Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
10 Июнь 2023, 19:00

Ҡороған йылға

Уның туғандары бер көн килеп ауыр эштәрҙә ярҙамлашһа, икенсе көнө әрләп китергә лә күп һораманы. Тәмле ризыҡтарын тотоп килгән ҡәйнәһе, сәй һуңында әшәке һүҙҙәр менән әрләп ҡайтып китергә лә сәбәбен тапты. Бер нисек тә уларға ярай алманы Зөһрә, шулай уҡ Таһирҙың үҙенә ҡарата булған һөйөүен дә аңламаны. Айырылышыуҙарына сәбәбе лә тиҙ табылды, балаға ауырыған ҡатынды больницаға оҙата барҙы, әммә хәле киҫкенләшкәнлектән табиб район больницаһына ебәрҙе. Үҙ ауырыуын Зөһрәгә алып барып еткерергә ҡушты. Бер нисә тапҡыр иҫенән яҙған ауырыуҙы район дауаханаһына индереп урынлаштырыуға төн уртаһы еткәйне...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡороған йылға (Хикәйә)

- Бейем, Рөстәм һинҽң яныңа килмәнеме, һаман ҡайтмай оҙаҡлайсы, – кеҫә телефонынан яңғыраған килененең борсоуло тауышы Зөһрәне һиҫкәндерҙе.

- Йөрөйҙөр эт һуғарып урам араһында, асыҡһа ҡайтыр, – был яуабы килененән бигерәк үҙен йыуатыуы ине, ҡапыл ҡабынған йөрәген усына алды.

- Иртән эшкә киткәнемдә йоҡлап ҡалғайны. Төш ашарға ҡайтҡанымда өйҙә юҡ ине, ашарына ултырттым да кире эшкә йүгерҙем. Эштән кис ҡайтыуыма һаман өйҙә юҡ, төшкөһөн дә ҡайтып ашамаған. Лагерҙән ҡайтыу менән ҡәртәсәйем менән ҡаратайымдың тыуған ауылына барабыҙ, тип һөйләнеп йөрөнө, шуға ла һинең яныңдалыр тип артыҡ борсолманым да. Әле һаман юҡлығына хәүефләнеп кенә шылтыратҡайным, йоҡоңдо бүлдем инде.

- Юҡ, юҡ... Йоҡламағайным әле. Ҡайтһа шылтыратырһың.

- Тыныс йоҡо, бейем, ярай.

Ейәнсура яғынан төшкән килене артыҡ бәләһен һалып бармай, ун дүрт йәшлек ейәне менән үҙе тырышынып донъя көтә. Рөстәм бәләкәй саҡта ике донъяны бер итеп йәшәнеләр. Зөһрә бешерһә, килене менән ейәненә ризығы етте, килене бешерһә ҡәйнәһенә өндәште. Ейәнен һәр саҡ үҙе янындараҡ тоторға тырышты, йәшләй яңғыҙ ҡалған килененә үҙ ишен табып, яңынан тормошон яйларға кәңәш бирҙе. Йәшәгән фатиры ла алыҫ түгел, Зөһрә үҙенең ике бүлмәлеһен ейәненә яҙҙырып ҡуйған, донъя хәлен белеп булмай, бөгөн барһың, иртәгә булмауың ихтимал...

Зөһрә урынынан тороп ярһыған йөрәген баҫырға теләп төрлө дарыуҙарын йотто, ҡан баҫымын үлсәне. Әле генә серемгә киткәнлеген, телефон тауышына тертләп уяныуын килененә әйтеп торманы, белә уның да һәр телефон шылтырауын өмөтләнеп, әммә ҡурҡып ҡалтыранып көтөүен. Был тиклем дә оҡшаш булыр икән ҡәйнәле-килендең яҙмышы. Әле ейәне генә һау-сәләмәт булһын, имен-аман ҡайтһын инде ҡайҙа ғына йөрөһә лә. Эш боҙоп йөрөр бала түгел дә, бер ҡосаҡтан икенсенә һикереп, һыйынып ҡына үҫте.

Уҡыуҙарын бөткәс әсәһе алған путевка буйынса балалар лагерына бармаҫҡа ҡырталашты ейәне, Зөһрә уны өгөтләп, бына һин йөрөп ҡайтыу менән ҡартатайыңдың тыуған ауылына барырбыҙ, тигәненә генә күнеп ризалашты. Әсәһенә лә бер аҙ ял, тыныслыҡ кәрәклегенен белә лә Зөһрә. Ҡулсыр үҫмер үҙ артынан һәр саҡ күҙәтеп тороуҙы яратмай, бәлки лагерҙа тиҫтерҙәре араһында үҙгәрер, үҙаллылыҡҡа өйрәнер.

Лагерҙан ҡайтыуына уҡ Зөһрә уға шылтыратып хәлен белеште. Әсәһенең киләһе ялында ауылға барып ҡайтырға йыйыныуын, унда ике көн буласағын белгертте. Рөстәмгә балыҡ тотор кәрәк-ярағын әҙерләргә ҡушты, ауыл янында матур быуа барлығын ҡабатланы. Ҡайҙа булыуы мөмкин, ун дүрт кенә йәш бит әле уға... Һулҡылдап һыҙлаған йәненә урын тапмай тороп ары-бире йөрөргә тырышты, тик быуынһыҙланып кире карауатына ултырҙы.

Сибай медучилещеһын тамамлаған йылды уҡ урман төпкөлөндә ятҡан ауылға фельдшер итеп юллама менән эшкә ебәрҙеләр. Уға тиклем эшләгән фельдшер Сибайҙан фатир алып күсенгән икән, ире лә Сибай леспромхозында эшен тапҡан. Ауылдағы яңы һалынған бәләкәй генә медпунктҡа оҙаҡ йылдар санитарка булып эшләгән апай хужа. Алсаҡ йөҙлө ярҙамсыл апай ауылда хөрмәтле кешеләрҙән һанала, ҡатындар бәпесләһә лә уға киләләр, медпунктҡа килтерелгән дарыуҙарҙы ла ул һата, яраланып килгәндәрҙең яраһын бәйләй, кәңәштәрен әйтә. Дарыуҙарҙың тәғәйенләнешен дә өйрәнеп бөткән, тән температураһын үлсәп нарсульфазол тоттора, баш ауырыуынан анальгин бирә. Һыуыҡ тейгәнгә горчичниктың килешеүен дә әйтә. Ҡан баҫымын ғына үлсәй алмай хитланған икән. Һылыу, һөйкөмлө Зөһрәне һәммәһе лә үҙ күреп, һоҡланып, хөрмәт менән ҡабул итте. Йәш табибты ауылдағы һәр әсәй үҙ улына килен булыуын теләгәндер. Уның ҡылын сиртеп ҡарамаған егет ҡалманы. Яҙмышмы, мөхәббәтме, әммә ауылдағы сибәр егет уның һөйөүөн яуларға иреште, матур һөйләүе, нәзәкәтле булмышы менән башын әйләндерҙе. Оҙаҡҡа һуҙмай, яҡлаусыһыҙ Зөһрәне мөхәббәтенә иҫертеп үҙенеке яһаны.

Ауыр булды йәш белгескә төпкөл урман ҡасабаһында эшләүе, әммә йәшлек дәрт, үҙенә оҡшаған һөнәре арыу-талыуын еңергә ярҙам итте. Һигеҙ сәғәт эш көнөнә генә һыйманы уның эш сәғәте, һигеҙ йыллыҡ мәктәптә егермешәр бала уҡый, һәммәһенең һаулығы уның күҙәтеүендә. Иҫәптә торған ауырлы ҡатындар ғына ун биш-егермеләп. Үҙәктән йыраҡ булғанлыҡтан, күп ваҡыт бәпестәрҙе лә үҙенә ҡабул итергә тура килде. Бында ла ярҙамсыһы һәр саҡ санитарка апай булды. Ҡайһы ваҡытта ауырыуҙарҙы үҙәк дауаханаға оҙатып бара, яңы тыуған бәпесте өйҙәренә алып ҡайтыу ҙа уның бурысы. Ә мәктәпкәсә балалар киҙеү мәлендә ауырый башлаһа, өйҙән-өйгә йөрөргә тура килә. Төрлө ауырыуҙарға дөрөҫ диагноз ҡуйыу, уколдар яһау, дарыуҙар менән тәьмин итеү ҙә уның вазифаһында. Хәҙерге кеүек интернет, телефон заманы түгел, ауылға бер рация, уныһы менән дә көндөҙ генә хәбәрләшергә мөмкин. Ауыл фельдшерҙарына һәйкәл ҡуйыр ине әгәр Зөһрәнең мөмкинлеге булһа. Әлбиттә, элекке заманды хәҙерге ваҡытта эшләгән фельдшерҙар менән сағыштырыу мөмкин дә түгел. Элек улар хеҙмәте күпкә, бик күпкә ауыр булған, хәҙерге кеүек тиҙ генә элемтә аша кәңәшләшергә, “Ашығыс ярҙам” саҡырырға, хатта медпункт мейесенә утын яғырға теләмәгәнлектән, өйҙә генә шылтыратыуҙар ҡабул итеп, кәңәштәр биреп, көнөнә бер-ике кешегә укол ҡаҙау түгел инде ул. Төштәренә лә кермәне бындай хеҙмәтләндереү Зөһрәгә. Хәҙер бөтә ауылдарҙа йылына бер-ике бала тыуғанлығын иҫәпкә алғанда, элекке кесе табиб, юғары белемле бер нисә табиб башҡарған эштәрҙе башҡарғандыр ул.

Йәш белгескә тәғәйенләп, күп балалы ғаиләнең өлкәненә кейәүгә сыҡҡанлығын иҫәпкә алып, әллә ҡәйнәһенең әсе телле, яндырай холоҡло булыуын белгәнгәме, тиҙ арала Зөһрәгә йәшәргә өй бирҙеләр.

Бер аҙна ла йәшәмәне, ҡәйнә йортонда уҡ иренең холҡон күҙалланы Зөһрә. Ҡайныһы менән иренең эш хаҡын алыу менән ҡәйнәһе өҫтәлгә араҡы ҡуйҙы. Эштән арып ҡайтҡан урмансылар күпме ултырғандыр, Зөһрә улар менән эсеп һыйланыуҙы күҙ алдына ла килтермәй ине, үҙ эше менән мәшғүл булды.

Бәләкәй өйҙә йоҡларға ятыу менән үҙен ҡосаҡлаған, яҡынлыҡ теләгән иренә ҡаршылашҡан Зөһрәне ире көсләне. Эргәлә генә әле йоҡламаған ҡусты-һеңлеләренен бар тип тә белмәне. Ғәрлегенән, оялыуҙан тетрәнгән Зөһрәнең тороп ҡасырға маташыуы уны бары ярһытты ғына, үңәсен һығып, үҙ эшен дауам итте...

Шул иртәлә үк үҙ өйөн тәрбиәләп сығырға ҡарар ҡабул иткән Зөһрәне ҡәйнәһе әсе телен һалып ҡаршыланы.

- Нимә, б... йәлләп туҡмалдыңмы, ҡыҙғанғаныңды барыбер үлгәс ҡорт ашай...

Үҙенең яратыуын, унһыҙ минут та йәшәй алмаясағын ҡабатлаған ирен кисергәйне Зөһрә. Үҙ йортона күсеп йәшәү бер аҙ тынысландырһа, аҙаҡ һөйөүҙән яралған улдары ла донъяға үҙе барлығын белдереп ауаз һалғас, яҙмышына күнде. Шунда башланды инде Зөһрәнең ғазаплы тормошо. Әлегәсә ауырлы булғанлыҡтан һәр саҡырыуға, юлға бергәләп сығырға тырышҡан Таһир, бала менән өйҙә ҡалырға теләмәне, баланы әсәләренә илтеп ҡуйыр булды.

- Ниңә оҙаҡланың, өйҙәрендә уйнашта булдыңмы, йөрөмә һәптәнләп, эҙләнеп, кем менән һөйләштең?..

Бындай һорауҙар көндән-көн артҡандан артты, әрләнеүгә сәбәптәр табылып ҡына торҙо. Һәр өйҙә күмәк ғаиләлә еткән егеттәр йәшәүе тәбиғи. Йәш ирҙәрҙең ҡатындары бала көтә. Был Таһирға өҫтәмә ғазап, көнләшеүенән шартлай яҙа. Артынын барып күҙәтергә хәҙер бала ҡамасаулай, мыжып сығырынан сығара.

Төнө буйы йоҡлай алманы Зөһрә. Килененә шылтыратып бер нисә тапҡыр ейәненең ҡайтыу-ҡайтмауын белеште. Килене полиция хеҙмәткәрҙәренә улының юғалыуы тураһында хәбәр иткәнлеген, үҙе тирә-яҡты эҙләүен, таныш-белештәренән һорашыуын һөйләне. Быны ишеткәс, Зөһрәнең ҡолағы шаулап, башы әйләнде, иҫерек кешеләй ауа-түнә карауатына ауҙы...

- Башың ҡороғор, йәнең йәһәннәмгә осҡор, ергинәнгер, ер йотҡор...

Ҡәйнәһенең һүҙҙәре бер туҡтауһыҙ ҡолағында яңғыраны, башына сүкеш менән һуҡҡан кеүек тойола, өҫтәп сикәһен дә сәпәкләй...

Аңына килгәндә “Ашығыс ярҙам” машинаһы табибы сикәһенә һуҡҡылап иҫенә ҡайтарырға тырыша икән. Килене бер нисә тапҡыр шылтыратып та яуап булмағанлыҡтан табибтарҙы саҡыртҡан, телефонын алмауы тигенгә түгеллеген һиҙенгән. Ярай, үҙендәге асҡыс менән асып, инеп ваҡытында ярҙам күрһәтеп өлгөргәндәр. Хәле бер аҙ арыуланған Зөһрә кипкән ирендәрен ҡыбырлатып ейәнен һораны. Килене башын ғына сайҡап күҙ йәштәренә төйөлдө.

- Әллә сабырһыҙланып, киләһе ялды ла көтмәй ҡартатаһының тыуған ауылына юлландымы икән?

Башына килгән беренсе өмөтлө уй Зөһрәгә көс өҫтәне. Бәлки, һалған уколдарҙың ярҙамы тейгәндер. Кисекмәҫтән машина яллап урман төпкөлөндәге ауылға барырға ниәтләне, ә килене бында ҡалала ҡалыр, бәлки, Рөстәм ҡайтыр. Танышының улына аҡса түләп ашығыс юлға йыйынған Зөһрәнең үҙе тураһында ҡайғыртыуы мәғәнәһеҙлек булыр ине. Һәр хәлдә ул үҙе шулай ҡарар итте. Аңлай килененең ниҙәр кисереүен Зөһрә, тик уның ниңә үҙ яҙмышын ҡабатлауын ғына аңлай алмай. Үҙе баҫҡыстан күтәрелгән һәр кешенең аяҡ тауышын, ҡыштырҙауҙарҙы, ишек ҡағыуҙарҙы ҡәҙерлеһенең ҡайтып күренеүенә бәйләп, ашҡынып ярһып көтөп, ғүмерен үткәрҙе. Тәүҙә Таһир бына-бына ҡайтып инер тип көттө, аҙаҡ берҙән-бер улы эҙһеҙ юғалды. Бына хәҙер тиҫтә йыл килене менән бергәләп һәр ҡыштырҙауға һиҫкәнеп ҡайтыуҙарын көтәләр. Бына тағы ейәне...

Оҙон юлда машинала үҙ хәтирәләренә бирелеп йоҡомһорап барҙы. Таһирҙың холҡо көндән-көн ауырлаша ғына барҙы. Элек күҙ һалған, артынан йөрөгән егеттәрҙә Зөһрәнең һөйәркәһен күрҙе, эштән ҡайтып инеүгә карауат аҫтарынан булмаған ирҙәрҙе эҙләне. Яратыуын белдерергә теләп, араҡы шауҡымында төндәр буйы йоҡо бирмәй ыҙалатты. Хатта ауырыуҙар янына саҡырырға килгәндәрҙе әшәке һүҙҙәр менән ҡыуып сығарырға ла тартынманы, йәнәһе, яратышырға ҡамасаулайҙар.

Уның туғандары бер көн килеп ауыр эштәрҙә ярҙамлашһа, икенсе көнө әрләп китергә лә күп һораманы. Тәмле ризыҡтарын тотоп килгән ҡәйнәһе, сәй һуңында әшәке һүҙҙәр менән әрләп ҡайтып китергә лә сәбәбен тапты. Бер нисек тә уларға ярай алманы Зөһрә, шулай уҡ Таһирҙың үҙенә ҡарата булған һөйөүен дә аңламаны. Айырылышыуҙарына сәбәбе лә тиҙ табылды, балаға ауырыған ҡатынды больницаға оҙата барҙы, әммә хәле киҫкенләшкәнлектән табиб район больницаһына ебәрҙе. Үҙ ауырыуын Зөһрәгә алып барып еткерергә ҡушты. Бер нисә тапҡыр иҫенән яҙған ауырыуҙы район дауаханаһына индереп урынлаштырыуға төн уртаһы еткәйне. Леспромхоз машинаһын йөрөткән ҡатындың ире элек Зөһрәгә һүҙ ҡатып ҡараһа ла, йәш табиб уға иғтибар бирмәне. Әле тыуасаҡ балаһын, ҡатынын уйлаған ир ҙә был турала онотҡандыр. Ауылға бергәләп ҡайтҡандарын көтәүелләп урамда йөрөгән Таһирҙың йөҙөнә ҡарағыһыҙ ине, ярһыуынан шунда уҡ ҡатынын матҡып алды. Көскә уның ҡулынан ысҡынған Зөһрә ҡәйнәләренән улын барып алырға йүгерҙе.

Асыҡҡан улына бутҡа бешерергә ниәтләп газға ҡайнатырға һыу ҡуйып маташҡан Зөһрәне Таһир сәсенән һөйрәп карауатҡа өҫтөрәне. Эшкә барғансы улына ашатырға теләүе, иртәнге ризыҡ әҙерләргә теләп аҡланыуы уның асыуын ғына килтерҙе.

Уны һөрсөктөрә төртөп газ баллонынан шлангаһын һурып алып, газ балонына ут төрттө. Йәнәһе, уйнаш ҡатынынан шулай ҡотоласаҡ, балаһы ла йәтим үҫмәйәсәк, өсөһө лә бергә янып үләсәк. Улын ҡосаҡлап ҡасырға тырышҡан Зөһрәнең юлын ракета кеүек шыжлап тәгәрәгән газ баллоны бүлде, иҙәндә ут бөркөп әйләнә башланы. Тирә-яғында осраған әйберҙәрҙе өтөп, бер аҙ өйөрөлгәс, ҡапыл түбә таҡтаһын тишеп, ҡыйыҡты онтап, тышҡа осто һәм һауала шартланы. Йөҙө ап-аҡ булған, ҡурҡыуынан улғынаһын ҡосаҡлаған Зөһрәне урамдан уҙып барыусы ауылдашы тынысландырырға тырышты. Кемеһелер өтөлгән, быҫҡыған әйберҙәрҙе һүндереүен күргәс кенә ысынбарлыҡҡа ҡайтты. Сәстәренең юлаҡланып ағарыуын аҙаҡ ҡына күрҙе.

Таһирҙы тиҙ үк милиция килеп алып китте. Ҙур булып өңөрәйеп торған ҡыйыҡтағы, түбәләге тишекте леспромхоз эшселәре ремонтлаһа ла, Зөһрәнең күңелендә ауыр кисерештәрҙе хәтерләтеп йәнен иҙҙе.

Аллаһының ҡөҙрәте итеп ҡабул итте мөғжизә менән тере ҡалыуын. Әгәр газ баллоны өйҙә шартлаһа нимә булырын күҙ алдына ла килтерә алмай. Ултырып ҡайтһа Таһирҙың тағы ниҙәр ҡылырын белеп булмай, бер яҡлаусыһы ла юҡ бит янында. Өҫтәүенә, ҡәйнәһе инеп әрләп сығып китте, әгәр улын ултыртһалар, Зөһрәгә йәшәтмәйәсәге хаҡында белдерҙе. Таңға ғына уйнаштан ҡайтып йөрөүенә юл ҡуймаясаҡ, балаһын алып ҡалмаясаҡ. Улын һәр саҡ бергә медпунтҡа алып йөрөп, ауырлығын ире туғандарына һалырға тырышмаһа ла, гел ауырыуҙарға йөрөргә тура килгәнлектән сараһыҙҙан ғына уларға ҡалдыра килде, хәҙер ҡәйнә йортона ла юл ябылды.

Үҙ туғандары яғына яҡыныраҡ ҡайтырға теләне, эштән сығып әле йәшәгән ҡалаға эшкә төштө, улын балалар баҡсаһына урынлаштырҙы. Бер йылға иркенән мәрхүм ителгән ире шул китеүҙән эҙһеҙ юғалды, милицияла тейешле ваҡытын ултырып иреккә сыҡты, тигән яҙыуҙы ғына күрһәтте. Ауылға ла, Зөһрә янына ла ҡайтып ураманы, оҙаҡ йылдар эҙләтеү ҙә һөҙөмтә бирмәне.

Көтөү, уның ғазаптарын кисергән кеше генә беләлер, үлһә төңөлөр инем юҡлығына, тип илаған саҡтары әҙ булманы Зөһрәнең. Бүтәнсә һоратһалар ҙа кейәүгә сыҡманы, элеккеһен уйлаһа бөтә ирҙәр ҙә бер үк, хайуани теләктәрен тормошҡа ашырыр өсөн генә өйләнәләрҙер, тигән уйҙар тәнен, йәнен туңдырҙы, теләген һүндерҙе.

Улына бөтә ғүмерен арнап, иркәләп үҫтерҙе, бҽр теләгенә лә ҡаршы килмәне. Ваҡытында өйләндерҙе, килене менән бергәләшеп ейәнен үҫтереште. Тик донъялар боларып улы эшһеҙ интеккәс, бер нисә тапҡыр ҡырға сығып эшләһә лә аҡсаһыҙ ҡайтты. Ейәненә дүрт йәш тулған йылды ҡырға эшкә киткәс тә улы хәбәрһеҙ юғалды, күпме эҙләһәләр ҙә таба алманылар. Үҙенән бигерәк киленен йәлләгән Зөһрәнең йөрәге һыҡраны, уға ла үҙе үтәһе юлдар яҙғанмы тормошона. Тиҫтә йыл билдәһеҙлекте көтөү, унан да ауырыраҡ, ғазаплыраҡ нимә бар. Бер минут өмөт, шунда уҡ ҡара һағыш менән алышына. Ризыҡтың тәмлерәген көткән кешеңә алып ҡалаһың, ҡайтмаҫын белеү үҙәкте өҙә, аҙаҡ ашарға теләһәң дә тамағыңдан үтмәй, бары күҙ йәштәренә генә төйөләһең. Хәҙер бына ейәне юғалды, күтәрә алмаҫ Зөһрәнең йөрәге был ҡайғыны, табылһын ғына.

Ниңәлер ҡәйнәһе элек балаларын ҡарғап әрләүҙе ғәҙәткә алғайны. Йөҙөң йөҙтүбән киткер, мейең сәсрәһә ярар ине, ҡыутомшоҡтар, былары иҫтә ҡалғандары ғына. Ошо ҡарғыш балаларының яҙмыштарына йоғонто яһанымы, ниңә Зөһрә ҡороған йылғалай бүтән бала табырға теләмәне, килене лә улына тоғро ҡалды. Ә ҡәйнәһенең бүтән балаларының яҙмышы ла еңелдән булманы, һүҙ ҡеүәһенең көсөмө?

Алда өмөт уттары булып балҡып, ҡасандыр килен булып төшкән ауылдың уттары балҡыны...

Гөлдәр әбҽй.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:00629e3dc009b538df4a1491c945611dfd4

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: