Әҙәби бит
2 Июнь 2023, 12:15

Зарланырға тиеп ауыҙ асһам,..

Эске тауыш кинәт туҡтата: "Булғанына шөкөр итә бел, - ти. - Яҙмыш әле һине ярата...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Зарланырға тиеп ауыҙ асһам,
Эске тауыш кинәт туҡтата:
“Булғанына шөкөр итә бел,– ти. –
Яҙмыш әле һине ярата.

Юҡ тиһеңме ерҙә кеше заты
Һинән күпкә ауыр йәшәгән?
Сағыштырһаң, һиңә әле яҙмыш
Йығылғанда һалам түшәгән.

Аяҡ-ҡулың, күҙең, таҙалығың –
Һатып алып булмаҫ байлығың.
Бәхет алтын-көмөштәрҙә түгел,
Хәсрәт итмә кеҫә һайлығын”.

Зарланырға тиеп ауыҙ асһам,
Эске тауыш кинәт өндәшә:
“Яҙмышҡайың һаҡлар шул осраҡта –
Рәхмәт әйтә белеп һин йәшә”.


Физалия Дәүләтгәрәева.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 6l0a3dyxGoQxdhRQuWf5g_RsM2LMB0kUJQuGSKs0CUQHiWX3AG0lXK7XB9XyY9yb_UoDR2zX5kwP-rQ4WeBKzJ_K

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас