Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
10 Июнь 2023, 21:00

Мөхәббәт ҡарағы

- Ниңә аҡһап атлайһың ул? - Хәҙер атлауым да оҡшамаймы? - Туйҙы ҡасан үткәрәбеҙ? - Ҡасан фатирың була шунда. Һинең кеүек хәйерсе, ас бет миңә нимәгә? Күпме генә бәхәсләшһәләр ҙә осона сыға алманылар. Аҙаҡтан Әхәт Светлананың стажировкаһы бөтөп, сәйәхәтсе баҡа һымаҡ, үҙҙәренә ҡайтып киткәнен Азаттан белде...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Мөхәббәт ҡарағы

Тирә-яҡты яҡтыртып, нурларға мансылған табаҡтай түңәрәк ай зыярат артына китеп, ҡасырға ла өлгөрмәне, тауҙың теге яғынан ҡояш, үрелеп ҡарарға йыйынып, һары юрғанын аса ла башланы. Ер өҫтө әкиәттәге сихри матурлыҡҡа оҡшап китте. Йәйге төндөң оҙонлоғо бер һаплам еп буйы ғына. Кешеләр көтөү ҡыуырға торғолап, күҙҙәрен асыҡылағансы, Нурияны ҡапҡа төбөнә илтеп ҡуйырға кәрәк. Бөгөн дә ул өйләнешеү, кейәүгә сығыу тураһында һүҙ ҡуҙғатырға теләмәне. Шулай булыуына һөйөндөләр генә. Былай ҙа билдәле бит инде. Тыйылған мөхәббәт татлыраҡ. Һүҙ ҡуйыртып тәмен боҙорға кәрәкмәй. Ғаилә ҡороу – өҫкә яуаплылыҡ алыу. Уйлаһаң бер аҙ ҡурҡытып та ебәрә. Егет менән ҡыҙ булып йөрөү бер ниндәй ҙә бурыс өҫтәмәй. Эшеңде бөтөрәһең дә, машинаға ултырып сыға ла китәһең. Ямғыр ҙа теймәй, ел дә борсомай, балалар тип ҡайғыраһы түгел. Киләсәккә пландар тураһында кәңәшләшәләр былай. Фатирҙың әҙерен ҡаланан һатып алырғамы, район үҙәгенән ер бүлеме алып, йорт һалып инергәме, әллә бөтөнләй ауылда ғына төпләнеп, йөрөп эшләргәме – уртаҡ фекергә килә алмайҙар әлегә. Ҡаланы маҡта, ауылда тор, тиҙәр. Һәр яҡтың да үҙ плюсы, минусы бар инде. Нисек итһәң дә уң булһын. Нисек булһа ла, туй уҙғарырға ла, өй һалырға ла етерлек аҡса тупланған. Улар күптән инде осрашып, бер-береһенә шул ҡәҙәр яраҡлашҡан ике химик элемент. Әйтәйек, кислород менән водород, бергә ҡушылып, һыу хасил иткәндәр, тип күҙ алдына килтерергә мөмкин. Шул ҡәҙәр ныҡ береккәндәр, бер ни айырырлыҡ түгел. Өҫкә оло йөк алып, паспортҡа мисәт кенә һуҡтыраһы бар. Быны эшләүе бер ҡасан да һуң түгел. Һәр хәлдә Әхәт шулай уйлай.

Әхәт эшенә барғас, ҡарашын ҡаршыһындағы дуҫы Азаттың кабинетына юнәлтте. Эшләп бөткән проекттарын яңынан өтөрөнә ҡәҙәр ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Башҡалар ҡамасауламаһын өсөн, телефондарын һүҙндереп, шуға тотондолар. Мауығып китеп, Светлананың килеп ингәнен дә һиҙмәгәндәр. Дуҫы, сәсен ҡырҙырып алынған башына һуғып: “Һинең килереңде бөтөнләй онотҡанмын. Әхәт, таныш бул, Светлана булыр. Бөгөнгө эште бөтөрҙөк, тип уйла. Дүрт яғың ҡибла, объекттарҙы урап ҡайт”, - тип әмер бирһә лә, егеттең бүлмәнән сығып киткеһе килмәне. Эш бүлдереп йөрөгән был аҡҡа буялған сәсле ҡыҙға асыуы килһә лә, ҡара күҙҙәре менән уны өйрәнә башланы. Тегеләр, уның атлы казак һымаҡ баҫып, ҡарап тороуына ҡарамаҫтан, эшкә керештеләр. Ҡыҙ компьютерын ватҡан да, йүнәтергә алып килгән икән.

- Йүнләп ҡарай белмәгәс, баҫҡыламаҫҡа ине, бәхетеңә мин осраным. Әллә күпме аҡса һурырҙар ине, - тип шелтәләп алды тегеһе. Уның был һүҙҙәре аҡ май булып ятты уға. Һуш китерлек сибәрлеге булмаһа ла, моделдәрҙеке кеүек оҙон, тура кәүҙәле, тәненә һылашып торған күлдәге төҫлө күк нескә бейек үксәле туфлиҙары үҙенә килешеп тора. Шоколад төҫөндәге йыуан һәм оҙон боттары ҡарашты үҙенә тартып тора.

- Бына, булды ла, - тигәс, балаларса берҡатлылыҡ менән сәпәкәйләп алыуы йәнгә шатлыҡ өҫтәп, күңелде күтәреп ебәрҙе. Ул китергә әҙерләнеп, компьютерын күтәрә башлағанда, Әхәт йылдам ғына сыға һалып, тупһала тәмәке тартып тора ине инде.

- Светлана, һеҙгә алыҫҡамы? Ярҙам итәйеме? -тип һораны.

Уның өсөн һорап торалармы ни тигән кеүек ғәжәпләнеп, ике ҡулбашын һелкетеп ҡуйыуы, ихлас йылмайыуы егеткә ҡыйыулыҡ өҫтәне. Улар шулай уйламағанда танышып китте. Утыҙ йәш тигәс, Әхәттең башынан әллә ни зыянлы айырма юҡ икән, тигән уй уҙһа ла, күпкә олораҡ икәнен самаланы. Әммә барыбер үҙен хур ҡыҙы янында кеүек хис итте. Светлана был яҡтарға стажировка үтергә килгән икән, йәшәгән дөйөм ятаҡтағы бүлмәһенә алып ҡайтҡас, бүлмәләштәренә егетте күптән аралашҡан кешеһе кеүек итеп:

- Үҙ итегеҙ, был минең егетем, - тине.

Әхәт компьютерҙы урынлашытғас, китергә теләмәй генә, ваҡытты һуҙырға тырышты. Былай ҙа ҡыҫыҡ күҙҙәрен ҡыҫып:

- Сәй эсереп ебәрмәйһеңме? - тип һораны.

- Юҡ, мин ашарға әҙерләргә яратмайым. Мин үбешергә яратам, - тип бөтөнләй көтмәгәндә, башта ике битенән йомшаҡ ҡына итеп үбеп алды, унан һуң ирендәренә үрелде. Сәй көтөп тормаҫ бит инде, Әхәт тә яуапһыҙ ҡала алманы. Был көндө ул ауылға ҡайтманы.

Иртәнгә төнгө хәлдәр – араға өсөнсө химик элмент килеп кергәне Нурияға билдәле ине инде. Ул башта ирендәрен турһайтып йөрөнө, егете ғәфү үтенеүҙе, аңлашыуҙы кәрәк, тип тапмағас, битарф ҡалғандай ҡыланды. Әхәт үҙен үрмәксе ауына эләккән себен һымаҡ хис итте. Нимәһе менән үҙенә йәлеп иткәндер хур ҡыҙы, уның ҡумыҙына бейегеһе килеп кенә тора. Үҙ иҫәбенә көн алып, өйләнеп, өй һалырға тигән аҡсаны туҙҙырып, рәхәтләнеп күктең етенсе ҡатына менеп, ял итеп ҡайттылар. SPA – салондар, ҡиммәтле, аҫыл ташлы бүләктәргә ул аҡса етмәй ҙә ҡалды.

Ялдан ҡайтҡас, Светлананың шоферлыҡҡа уҡып, таныҡлыҡ алғыһы килде. Әхәт кредит алып, һөйәркәһен уҡырға урынлаштырҙы. Уҡыт-уҡыт, тип теше төшкән булһа ла, аҡсаһын түләгәс, дәрестәргә теләр-теләмәҫ кенә йөрөнө. Эштән һуң уны өйрәтер өсөн, Әхәттең үҙенә ыҙа сигергә тура килде. Таныҡлыҡ алғас, машина һорай башланы.

- Икебеҙгә бер машина бит еткән.

- Кемгә нимә еткәнен мин беләм. Мин нимәгә уҡыным, үҙемдең машинам булмағас?

- Аҡса юҡ, матурым.

- Миңә матурым тимә. Ундай һүҙҙәр һөйләгең килгәс, Нурияңды ташламаҫҡа ине.

- Һин осрап юлымды киҫмәһәң...

- Бесәй мени мин һиңә, юлыңды киҫергә?

- Яҙмышымды һиңә тапшырып, ғүмеремде әрәм иттем.

- Ниндәй ғүмер әрәм итеүҙе һин һөйләйһең? Беҙ танышҡанда йәй ине, әле ҡыш. Тачка алмаһаң, мин һиңә кейәүгә сыҡмайым. Мин һинең бынау бриллиант ҡашлы балдағыңа алданғанмы ни? - тип ярты машина хаҡы торған балдаҡты бармағынан йолҡоп алып, асыҡ форточка аша тышҡа атып бәрҙе.

- Алмайбыҙ тием, аҡса юҡ.

- Ә һин кредит ал.

- Былай ҙа кредит түләйем.

- Тағы ла берҙе ал, икене түләрһең.

- Ярай, һин тигәнсе булыр.

- Әхәт, әйҙә сығып балдаҡты эҙләйек. Машина алғас, мин һиңә кейәүгә сығам.

Ярайһы ғына өйөлгән көрттә күпме генә эҙләһәләр ҙә балдаҡты тапманылар.

Машинаны иренекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡты алдырғас, хур ҡыҙы ҡабат убырлы ҡарсыҡҡа әйләнде. Йылан кеүек шыуышып, ҡуйынына инде. Ап-аҡтан шәшке тун менән бүрек кейеп, Ҡарһылыуға әйләнеп сыҡты.

- Ниңә аҡһап атлайһың ул?

- Хәҙер атлауым да оҡшамаймы?

- Туйҙы ҡасан үткәрәбеҙ?

- Ҡасан фатирың була шунда. Һинең кеүек хәйерсе, ас бет миңә нимәгә?

Күпме генә бәхәсләшһәләр ҙә осона сыға алманылар. Аҙаҡтан Әхәт Светлананың стажировкаһы бөтөп, сәйәхәтсе баҡа һымаҡ, үҙҙәренә ҡайтып киткәнен Азаттан белде. Сер бирергә тырышманы:

- Китеүе хәйерле булған. Атыу ыштанды һалдырып ала ине.

Тегеһе донъяны яңғыратып, үҙ-үҙен тыя алмай, шарҡылдап көлөргә тотондо.

- Нимәгә тиле кеше кеүек шарҡылдайһың?

- Ул һинең ыштаныңды һалдыра яҙған, ә һин уны алтынға күмдең, һуңғы ваҡытта шпилькалы итек үксәһенә лә бриллиант ҡашлы балдаҡ кейҙереп йөрөттөң, - тине һаман көлөп. Уның был һүҙҙәре кешеләр менән аралашып йәшәргә яратҡан, берҡатлы, эскерһеҙ Әхәттең телен йоттороп, күҙҙәрен асты. Нәҙек шпилька үксәһе көрттәге балдаҡҡа кергәнгә, уңайһыҙыраҡ атлаған икән хур ҡыҙы.

Эшләүен дауам итһә лә, перспективалы йәш белгес булараҡ, бурысын ваҡытынан алдараҡ түләй алырға мөмкинлеге бар Әхәттең. Интернет аша машина һатҡанын белгән хужа, башҡалар ысҡындырғансы, тип, ашығып, күҙ асҡыһыҙ әсе буранлы төндә Әхәт һораған хаҡты биреп, тоғро юлдашы – тимер атын алып китте. Барып урынлашҡас, “эш биреүсе”нең ус төбөнә һалырлыҡ аҡса булыуын һәм ҡайҙа барып урынлашырын белгән Әхәт икенсе көндә, эшен ташлап, хеҙмәт кенәгәһен алып, йыраҡ юлға сыҡты. Поезд тәҙрәһенән күҙен алмайса, уйҙарға бирелеп, эс бошорғос хыялдарға сумып барғанда ла ул бурысҡа батып, аҡса юғалтҡанына ҡайғырманы. Ә бәхетен юғалтҡанға үрһәләнде. Мөхәббәтенең ҡәҙерен белеп, һаҡлап торһа, яҙмыш һуҡмағында осраған ҡараҡларҙан урлатмай, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерер ине...

Сания Шәрипова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.02237ca9979b00f778cac02a9a2c18b5

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: