Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
10 Июнь 2023, 12:00

Киткәндәрҙе ниңә туҡтатырға?

...Әсәһенең бер туған апаһының ғаиләһендә үҫте Гөлнара. Әсәһе Сания йөрәгенә операция яһатҡандан һуң, мантый алманы, йәш ярымлыҡ ҡыҙын ҡалдырып, мәңгегә күҙен йомдо. Атаһы, кескәй ҡыҙын балалар йортона тапшырып, икенсегә өйләнде. Рәйсә ире менән кәңәшләште лә, үҙенең дүрт балаһы янына Гөлнараны ла алып ҡайтты. Бик теремек булып үҫте ул. Үҙе уңған, сибәр, өҙҙөрә баҫып бейей. Бәләкәйҙән әсәһе һымаҡ уҡытыусы булыу хыялы менән янған, мәктәпте миҙалға тамамлаған ҡыҙ, документтарын пединститутҡа тапшырҙы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Киткәндәрҙе ниңә туҡтатырға?

Сәриә Вәхитова

Гөлнара матур төштәр күреп, татлы йоҡоға киткән ине инде... Бына ул Ҡамышлыкүл буйында яланаяҡ йүгереп йөрөй. Был уның ҡыҙ сағы икән. Тирә-йүндә иҫ киткес матурлыҡ! Сәскәләр еҫенән баштар әйләнә, әллә нисә төр ҡош оркестрына ҡушылып йырлағы килә. Янында ғына, ошонда Дамиры булырға тейеш... Ул йүгереп килер ҙә, көслө ҡулдары менән һөйгәнен күкрәгенә ҡыҫыр... Гөлнара яҡ-яғына ҡаранып, һөйгәнен эҙләй башланы. Ҡапыл ғына күкте ҡара болот ҡаплап алды ла күк күкрәп, ямғыр яуа башланы. Гөлнара асырғынып Дамирын саҡыра башланы. Тик ул... үҙ тауышына уянып китте.

Ҡатын йомшаҡ халатын эләктереп, тәҙрә ҡаршыһына килеп баҫты. Асыҡ ҡалған форточканан ингән ямғыр тамсылары Гөлнараның бите буйлап аҡҡан күҙ йәшенә ҡушылды.

...Әсәһенең бер туған апаһының ғаиләһендә үҫте Гөлнара. Әсәһе Сания йөрәгенә операция яһатҡандан һуң, мантый алманы, йәш ярымлыҡ ҡыҙын ҡалдырып, мәңгегә күҙен йомдо. Атаһы, кескәй ҡыҙын балалар йортона тапшырып, икенсегә өйләнде. Рәйсә ире менән кәңәшләште лә, үҙенең дүрт балаһы янына Гөлнараны ла алып ҡайтты. Бик теремек булып үҫте ул. Үҙе уңған, сибәр, өҙҙөрә баҫып бейей. Бәләкәйҙән әсәһе һымаҡ уҡытыусы булыу хыялы менән янған, мәктәпте миҙалға тамамлаған ҡыҙ, документтарын пединститутҡа тапшырҙы.

Ҡыҙға һүҙ ҡушыусы егеттәр аҙ булманы. Мөхәббәтен уҡығанда осратты ул... Бик алыҫ та тормаған, үҙ ауылы егете, бер нисә класҡа юғары уҡыған Дамир булған икән ул! Ауылдарына автобуста бергә ҡайтырға тура килгәне уларға. Урындары ла йәнәшә тура килде. Нисектер, ғәҙәти итеп һөйләшеп алды ла киттеләр. Һәм... шул көндән айрылманылар ҙа. Дамир ауыл хужалығы институтында агроном һөнәрен үҙләштерә икән. Гел генә Гөлнара янына килеп йөрөнө. Һуңғы курсында улар өйләнешеп тә ҡуйҙы. Матур ғаилә тыуҙы.

Йәш белгестәр ҡайҙа ла кәрәк. Дамирҙы юллама менән тыуған районының Ҡамышлы ауылына баш агроном итеп ебәрҙеләр, ә Гөлнара уҡытыусы булып мәктәпкә урынлашты. Йәш ғаилә бәләкәй генә бүлмә лә бирҙеләр. Эй шатланыуҙары шунда. Ултырырға урындыҡтары, ашарға өҫтәлдәре булмаһа ла, иң бәхетле саҡтары шунда булған икән, тип уйланы Гөлнара. Араларында мөхәббәт, дуҫлыҡ бар. Һоҡланмаған кеше ҡалманы йәш, тырыш ғаиләгә. Бәлки... күҙ ҙә тейгәндер инде.

Бер көндө Дамир ҡош тотҡандай, ҡыуанып ҡайтып инде.

- Бына, бисәкәй, йорт һалырға район үҙәгенән ер алдым! Аллаһ бойорһа, үҙебеҙҙең йорт буласаҡ. Баҡсалы йорт буласаҡ! - тип Гөлнараны күтәреп әйләндерергә тотондо.

- Дамирым, ҡайтыуыңды ныҡ көттөм! Минең дә һиңә әйтәһе шатлығым бар!..

Шул уҡ йылда өйөнөң түбәһен яптылар. Ә Гөлнара шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, бәләкәй генә Илшатты алып ҡайтты. Ләкин йәш әсә бәпәйҙән һуң саҡ терелеп китте. Дамир көнө-төнө колхоз эшендә булды, бала ҡарау, оҫталар һыйлау мәшәҡәте тулыһынса Гөлнара өҫтөнә ятты. Үҙен бик бәхетле тойған ҡатын, иренең ҡайтмай ҡалған саҡтарын да, һуңғы арала хәмер еҫе килеп торғанына ла иғтибар бирмәҫкә тырышты. Колхоз бит... Төрлө саҡтар була. Бигерәк тә район үҙәгенә йыйылышҡа китһә, йә машина ватыла, йә иртән генә ҡайта торған булды. Дамир ҡатындар менән сыуала икән, тигән һүҙгә ҡолаҡ та һалманы. Бер яңғыҙ ҡатын янына йөрөй имеш. Бер апай икеһен бергә күреп ҡалған. Теге ҡатын күҙе-башын уйнатып ҡына тора, ти. Беҙҙең тормоштан көнләшәлер, тип уйланы ул саҡта Гөлнара. Юҡ, юҡ, ярата ул Дамирҙы. Гөлнараны ла, улын да һағынып ҡайта ул. Тиҙҙән тырыш, ҡайҙа ла һүҙе үтә торған Дамирҙы районға эшкә алдылар. Гөлнара ла декрет ялынан мәктәпкә эшкә сыҡты. Уңған уҡытыусыны коллектив та, ата-әсәләр ҙә үҙ итте.

Эйе. Уларға күҙ тейҙе, буғай. Нисектер Дамирҙың үҙенә ҡарата һыуына башлағанын Гөлнара һиҙһә лә, яман уйҙарын тиҙерәк ҡыуырға тырышты. Етәксе бит уның ире, арып ҡайта, кеше менән эшләүе еңел түгел. Тик бына ул өйҙә тормаҫҡа, гел сығып китеү яғын ҡарай. Араҡыны күп эсә, холҡо ла үҙгәрҙе. Ире әсәһе менән телефондан һөйләшкәндә, тегенеһенең: “Сирләшкәң ҡайҙа?” - тигән һүҙҙе ишетеп ҡалды. Гөлнара бер һүҙ ҙә әйтмәне. Һөйәктәре, тәне һыҙлаһа ла иренә һиҙҙермәҫкә, үҙен һау-сәләмәт ҡатын итеп күрһәтергә тырышты.

Бер көн Гөлнара һалҡын тейҙереп, түшәккә йығылды. Температураһы күтәрелде. Эсеп ҡайтҡан Дамир, ниндәйҙер сәбәп табып, сирле ҡатынын күреп сытырайҙы. Ярай ҙа йыраҡ ҡына бер туғаны бар. Уларға барып төн сыҡты. Һәм бындай саҡтар йышайҙы. Ялдарын да яңғыҙ үткәрергә күнекте Гөлнара. Шундай көндәрҙең береһендә Гөлнара кисләтеп кенә бергә эшләгән Ғәҙилә Назифовналарға барып килергә булды. Яҡын ғына, күрше урамда тора. Тыҡрыҡ аша ғына юл тотто.

- Балаҡайым, Дамирҙы Бәйнә менән сыуала, тиҙәр бит, - тине Ғәҙилә.

- Эй юҡты һөйләмәгеҙ әле Ғәҙилә Назифовна, кеше ни һөйләмәҫ, - Әҙерәк үпкәләгәндәй ҙә булды.

- Бына, әйт әле, ҡайҙа йөрөй ул төнгә тиклем? Утһыҙ төтөн булмай ул. Сәләмәтлеккә лә туймайһың. Үҙеңде ҡайғырт. Бергәләшеп шифаханаға барып ҡайтығыҙ.

- Ярай, ҡараңғы төштө, бәлки, Дамир ҡайтҡандыр, ҡуҙғалайым мин...

Урам буйлап үткәндә, һыҡранған күңел шикелле бер ҡапҡа асылды һәм унан ике шәүлә килеп сыҡты. Гөлнара, кинәт кенә башына һуҡҡандай, аптырап ҡалды. Таныны ул уларҙы. Күңеле менән тойҙо. Бағанан төшкән ут яҡтыһында Дамир менән ауыҙы ҡолағына еткән Бәйнә күренде. Пар күгәрсендәй кеүек гөрләшәләр. Гөлнараның улар ҡаршыһына сығып, Бәйнәнең сәсенә барып йәбешерҙәй булһа ла, түҙҙе. Бындай түбәнселеккә барырға ярамай. Ул бит уҡытыусы, кеше көлдөрөп, тауыш ҡуптарырға ярамай. Ул Бәйнә рәтенә төшөргә тейеш түгел. Ул ғорур булырға тейеш!

Гүйә һалҡын ҡулдар Гөлнараның йөрәген ҡыҫты, ул эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Бәғренән урғылып сыҡҡан әрнеүен баҫырға тырышып, үҙендә көс тапҡан Гөлнара ҡоймаға һыйышып, тыҡрыҡтан үҙҙәренең урамына йүгерҙе.

Бер нисә минут элек кенә булған хәлдәр аҡылдан яҙырлыҡ булһа ла, Гөлнара нисек үҙендә көс тапҡандыр?! Ире ҡайтҡанда йоҡлағанға һалышты ул. Төнө буйы уйланып сыҡты... һәм ғәфү итергә булды. Дамирҙан башҡа үҙенең тормошон күҙ алдына ла килтермәй ине шул. Унан... Илшат атаһын бик-бик ярата. Малай кешегә атай кәрәк шул. Ул үҙе лә сит кешегә атай, әсәй тип үҫте. Улын да атайһыҙ ҡалдырмаҫ. Юҡ... Юҡ... Гөлнара бөтә сабырлығын йыйып, әрнеүен күңел төбөнә йәшерҙе. Түҙҙе.

Ә бер көнө Бәйнәнең ауырлы икәнен ишетте. Ул көндәрҙә Гөлнара өсөн донъя бөткән, тормоштоң йәме киткән, йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаған ине. Унда ла түҙҙе. Улы Илшат ҡына уны донъяла тота ине. Йыуанысы, терәге. Гөлнараның йәшлек хыялдарын сәлперәмә килтереп, Дамир асыҡтан-асыҡ кеше тупһаһын тапаны. Илшат был хурлыҡҡа түҙмәйсә, институтта уҡыған еренән бүтән ҡайтып йөрөмәне. Ҡарҙар иреп, бөтөн тәбиғәткә яҙ һулышы ингәндә Дамир әйберҙәрен йыйып, сығып китте. Ул минутта нимә эшләргә тейеш ине һуң Гөлнара? Иларғамы? Бөгөлөп төшмәне, ап-аҡ булып бер нөктәгә текәлеп оҙаҡ ултырҙы. Сабыр, ныҡлы булырға күнгән ине ул. Ике ерҙә бәргеләнгәнсе, тип аҡланы ул Дамирҙы. Хыянаты менән йәнен тапап, хистәрен ҡаралтҡан ирҙе йөрәге менән кисермәһә лә, аҡылы менән ғәфү иткәйне ул. Артабан Дамирһыҙ нисек тә йәшәргә көс табырға, яҙмышын һынау итеп ҡабул итергә тейеш ине ул... Уның терәге – Илшаты, туғандары, дуҫтары, яратҡан эше бар ҙа баһа! Шунлыҡтан, һынмаҫҡа, көслөбулырға тейеш! Ҡатын шунда тормоштоң тағы бер ҡағиҙәһенә төшөндө – киткәндәрҙе туҡтатмаҫҡа кәрәк! Һине бәхетле итмәгәндәр менән хушлашырға ҡурҡырға ярамай.

Гөлнара тәҙрәнән тышҡа күҙ һалды. Бер аҙнаға һуҙылған ямғырҙан һуң, ниһайәт, йылмайып ҡояш ҡалҡҡан. Уның яҡтылығы Гөлнараның күңелендәге болот пәрҙәһен асып, киләсәккә өмөт, ышаныс уятты.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:8aVAjm6MG8I

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: