Әҙәби бит
2 Июнь 2023, 11:00

Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы килер

Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа, ямғыр көт.Иртән үлән ҡоро булһа — төнөн ямғыр яуыр.Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көн аяҙытыр...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы килер.

Иртә таңда ысыҡ мул төшһә, көн эҫе буласаҡ.

Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа — ямғырға.

Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел сығасаҡ.

Йәйғорҙоң ике яҡ башы ла һыуға төшһә — ямғыр яуыр, тауҙа булһа — аяҙ булыр.

Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, көслө ел сығыр.

Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа, ямғыр көт.

Иртән үлән ҡоро булһа — төнөн ямғыр яуыр.

Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көн аяҙытыр.

Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.

Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.

Эре ямғыр тиҙ туҡтай.

Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.

Ҡарлуғас түбән осһа — ямғыр булыр, бейектә осһа — аяҙытыр.

Сығанаҡ: асыҡ сығанаҡтан алынды

Фото интернеттан: 410cc185770780e9b6cabb8ae8ccf589e709ae1d

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас