Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
9 Июнь 2023, 21:00

Выждан ғазабы

Мотаһар тештәрен ыржайтып, ҡатынына ташланырға ғына торғанда, ишектә Нажиә күренде. “Ана лаһа минең ҡыҙым ҡайтып та етте”, – тип бер ни ҙә булмаған кеүек, йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарып ҡаршыланы уны Мотаһар. Быға тағы ни булған тип, уның яғына уҫал ғына итеп бер күҙ һирпеп ҡараны ла Нажиә төпкө бүлмәгә инеп китте. Оҙаҡламай яртыһын тотоп, Ғариф та килеп керҙе. “Ә-ә, кейәү, килеп тә еттеңме? Хөрмәт итәһең һин мине. Ит шул. Ярты нимә инде ул. Ҡыҙы ниндәй бит. Ут бөрсәһе!”. “Ҡыҙыңа һүҙ тейҙерерлек түгел”, – тигән булды Ғариф, Нажиә торған яҡҡа күҙҙәрен майландырып ҡарап...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Выждан ғазабы

(хикәйә)

Ауырып, инде нисәмә ай түшәктә ятҡан Мотаһарҙы ла, сиренән бигерәк, элек ҡылған әшәкелектәре ғазаплай. Интектереп, иркәләп бер йылы һүҙ ҡушмаған Нажиә ҡыҙы ҡулына ҡалырмын тип уйлап ҡарағаны ла булманы бит уның. Иртән Нажиә килгәндә, атаһы йоҡоға киткән генә ине. “Төн буйы йүтәлләп сыҡты. Остоҡ та серем итмәгәндер”, – тине үгәй әсәһе бышылдап ҡына. Уғаса булмай атаһы ла уянды. “Балам, килдеңме? Ниңә улай оҙаҡ көттөрәһең?” – тип ҡыҙына ҡарап боролоп ятты ла тағы сәсәй башланы. Нажиә ике-өс ҡат мендәр ҡуйып, уның башын өҫкәрәк күтәреп һалды. Өйҙән бешереп килтергән йылҡы һурпаһын алдына ҡуйып, ҡалаҡлап ҡына ашата башланы. Атаһы үҙе лә: “Һинең ҡулыңдан ғына тамағыма аш бара”, – ти бит. Әле лә бер тәрилкә ашты рәхәтләнеп ашап, мендәренә терәлде.

...1937 йылдың октябрь төнө. Ишекте ҡаты итеп дөбөрҙәтеүгә Мәҙинә – Нажиәнең әсәһе – һиҫкәнеп уянып китте. Мотаһар ҙа уяу ине. Кем булыр икән? Янғын сыҡҡанмы ни, шул тиклем дөбөрҙәтмәһәләр. Мотаһар тороп ишек асыуға бер-береһен этә-төртә хәрби кейемдәге кешеләр килеп инде. Өй эсе дөм-ҡараңғы булһа ла, ут алырға ҡушманылар. Шунан береһе ғаилә башлығына ҡарап: “Һеҙгә кейенергә ярты сәғәт ваҡыт бирелә. Урамға сығырһығыҙ, шунда барыһын да аңлатырбыҙ”,-тине.

Мотаһар, йәһәт кенә кейенеп, уларҙың артынан сыҡты һәм башҡаса кермәне. Мәҙинә керпек ҡаҡмайынса таң аттырҙы. Ирен көттө-көттө лә аптырап урамға сыҡты. Әҙәм заты күренмәй. Бәлки, кәнсәлә ултыралыр тип, шул яҡҡа ыңғайланы. Ире ауыл советы рәйесе булып эшләй бит. Бәй, унда халыҡ йыйылып киткән. Баҡтиһәң, кисә бер Мотаһарҙы ғына түгел, тағы ла әллә күпме кешене алып киткәндәр икән. Ләкин уларҙың ҡайҙалығы бер кемгә лә билдәһеҙ. Берәүҙәр үкһеп илай, икенселәре эстән генә һыҙа. Ә бәғзеләре: “Ярай әле, алып киткәндәр. Улар ни совет власына ҡаршы ниндәйҙер ҡотҡо эштәре алып барғандар, ти, бит”, – тип ҡыуанды. Мәҙинә береһенә лә иғтибар итмәне. Яй ғына атлап ҡайтып китте. Артынан: “Май эсендәге бөйөр кеүек, бер ауырлыҡ күрмәй йәшәй ине. Ҡарап ҡарарбыҙ, инде ни эшләрһең икән?” – тигән һүҙҙәрен ишетеп, йөрәге һыҙҙы.

Ысынлап та, нисек йәшәр? Ире ҡоро, уҫал кеше булһа ла, балаларын ашауға интектермәне. Көндәр үтә торҙо, Мотаһарҙан бер хәбәр ҙә килмәне. Ай ярым тирәһе ваҡыт үткәс, бер көн, Мәҙинә сепараттан һөт айыртып ултырғанда, күрше малай йүгереп килеп инде лә: “Еңгә, Мотаһар ағайымдарҙы күргәндәр. Улар Өфө төрмәһендә ултыра, ти. Атайыма ниндәйҙер кешеләр әйткән”, – тигән хәбәр һалды. Мәҙинә юлға йыйынды. Тик унда барып, кире ҡайтырға аҡсаһы етмәйәсәк. Кәңәшкә әлдә әсәһе бар әле. Улар икеһе лә бер ҡарарға килде. Балаларҙы аҡтан айырһалар айырырҙар, әммә һыйырҙы һатмай сара юҡ. Бик тә булмаһа киләһе йылға таналарын тотонмай торорҙар. Шулай Сыбарҡайҙы һуйып, итен һатып, аҡса йүнәтте меҫкен ҡатын. Мул ғына итеп иренә күстәнәскә лә киҫеп һалды. Үҙҙәренә ашарға баш-тояҡ, эсәк-ҡарынын ғына ҡалдырҙы. Иртәгәһенә таң һарыһынан тороп, биштәрле тоҡто саҡ күтәреп, Мәҙинә юлға сыҡты. Станцияға тиклем ара алыҫ. Арҡаһындағы йөгө барған һайын ауырайҙы. Кискә ҡарай тамам хәле бөттө. Етмәһә, бүре тауыштары ишетелеп ҡала. Ул бер нәмәгә ҡарамай юлын дауам итте. Ярай әле аҙашмай ғына барып етте. Поезға инеп ултырғас, ҡатындың бәбәктәре үҙҙәренән-үҙҙәре ябылды. Шулай күпме барғандыр, күҙҙәрен асҡанда, вагон эсе тулы кеше ине. Өфөгә килеп төшкәс, ҡайҙа барырға белмәй бер аҙ аптырап торҙо. Шунан эргәһендә торған ағайҙан юл һорашты. Бер кирегә китһә китә икән ул. Мотаһар ағайҙарҙы төндә генә Красноярск яғына оҙатҡандар булып сыҡты. Хоҙайым нисәмә көн ошонда ултырып, ул килгән көндә генә алып китмәһәләр ни булған? Хәҙер ни эшләһен? Кире ҡайтып китеүҙән башҡа сара юҡ. Оҙаҡламай Мәҙинә үҙенең буйға уҙғанын белде. Ни эшләргә белмәй аңҡы-тиңке йөрөгәнендә, Мотаһарҙан: “Беҙҙең бер ғәйебебеҙ ҙә юҡ. Оҙаҡламай ҡайтып етербеҙ”, – тигән хат килеп төштө. Ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне Мәҙинә. Юғиһә сабыйын юҡ итеү тураһында ла уйлай башлағайны бит. Көндәр шулай үтә торҙо. Тик Мотаһар ҡайтманы ла ҡайтманы, һирәкләп булһа ла өмөтләндергән хаттары ғына килеүен дауам итте. Иң мөһиме – иҫән, ҡайтыр, Алла бирһә, тип Мәҙинә лә бирешмәҫкә тырышты. Ҡарынындағы бала көндән-көн үҙе тураһында нығыраҡ һиҙҙерҙе. Яҙ, Оло йылғаның боҙо ҡуҙғалған көндә, Нажиә донъяға килде. Кендек инәһе быны һәйбәткә юраны – бала бер ауырлыҡҡа ла бирешмәйәсәк, иҫ киткес бәхетле буласаҡ. Ә әсә кешенең был ваҡытта нимәләр кисергәнен уның үҙенән башҡа берәү ҙә аңламағандыр. “Артыҡ тамаҡ...” Эйе, тап шулай уйланы ул саҡта Мәҙинә. Быға тиклем кешегә тамаҡ хаҡына утын әҙерләште, бесән эшләште, лесхоз аттарын да ҡараны. Унда ашарына бирелгән үҙенең нормаһын төндә генә ҡайтып, балаларына ҡалдырып китер ине. Хәҙер ни эшләр? Имсәк балаһы менән ҡайҙа барһын? Етмәһә, ауылда ла “халыҡ дошманы ғаиләһе” тип ситләтеп ҡарайҙар.

Бөгөн булмаһа, иртәгә ҡайтарырҙар тип көтөп йөрөй торғас, Мотаһарҙың ситтә йөрөүенә дүрт йыл үтеп китте. Бер көн уларҙы машинаға тейәп, бәләкәйерәк урыҫ ауылына килтерҙеләр ҙә төрлө фатирҙарға урынлаштырҙылар. Шуныһы һәйбәт: бында төрмә тәртибе түгел. Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем урман киҫтеләр. Мотаһар һәм уның тағы ла ике иптәше Клава исемле ҡатында йәшәне. Хужабикә ҡайтыуҙарына ашарға әҙерләй, кәйефе булған саҡта көмөшкәһен дә сығарып ултырта. Мәҙинәһенең ҡомалаҡтан ғына әсеткән балын эсеп өйрәнгән Мотаһарға был эсемлек башта бөтөнләй оҡшаманы. Еҫе лә әллә нисек. “Ҡайғыны оноттора ул, эсеп ҡара, Миша”, – тип хужабикә ҡыҫтағас, тәмләп ҡарарға булды. Клава үҙе лә арыу ғына төшөрә ине. Шунда Мотаһарҙың күҙ алдына Мәҙинәһе килеп баҫты. Ул бахырға ҡайҙа инде эсеү, араҡының еҫенән сирҡана торғайны.

Клава Мотаһарға көндән-көн нығыраҡ һырпаланды. Көрөшкә тултырып хәҙер көмөшкәне уның алдына ғына ҡуйҙы. Мотаһар тамам эсергә өйрәнеп алды. Айныҡһа, башҡаса эсмәйем тип, әллә нисәмә тапҡыр үҙенсә һүҙ бирҙе каторжан, ләкин Клаваға ҡаршы тора алманы. Иҫерә лә, ғаиләһен, тыуған яғын һағынып илай. Был ваҡытта хужабикә ярҙамға килә. Ә бер саҡ уянып киткәндә Клава уның ҡуйынында ята ине инде. Шул көндән улар ирле-ҡатынлы булып йәшәне лә китте. Был турала, әлбиттә, Мәҙинәгә бер ни ҙә яҙманы. Киреһенсә, уға көтөргә ҡушты. Мотаһарҙың был ҡатынынан бер улы, бер ҡыҙы тыуҙы.

Нажиә шаян, теремек бала булып үҫте. Әсәһе уға ҡарап шатланып туя алманы. Мәктәпкә уҡырға төшкәс тә һынатманы. Эшкә уңғанлығы менән дә күрше-тирәләрен таң ҡалдыра ине. Тамаҡ хаҡы өсөн апайҙары менән бергә кешегә күпме бәрәңге сәсештеләр, уташырға йөрөнөләр, ҡул алмашҡа өй йыуҙылар. Ҡыҫҡаһы, эшләмәгән эштәре ҡалманы. Гел “бишле” билдәләренә генә уҡыған ҡыҙ уҡытыусы булырға хыялланды. Их, атаһы тиҙерәк ҡайтһын ине. Әсәһенең һөйләүе буйынса, ул бик матур, аҡыллы, һәйбәт кеше. Әйткәндәй, уның үҙен дә атаһына оҡшаталар. Бер көн Нажиә йырлай-йырлай солан күтәрмәләрен йыуып йөрөй ине, ҡапҡаны һаҡ ҡына асып, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ниндәйҙер ят кеше килеп инде. Кем булыр икән? Кейеме лә беҙҙең яҡ кешеләренекенә оҡшамаған. Кем булыр икән, тип ашығып ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә өйҙән Мәҙинә килеп сыҡты. Әллә иренән берәй хәбәр килтергәнме? Ул әллә ҡайҙан уҡ танырға тырышып, теге кешегә яҡынлашты. Ике-өс аҙымдай ара ҡалғас, ҡатын туҡталып ҡалды. “Әстәғәфирулла-а, өнөммө, төшөммө, – Мәҙинә баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. – Һинме был? Ҡайттың, барыбер ҡайттың. Ҡыҙым, кил тиҙерәк, был бит һинең атайың”. “Әсәй, минең атайым шундай ҡотһоҙмо ни? Мин унан ҡурҡам. Ул миңә кәрәкмәй, һине лә уға бирмәйем”, – тип иламһырап китте лә барҙы Нажиә. Мәҙинәнең хаты буйынса Мотаһар ҡыҙы тыуғанлығы хаҡында белә ине, ләкин уны ошолай ҡаршылар тип һис уйламағайны. Сәменә ныҡ ҡына тейһә лә, өндәшмәне, түҙҙе. Ишектән дә кермәйенсә янъял ҡуптарып булмай бит инде, ләкин шунда уҡ Нажиәгә ҡарата ниндәйҙер асыу, нәфрәт уянды. Шулай беренсе күреүҙән үк улар бер-береһен оҡшатманы. Мәҙинә генә бер ни булмағандай өлтөрәп йөрөнө. Шулай ҙа иренең тотошо аптыратты. Йөҙөнә бер йылмайыу ишараты сығарһасы. Бөтөнләй сит кеше кеүек. Ни булған уға? Ҡунаҡ саҡырыуға ла ҡаршы булды. Уның ҡарауы, элек араҡыны ауыҙына ла алып ҡарамаған ире төн буйы үҙе менән алып ҡайтҡан һаҫыҡ шыйыҡсаны һемереп сыҡты. Йүнләп һөйләшмәне. Төрмәләге тормош еңелдән булмағанлығын Мәҙинә аңлай, ләкин кеше ҡайтыу ҡыуанысын нисек тә икенсе төрлө кисерергә тейештер бит. Мәҙинәгә рәхәт булдымы ни? Ун йыл балаларын асыҡтырмай, нигеҙҙе ҡоротмай донъяһын көттө. Көндәр үтә торҙо. Мотаһар көн дә тиерлек эсте. Мин сирле, йүтәлем көслө, ауыр эшкә ярамайым тип, эшкә төшөргә лә ашыҡманы. Өйҙә лә артыҡ ярҙам итмәне. Утынды ла, бесәнде лә ҡатын элеккесә үҙе ҡайғыртты. Бер көн уларҙы Мотаһарҙың һеңлеһе менән кейәүе ҡунаҡҡа саҡырып алды. “Артығын эсмәҫкә тырыш инде”, – тип ялбарҙы ҡатыны. “Юҡ, башҡаса ауыҙыма ла алмайым, хватит. Балалар алдында оят”, – тигән булды Мотаһар. Барҙылар, ҡунаҡ булдылар. Әҙерәк ултырғас, табындағыларҙың береһе: “Еңгә, теге йырыңды йырла әле. Ағайым ситтә ваҡытта йырлай торғайның бит”, – тип үтенде. Мәҙинә нәҙек кенә тауыш менән иҫ киткес моңло итеп “Буранбай”ҙы һуҙып ебәрҙе.

Әҙерәк тын алып керәйем әле”, – тип Мотаһар йырҙы аҙағынаса тыңлап та бөтмәйенсә урамға сыҡты. Ни өсөндөр иҫенә ҡапыл Клава, ундағы балалары килеп төштө. Әле ҡасан ғына тыуған яҡтарына ҡайтырға, ғаиләһен күрергә күпме хыяллана ине. Ни өсөн йәм таба алмай ул? Ир, ауыр уйҙарынан арынып, өйгә керҙе лә, бер-бер артлы ике стакан әсегән балды бушатып, “дыңҡ” иттереп өҫтәлгә ултыртты. Мәҙинәнең йөрәге ниҙер һиҙенеп, йыш-йыш тибә башланы. Ҡунаҡтар барыһы ла таралып бөткәс кенә, улар ҡайтырға сыҡты. Ир бара торғас, ҡапыл туҡтаны ла: “Һин миңә бер нәмәне әйт әле, Нажиәңдең атаһы кем була инде?” – тигән йөрәк ярғыс һорауын бирҙе. “Нисек инде кем? Нажиә – һинең ҡыҙың, – тине, аптырап. – Бөтөп үҙеңә оҡшаған бит!” “Мин уның тураһында белергә лә теләмәйем! Бынан ары ул тумаҡайҙы минең өйөмдә тотаһы булма. Хәҙер үк сығарып ырғытам мин уны. Ә бик тә асыуыма тейһәгеҙ, кире китәм. Бик белгең килһә әйтәйем: унда минең Клава исемле ҡатыным, улым менән ҡыҙым ҡалды. Үәт, исмаһам, улар минең балалар. Минең менән йәшәгең килһә, көсөгөңдө теләһә ҡайҙа ҡуй!” Был тиклемен Мәҙинә бер нисек тә көтмәгәйне. Үҙе хаты һайын көт тип яҙған кеше бына нимәләр ҡылып йөрөгән. Шунан бөтә асыуын йыйып: “Китәм тиһеңме, кит әйҙә! Ун йыл һинһеҙ йәшәнек. Уның ҡарауы, балаларым рәхәттә, тыныслыҡта ғүмер итте”, – тине ярһып.

Өйгә кергәс, Мотаһар ҡыҙҙар йоҡлаған карауат янына килде лә, бер һүҙ өндәшмәй, Нажиәнең оҙон сәс толомдарынан матҡып тотоп алды. Нажиә ауыртыныуҙан сыйылдап килеп торҙо. Мәҙинә сытырман кеүек иренә барып йәбеште: “Кит, күҙемә күренмә. Бар ана Клаваңа. Бында һинең кәрәгең юҡ”, – тип Мотаһарҙы йән асыуына этеп ебәрҙе. Ир лап итеп иҙәнгә барып төштө лә хырлап йоҡлап та китте. Нажиә лә тынысланып, ҡабат йоҡоға талды. Мәҙинә генә үҙенә урын таба алмай, керпек ҡаҡмай таң аттырҙы. Мотаһар Клава янына китеүен-китмәне, әммә Мәҙинә менән Нажиә өсөн михнәтле көндәр башланды. Ире эсеп ҡайтһа, ҡатын ҡыҙын йәһәт кенә иҫке тунға төрә лә карауат аҫтына тығып ҡуя. Атаһы күпме эҙләһә лә тапмай. Был ваҡытта Нажиә тын алырға ла ҡурҡып ята. Әсәһенең ҡуйынында иркәләнеп кенә йоҡлап йөрөгән ҡыҙыҡайға хәҙер карауат аҫтында ла тынғы бөттө. “Ниңә генә ҡайтты икән ул?” – тип үкһеп илаған саҡтары әҙ булманы ҡыҙҙың.

Шулай аңҡы-тиңке дүрт-биш йыллап ғүмер үтте. Мотаһар урман йығыусылар бригадаһында бригадир булып эшләй башланы. Нажиә етенсе синыфты тамамланы. Ҡалаға уҡырға китергә хыялланды. Ә атаһының күптән уны кейәүгә бирергә йөрөгәнен ҡыҙ белмәй ине. “Нажиәбеҙ буй еткерҙе, кейәүгә бирергә ваҡыт түгелме, – тип һүҙ башланы ул бер көн киске аш алдынан. – Арыу ғына егеттең күҙе төшкән үҙенә”. “Кем була инде ул һинең шәп егетең?” “Минең бригадала эшләй. Теге Алсынбайҙың улы Ғариф. Ну, шәп егет!” “Кит, шул эскесе һантыйға кеше ҡыҙ бирәме?! Артыҡ балам юҡ әле!”

Мотаһар тештәрен ыржайтып, ҡатынына ташланырға ғына торғанда, ишектә Нажиә күренде. “Ана лаһа минең ҡыҙым ҡайтып та етте”, – тип бер ни ҙә булмаған кеүек, йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарып ҡаршыланы уны Мотаһар. Быға тағы ни булған тип, уның яғына уҫал ғына итеп бер күҙ һирпеп ҡараны ла Нажиә төпкө бүлмәгә инеп китте. Оҙаҡламай яртыһын тотоп, Ғариф та килеп керҙе. “Ә-ә, кейәү, килеп тә еттеңме? Хөрмәт итәһең һин мине. Ит шул. Ярты нимә инде ул. Ҡыҙы ниндәй бит. Ут бөрсәһе!”. “Ҡыҙыңа һүҙ тейҙерерлек түгел”, – тигән булды Ғариф, Нажиә торған яҡҡа күҙҙәрен майландырып ҡарап. Эсеп, башына әҙерәк сыҡҡас, Ғариф Мотаһарға ҡайным тип һүҙ ҡуша башланы. Был Нажиәнең сәменә тейҙе. “Ҡайнымдан ғына һалдыраһың, ҡайһы ҡыҙы менән йәшәйһең һуң һин уның?” “Бына, насип булһа, һинең менән. ”Нимә-ә? Бирермен мин һиңә һинең менәнде” – тип йүгереп аш бүлмәһенә инеп китте. Унан йәмкә тотоп сыҡты ла көтмәгәндә Ғарифтың түбәһенә эләктерҙе лә, урамға сығып йүгерҙе. Артынан ҡыуып сыҡҡан атаһы күпме эҙләһә лә, уны таба алманы. Ғарифтың башынан фонтан кеүек ҡан урғыла. Ни эшләргә белмәгән Мәҙинә ишек төбөндә торған быймаһының ҡунысын киҫеп алып яндырҙы ла Ғарифтың башына алып барып баҫты.

Ноябрь байрамы алдынан яңы ғына армиянан ҡайтҡан Хәләф исемле егеттән яусы килә ҡыҙға. Хәләф менән Нажиә бик матур йәшәне. Тик Мәҙинә апай ғына оҙаҡ йәшәй алманы. Сирле тип, ул ирен бәпәй урынына ҡараны. Бөтә ауыр эште үҙе башҡарҙы. Табиптар, ашҡаҙаны шыуған, тине. Ә сирле Мотаһар, ҡабаттан өйләнеп, тағы ла өс тиҫтә йылға яҡын йәшәне. Ныҡлап ауырып, түшәккә йығылғас, гел Нажиәне саҡыртып ятты. Көн дә күңелендәген әйтеп бирергә йыйынды, тик һүҙҙе ҡайҙан, нисек башларға белмәй ыҙа сикте. Ғәфү үтенһә, ҡыҙы уны кисерерме? Бөгөн ул бөтә тормошон яңынан күҙҙән кисерҙе. Ауыр уға. Ҡыҙының ҡулдарынан алды, ләкин күҙҙәренә ҡарай алманы. Ябыҡ сикәләре буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне. “Ҡыҙым, зинһар өсөн. Ғәфү...” – тип аҡтыҡ көсөн йыйып һүҙ башлағайны ғына, ҡаты итеп сәсәргә тотондо. Нажиә атаһының выждан ғазабы кисергәнен, әллә ҡасандан бирле уға нимәлер әйтергә теләгәнен күптән аңлағайны инде. Шуның өсөн тиҙерәк уны тынысландырырға тырышты. “Һиңә бер үпкәм дә юҡ. Бында һинең дә, минең дә ғәйеп юҡ. Заманаһы шундай булған, һине – иректән, мине атайҙан мәхрүм иттеләр”. “Рәхмәт, балам. Күңелең изге шул һинең...” Мотаһар бабай йән тыныслығы алды.

Хәлиҙә Чембарисова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v

Выждан ғазабы
Выждан ғазабы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: