланы. Урман эсенә ингәс, ағастарға ышыҡланып, юлдашын күҙәтте. Йәшел үлән өҫтөндә нисек аунап ҡалған булһа, шулай ятыуында булды. Ҡыҙға шул ғына кәрәк ине. Ғүмер буйы айыу-бүренән ҡурҡып, урманға йөрөмәгән ҡыҙыҡай, барлыҡ көсөн йыйып, тыуған ауылы яғына йүгерҙе. Нисек тә тиҙерәк был урындан алыҫҡараҡ китергә ине теләге. Ләкин иртәрәк ҡыуанған булып сыҡты ул. Лилиәнең оҙаҡлауын белеп, теге ир уның артынан эҙләргә сыҡҡан ине. Лап-лап баҫып йүгереп, ҡыҙға яҡыная ла башланы. “Йә Хоҙай, үҙ тыуған еремә етеп тә ҡотола алмаҫмын микән ни? - тип илап ебәрҙе. Әммә шул саҡ, Хоҙай уның йөрәктән сыҡҡан һүҙен ишетепме, мөғжизә булды. Теге ирҙең ҡыҙға еттем тигәндә генә, яман ҡысҡырып ниндәйҙер соҡорға төшөп тәгәрәне. Ул айыу тоҙағына эләккән ине...

Ләкин был ирҙең дуҫтары ла етеп килеүен иҫләп, ҡыҙыҡай тағы ла шәберәк йүгерә башланы. 3-4 саҡрымды ул ярты сәғәттә үткән икән. Тыуған яғының урман-болоно уны үҙ ҡосағына алды, уны ситтән килгән бандиттарға бирмәне. Шул миҙгелдә ул, егерме ике йәшендә, икенсегә тыуған кеүек үҙен хис итте. Тыуған яғы уға икенсегә ғүмер бүләк итте. Бына уның ҡолағына һыйырҙар мөңгрәүе, һарыҡтарҙың безелдәгәне салынды. Көтөү көтөп, өс көтөүсенең береһе уның ауылдашы булып сыҡты. Хәлен һөйләп аңлатҡас, уны мотоциклында ауылдарына илтеп ҡуйҙы.

Күпмелер ваҡыттан һуң, Лилиәгә шуныһы билдәле булды: был бандит өйөрөн күптән эҙләгәндәр булып сыҡты. Әллә күпме ҡыҙҙарҙың башына еткәндәр икән. Мәсхәрә итеп, интектереп үлтереп, һуңынан күмеп, эҙҙәрен йәшереп йөрөгәндәр. Күптән инде ҡыҙҙар аулау менән шөғөлләнгән наркоман-бандиттарҙың тоҙағынан ысҡынған берҙән-бер ҡыҙ ул – Лилиә булып сыҡҡан.

Гөлсимә Зиннәтуллина.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:CWUB1AtkoEM

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: