Әҙәби бит
2 Июнь 2023, 16:50

Энә осондағы яҙмыш (булған хәл)

Иренең бәйһеҙлегенә күҙ йомоуын сираттағы “ломка”һы туҡтатты. Төн уртаһында ҡатындың муйынына йәбеште Батыр. Көслө ҡулдар ысҡындырырлыҡ түгел ине. Күҙҙәре тоноҡ быяла ише, ауыҙынан шайығы ҡойолоп, имәнес тауыш сығарыуын ишетеп-күреү Айгөлдөң былай ҙа самалы хәлен алды. Аллаһ ҡөҙрәте менәндер саҡ ысҡынып ҡотолдо. Көслө ҡурҡыуҙан, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, сабыйын ҡосоп, өҫтөнә лә кеймәй сығып ҡасты Айгөл. Таңға ғына әсә йортона барып йығылды. Ҡыҙын имеҙеп, тәрбиәләп һалғандан һуң, ҡото осҡан әсәһенә аңлатырға аш бүлмәһенә үтте. Был мәлдә радио тулҡындарында йәнә лә баяғы йыр яңғырай ине. Һөйөклө ире – Батырының яратҡан йыры.  

Энә осондағы яҙмыш (булған хәл)Энә осондағы яҙмыш (булған хәл)
Энә осондағы яҙмыш (булған хәл)

...Айгөлөм, Айгөлөм,

Аңла мине, һөйөклөм.

Айгөлөм, Айгөлөм,

Һиндә генә күңелем!..

Ошо йырҙы ишеткән һайын йәшлек йылдарына ҡайтҡандай була Айгөл. Һөйгән йәре менән осраштырған да, мөхәббәтенән айырылғас, уны иҫләтеп торған да йыр бит ул. Парадоксмы?

Бәлки... Тик Айгөл быны яҙмыш ҡушыуы тип кенә ҡабул итә. Маңлайына яҙылғанын, Хоҙай ҡушҡанын күрергә тура килде инде. Бына әле лә радионан нәҡ ошо йыр яңғырай. Йыр шауҡымы менән килеп ингән рөхсәтһеҙ уйҙары, талғын ғына бәүелдереп, Айгөлдө үткәндәре буйлап сәйәхәткә алып китте...

* * *

Оҙаҡ ҡына осрашты улар. Бер-береһен тәү күреүҙән үк оҡшаттылар. Батыры ла, исеме есеменә тап килгәндәй, баһадир кәүҙәле, торған ерендә ут сәсрәткән, ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ һылыу егет. Айгөл иһә, киреһенсә, әкиәттәге Дюймовочка кеүек нескә билле, һомғол, сибек кәүҙәле һылыуҡай ине. Сикһеҙ мөхәббәттәре, тәбиғәт һалҡын ҡыштан айырылып, йылы ҡояшҡа мансылған яҙ ваҡытында уянды. Ҡала ситендәге йәмле паркты йәш-елкенсәк күптән үҙ иткән. Кис йыйылған йәштәр, гитара сиртеп, йырлашып-серләшеп, төн ауғансы ултырырға ғәҙәт итеп алған ине. Сираттағы кис ултырыуҙа танышты улар. Ике ғашиҡ йәндең баҙнатһыҙ ғына ҡосаҡлашыуҙарына, сикһеҙ һөйөүҙәрен еткереп, вәғәҙә бирешеүҙәренә яңы тулған ай менән мең төрлө төҫтәр сағылдырып емелдәшкән йондоҙҙар шаһит булды. Шулай яратышып өйләнеште улар.

Тик тормош тигәнең берсә алдын, берсә артын да күрһәтеп ҡуя икән шул. Юҡ-юҡ, ғаилә тормошо бик матур башланып китте. Урыҫтар әйтмешләй, кәнфит-сәскә осоро кеүек. Бер-береһен ҡәҙерләп, һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәнеләр. Батыры, әрһеҙлеген егеп, үҙ эшен асып ебәрҙе. Үҙе кеүек емереп эшләгән, һәр һүҙен хуплап, ярҙам итеп торған дуҫтары ла табылды. Һөйөклө ҡатынын бер көн дә эшләтмәне Батыр. Дәртле лә, дарманлы ла егеттәрҙең уңышлы эше муллыҡҡа килтерҙе. Бер хәсрәтһеҙ шаҡтай йорт һалды улар. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары донъяға килде. Барыһы ла әкиәттәге кеүек ине. Тик бына ғәмһеҙлектең сиген белдереп зыңғырлаған ҡыңғырау тауышын ҡайһы мәлдә ишетмәй ҡалды һуң Айгөл? Теүәл генә әйтә лә алмай. Заказ күплегенә һылтанып, иренең эш урынынан ҡайтмай ҡалған ваҡыттары ла булманы түгел. Үҙ эшеңдең хужаһы булыуы ла ваҡытты сикләтәлер тигән фекерҙә ине шул. Бигерәк бер ҡатлы булған да бит! Йә инде, бер әйтһен, икенсегә һылтанһын. өсөнсөгә тикшерергә тейешле ине бит һуң! Юҡ шул, әлеге лә һөйөклөһөн үҙенән-үҙе алдына алды. Йәнәһе лә, бер мохтажлыҡ кисермәй, һөйөклө иренә нисек ышанмаһын. Әлбиттә, ышана! Ул бит уны ярата, хөрмәт итә! өрмәгән ергә ултыртмай, Айгөлөм, тип өҙөлөп тора. Хатта ҡәйнәһен дә хөрмәтләп, йыл һайын ял йорттарына путевкалар менән бүләкләй. Кемдең ире шулай мул ҡуллы әле? Әлбиттә, бер Айгөлдеке генә! Шулай булғас, ниңә ризаһыҙлыҡ белдерергә? Ул бит уның берҙән-бере, һөйөклө ҡатыны! Көн дә тиерлек сәскәләр ҡосоп, яратып тыңлаған йырын көйләй-көйләй, ғаиләһен һағынып ҡайтып инә.

Айгөлөм, Айгөлөм,

Аңла мине, һөйөклөм!

Аңламай буламы һуң инде?! Тетрәндергес хәҡиҡәт, алһыу күҙлектәрен сатнатып, бәхетенең етенсе ҡатынан осороп төшөрҙө. Бейеклектән ҡолап тән йәрәхәттәре алған хәлдә лә, ауыртып-һыҙланыуҙарҙы еңелерәк кисерәһеңдер ул, моғайын.

Өс айлыҡ сабыйын иренә ҡалдырып, кибеткә сыҡҡайны ул көндө Айгөл. Үтә оҙаҡламаны ла, ул арала Батыры шылтыратып, тиҙ генә ҡайтып етеүен үтенде. Үтенде тиһәң, дөрөҫ тә булмаҫ. Ысынында иһә фарман бирҙе! Ошоға хәтлем ғүмерҙә лә тауыш күтәрмәгән Батырының сығырынан сығып ҡысҡырыуы һеңгәҙәтте Айгөлдө. Яҡшылап аңлатманы ла бит! Әллә сабыйына бер-бер хәл булдымы? Көтөлмәгән хәлдән ҡойолоп төшкән Айгөл эләгә-йығыла өйөнә йүгерҙе. Ҡайтып еткәнсе береһенән-бере ҡурҡыныс, имәнес уйҙарға бирелеп, арманһыҙ булды. Борсолоуҙан йөрәге дарҫ-лап типте, тыны ҡыҫылды.

Ә өйөндә иһә тәндәрҙе зымбырлатҡан, йөрәкте өшөткән тынлыҡ ҡаршы алды. Киске эңер ваҡыты булғанғамы, өй эсе бигерәк тә шомло кеүек ине. Тағы ла көслөрәк ҡурҡыуға төшкән ҡатын икенсе ҡатҡа һәр аҙымын үлсәп тигәндәй күтәрелде. Сабыйының бүлмәһендә мышнап ҡына йоҡлағанын күреп, һуңғы сиккә хәтлем үҙен ныҡ тоторға тырышып маташҡан Айгөл бөгөлөп төштө. Теҙ быуындары йомшарҙы, ҡулдары ҡалтыранды, ә күңеле илаһи бер еңеллек кисерҙе, хатта күҙҙәренән йәштәре тәгәрәне. Бар донъяһын онотоп, сабыйы янында оҙаҡ ултырҙы Айгөл. Йоҡо аралаш тамшанған бәпесе кирелә биреп кире йоҡоға талған ваҡытта Батыры иҫенә төштө.

Ҡайҙа ире? Сабый баланы ҡалдырып ҡайҙа юҡ булған?! Бүлмәләрҙе бермә-бер ҡарап сыҡты, һәр шылтыратыуына “Абонент временно недоступен, пожалуйста, перезвоните позднее...” тип автомат яуапланы. Эш урынында ла булмай сыҡты. Аптыранды Айгөл, йәне үртәлеп аш бүлмәһенә үтте. Бер-ике аҙым атлап та өлгөрмәне, аяғы нимәгәлер төртөлөп, абынып китте, саҡ йығылмай ҡалды. Ә унда... Батыры ята... Күҙҙәре йомоҡ, өҫтөндәге кейеме еүеш, ҡолас йәйеп, күкрәк киреп һуҙылып төшкән. Ҡурҡышынан ире алдына теҙләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Айгөл, яғаһына йәбешеп, һелкеп-һелкеп тә ҡараны – иҫенә килгәндәй түгел ине. Иренең янында ятҡан шприц менән жгутты телефонын эҙләп йүгергәндә абайланы ҡатын. Башына тимер таяҡ менән килтереп бәргәндәй ныҡ тетрәнде Айгөл, һүҙһеҙ ҡалды. Яратышып өйләнешкән, яҡлап, һаҡлап, ҡалҡан булып торған Батыры – наркоман? Иҫ китмәле хәл бит! Йә, Хоҙай! Шаҡтай донъяһы, киләсәккә өмөтлө пландары, бөтөн йәшәйеше селпәрәмә килде. Был хәл башҡа һыймаҫлыҡ, күтәрә алмаҫлыҡ ауыр йөк булып ҡатындың иңенә ятты.

Һөйөклөһө менән аңлашыу бигерәк ауыр булды Айгөлгә. Үҙен ғәйепле тойһа ла, профессиональ ярҙам, дауаланыу кәрәклеген ишетергә лә теләмәне Батыр. Күпме өгөтләне, күпме ялбарҙы – һөҙөмтәһе булманы. Ҡатынының хәбәрҙар булыуы ирҙең бәйелен аҙҙырҙы, хатта өйөндә “доза” ҡулланыуын да йәшермәне. Әлбиттә, аҙағынан ғәфү үтенеүҙәр ҙә булды булыуын, тик күпмелер ваҡыттан һуң “доза” алыуҙары кире ҡабатлана торҙо.

...Айгөлөм, Айгөлөм,

Һиндә генә күңелем...

Ээээх, йәшлектең тиле, эскерһеҙ саҡтары! Кемгә генә табындырмай ҙа, ниндәй генә һүрәткә индермәй шул.

Иренең бәйһеҙлегенә күҙ йомоуын сираттағы “ломка”һы туҡтатты. Төн уртаһында ҡатындың муйынына йәбеште Батыр. Көслө ҡулдар ысҡындырырлыҡ түгел ине. Күҙҙәре тоноҡ быяла ише, ауыҙынан шайығы ҡойолоп, имәнес тауыш сығарыуын ишетеп-күреү Айгөлдөң былай ҙа самалы хәлен алды. Аллаһ ҡөҙрәте менәндер саҡ ысҡынып ҡотолдо. Көслө ҡурҡыуҙан, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, сабыйын ҡосоп, өҫтөнә лә кеймәй сығып ҡасты Айгөл. Таңға ғына әсә йортона барып йығылды. Ҡыҙын имеҙеп, тәрбиәләп һалғандан һуң, ҡото осҡан әсәһенә аңлатырға аш бүлмәһенә үтте. Был мәлдә радио тулҡындарында йәнә лә баяғы йыр яңғырай ине. Һөйөклө ире – Батырының яратҡан йыры.

Айгөлөм, Айгөлөм,

Аңла мине, һөйөклөм!

Лилиә ИЛБУЛОВА.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас