Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
8 Июнь 2023, 15:00

Атлы ҡунаҡ

Улы шешлек бешерергә ниәтләп өтәләнеп йөрөгәндә шаҡтай иҫергән, йырларға маташҡан атаһына өйҙәренә ҡайтып ятырға ҡушты, Сәмәндең ҡыҙып алған ҡатыны бейергә төшкән, ҡайтырға уйламай ҙа. -Мин атлы ҡунаҡ булып килдем, улым, йоҡлап ҡайтам.-Бында болғаңлап, теләһә нимә һөйләнеп йөрөгәнеңде ишетһәмме... Һыпырт йәһәтерәк тинем...-шым ғына әйтһә лә аҡайып ҡараны улы.Кикереге шиңде Сәлимйәндең, улының түрендә ҡуҡырайып ултырып ҡунаҡ булғандан һуң, иртәгәһенә уның ҡиммәтле машинаһында ҡатыны менән ҡайтарып ҡуйыуҙарын теләгәйне, кем теләмәй бала ҡәҙерен татыуҙы.Тағы үҙенең  өҫтөнлөгөн күрһәтергә теләп артығыраҡ тейәгән, бәлйерәңкерәп төштө, үҙҙәренең өйө теге ауыл осонда, нисек ҡайтып етер, урамда ҡолап ятмаһа тағы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Атлы ҡунаҡ.

Хикәйә.

  Бер туған, ағалы-ҡустылы Ғәлимйән менән Сәлимйән бер йылғы.Аллаһының ҡушыуы менәндер шулай тура килгән, олоһо ғинуар башында тыуған көнөн билгеләһә, ҡустыһы Сәлимйән шул уҡ йылда декабрь уртаһында донъяға килгән. Бала саҡтан атаһы менән әсәһенең тигеҙ ҡарашын, уртаҡ һөйөүен тойоп, бер иш тәрбиә алып үҫһәләр ҙә, ҡылыҡ-фиғелдәре ҡапма ҡаршы, береһе ут, береһе һыу тиҙәр ундайҙар хаҡында.  Мәктәпкә лә игеҙәк балалар кеүек бер йылда барҙылар, уҡытыусылары уларҙы бер парта артына ултыртты, уҡыуҙары ла бер сама, береһе тырышлыҡ менән алдырһа, икенсеһе зиһенле булды. Туған тел дәресендә үткән темаға ярашлы, ,, Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән " әкиәтен уҡығандан һуң уларға был ҡушамат сат йәбеште, Ғәлимйән Ҡәмәнгә, Сәлимйән Сәмәнгә әүерелде.
   Ҡәмән үҙенең ҡушаматын тыныс ҡабул итһә, Сәлимйән ғәрләнә ине, хатта үҙенә шундай исем ҡуштырған атаһына асыуланып маташты, үҙенә шулай өндәшкән бәләкәсерәктәрҙе түпәләп алырға ла күп һораманы.
  Бер синыфта уҡыған, үҙенән бер нисә айға оло булған ағаһына тиң булырға һәр саҡ тырышты, ул бишле алһа ике бишле алыр өсөн бар көсөн һалды, ул берәй һөнәргә өйрәнһә, Сәлимйән оҫталыҡта уны уҙырға тырышты. Бергәләп спорт уйындарында, шахмат, шашка ярыштарында ҡатнашып уҡыу йылдары тиҙ үтте, армия сафтарында ла хеҙмәт итеп ҡайттылар, бер ук ауылдан яҡын әхирәттәр булған ҡыҙҙарҙы кәләшлеккә алдылар.
  Әммә ағаһына тиң булырға тырышыу, Сәлимйән өсөн йылдар уҙыу менән оло ғазапҡа, әсе көнләшеүгә әүерелде. Ҡатындары ауылына ҡунаҡҡа барған саҡтарында оло кейәү тиеп ағаһына тәүҙә ҡул биреп күрештеләр, бының өсөн Сәмән ҡара янды. Табында ағаһының урыны һәр саҡ уныҡынан түрҙә булды, өлөш һөйәге тәүҙә уға эләкте, быға Ҡәмән бәлки ихтибар ҙа итмәгәндер, Сәмәндең эсе ныҡ  көтөрләй ине, икеһе бер йылда тыуғандар, ә бар хөрмәт уға эләгә, аралағы ниндәйҙер бер нисә айҙар өсөн генә.
   Үҙенең ағаһынан өҫтөн икәнлеген күрһәтергә тырышып сәмләнеп донъяһын бөтәйтте, балаларын йәштән эшкә екте, мал-тыуарын үрсетте. Ҡатынына ла буш ултырырға ирек бирмәне, уныһы малының ағын эшкәртеп баҙарға сығыр ине, мейес башында гөжләп ҡайнаған балын самогонға әйләндереп һатырға  әүәҫләнде.
 Йәштән зиһенле булған Ҡәмәнгә юғары уҡыу эләкмәне, шулай ҙа артыҡ көсәнмәй ғүмер итергә тырышты, барлыҡ эштәрҙе ғаиләһе менән бергәләп башҡарҙылар, балалары менән бергәләп ял итеү, йәки күмәкләп тәбиғәткә сығыу улар ғаиләһе өсөн ғәҙәти ине. Үҙенә уҡыу эләкмәгәнлектән, балаларын уҡытырға тырышты, бының өсөн ҙур сығым талап ителгәнгә күрә, донъя малы артыҡ йыйылманы, барына шөкөр итергә тура килде.
Балалары башлы-күҙле булғас та бер ара мандыманылар, үҙ нигеҙҙәрен ҡорған балалар мәшәҡәте оҙаҡҡа һуҙылды, һәммәһенә атай кәңәше, уның ярҙамы кәрәк ине.
 Был ваҡытта ауылдың күрке булған йорт һалып ингән, кешегә йомошҡа инмәҫлек ныҡлы донъя булдырған Сәмәндең эштәр көйлө барҙы, ағаһының танауына сирттеме, сиртте, ярышып ҡара хәҙер, ауылдың ғына түгел, тирә-яҡтың түрә-ҡараһы, хәллеһе-байы тәүҙә уның менән ҡул бирешеп күрешәләр, бер ҙә Ҡәмән менән түгел. Ҡунаҡ-төшөмгә лә хәҙер һәр береһе үҙ араһы менән йөрөшә, бик һирәк кенә ултырҙаш булырға тура килә, шулай булмай, һәр икеһенең иҫәпһеҙ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары бар ҡунаҡҡа йыйырға, балаларының балалары килеп тулһа үҙе бер оло һабантуй.
 Әммә йылдар үтеү менән ҡунаҡ-төшөм кәмене, кешеләр ҙә үҙгәрҙеләр, элекке кеүек парлап атлы ҡунаҡ саҡырыу онотолдо, ҡунаҡ янына кешегә әйтеү тураһында уйларға ла түгел, һәммәһе үҙ ҡаҙанында ҡайнай.
  Ошо хәтле донъяны йыйыуын йыйғас бер гөрләтеп атлы ҡунаҡ саҡырырға хәленән килмәйме әллә Сәлимйәндең, килә, аҙаҡтан улар ҡара ҡаршы саҡырһалар йөрөр ағайығыҙ түрҙән-түргә, ҡунаҡтан ҡунаҡҡа. Оло ниәт эштең башы, ит бар, һый етерлек, самогон ағып тора, ҡунаҡтарҙы саҡырыу ғына бурыс, килеп тулдылар.
  Ихлас һыйланы ҡунаҡтарын Сәлимйән, аяғүрә тороп эсерҙе, йырлап та тотторҙо, бейеп тә маташты, һәммәһен йоҡлап ҡайтырға күндерҙе, төнө буйы йыр-бейеү тынманы, аҙағын хәтерләмәй.
 Иртәнсәк үҙенең ҡайҙа ятҡанлығын хәтерләмәй уянды, ҡапыл ҡалҡынып нимәгәлер башын төкөнө. Ҡаты һүгенеп ҡысҡырыуына ҡатыны янына килде, әммә уға торорға булышманы.
 -Ниңә ишәк кеүек аҡыраһың, былай ҙа баш ярылып килә, тор, ҡунаҡтарҙың да башын төҙәйтергә кәрәк.
  Шунда ғына , Сәлимйәндең хәтеренә үҙенең барлыҡ туған-таныштарын атлы ҡунаҡҡа саҡырғаны төштө, улар ни хәлдә, үҙе өҫтәл аҫтына йығылған.
  Кисәге һыйлы өҫтәл өҫтөнән әйтерһең өйөрмә үткән, бөтә ризыҡ, һауыт-һаба туҙырап ята, килендәре-ҡыҙҙары ниңә йыйыштырмағандарҙыр. Ҡунаҡтар кемеһе ҡайҙа тәгәрәгән, урамда шаңҡыған себен кеүек йөрөүселәр ҙә күренә. Йоҡо бүлмәһенә ингәс ап-аҡ урында, йылы йоҡо пижамаһында еңгәһе менән тыныс ҡына нимәлер тураһындалыр кәңәшләшеп-һөйләшеп ятҡан ағаһын күреп Сәлимйәндең башы әйләнде. Ул ята торған урында ағаһы ята, хужа өҫтәл аҫтында ҡунған, ғәҙелһеҙлек был. Етмәһә ике күҙенең береһендә лә похмель ишараһы юҡ, тимәк кисә эсмәгән буламы, еңгәһенең эсмәгәнен белә инде, электән эсергә эшкинмәне.
 Ғәрлеге килһә лә һыр бирмәне, ҡунаҡтарын матурлап оҙатты, улдарына, кейәүҙәренә электән ошондай атлы ҡунаҡ саҡырыу йолаһы барлығын, ҡара-ҡаршы саҡырыу тейешлеген аңғартты, аҡыллыға ишара.
 Бер нисә көндән Ғәлимйән ағаһы ҡунаҡҡа өндәште, Сәлимйән бараһы сәғәтте сабырһыҙланып көттө, йә нисек ҡунаҡ итер икән ағаһы. Моғайын Сәлимйәндән уҙҙырырға тырышыр, йәшникләп сығармаһа әле араҡыһын, самогон ҡыуа тигәндәре әүәлдән ишетелмәй былай, һәр хәлдә Сәлимйәндең уларҙа ауыҙ иткәне юҡ.
 Ҡапҡа төбөндә үк ихлас ҡаршылаған ағаһы Сәлимйәнде түргә әйҙәне, үҙенең дәрәжәһен һаҡлап юрамал һуңлаңҡырап килгәйне, ҡусты тигәс тә күргәс тә ҡапланды тимәҫ, элекке малай-шалай түгел хәҙер.
 Өҫтәл артына һәр кем үҙ йәшенә ҡарап урынлашты, бында дәрәжә һанланмай икән.Уландары аталарын түргә ултырттылар, ҡыҙыҡ әле, араҡыны нисек ҡойор ағаһы, түрҙән тороп һыйлармы.
  Тәүҙә оло табаҡ аш килде, Бөйөк Аллаһҡа аш хөрмәтенә фатиха уҡынылар, унан һәр кем ололап аштан ауыҙ итте, аҙаҡтан табынға араҡы килде.
  Ағаһының оло улы теләгәндәргә эсергә тәҡдим итте, Сәлимйәндең ағаһы араҡыға ихтибар ҙа бүлмәне, ҡағылманы ла,  бер нисә кешенән артыҡ эсеүсе кеше табылманы, улар ҙа әллә әҙәп һаҡлап, бәлки оялғандарҙыр, артығын теләмәнеләр. Ҡымыҙ, буҙа, төрлө һуттарҙы һәр кем үҙенә оҡшағанын һайлап эсә, аштан һуң төрлө уйындар, ярыштар башланды, быларын йәштәр ойошторған. Кескәй балалар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтә, һәммәһенә тәғәйен бүләктәр биреп ҡыуандыралар.
  Атлы ҡунаҡҡа тип саҡырған булған, хәҙерҙән ялҡты Сәлимйән, нисек айныҡ көйө тик ултырып таң арттырмаҡ кәрәк, ҡайтып йоҡлар үҙҙәренең өйөнә, сыҙай алмаҫ.
Ағаһы театрға һәммәһенә билет алып ҡуйған икән, ниндәйҙер премьера икән, олоһо-кесеһе бергәләп театрға йыйына башланылар, Сәлимйән бармаҫҡа ҡырталашһа ла, ҡатыны уның һуңғы тапҡыр ҡасан спектакль ҡарағанын иҫенә төшөргәс, сараһыҙҙан риза булды.
 Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, оҡшаны бөтә табындағылар менән бергәләп театрға барыуҙары, уландарының һәр береһендә машина, аҙаҡ ағаһы йортона  килделәр. Киске табындан һуң теләгәндәр мунсаға барҙылар, йәштәр шешлек ҡуралар.
  Ололар йомшаҡ түшәктәрҙә ял итә, ҡатын йорто һөйләшеп туя алмай, ирҙәр яғы хәтирәләргә бирелде, балаларға тыңларлыҡ ҡыҙыҡ иҫтәлектәр күп ине.
  Иртәгәһенә барыһы ла тәбиғәт ҡосағына сыҡтылар, усаҡта бешкән былау тәме, төтөн еҫе һеңгән  сәй бөтәһенә лә оҡшаны, бында ла аралашып күңелдәренә тыныслыҡ, йәндәренә йәм таптылар, аҙаҡ һәр береһе йылы хушлашып айырылыштылар.
 Ҡаны ҡайнап ҡайтты Сәлимйәндең, һаран, бер яртыһын күстәнәскә тығып ҡайтарһа була ине, белә кеше араһында әҙәп һаҡлап ҡына эсмәй ултырғанын. Ваҡытында ул да эсте, хәҙер ултыра балалары алдында суфый булып, улары ла эсәләрҙер, тик аталарынан ҡурҡып эсмәгән булып ҡыланаларҙыр, йә холҡтары юҡтыр, бөтә кеше лә араҡыны күтәрә алмай шул, эсә лә белер кәрәк. Сәлимйәндең малайҙары шөкөр ул яҡҡа ныҡтар, эскәндәрен һеңдерә беләләр.
 Туҡта, оло малайға әйтергә кәрәк, саҡырһын атлы ҡунаҡ итеп, йыйһын туғандарын, кешенән кәмме әллә ул, кем олоһо, кем кесеһе йәшенә күптән еткән.
 Эсергә үҙе юнләр, мул булыр, зәһәрен етештерер, исем өсөн һаранланып бер яртыны һерәйтеп өҫтәлгә ҡуймаҫ.
  Һүҙен йыҡманы, саҡырҙы, йыйылдылар улының күркәм йортона, Сәлимйән ағаһынан уҙып түргә ултырҙы, йәнәһе улың саҡырһа үҙең түрендә булырһың.
Матур тостар артынан теләгәндәр рюмка артынан рюмка күтәрҙе, ә теләүселәр күп ине. Сәлимйән бигерәк тә ағаһының уландарын ҡыҫтаны, бер ысҡынһалар үҙ яйына китерҙәр тип өмөтләнде. Тик уларҙың үҙ сәбәбе бар, береһе рулдә килгән, икенсеһенә юлға сығырға имеш, кейәүе бөтөнләй эсмәй икән, дин юлында.
 Улы шешлек бешерергә ниәтләп өтәләнеп йөрөгәндә шаҡтай иҫергән, йырларға маташҡан атаһына өйҙәренә ҡайтып ятырға ҡушты, Сәмәндең ҡыҙып алған ҡатыны бейергә төшкән, ҡайтырға уйламай ҙа.
 -Мин атлы ҡунаҡ булып килдем, улым, йоҡлап ҡайтам.
 -Бында болғаңлап, теләһә нимә һөйләнеп йөрөгәнеңде ишетһәмме... Һыпырт йәһәтерәк тинем... -шым ғына әйтһә лә аҡайып ҡараны улы.
Кикереге шиңде Сәлимйәндең, улының түрендә ҡуҡырайып ултырып ҡунаҡ булғандан һуң, иртәгәһенә уның ҡиммәтле машинаһында ҡатыны менән ҡайтарып ҡуйыуҙарын теләгәйне, кем теләмәй бала ҡәҙерен татыуҙы. Тағы үҙенең  өҫтөнлөгөн күрһәтергә теләп артығыраҡ тейәгән, бәлйерәңкерәп төштө, үҙҙәренең өйө теге ауыл осонда, нисек ҡайтып етер, урамда ҡолап ятмаһа тағы.
Бәлки ағаһына таяныр, ул да шул яҡҡараҡ ҡайта, Сәлимйән эргәһендә торған ҡоҙаһынан ағаһын һораны.
-Улар күптән түгел генә матур ғына хушлашып ҡайттылар, йоҡларға ҡала алмайҙар икән, ниндәйҙер ҡунаҡтар килгән, улдары машина менән илтеп ҡуйҙы.
Сәлимйәндең бөтөнләй кәйефе төштө, ҡатынын ҡайтырға өгөтләне, уныһының бөтөнләй тәнтерәкләп атлай алмағанын күреп, бөгөн ҡайта ла алмаясағын аңғарҙы.
 -Иң ҡыйыны ошо булды тормошомда, иң ҡыйыны ошо. Ҡартайған атаһына хөрмәт йөҙөнән өйгә ҡайтарып ҡуя ала ине лә, биш минутлыҡ юл, әйләнеп килгәнсе ун минут булһын тей, әҙәм ыстырамына ҡалдырҙы сабакы малай, минең ярҙамым әҙ булдымы уға. Ыыыыххх... ғәрләнәм. Кешенән оялам йәйәү ҡайтып барғаныма...Әҙәмдән оят...
Кәүҙәһен үҙе төҙ тоторға тырышһа ла, болғаңлай-болғаңлай һөйләнеп өйөнә ҡайтып барған сал сәсле оло йәштәге иргә күптәр ерәнеп ҡарай, йәш балалар оҙаҡ ҡына арттарына боролоп ҡарап та торалар.
Ә ул сыҡҡан күркәм өйҙән яңғыраған дәртле музыка  тауышы алыҫтарға тарала, уға ҡушылып ҡунаҡтарҙың дәррәү йырлауҙары табындың таңғаса һуҙыласағын белдерә, атлы ҡунаҡҡа йыйылғандар ҙа баһа, атлы ҡунаҡҡа...
Гөлдәр әбей.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: