Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
26 Май 2023, 19:00

Тет-а- тет

... Өйҙә ниндәйҙер шау-шоу ҡупҡан- мине эҙләйҙәр, күрәһең!Маргаритка апайым шифоньерҙы асып ебәреп:- Әйтеп торам бит, шифоньерҙа ул!..Өләсәйем менән әсәйем:- Милүк! Шифоньер эсендә нишләйһең!?- Йәмилә, балам, бәәәй, ҡараңғыла нишләп тораһың!!!- Ишеген дә япҡан бит әле, тирләп бөткән, тын алырға һауа юҡ бит шкаф эсендә!!!- Һин тығы ла иркәңде алдатып "йәшенмәк уйнаттыңмы" !?- тип апайымды әрләп алып китә әсәйем.- Хәҙер ещё йәшенмәк уйнайым аның менән! Үҙегеҙ уйнағыҙ! Һеҙ минең өсөн ЕГЭ сдавать итәгеҙме!- тип асыулана апайым.- Шифоньерға ул үҙе постоянно кереп тора...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Алыҫ командировкаларға
киткән атайҙарға арнала

"Лэтуаль"дә үҫмер ҡыҙым:
- Әсәй! Әсәй! Әсәй!!! Кил әле!- тип сабырһыҙланып бөтә зал аша янына саҡырҙы.
- Атайымдан мин бәләкәй саҡта шундай хуш еҫ килә ине!
- Эйе... "Тет-а-тет"- тың сатҡылары... - тип мин дә моңһоуланып хәтирәләргә биреләм, атамаһы ғына башҡаса...
Йылы газелькала ҡыҙыма 10 йыллап элекке ваҡығаларҙы бәйән итә башлайым ... балам йоҡоға тала...
... Мин бәләкәй саҡта атайым йыраҡҡа оҙайлы командировкаларға китер ине...
Беҙ райүҙәктә йәшәһәк тә, өйөбөҙ яңы урамда булғас, балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә алыҫ булды. Балалар баҡсаһында мин ҡыҙылсамы, һыу сәсәгеме ... әллә нимәләр йоҡтороп йыш ҡына өйҙә ҡала инем. Өҫтәүенә йә 40 градус һалҡындар башлана, йә әсәйемдең машинаһы тоҡанмай. Шуға ла атайым оҙайлы командировкаға китһә, әсәйемдең әсәһе - кәтәйем беҙгә "ҡышларға" килер ине, ял көндәрендә генә үҙенең ауылына ҡайтып китә.
Ә йома кисен беҙгә атайымдың әсәһе - өләсәйем килер ине.
Улар, ғәҙәттәгесә, әсәйем менән оҙаҡ ултырып сәй эсәләр, өләсәйем бөтмәҫ хәбәрен һөйләй. Апайым бүлмәһенә бикләнеп "егеға готовиться" итә.
Шундай күңелһеҙ кистәрҙә мин шифоньерға инер инем...
Унда атайымдың өҫ кейемдәре эленеп тора. Бигерәк тә атайымдың ҙур бушлаты оҡшай ...
Шул бушлат эсенә аҫтан шыуышып инәм дә - хыялға сумам! Бушлаттың эске йөнтәҫ яғы атайымдың ҡырылмаған һаҡал- мыйығы кеүек минең битемде ҡытыҡлай.
Ҡараңғыла бөтәһе лә күҙ алдына килә:
бына тиҙҙән ҡарарҙар ирер, яҙ етер, йәшел үләндәр шытыр, сәскәләр атыр..., атайым өйгә ҡайтыр!..
Беҙ атайым менән урамда донъя көтәбеҙ: Аҡтырнаҡҡа көсөктәре менән йәшәргә оя төҙөйбөҙ, минең песочницама яңы ҡом ташыйбыҙ... йылғала һыу төшәбеҙ, машина ремонтлайбыҙ, атайымдың таныш- тоноштарына барып хәл белешеп киләбеҙ, әсәйемде машина менән эшенән барып алабыҙ.
Әсәйем генә ҡайсаҡ ризаһыҙлығын белдереп үҙе рулгә ултырыр ине:
- Үҙеңде уйламаһаң да, баланы уйла...
Иртәгәнән балалар баҡсаһына барасаҡ!..
- Юҡ! Юҡ! Юҡ!!!- тип тыпырсынам мин.
- Йә, буштан проблема сығарма инде!.. - тип әсәйемә ҡаршы төшә атайым.
Күпмелер ваҡыттан атайымды тағы ла командировкаға ебәрерҙәр ине...
... Өйҙә ниндәйҙер шау-шоу ҡупҡан- мине эҙләйҙәр, күрәһең!
Маргаритка апайым шифоньерҙы асып ебәреп:
- Әйтеп торам бит, шифоньерҙа ул!..
Өләсәйем менән әсәйем:
- Милүк! Шифоньер эсендә нишләйһең!?
- Йәмилә, балам, бәәәй, ҡараңғыла нишләп тораһың!!!
- Ишеген дә япҡан бит әле, тирләп бөткән, тын алырға һауа юҡ бит шкаф эсендә!!!
- Һин тығы ла иркәңде алдатып "йәшенмәк уйнаттыңмы" !?- тип апайымды әрләп алып китә әсәйем.
- Хәҙер ещё йәшенмәк уйнайым аның менән! Үҙегеҙ уйнағыҙ! Һеҙ минең өсөн ЕГЭ сдавать итәгеҙме!- тип асыулана апайым.- Шифоньерға ул үҙе постоянно кереп тора...
- Бәпкәм, үпкәләнеңме әллә?...- тип әсәйем мине күтәреп үк ала.
Апайым:
- Йә, әйт әсәйгә, ниңә шифоньерға ингәнеңде! Әтеү тағы мин ғәйепле буласаҡмын!- тей, үҙе хәйләкәр йылмая.
Миңә, нишләптер сак ҡына оят һымаҡ:
- Эээ...Ммм...Мин унда...ммм... Атайымдың бушлатын... еҫкәргә инәм...
- Атайҙың тир еҫе һеңгән бушлатын еҫкәргә инә ул шифоньерға көн дә!!! Ха-ха-ха, Миля!!! - тип рәхәтләнеп көлә апайым.
Әсәйем шкаф эсенән атайымдың бушлатын сығарҙы ла уны ҡыҫып ҡосаҡланы:
- Тет -а- тет!!! Был одеколонды мин уға бүләк иткәйнем...
Мин дә бушлатҡа һыйынам.
Өләсәм мине ҡосағына алып:
- Аллаһы Тәғәләм, Хоҙайым...шул бала өсөн иҫән-һау ҡайтар инде улымды!..
Әнә бит, нисек һағынған атаһын, ярата...- тип сеңләп илай башланы.
Барыбыҙ ҙа шымып ҡалдыҡ...
Апайым ғына миңә йөҙөн салышайтып, тел күрһәтеп, үҙ бүлмәһенә "егеға готовиться" итергә китте. Мин уның артынан йүгерҙем.
- Йәмилә, балам, апайыңа ҡамасаулама!- тип әсәйемдәр мине тотоп алдылар,- Әйҙә, әйҙә, беҙҙең менән уйна!
Нисек итеп улар менән уйнарға! Улар Маргаритка йә кәтәйем кеүек уйнай белмәйҙәр шул!
- Бесәй балалары менән уйнаһам килә!- тип тиҙ генә уйлап табам мин. Подвалда ине улар, кәтәйем уларҙы өйгә индерергә рөхсәт итмәй. Көнөнә бер- ике тына ғына улар янына төшөп килергә мөмкин.
Бөгөн әсәй уларҙың барыһын да коробкаға тултырып өйгә индерҙе. Кис буйы бесәйҙәр ғаиләһе менән мәш килдем. Апайым да үҙенең имтихандарын онотоп, бесәй балалары менән уйнаны.
Тик өләсәм генә һаман да ваҡыты- ваҡыты менән беҙҙе ҡосаҡлап, иламһырап, аңлашылмаған доғаларын шыбырланы:"...ар - рахмани рахим, мәәлики.."
- Йәмилә! ҡыҙым, бесәйҙәргә йыр йырлайыҡ, әле! - тип йылмая әсәйем.
- Ҡара бесәй балаһы,
Ап- аҡ ҡына яғаһы,
Шул бесәйҙең яғаһына...
- Йәмилә! Йәмилә! ҡыҙым! Уян! Беҙҙең туҡталышҡа етәбеҙ!- тигәнгә уянып киттем.
Әсәйем кем менәндер телефондан көлөп һаубуллаша ине:
- ...Бала һинән перегар еҫе сыҡмаҫ, бәлки, тип, үҙенсә өмөтләнеп, алдырҙы инде одеколонды...- әсәйем атайым менән генә шулай төртмә телләнеп һөйләшкәне аңлашынып тора ине, -... Надежда умирает последней!- тип телефонын һалды.
Ул миңә йылмайып, сумочкаһынан ялтыр ҡуматаны алып, хуш еҫен тойорға тырышҡандай, тәрән итеп һауа һулай ине...


Асия Закирйәнова.

2023 йыл.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: CC4CC588-7652-4D24-B90C-FBD24115DCD8

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: