Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Июнь 2023, 21:00

Сирлегә сей икмәк

- Башың ауыртһа, әмәлен тап, гәзит уҡыйһығыҙ, тиливизыр ҡарайһығыҙ, гел дарыу эсергә тимәгән, ана мәтрүшкә соланда, шуны һалыптырып баллаптырып сәй эс тә, томаланып ятып тор,- тине лә әнейем, ҡырыҡмаһы ҡырыҡ эшен эшләргә сығып югерҙе. Утыҙар күбә менән генә һалған ике кәбән һаман яланда бит. Трактор белешергә сығып киткәндер. Зариф абзый йөрөтә инде ДТ тракторын. Йә Ыуарыларҙан берәйһен һорашалыр.Шундай эш күп саҡта сирләп ятыуы үҙемә лә оят...Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Сирлегә сей икмәк.
-Башың ауыртһа, әмәлен тап, гәзит уҡыйһығыҙ, тиливизыр ҡарайһығыҙ, гел дарыу эсергә тимәгән, ана мәтрүшкә соланда, шуны һалыптырып баллаптырып сәй эс тә, томаланып ятып тор,- тине лә әнейем, ҡырыҡмаһы ҡырыҡ эшен эшләргә сығып югерҙе.Утыҙар күбә менән генә һалған ике кәбән һаман яланда бит.Трактор белешергә сығып киткәндер .Зариф абзый йөрөтә инде ДТ тракторын.Йә Ыуарыларҙан берәйһен һорашалыр.
Шундай эш күп саҡта сирләп ятыуы үҙемә лә оят.Шулай ҙа әнейем әйткәндәрҙе үтәнем,мәтрүшкә һалып, бал ҡабып сәй эстем дә ,юрғанды баштан уҡ бөркәнеп, мейес буйындағы урындыҡҡа яттым.Урындыҡ, тимәһәң, хәтере ҡалыр: әнейем дүрт йыуан тирәк бүкәненә өс таҡта йәйеп үҙе әтмәлләп ҡуйғайны. Ҡышҡы һыуыҡта ярап ҡалды.Яҙ етеү менән утынлыҡҡа оҙатабыҙ беҙ уны.Әлегә кәрәк, мейескә арҡа терәп шал ситтәре бәйләүгә ни етә!
Шал сите бәйләргә 5-се синыфта өйрәнгән инем.Әнейемә ситтәрен бәйләп бирәбеҙ, уртаһын үҙе генә бәйләй.Тигеҙ булһын тиһәң, төрлө кешенең ҡулы тейергә тейеш түгел, тип өйрәтә әнейем.
...Тирләп килеп уяндым .Тора һалып самауырға һыу һалып, янып ,эре- эре ҡуҙы төшкән имән торомбаштарын этәргеләп, торбаһына ҡуҙ тултырҙым. Ҡалай торба кейҙереп, уны усаҡ ауыҙына терәп ҡуйҙым.Мейесте аҙаҡ тартырмын әле тип,янып бөткәнен көтөп, урындыҡҡа менеп ултырҙым. Тәҙрә төбөндә шал ситем ята, бер ҙә тотаһым килмәй үҙен, хәлем юҡ.Башым ярылып килә. Үҙем генә сәбәпсе булдым һыуыҡ тейеүгә .
“Килен төшөрөүгә, килен яғынан туйҙан ҡайтыуға, өйҙө йылытып, ҡаҙҙы бешереп, бүлгәләп ҡуйырһың инде апай, Раузаң да ярҙам итер өҫтәл ҡарашырға, - тине Миннебикә апайым, әнейемден ике туған һеңлеһе. – Һурпаһында билмән ҡабартып алырбыҙ тиҙ генә Ғафури яғынан ҡайтып төшкәс.
Туй ҡунаҡтары килеүгә, барыһы ла әҙер ине, 1977 йылдың ноябрмы ,декабрмы айы. Әнейем илле дүрт йәштә булыуына ҡарамаҫтан, югереп йөрөп аш әҙерләй. Гөрләп ҡунаҡтар килеп инеүгә, билмәнде һалып ебәрҙеләр.Мин ташыусылары ғына,барыһы ла ултырышып бөткәс , ҡунаҡтарға билмәнле һурпа тараттым.Муйыл, еләк ләүәштәрен, икмәген әнейем кистән бешереп алып килгән ине, улар инде өҫтәлдә. Ҡоҙагыйҙарҙың бер батмус сәксәгенең яртыһын ҡырҡҡылап өҫтәлгә теҙҙек.
Ҡунаҡтар күмәк кенә ине. Бик көйәҙ, тура кәүҙәле , ялбыр бүрекле кейәү егете, еңгәйҙең биш-алты әхирәте иҫтә.Улар матур итеп йырлайҙар,бейейҙәр, йәш парҙың, ҡунаҡтарҙың күңелен асалар.Абзыйым менән еңгәйем араларында иң матурҙары. Улар ҙа йәштәргә ҡушылып йырлаштыралар.Абзыйым теге армиянан ҡайтҡан саҡта йырлап йөрөгән "Һаман
яратам" йырын, йырлар, тип өмөтләнеп көтһәм дә, йырламаны.Оялгандыр инде. Улар икеһе лә был көндө оялсан йылмайып ҡына ултырҙылар.Йәштәр мине лә саҡырып яндарына ултырттылар.
Ултыртыуын ултырттылар, кейәү егете яныма рюмка тотоп килә лә етә. Мин эсмәйем, тип ҡарайым, яғаңа һалам, тип ҡурҡыта. Тороп китәйем, тиһәм,ҡабат ултыртып ҡуя. Ҡунаҡ ҡыҙҙар миңә башта шаяртып, унан асыуланып :” Беҙҙең егетте юрамал яныңда тотаһың, эс тә ҡуй, бәйләнмәҫ,- ти башланылар. Еңгәй әйткәс кенә кейәү егете бәйләнеүен ҡуйҙы. "Минең ҡулдан эсмәгән беренсе кеше булды был ҡыҙый,тине свидетель егет.Улар мин белмәгән матур- матур йырҙар йырланылар. "Күбәләгем- түңәрәгем " йырына ҡушылып мин дә йырлаған булдым.Ҡоҙа-ҡоҙасалар, уларға как положено, шаярышып та алдылар.
-Куда лягем,сюда лягем тинеме, - тип көлдөрҙө бая мине эсмәй ултырғанға шелтәләгән сая ҡыҙ.
- Ҡоҙаса, беҙҙә урын күп ул, ана мейес башында үҙе йылы ,үҙе иркен,- беҙҙең еңгәйҙәр ҙә һүҙҙе кеҫәнән эҙләмәй.
- Теләһәң, гөжләп ултырған бәләкәй мискә ҡырында,- тип ҡоҙалар сурытты.
Туйсылар Шәрифйән абзыйымдарга ҡунаҡҡа киттеләр. Мин табынды йыйышып, һауыт-һабаны йыуып ҡайтып килгәндә, уларҙың ҡапҡа төбөндә бейешәләр ине.Декабрь айында капрон ойоҡҡа оҙон ҡуныслы итек тә, ҡыҫҡа еңле күлдәк өҫтөнән болонья куртка кейгән мин дә, улар түңәрәккә саҡырғас, бейенем. Ҡунаҡтар артабан тыҡрыҡ яғына кемгәлер киттеләр. Йә Ғәлимйән абзыйларга, йә Ғәйзә апайҙарғалыр инде.Мин иртәгә юлға сығырға,тип, сумаҙанымды йыйырға ашығып ҡайтып киттем.Төндә сәсрәп сирләп китмәһәмме! Юлға сығыу кисектерелде.
Ана,самауырым ҡайнай, мейесем дә һүрелде.Мейестен көл- күмерен усаҡҡа күсерҙем, ҡаҙанына бая әрсеп ҡуйған картуфымды һалдым.Ул арала әнейем шатланып ҡайтып инде.Мөхәммәтшәриф олатайға трактор һорап барған икән. Ул бригадир бит. Зариф, Сабир, Хөсәйен килтереп бирерҙәр, тигән. Ике сәғәт үткәндер , ауыл осонда трактор гөрләүе ишетелде. Сирләһәм дә, шатлығым эсемә һыйманы.Әнейем рәхмәт әйтә- әйтә ҙур эшен башҡарған егеттәрҙе үҙе ашатты.Егеттэр алғы яҡта, йылыла кинәнеп яңы бешкән икмәкте майлап- ҡаймаҡлап , туйҙан ҡайтҡан ләүәш- сәксәктэр менән сәй эстеләр."Сирлегә сей икмәк, тигәндәй, Раузам ауырып китте әле, иртәгә уҡырға китәм тип йөрөгәндә, -" тине әнейем, минең дә өйҙә икәнде белгертергэ теләп.
Фермала бергә эшләгәс, Хөсәйен мин ятҡан төпкө бүлмә ишегенә башын тығып ҡына “Шәпме, ҡайынбикә ,”-тип шаяртып иҫәнләште.Нишләп улайтып әйтте, һөйләп тормайым. Уныһы икенсе тарих.
РАУЗА Мусина.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: