Әҙәби бит
17 Май 2023, 17:35

Һөйөүемә тоғро ҡалам

Ғәзизә балдаҡтарҙы алманы. Бары тик Рузель менән бергә төшкән фотоны һораны. Яңы танышҡан саҡтарында район үҙәгенә барып төшкәйнеләр.Бына ул Рузель, һалдат кейемендә. Ғәзизә күк ерлеккә аҡ борсаҡ төшкән күлдәк кейгән, сәсе оҙон үрмәйенсә генә алға төшөргән. Рузельдең ҡосағына һыйынып ҡына тора. Икеһе лә бәхетле йылмая. Фотоның артында: "Мәңгелек һәм берҙән бер мөхәббәтем Ғәзизәм!" - тип яҙылған ине. Тағы ла аҫтараҡ ҡыҙыл ручка менән эре итеп яҙылған яҙыу тора:ҺӨЙӨҮЕМӘ ТОҒРО ҠАЛАМ ...

Һөйөүемә тоғро ҡаламҺөйөүемә тоғро ҡалам
Һөйөүемә тоғро ҡалам
Миңзифа Хамматова
ҺӨЙӨҮЕМӘ ТОҒРО ҠАЛАМ .

Рузель менән Ғәзизәнең осрашыуын оҙаҡ бер кем дә белмәне . Бибинур егетте баҫтырып баҫтырып ҡараны ла , аҙаҡ ҡул һелтәне .
Ғәзизә менән Рузельдең үҙ доньЯлары үҙенә бер башҡа булды . Гүйә , был доньЯла икәүһенән башҡа кеше юҡ ине улар өсөн . Ҡырға сығып Ялан , ҡырҙар буйлап баҫтырышҡан ҡыҙ менән егеттең сәстәренән елдәр наҙлап һыйпағанда , ҡараңғы күктә йымылдашҡан йондоҙҙар күҙ ҡыҫҡанда , ике йөрәк бер береһе өсөн Ярһып типкәндә , был доньЯла улар икәү генә ине .
— Ғәзизәм !!!
Рузельдең өҙөлөп , наҙлап ҡына өндәшкән тауышынан , ҡыҙ үҙен томан араһына инеп ирегән һымаҡ хис итте .
-— Әүүү , ишетмәйем нимә тиһең ? - ҡыҙ күҙҙәрен шаЯн көлдөрөп хәйләкәр йылмаЯ .
-— Ғәзизәм , белһәң ине , нисек һине Яратыуымды ! Һине күрмәйенсә бер минут та , юҡ , бер секунд та йәшәй алмайым .
-— Ишетмәйем , ҡабатла !!!
-— Мин һине Яратам , Ғәзизәм !!! Яратааааам !
Рузельдең тауышына урман Яңғырап китте , шаңдау булып кире әйләнеп ҡайтты .
-— Яратааааааааммм ... ааа ммм .

Йылы йәйҙе , эс бошорғос Ямғырлы , һалҡын көҙ алмаштырҙы . Ғәзизә менән Рузель генә көҙҙөң эс бошорғос икәнен һиҙмәнеләр .
Улар өсөн һаман да йәй дауам итә ине . Туҡтауһыҙ Яуған Ямғырға , аЯҡ аҫтында батырлыҡ ҡойо бысҡылдап Ятыуына ла иғтибар бирмәнеләр . Кис етеү менән бер береһе менән осрашыуға атлығып торҙолар .
Ямғыр аҫтында көлөшә һөйләшә ауыл урамдарын арҡырыға буйға үтерҙәр ине . Йәшлектең иң матур , иң илаһи мәлдәренең береһе егет менән ҡыҙҙың етәкләшеп Ямғыр аҫтында йөрөүе .
Мәңге ҡабатланмаҫ мәлдәр . Ваҡыт үткәс һағынып хәтерләр сихри минуттар ...
Инде бер кемгә лә , сер түгел ине инде , уларҙың бер берен Яратып йөрөүе .
Ғәзизәгә Рузельдең әсәһе Факиһа инәйҙең һүҙен дә алып килеп еткерҙеләр .
-— Күренекле , белгән кешеләрҙең балаһы . Күҙебеҙ алдында үҫкән ҡыҙ , ҡуш ҡуллап килен итәм Ғәзизәне .
Ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге булманы . Рузельдең ҡустылары ла осрағанда , еңгәй , ҡулъЯулыҡ бир , тип шаЯртып үтә башланылар .
Ғәзизәнең әсәһе ауыҙынан да шундайыраҡ һүҙ сыҡҡайны әле бер .
-— Факиһа һәйбәт ул , ҡоҙағый булышһаҡ ҡалай арыу булыр ине . Малайы ла ипле генә күренә . Уаҡ төйәкте төйнәштерә торор кәрәк әле , ҡапыл ғара туй муй булып ҡуйһа .
Ғәзизә оЯлышынан ҡып ҡыҙыл булды .Эй, ошо әсәһе , атаһы алдында өндәшмәһә лә булыр ине .
-— Кем кейәүгә сыға әле , тигән булды шым ғына .
-— Аһ , аһ , осрашып йөрөгәс сығаһың инде . Ҡайҙа ҡарама , Ғәзизә менән Рузель йөрөй тиҙәр . Һыу буйындамы , ҡаЯ бшындамы һеҙҙән башҡа кеше юҡ . Йөрөмә тимәйем , матур йөрө , әсәһе бармағын Янаны ла үҙ эшенә әүрәне . Ғәзизәнең йөрәге дарҫлап тибергә тотондо . Йә , Хоҙай бөтәһе лә белә , бөтәһе лә риза . Ысынлап та шулай булырмы икән ни ?
Ғәзизә Рузельдең кәләше булып , ап аҡ туй күлдәктәре кейеп загсҡа барырҙармы икән ни ? Факиһа инәйҙең тупһаһына килен булып төшөргә насипмы икән уға ? Кем уға һыу башлар икән ? Ҡыҙ татлы хыЯлдарға сумыр булып китте .

Әхирәте Бибинурҙан әҙерәк әрләнеп алды Ғәзизә .
-— Аҫтыртын ! Ҡандай егетте бөтәбеҙҙән һалдырып алды ла , өндәшмәй ҙә бит әле .
Рузельдең шундай сибәр үҙенә ҡарамай , унан күпкә ҡайтыш Ғәзизәне һайлауына Бибинурҙың эсе бошто бошоуын .Тик этлек уйламаны , араларына ҡыҫылманы . Сибәр ҡыҙға ҡараусы егеттәр күп булды , тик ул Рузельдең үҙен һанламауына йәне көйҙө .Ваҡыт ваҡыты менән үҙенең көнләшеүен һиҙҙереп ҡуйһа ла зыЯн эшләмәне әхирәтенә .

Ғәзизә менән Рузель осрашыуҙарын дауам итте .
Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла өшөмәҫлек ҡайнар ине уларҙың һөйөүе . Иң саф , иң таҙа һөйөү ине уларҙың араһында . Егет ныҡ ҡәҙерләне , ҡурсаланы һөйгәнен .
-— Ғәзизәм , һин шундай саф , шундай матурһың бит . Гәлсәр һауыт кеүек кенә күрәм һине . Һаҡһыҙ ҡағылып ватыуҙан ҡурҡам хатта .
-— Мин гәлсәр түгел , ватылмам , ҡыҙ ундай саҡтарҙа ҡысҡырып көлә ине .
-— Шул тиклем Яратам ! Күҙемдән осоп барған һымаҡһың , Рузельдең тауышында моңһоу ауаздар Яңғырап китә . Үҙен иҫе китеп Яратҡан егеттең наҙлы тауышынан башы әйләнгән ҡыҙҙың , күҙенә аҡ ҡара күренмәй ине . Бер туҡтауһыҙ көлә ине ул .
Ғәзизә лә Ярата Рузельде . Үҙенә әйтергә ҡыймай ине генә . Егет кешегә Яратам тип әйтер өсөн ҙур батырлыҡ кәрәктер ул . Ҡыҙ һалҡыныраҡ булып ҡыланды , һәр һүҙҙе шаЯртыуға борҙо , ишетмәгән кеше булып , ҡат ҡат ҡабатлатты . Ҡыҙ көнөнә мең тапҡыр һораһа ла , егет Ялҡманы . Йыванмай бер үк һүҙҙе ҡабатлай ине , Яратам , Яратам , Яратам ...

Ғәзизә эйелеп , услап ҡар алды ла Рузельдең елкәһенә һирпеп ебәрҙе . Үҙе ҡысҡырып көлә көлә йүгереп китте . Егет ҡыҙҙы ҡыуып етеп ҡосағына алды . Ғәзизә ысҡынырға тырышып тартҡылашһа ла , егеттең көслө ҡулдарынан ысҡына алманы .Рузель ҡыҙҙың ирендәренә үрелде .
Тәүге тапҡыр сихри һәм баш әйләндергес үбеү тәмен татыған ҡыҙ юғалып ҡалды . Әйтерһең дә , йәне күктәргә остомо ни ...

Бер береһен көрткә этә төртөп шаЯрыуҙар , баҫтырышыуҙар , айлы төндә үбешеүҙәрҙән Ғәзизәнең аңы томалана ине . Ул шул тиклем бәхетле , шаЯн һәм ғәмһеҙ ине .
Икәүләп көрткә салҡан йығылалар ҙа , күктә йондоҙ атылыуын һанайҙар . Имеш , йондоҙ атылған мәлдә теләк теләһәң , ҡабул була тип ишеткәне бар ине .
Рузель менән ниндәй генә хыЯлдар ҡорманы улар , шулай көрт өҫтөндә күккә ҡарап Ятҡан мәлдәрендә , ниндәй генә теләктәр теләмәнеләр .

Февраль айының сатлама һыуыҡтарында , Рузель Ғәзизәне үҙҙәренең усаҡлығына алып инде . Йылыла ултырайыҡ тип . Улар сәйҙе усаҡлыҡта эсәләр , ә өйҙәрендә йәшәйҙәр ине .Факиһа инәй егәрле , таҙа ҡатын . ДоньЯһы Ялтырап Ята , аш һыу урыны усаҡлыҡта булғас , өйҙәрендә тәртип иҫ китмәлелер инде , Ғәзизә уныһын белмәй .
Ҡосаҡлашып ҡына торғандарында Факиһа инәй килеп инде лә кире йүгереп сығып китте .
-— Ишегегеҙҙе бикләһәгеҙ ней була , һыу эсәйем тиһәм , тигән тауышы ғына алыҫтан ишетелде .
Һыуыҡ ваҡыттарҙа усаҡлыҡта ултырған йәштәрҙе әрләмәне ул . Йомошо булып сыҡҡан ваҡыттарында ишекте тартып ҡарай ҙа , һеҙ ултыраһығыҙмы ни , тип һөйләнә һөйләнә кире инеп китә ине .
Рузельдәрҙең патефондары бар ине . Патефон Ғәзизәләрҙә лә бар , тик юнле пластинкаһы юҡ . Ә Рузельдә пластинка күп ине . Йыр ҡуйып тыңлап , ҡуша йырлап , бейеп таң аттырҙылар улар .
Снег кружитьсЯ , летает летает ,
Заметает зима , заметает ...
Ошо йырҙы икеһе лә ныҡ Яратты .
Күпме таңдарҙы , ҡосаҡлашҡан килеш ошо көйгә өйөрөлөп ҡаршыланы икән , берен бере өҙөлөп һөйөүсе йәш йөрәктәр ?

Ғәзизәнең әсәһе ауырып китеп , Өфө больницаһына һалдылар . Оҙаҡ Ятып киткән әсәһенең хәлен белергә барырға йыйынды ул .Әҙерләнеп юлға сыҡты . Автобус менән Сибайға тиклем Рузель оҙата барҙы . Киске поездға ултыртып ебәрҙе .
Ҡыҙ башҡалала ике көн булып , әсәһенең хәле арыуланыуына ҡыуанып ҡайтырға сыҡты .
Ауылға ҡайтып етеүенә , өйҙәрендә уны әхирәте Бибинур көтә ине . Ғәзизәнең ҡайтыуын сыҙамай көткән Бибинурҙың Яңылығы бөтә доньЯның аҫтын өҫкә әйләндерҙе .
Һаҡмар йылғаһы буйында йәшәүсе Фәррәх ҡарттың кинйә малайы Салихты армиЯға алдылар . Дуҫ иштәрен , туған тумасаларын йыйып оҙатыу кисәһе ойошторҙо ата - әсәһе .
Ауыл ерендә шулай бит инде , берәйһе армиЯға китһә йә ҡайтһа , бөтә ауылдың йәштәре йыйыла .
Рузель дә була ул кисәлә . Иптәштәре ыңғайына арыу ғына эскән егет төпкө бүлмәләге карауатҡа инеп ауа һәм таңға тиклем уЯнмай йоҡлай . Яҡтырғанса тиклем байрам иткән йәштәр Рузельдең Айгөл исемле ҡыҙ менән ҡосаҡлашып Ятыуына шаһит була . Был хәбәр Бибинурҙың ҡолағына төшмәһә бәлки , үтеп тә китер ине . Ул үҙ сиратында шундай ҙур Яңылыҡты әхирәтенә еткереүҙе кәрәк тип иҫәләне .
Шундай итеп , йәндәре өҙгөләнеп Яратҡан кешеһенең хыЯнатын аңламаны Ғәзизә . Карауатына Ятып башын Яҫтыҡ менән ҡаплап иланы ла иланы ...
Урамға ла клубҡа ла сыҡмаған Ғәзизәгә ни булыуын аңламаған Рузель , һөйгәнен нисек тап итергә белмәй йөрөнө лә йөрөнө . Килеп һыҙғырып торһа ла ҡыҙ сыҡманы . Ахырҙа егет ҡыҙҙың эштән ҡайтҡан сағын ҡарауылланы .
— Ғәзизәүүү !!! — Рузельдең өҙөлөп өндәшеүенә ҡыҙ әйләнеп тә ҡараманы .
— Бөттө ! Барыһы ла бөттө ! Килмә !!!
Ҡыҙ Ярһып ҡысҡырҙы ла йүгереп ҡайтып китте , егет аптырап тороп ҡалды .
Ул кисәлә Рузель менән Айгөлдөң араһында бер нимә лә булманы . Рузель хатта үҙенең Айгөл эргәһендә таң аттырыуын да белмәне , был турала уға бер кем дә әйтмәне лә .Айгөл эсергә Ярата ине , иҫерек баштан Рузельдең Янына килеп Ятҡандыр , таң атҡас бер ни булмағандай тороп ҡайтты ла китте .
Рузель Ғәзизәнең ни өсөн үҙгәреүен аңлай алманы , ә Ғәзизә Рузельдең ғәйепһеҙ икәнен белмәне .

Ҡыҙ бер ергә сыҡмай илап Ятты Ятты ла , үҙен ҡулға алды . Клубҡа йәштәр араһына сыға башланы .
Яңы армиЯнан ҡайтҡан Заһир ҡыҙҙың артынан йөрөй башланы . Рузель дә баҫтырҙы ҡыҙҙы , аҙым һайын ҡарауылланы . Тик ҡыҙ уны тыңларға ла теләмәне .
— Ғәзизәү , һөйләшәйек әле , егеттең инәлеүенә ҡыҙ иремәне .
— Һинең менән һөйләшер һүҙем юҡ , тип ҡырт боролоп китә ине .
Ғәзизә Заһир менән йөрөй башланы . Оҙон оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешеп тә ҡуйҙылар .
Рузельде эсә башлаған тинеләр .Бер ауылда йәшәгәс тап килешкән саҡтары ла булғыланы .
Рузель һағышлы ҡараштарын төбәп , әсенеүле йылмаЯ ине уны күрһә . Ә Ғәзизә уны күрмәмешкә һалышты .
Уңманы Ғәзизә тормоштан . Бер - бер артлы балалар тыуҙы , доньЯ йөгө баҫты ҡатынды . Ире эсте , йөрөнө , тәүге мөхәббәтен ҡушып туҡманы . Ҡатын матур итеп йәшәргә тырышһа ла тормошо алға барманы .
Рузель өйләнмәне , ситкә сығып эшләп ҡайтты ла , Ялында эскеләне . Айыҡһа әсәһенең доньЯһын төҙәтеп , эш менән булды .
Ғәзизәнең ыҙалап йәшәүен белә ине ул . Иренән айырылһа , биш балаһы менән алам тип сәләмдәр ебәрҙе . Осрашыу эҙләп ҡараһа ла , Ғәзизә осрашманы уның менән . Иренән айырылманы , йәшлек мөхәббәте менән осрашыу эҙләмәне , ҡауышыуҙы башына ла килтермәне . Ҡатын уны күптән күңел түренән һыҙып ташлаған ине инде . Иренә , балаларына әүрәп үҙ тормошо менән йәшәй бирҙе . Ғүмер буйы үкенеп илап ултырып булмай бит , Ғәзизәне лә балалар , доньЯ йөгө баҫты . Йәшлек һөйөүе матур әкиәт һымаҡ йыраҡта , үткәндәрҙә тоноҡланып ҡалды . Тора бара бөтөнләй ҙә онотолдо .
Күп йылдар үткәс , Ғәзизәнең улы армиЯнан ҡайтҡан ине . Улы ҡайтыу хөрмәтенә туғандарын саҡырып мәжлес йыйҙылар . Бал ҡойоп самогон ҡыуҙы ире . Ҡатындар уны эсмәй торған , берәй вино алайым әле , тип магазинға барҙы Ғәзизә . Һатыусы менән көлөшә көлөшә тәмле вино һайлап тора ине , арттан берәү килеп ҡосаҡлап алды .
— Ғәзизәм , минең Ғәзизәм !!!
Ҡатын " терт " итеп ҡалды . Шул тиклем үҙәктәрҙе өҙөп , наҙлы итеп әйтелгән тауышҡа тертләне ул , китсе , Ғәзизә бар көсөнә ирҙе этеп ебәрҙе .
— Ни хәлдәрҙә генәһең , Ғәзизәү ?
— Минең хәлемдә ни эшең бар , ҡатын уға күтәрелеп ҡараны ла ҡойолоп төштө .Йә , Хоҙай ! Шул уҡ ҡараш , шул уҡ йылмайыу , аҡ йөҙөндә бер генә лә сырыштың әҫәре лә юҡ . Була бит доньЯла шундай сибәр кешеләр . Ә күҙҙәре , күҙҙәре шундай һағышлы ...
— Ҡуй , миндә эшең булмаһын , Ғәзизә йәһәтләп сығып китеү яғын ҡараны .
— Иххх , Ғәзизәү , Ғәзизәүүү ...

Ә иртәгәһенә ...
Иртәгәһенә , ике машина бәрелешкән , икеһендә лә кешеләре имен ҡалмаған тигән аяныслы хәбәр бөтә ауылды тетрәтте. Машиналарҙың береһендә Рузель булған ...
Ошоғаса таш шикелле йөрөгән Ғәзизәне шаңҡытты был хәбәр .Үҙәк буйҙарын әллә үкенес әллә әллә нимә көйҙөрҙө . Баҡсаһына инеп ағас ышығына ултырҙы ла , күҙ йәштәренә ирек бирҙе ...

Унан һуң да байтаҡ һыуҙар аҡты инде. Ғәзизәнең сәстәренә лә сал ҡуна башланы. Яңғыҙ ҡалыуына ла, ауылдан китеүенә лә апаруҡ ваҡыт үтте.Балалары күптән үҫеп етеп таралышты. Ғәзизә өләсәй инде .
Йылына бер тапҡыр тыуған ауылына бара Ғәзизә. Автобустан зыярат тәңгәлендә төшөп ҡала ул.
Бына тағы килде зыяратҡа. Бында әсәһе мәрхүмәнең ҡәбере .
— Әсәй , әсәйгенәм ... Ғәзизә әсәһенең ҡәберенә аҡ раузалар һалды . Шунан ары атланы .
— Әхирәткәйем! Бибинурым, исмаһам һин булһаңсы янымда .
Бибинур иллегә лә етмәҫтән йөрәк сиренән китеп барғайны .Ғәзизә уның китеүен бик ауыр кисерҙе . Мин үлһәм , мине онотма , тиер ине гел .Әллә йәшәмәҫен һиҙендеме икән ?
Ғәзизә , әхирәтенә ҡыҙыл раузалар килтерә . Бибинур ҡыҙыл сәскәләр Ярата ине . Ике әхирәт ғүмер буйы ҡатышып йәшәнеләр . Ғәзизә уға үпкә һаҡламаны бер ваҡытта ла .

Ә бында , бында ҡасандыр Ғәзизәне үлеп Яратҡан Рузельдең мәңгелек төйәге ...
— Һаумы , Рузель !!! Мин килдем , тип шыбырланы ҡатын .
— Ғәзизәү , Ғәзизәм ... Һағындым !
— Кисер мине , зинһар кисер , ҡатындың биттәре буйлап ҡайнар күҙ йәштәре тәгәрәне . Маңлайын ҡәбер рәшәткәһенә терәне , ҡулы менән памЯтниктағы фотоны һыйпаны . Фотонан уға йәш , матур аҡ ҡына йөҙлө ир йылмайып ҡараны ...
Ғәзизә йәшлек мөхәббәтенә аҡ ҡына каллалар килтерә гел .Калла Рузельдең дә Ғәзизәнең дә Яратҡан сәскәләре .
Һигеҙенсе март байрамына бергә дуҫ булып йөрөгән егеттәр , үҙҙәренең Яратып , дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙарын саҡырҙылар . Рузельдең дуҫы Саматтың әсәләре гел өй бирә ине йәштәргә . Саматтарҙың өйөндә матур итеп табын әҙерләгәндәр . Уйнап , көлөп , гармунға бейеп күңелле генә ултырҙы йәштәр . Самат гармунда өҙҙөрөп уйнаны , Рузель гитарала оҫта уйнай ине . Егеттәр барыһы ла ҡыҙҙарға байрам менән ҡотлап бүләктәр алғандар ине . Искуственный сәскәләргә ҡушып , кемеһе духи кемеһе шарф алған .
Ә Рузель , кеше аптыратмаһа Рузель булыр инеме ни ул ? Ҙур ғына һауытлы ҡыҙ формаһындағы , хуш еҫле духи алған ине ул . Тышына " Афродита " тип Яҙылған . Духиға һоҡланырға ла өлгөрмәне ҡыҙҙар , гәзиткә төрөлгән бер ҡосаҡ аҡ сәскәләр килтереп сығарҙы Рузель . Теп тере генә , ап аҡ ҡына ! Каллалар ! Бөтәһе лә " аһ " итте . Тышта март бураны ҡотора , ә өйҙә тере сәскәләр !
Был минуттарҙа Ғәзизә үҙен батшабикәнән кәм тоймағандыр .Ул шундай шат , шундай бәхетле ине .

— Ярай , Рузель ! Хуш , алдағы йыл тағы килермен.Ҡатын ҡайтыу Яғына атланы. 
Ғүмер аҡҡан һыу менән бер икән . Элек ошо баҫыуҙарҙа иген диңгеҙе айҡалып - сайҡала ине , хәҙер бер нимә лә юҡ .
Тормош ниңә шулай үкенесле икән ?!
Ғәзизә Һаҡмар буйына төшөп бит ҡулын йыуҙы . Сумочкаһынан тараҡ алып сәсен тарап рәтләне .
Ауылдаштар күҙенә илап , мөштәйеп күренмәйем әле тип , матур ғына атлап ауылға инде .
Ҡаршыһына , ҡулын маңлайына ҡуйып үҙен текләүсе әбей сыҡты .
— Ғәзизә , балам , һинме ул ?
— Мин инәй , мин .
-— Һау ғына йөрөйһеңме , әйҙә инеп сәй эсеп сыҡ .
Ғәзизә ҡаршылашманы , һүҙһеҙ генә әбейҙең артынан эйәрҙе .Инәй һис бирешмәгән әле ул тип эстән генә уйланы .
Сәй эсеп арыу ғына һөйләшеп ултырғас , инәй балдаҡтар сығарҙы. 
— Мә , балам . Һиңә бирәм , һинеке ине бит ул .
— Юҡ , юҡ . Алмайым .
Ғәзизә балдаҡтарҙы инәйҙең усына кире йомдорҙо.
Алтын балдаҡтың да тарихы бар.
Рузель менән Ғәзизә йыш ҡына ауыл осондағы Ҡаяташҡа менә инеләр. Хатта ташҡа "Ғәзизә + Рузель = мәңгелек мөхәббәт" тип соҡоп яҙғайны Рузель .
Шунда бер береһен мәңге яратырға , бер беренә хыянат итмәҫкә тип вәғәҙә биргәйнеләр .
— Рузель , әгәр һин миңә хыянат итһәң, мин ошо Ҡаяташтан осасаҡмын, анауындааа, - ҡыҙ упҡынға ымлап ҡысҡырып көлдө.
— Шунан был был тауҙы Ҡаяташ тип түгел, Ғәзизә осҡан таш тип әйтәсәктәр. Ә Рузель тигән бабай үлгәнсә, анау зыяратҡа аҡ каллалар ташыясаҡ.
— Юҡ, юҡ! Мин быға юл ҡуймаясаҡмын. Кәләш итеп алам да, эргәмдән бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкмен.
— Ысын кәләш алаһыңмы , ҡыҙ бер туҡтауһыҙ көлдө лә көлдө .
— Ысын , әсәй инде һөйләнә башланы . Әҙерләнә торһаҡ та була , мин эш хаҡы алдым .Әллә зыйпылдата һуғып балдаҡ ҡарап киләйекме , Ғәзизәү ?
Иртәгәһенә Рузель әйтмешләй, зыйпылдата һуғып Сибай сығып киттеләр . Туй күлдәген кейеп ҡараны Ғәзизә . Аҡ күлдәк уға шул тиклем килешә ине . Рузель иҫе китеп текләне буласаҡ кәләшенә . Уныһын туй етәрәк алырға килештеләр ҙә икеһенә лә алтын балдаҡ алдылар . Рузель Ғәзизәгә бирмәксе булғайны , ҡыҙ үҙеңдә булһын тип алманы .
Ҡайтышлай ашханаға инеп сәй эстеләр , паркта туҡтап ял иттеләр , туңдырма ашанылар .
Рузель һәр саҡ бер нәмә уйлап сығара ине. Загста нисек балдаҡ кейҙерешергә репетиция яһап алайыҡ әле тине . Һәйкәлдең ҡаршыһына тороп балдаҡ кейҙерештеләр. Шунан Рузель түтәлдән сәскә алып бүләк итте буласаҡ кәләшенә. Ә хәҙер, тәүге ғаилә вальсын иғлан итәм тип Ғәзизәне өйөрөлдөрөп алды , йырлай йырлай .
Үтеп барған кешеләр йылмайып , боролоп боролоп ҡаранылар ике хыялый йөрәктәргә .
Ғәзизә балдаҡтарҙы алманы. Бары тик Рузель менән бергә төшкән фотоны һораны. Яңы танышҡан саҡтарында район үҙәгенә барып төшкәйнеләр .
Бына ул Рузель , һалдат кейемендә . Ғәзизә күк ерлеккә аҡ борсаҡ төшкән күлдәк кейгән , сәсе оҙон үрмәйенсә генә алға төшөргән . Рузельдең ҡосағына һыйынып ҡына тора .
Икеһе лә бәхетле йылмаЯ .

Фотоның артында: "Мәңгелек һәм берҙән бер мөхәббәтем Ғәзизәм!" - тип яҙылған ине. Тағы ла аҫтараҡ ҡыҙыл ручка менән эре итеп яҙылған яҙыу тора:

ҺӨЙӨҮЕМӘ ТОҒРО ҠАЛАМ ...
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас