+6 °С
Болотло
- Ҡайтаһыңмы, балам, был аҙнала
Ейәндәремде бигерәк һағындым.
Туҡмас киҫеп ҡуйҙым, бәлеш һалам,
Хәл алырһығыҙ, мунса сабынып.
- Беләһең бит, әсәй, эштәр тығыҙ,
Өс ҡатлы йорт яңы төҙөнөк.
Шәмбе көнө йыһаз килтерәләр,
Мәшәҡәттәр тора теҙелеп.
- Был байрамда дүрт көн ял була, ти
Ҡайтаһығыҙҙыр инде, иркенләп?
- Ваҡыт теймәҫ, дача баҡсаһында
Үтәр инде уның дүрте лә.
- Отпускыңда көтәм, балаҡайым,
Ейәндәрҙе килә ҡосаһым.
- Көтмә, әсәй, билет алдыҡ күптән,
Таиландҡа бөгөн осабыҙ.
- Хәлдәр нисек, әсәй? Ҡайтырға сығабыҙ,
Бүләктәр һиңә алдыҡ...
- Әсәйегеҙ ҡапыл үлеп китте
Урам ҡапҡаһына һөйәлеп...
Илдар Хафизов.
(Лилиә Такаева тәржемәһе)
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:tMRwwVaJd0c