Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
23 Май 2023, 19:05

"Миңә был сабый кәрәкмәй!"

Зилә сабый уралған төргәкте ҡулында сирҡанып ҡына тотоп тора. Бала тыуҙырғанына үкенә икәнен әйтмәһә лә белергә мөмкин. – Ә ниңә таптың улай булғас? – тине Гөлнур...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Был –  Гөлнур үҙенең һеңлекәше Зиләнән ишеткән тәүге һүҙҙәр ине. Зилә сабый уралған төргәкте ҡулында сирҡанып ҡына тотоп тора. Бала тыуҙырғанына үкенә икәнен әйтмәһә лә белергә мөмкин.

– Ә ниңә таптың улай булғас? – тине Гөлнур.

– Беләһең бит инде. Айнур кире ҡайтыр тип өмөтләнгәйнем. Аҙаҡ һуң булды...

Ошо мәлдә уның ҡулындағы сабый иларға кереште. Зилә йөҙөн һытты.

– Илай ҙа илай, ни эшләтергә һуң? – ул ҡәнәғәтһеҙ генә апаһына ҡараны.

– Асыҡҡандыр, – тине Гөлнур.

   Һеңлеһенең баланы килбәтһеҙ тотоуын һәм саҡ төшөрөп ебәрмәүен күреп, Гөлнур: “Бир бында!” тип баланы унан тартып алды.

Шунан алып бала һәр саҡ Гөлнурҙа булды. Уға Рита тип исем ҡуштылар. Тәүге мәлдәрҙә Зилә уны тәрбиәләргә тырышҡан һымаҡ та ҡыланды, әммә тиҙ ялҡты был “эшенән”. Сабый уның һарыуын ғына ҡайната ине, өйҙән сығып китер ине лә, барыр ере юҡ шул.

Улар апалы-һеңлеле бергә йәшәй ине. Бер нисә йыл элек башта өлкәнерәк Гөлнур, артабан Зилә ҡалаға уҡырға тип килделәр. Әле ҡуртымға алынған фатирҙа көн күрәләр. Улар үҙҙәре ауылда тыуып үҫкән. Әсәләре аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә, ҡайһы саҡ аҡса ла ебәргеләй. Ул, әлбиттә, өләсәй булғанын шунда уҡ ишетте, хатта кесе ҡыҙын ҡыйыулығы, йәғни баланы ҡалдырырға ҡарар итеүе өсөн маҡтап та ҡуйҙы. Ә уның баланы ҡарарға теләмәүен Гөлнур әсәһенә әйтеп торманы инде. Хәйер, ҡыҙҙарының хәлен белешергә килгәндә Наилә апай былай ҙа бырыһын да күрә ине: Гөлнур сабый менән ҡала, ә Зилә һәр саҡ ҡайҙалыр сығып юғала.

Шулай бер йыл самаһы уҙҙы. Бер көндө Зилә Гөлнурҙың баланы йоҡлатыуын көтөп алды ла (үҙенең быны эшләргә һис түҙемлеге етмәй ине), апаһына былай тине:

– Апай, мин шундай шәп егет менән таныштым! Төҫкә сибәр, эш хаҡы ҙур, бергә йәшәргә тәҡдим итә!

– Бик һәйбәт. Ә Ританы ҡабул итерме? – тип аныҡларға тырышты Гөлнур.

– Юҡ... – тип башын эйҙе Зилә. – Тимурға сит ирҙәрҙән тыуған бала кәрәкмәй.

– Улайһа, икенсе ҡыҙға китеп олаҡһын! Ниңә кәрәк ундай кеше! – тип ҡыҙҙы апаһы.

– Иҫәрһеңме әллә!? – Зилә лә ярһып китте. – Башҡаса ҡайҙан табайым мин ундай егетте? Күптән кейәүгә сығырға кәрәк тә баһа! Был минең өсөн берҙән-бер мөмкинлек икәнен аңлайһыңмы?

Бер йыл эсендә Гөлнур ҙа Ритаға эҫенеп өлгөргәйне инде. Шул тиклем матур итеп йылмайған, тирә-яҡты ҡыҙыҡһынып күҙәткән был тере йомғаҡты нисек яратмаҫҡа була инде...

– Бәлки, Рита һиндә йәшәп торор әлегә.. – тип ҡыйыуһыҙ ғына һораны Зилә. – Ул да һиңә өйрәнгән, һин дә уға...

– Уның әсәһе бар бит! Әсәйһеҙ йәшәргә тейешме ни ул?!

– Мин килеп йөрөрмөн, йыш килермен, – тине Зилә. – Бүләктәр алып килермен, аҡсалата ярҙам итермен. Апай, аңла инде мине – был егетте лә ысҡындырһам, ни эшләрмен...

Гөлнур, һеңлеһенә нисек кенә асыуы килмәһен, риза булырға мәжбүр икәнлеген аңлай ине, әлбиттә. Йүғиһә, бер туған һеңлеһенең балаһы үҙен күрә алмаған үгәй атай менән йәшәйәсәк, йә уны ауылға өләсәһенә алып барып ташлаясаҡтар, йә иң насары буласаҡ – балалар йортона олаҡтырасаҡтар.

Риза булырға тура килде шул. Зилә, әйберҙәрен йыйып, Тимуры янына китеп барҙы. Ә бер аҙҙан Гөлнур бала ҡарап өлгөрә алмауын аңлағайны инде: ул үҙе студент, үҙе кистәрен кафела эшләп йөрөй. Быға саҡлы бик ваҡыты тығыҙ булғанда сабыйҙы Зиләгә ҡалдыра торғайны, уныһы, ауырға ҡалғас, институтты ташланы. Хәҙер бындай мөмкинлек ҡалманы – һеңлеһе шәхси тормошон ҡороу менән мәшғүл. Бала ҡараусы ялларға хәленән килмәй, сөнки кафела эшләп тапҡан аҡсаһын тулыһынса фатир хужаһына биреп барырға кәрәк буласаҡ.

Ахырҙа ауылдан әсәләре ярҙамға килде. Гөлнурға уҡыуын тамамларға кәрәк бит. Әсәһе хәҙер бала менән ултыра, ә ул дәрестәргә йөрөй, төндәрен диплом эше яҙа. Әсәй кеше кесе ҡыҙын әрләүҙән бушамай ине, телефондан шылтыратып оялтырға ла тырышып ҡарай, тегеһе ҡолағына ла элмәй, артабан телефондан шылтыратыуҙарға яуап та бирмәй башланы.

Гөлнур дипломын уңышлы яҡланы. Шул айҡанлы торт менән сәй эсеп алғас, әсәле-ҡыҙлы артабан нисек йәшәү, Ританы нисек һәм ҡайҙа тәрбиәләү тураһында һөйләштеләр. Нимә генә тимә, Зиләне яуаплы булырға саҡырыуҙан фәтеүә юҡ икәнлеге аңлашыла, баланы ошонда үҫтерергә тура киләсәк.

– Ҡыҙым, әйҙә мин Ританы алып ҡайтайым, – тине Наилә. – Ауылда саф һауа, балалар баҡсаһы менән мәктәп тә бар. Ихтала сәскә ултыртырбыҙ, урманға емеш-еләккә йөрөрбөҙ.

– Әсәй, һинең йөрәгең ауырта бит, арҡаң да һыҙлай. Ритабыҙ тиҙҙән йүгереп йөрөй башласаҡ. Нисек артынан өлгөрөрһең? – тип ҡаршы төштө Гөлнур.

– Нисек тә өлгөрөрмөн әле...

– Юҡ, әсәй, мин дә һеҙҙең менән ауылға ҡайтам!

– Нисек инде ул?

– Бик ябай ғына – мәктәпкә эшкә урынлашырмын. Ауылда йәш педагогтар кәрәктер, моғайын. Бергә йәшәрбеҙ – мин, һин һәм Рита.

– Ҡыҙым, һинең ҡалала йәшәйһең килмәйме ни?

– Ә бында мин нимә юғалтҡанмын? – тип көрһөндө Гөлнур. – Бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәйем, әхирәттәрем дә төрлө яҡҡа тараласаҡ.

– Үҙ ғаиләңде ҡорорға кәрәк бит әле, балаҡайым...

– Әсәй, хәҙер егерме беренсе быуат – ғаилә ҡороу өсөн ҡайҙалыр барып йөрөргә кәрәкмәй, өйҙән дә танышырға була.

Дөрөҫөн әйткәндә, шәхси тормош Гөлнурҙы әллә ни борсомай ине. Ҡаланан ялҡҡан ул: фатирҙы ҡуртымға алыу бик ҡиммәт, уҡытыусыларҙың эш хаҡы үтә бәләкәй. Педагогтарға ауылда йәшәүе анһатыраҡ, һауа менән һыу ҙа таҙа, ҡалалағы кеүек ығы-зығы ла юҡ, үҙең үҫтергән ризыҡ тулып ята...

Улар өсәүләп ауылға күсеп килде. Гөлнурҙы шунда уҡ мәктәпкә эшкә алдылар. Наилә апайға ла тормошона йән ингән кеүек булды. Кескәй Ритаға ла бында ныҡ оҡшай ине. Ул бик теремек һәм аҡыллы бала булып үҫте.   

Зилә лә ҡыҙына бер нисә тапҡыр килеп әйләнде, тик оҙаҡ тормай ине, ҡайтыу яғын ҡарай. Әсәһенең һәм апаһының нисек йәшәүе тураһында һорашыуына “Һәйбәт” тип кенә ҡуя ине, әммә йөҙө арыған, нимәнәндер талсыҡҡан кешене хәтерләтә. Гөлнур социаль селтәрҙә Ританың фотоһүрәттәрен ебәрһә лә, Зилә яғынан яуап юҡ, ҡайһы саҡта ғына “лайк” ҡуйған була. Ире Тимур кескәй Ританы күрергә лә теләмәй икән. Хәйер, Рита барыбер әсәһе менән ҡалаға юлланырға теләмәҫ ине. Бында уның әхирәттәре, яратҡан эте менән бесәйе бар, ә унда бер кеме лә юҡ...

Ритаға ун өс йәш тулған көндө лә ул, төрлө бүләктәр тотоп, ауылға килде. Улы тыуған икән, Илһам тип исем ҡушҡандар. Быға саҡлы бер нисә йыл инде күренгәне лә юҡ ине. Тик Ританың был бүләктәргә иҫе китмәне. “Мин хәҙер ҙур, ҡурсаҡ уйнатмайым!” тип, әсәһе тотторған төргәкте кире бирҙе лә, күрше бүлмәгә сығып китте.

– Ниңә улай итә ул? Һеҙ баланы миңә ҡаршы ҡотортаһығыҙ! – тип илап ебәрҙе Зилә.

– Беҙме? – тип асыуланды Гөлнур. – Ул һине онотмаһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Ә ниңә әсәһен үҙһенмәгәнен төшөнөүе ҡыйынмы ни? Һинең ташлап киткәнеңде аңламаймы ни бала? 

Шул мәлдә күрше бүлмәлә Илһам илаған тауыш ишетелде. Ҡатындар шунда йүгерҙе. Малай илай-илай әсәһенә һыйынды: “Ул миңә һуҡты!” тине ул, Ритаға күрһәтеп.

– Һин ниңә ҡустыңды илатаһың? – тип екерҙе Зилә.

– Ниндәй ҡустым булһын ул? Һин, апай, ҡысҡырынма, йүғиһә участковыйҙы саҡырам. Ә балағыҙ минең әйберҙәрҙе туҙҙырмаһын... – тип яуапланы Рита.

Шул мәлдә ишектән, ысынлап та, участковый килеп инде. Зилә аптырап китте.

– Һин иҫәрме әллә? Ниңә милиция саҡырҙың? – тип асыуланып һораны Зилә Ританан.

– Әсәйемдең ире был, эштән ҡайтты, – тип, сикәһе тирәһендә бармағын өйөрөлттө Рита. – Ә һин шуны ла белмәйһең...

Уныһын Зилә ысынлап та белмәй ине. Бер нисә йыл элек Гөлнур апаһы кейәүгә сыҡҡан һәм Рита менән бергә иренең йортона күскәндәр икән, әле өләсәһенә ҡунаҡҡа ғына килгән мәлдәре. Шунда ғына Зилә апаһының һәм ҡыҙының тормошонан нисек алыҫ булыуын аңланы. Хатта ҡайҙа йәшәгәндәрен дә блмәй.

– Ә ниңә әйтмәнегеҙ ҙә? – тине ул.

– Ә һинең ҡыҙыҡһынғаның булдымы? – тине әсәһе.

Зилә йәнә иларға кереште. Уны тынысландырып, ниһайәт, апалы-һеңлеле һөйләшеп алырға булдылар.

Зилә ире Тимур менән йәшәй алмағандарын һөйләне. Уныһы бик холоҡһоҙ булған икән, бөтә нәмәне тыйған. Улдары Илһам тыуғас та иренең уға ҡарашы йомшармаған, хәҙер хатта эскегә һабышҡан. Ахырҙа Зилә унан киткән, ҡалала бер фатирҙан икенсеһенә күсеп йөрөгән, тамам үҙәгенә үткәс кенә ауылға туғандарына ҡайтып ғәфү үтенергә булған.

 – Бик асыулы итеп ғәфү үтенәһең, – тине Гөлнур. – Һин башта ҡыҙыңдан ғәфү үтен. Рита – изге йәнле бала, ғәфү итер тип уйлайым.

– Әгәр ҙә ғәфү итмәһә?

– Уның эше. Һин бала кәрәкмәй тинең бит. Ә ул хәҙер үҙенә әсәй кәрәкмәй тип иҫәпләй.

Зилә улы Илһам менән әсәләре Наилә янында йәшәргә ҡалды. Ул ҡыҙы менән дә мөнәсәбәт бер заман яҡшырыр тип өмөт итә.

Автор:Рәшит Кәлимуллин.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 6qtPiznKfEo
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: