Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби бит
17 Май 2023, 14:05

Ҡайтыу

«Эй, друг! Дружок, ты живой?» Ҡайҙандыр, ер аҫтынан килгән кеүек был тауыш. Кемгәлер өндәшәләр, друк тип. Кем икән ул, друк? Уны дер һелкетәләр.. ”Теймәгеҙ миңә..” Тауышы сыҡмай. Күҙҙәре лә асылмай, әллә йәбештереп ҡуйғандармы? Башы күтәргеһеҙ ауыр, таш тултырғандар тейерһең. «Иптәш, тор әле, тор. Һалҡын алдыраһың бит... Күтәрҙек. Һоп!!» Минеғол упҡынға осто...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Гөлемеш Хажиева
Ҡайтыу.
Хөрмәтле тыл һәм һуғыш ветераны, ҡайным Хажиев Минеғол Әхмәҙиә улының хәтерләүҙәренә нигеҙләнеп яҙылды. Хикәйәләге ҡайһы бер ваҡиғалар, исем- атамалар документаль дөрөҫлөккә тап килмәүе мөмкин.

Минеғол, йән тиргә төшһә лә, тиҙлеген кәметмәҫкә тырышып, атланы ла атланы. Бик арыһа ла, марттың еүеш ҡары япҡан сана юлының ҡатыһын ҡапшап алға барҙы. Оҙон төн таңға ауышып, офоҡ ситендә ҡыҙғылт яҡтылыҡ беленә, аҡ ҡар өҫтө лә күкһелләнә башлағандай булғас, юлдан байтаҡ ситтә, урман аҡланының уртаһында ҡуйылған бесән әүенен сырамытты. Әүен бесәне уртаһына өс таған ҡалдырып өйөлгән булырға тейеш. Был яҡтарҙа йәй ҡыҫҡа ла, һалҡын да булғас, бесәнде күбеһенсә әүен яһап өйәләр. Еүешерәк килеш өйөлһә лә, аҫтынан һауа йөрөп үҙе яйлап кибенә. Унда туп-тура бармаҫ, уҙа биреп, урман аша урабыраҡ барыр. Ҡуйы шырлыҡҡа, битен-ҡулын һыҙырған ботаҡтарға иғтибар итмәй, әүендең арт яғынан килеп, шыштырҙап кипкән хуш еҫле урман бесәнен тиҙ-тиҙ тартҡылап, эскә инер тишек яһаны. Ингәс, тишекте кире яҡшылап ябып ҡуйҙы ла, үҙенә ятыр урын әҙерләне. Һуҙылып ятҡас ҡына ни тиклем хәлдән тайғанлығын самаланы. Йоҡо баҫа ла башланы. Туҡта, былай булмай,тороп итектәренә тулған ҡарҙы ҡағырға кәрәк. Юғиһә, ауырып китеүең бар.
Аах, ниндәй рәхәтлек... Битенә йылылыҡ һирпелә. Әсәһе мейес яҡҡан бит. Мейестән килгән йылылыҡ һикелә ятҡан Минеғолға аңлатып бөткөһөҙ кинәнес бирә, бөтә тәненә таралып, иҙрәтә. Танауын яңы бешкән йоҡа еҫе ҡытыҡлай. “Тор, улым. Йоҡа менән сәй эсеп алырбыҙ...” Әсәһенең наҙлы тауышына иркәләнеп, тағы бер аҙ ята бирә әле. Торорға кәрәклеге яйлап ҡына, татлы йоҡонан иҙрәгән мейеһенә барып етеп, күҙҙәрен аса. Ярым ҡараңғылыҡ эсендә, әүен аҫтында ятыуын иҫенә төшөргәс, күҙҙәренән йәштәр бәреп сыҡты. Әсәһе бешергән йоҡа еҫе төштә генә булһа ла, асығыуҙан буп-буш ашҡаҙаны һурып һыҙларға кереште. Эргәһендә ятҡан юл моҡсайын ҡапшап табып, ундағы наҡыҫ ҡына булған кипкән икмәк һыныҡтарының берһен алып ашыҡмай ғына сәйнәп ашай башланы.Үҙе яһап ингән өң ауыҙын үрелеп аса төштө, ҡар алып ҡушып сәйнәп ебәрҙе... тәмлее! Тамағы бер аҙ ялғанып, һыуһыны ла баҫылды. Ятҡан урынын күҙҙән үткәрҙе. Әүен эсе иркен генә икән. Бер-ике кеше һыйырлыҡ. Тороп ултырыға ла була хатта. Күпме йокланы икән ул? Әле тышта яҡты. Артабан ҡуҙғалыр өсөн ҡараңғы төшкәнен көтөргә кәрәк. Тәне ял иткән. Ашап алғас көс тә өҫтәлде. Тағы төн буйы бараһы бар бит. Шулай булғас, көтөүҙән башҡа сара юҡ. Аяҡтарын бесән менән күмде, һуҙылып ятты ла күҙҙәрен йомдо. Йоҡо килмәй. Башында ҡорт күсе ише шаулаған уйҙарына ирек бирҙе.
***
42-се йылдың көҙөндә Ворошилов колхозына башкавдивизия өсөн аттар оҙатырға тигән ҡарар килеп төштө. Конюх Әбләй ҡарт менән ярҙамсыһы Минеғолға тағы бер-нисә кеше менән Аксён станцияһына аттарҙы илтеп, тауар составы вагондарына тейәп оҙатыу бурысы ҡуйылды. Көн аша тейерлек 15-шәр, 20-шәрләп илтеп, оҙата башланылар. Дөйөм алғанда, колхоздан 200- ләп баш ат оҙатылды. Ауылдарҙа өсәр-дүртәр баш ҡартыраҡ эш аттары, бейәләр һәм тиҫтә ярым тирәһе тай-тулаҡ ҡына тороп ҡалды. Үҙе яратып егеп йөрөгән ерән айғырҙы ҡалдырырҙар тип өмөтләнеп йөрөгәйне лә, булманы. Янтарын егеп һуңғы төркөмдө илтеп Алкиноға тейәп оҙатҡас, ҡайтырға ғына йыйынғайнылар, яндарына бер әҙәм килеп һүҙ ҡушты. – А почему этого оставили?! Минеғол нимә әйтергә белмәй һүҙһеҙ ҡалды. Әбләй бабай, күҙҙәре ике яҡҡа йүгереп торған, һимеҙ ҡыҙыл йөҙлө хәрбигә “Был үҙебеҙ егеп йөрөгән нәҫел айғыры бит, колхозда уның кәрәге тейеп тора”- тигән булды ҡыйыуһыҙ ғына.
- А вы, я смотрю, тут вредительством решили заниматься! –тип екерҙе теге. Бабай, һүҙһеҙ генә башын эйеп, дилбегәне бирҙе. Минеғол яңы ғына ҡуҙғалып киткән состав яғына ҡараны. ”Аттар оҙатылып бөттө бит инде” - тип әйтәһе килде, өндәшмәне. Ул арала йыуан әҙәм бричканы һығылдырып ултырып китеп тә барҙы. Баҫып торҙолар ҙа ҡалдылар икәүләшеп тимер юл вокзалы артында.
- Беҙ нисек ҡайтабыҙ, Әбләй бабай?
- Закун улар ҡулында шул, улым, - тине бабай көрһөнөп. Телләшеп торһаң илтеп ябып ҡуйыуҙы ла булдырырҙар. - Әйҙә, йәһәтләп ҡуҙғалайыҡ. Егерме биш саҡырымды ҡараңғыға саҡлы үтеп өлгөрөргә кәрәк. Янтарының фронтҡа ла оҙатылмай бер башбаштаҡ түрә ҡулында ҡалыуын аңлап та, үҙенең көсһөҙлөгөнән йәне үртәлеп, йөрәге әрнеп ҡайтты йәш үҫмерҙең. Ваҡыт үтә торҙо. Һуғыш уты ҡайнаған яҡтарҙан төрлө ыңғай һәм кире хәбәрҙәр ҙә килә торҙо. Ал-ял белмәй колхоз эшенә бирелеп, үҙе кеүек 14-16 йәшлек егет һәм ҡыҙҙар, олораҡ бабай һәм апайҙар менән бергә Минеғол да көнөн төнгә ялғап эшкә егелде. Айғыр хәсрәте онотола бирҙе. Уның тағы бер сәбәбе бар ине. Ул – буй урамдан Мөхәмәт бабайҙың ҡыҙы Нәфиғә. Егеттең бөтә булмышын яулап алған айҙай түңәрәк йөҙлө, ҡыйғас ҡашлы, эшкә тилбер Нәфиғә. Минеғол ҡышҡы оҙон төндөң таңы атырҙан ике-өс сәғәт алда тороп ат һарайына юллана. Үҙенә беркетелгән алашаһын санаға егеп, һауынсыларҙы өй бөрөнсә йыйып иртәнге һауынға илтә лә аттарын ҡарай. Һыу ташып эсерә, аҫтарын таҙалай. Был эштәрҙе атлап түгел осоп йөрөп эшләй. Шунан барып Нәфиғәнең һыйырҙарының аҫтын ҡыра башлай. Һауылған һыйырҙарына бесән һала. Ҡыҙ тыйнаҡ ҡына йылмайып уның эшләгәнен күҙәтә, үҙе ләм-мим бер һүҙ өндәшмәй. Шулай эш менән нисек таң атып ҡараңғы төшкәне лә һиҙелмәй ҡала. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә лә эш табылып ҡына тора. Һәр ваҡыт кәрәк булған төрлө эш ҡоралдары булһынмы, ат егеү өсөн кәрәкле эйәр-өпсөн, йүгән йә нуҡта маҙар төҙәтеүме – был эштәрҙе уның олоғая барған атаһына ҡушып ҡуйғандар. Алғы өйҙөң һике аҫты, иҙәне тулып ятҡан атужаларҙың ялғайһы ерен ялғап, үткер беҙ һәм ыҫмалаланған сүс еп менән ямап-тегеп эшкә индерәләр атаһы менән икәүләп. Әсәһенә лә эш етерлек. Киндерҙән ҡап һуғыу, етен иләүҙән тыш септә өсөн йүкә ишеүҙе лә ул бик оҫта башҡара.
Йәш егет һәм ҡыҙҙарҙы Биләрит яҡтарына урман эшенә ебәрәләр икән тигән һүҙ килеп етте. Яҡын-тирә ауыл йәштәре менән бергә уларҙың ауылынан да өс-дүрт егеткә юлға әҙерләнергә ҡуштылар.Улар араһында Минеғол да бар. Әсәһе уны юлға йыя башланы. Минеғолдан 15 йәшкә оло, күптән башлы-күҙле булып ике ҡыҙ үҫтергән Минифа ҡыҙына ла ҡулынан килгән тиклем сохари, ҡорот киптерергә ҡушты. Үҙе улының булған йылы кейемдәрен йыуып, ямаштырҙы, бер пар яңы йөн ойоҡтар менән бергә юл тоҡсайына тултырҙы. Атаһы табаны йоҡара төшкән быймаларын ҡатлаптырып табанлап ҡуйҙы. Иртәгә таңдан станцияға ҡуҙғалыр кистә Минеғол нисек булһа ла Нәфиғәне күреп һөйләшергә булды. Яйын тапты. Һыйыр һауғанда ҡаҙанлыҡҡа йылы һыу алырға ингән ерҙә ҡыҙҙы яңғыҙын тап итте. Уның күнәген алып шажлап ҡайнап ултырған ҙур әлюмин бактан эйелеп ҡайнар һыу алды ла фләктән һалҡынын ҡушып иҙәнгә ҡуйғас : - Нәфиғә, һөйләшәйек әле, - тине. Тегеһе ҡыйғас ҡаштары аҫтынан ҡыйыуһыҙ ғына егеткә баҡты.
– Ишеткәйнем китеүеңде...
– Эйе. Иртәгә юлға сығабыҙ. Нәфиғә, миңә кейәүгә сығырға риза булырһыңмы? Ҡыҙ, был тиклем тәүәккәллектән ҡаушап, керпектәрен түбән төшөрҙө, бер аҙ уйлап торғас:
- Минеғол, мин һинән ике йәшкә оло бит. Үҙеңдең тиңдәшеңде табырһың әле. Мин...
– Мин йәшкә ҡарап тормаясаҡмын. Ярһып ҡыҙҙың ҡулдарынан тотто.
– Әгәр ҙә мине тиң күрһәң, беҙгә йәш айырмаһы ҡамасау түгел. Ошо юлдан йөрөп ҡайтҡас та һине һората ебәрәм, ризаһыңмы?
– Риза, - тине оҙаҡ та уйлап тормайынса. – Мин риза. Тик үҙең иҫән генә йөрөп ҡайт йәме, Минеғол. Мин һине көтөрмөн?
***
Вальщиктар бригадаһы күбеһенсә йәш егет-ҡыҙҙарҙан тора. Бригаданы ҡырыҡ биш йәштәр тирәһендәге урыҫ кешеһе Николай етәкләй. Ҡалын көрттә сатан аяғын һөйрәп йөрөп, ағас эшенә яңы тотонған йәштәрҙең һәр берһенә эштең рәтен еренә еткереп аңлатырға тырыша. Тауышын күтәрмәй генә, түҙемлек менән ағастың төпһәһен күпмерәк ҡалдырырға икәнен күрһәтә. Ауҙарғас, үткер балта менән ботаҡтарҙы үҫкән ыңғайына бик тиҙ ботап та ҡуя. Ул үҙе ошо төбәктә тыуып үҫкән кеше. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән тиҙәр. Тәүгеләр рәтендә фронтҡа алынып, ауыр яраланғас, комиссовать итеп ҡайтарылғандан бирле ошонда. Дөйөм мунсала йыуынғанда Минеғол уның яраһын күреп иҫе киткәйне. Уң аяғының балтыр ите бөтөнләй юҡ хәлендә. Йоҡа ғына элпә тиреме, тарамышмы ҡып-ҡыҙыл булып һөйәген ҡаплап тора. Нисек йөрөй был кеше? Һыҙлайҙыр бит уның аяғы? Етмәһә, тәрән көрт кисеп. Түҙһә лә түҙә икән әҙәм балаһы.
Ялан яҡтарынан килгәндәргә эшкә өйрәнеп китеүе еңел түгел. Шулай ҙа тырышалар. Дөйөм маҡсат – ҡәһәр һуҡҡыры дошманды тиҙерәк еңеү - уларҙы берләштерә. Төш ашаған бер сеүәтә кәбеҫтә һурпаһы күптән инде ҡорһаҡта эшкәртелеп бөткән. Кис баракка ахмалға төшөп ҡайтыуға уларҙы 400 грамм самаһы икмәк көтөп тора тороуын.
Ҡайтыу менән егеттәр барак уртаһындағы ҙур мейескә дөрләтеп ут яғып ебәрәләр, ә ҡыҙҙар сәй ҡайната. Мейестең ҡап уртаһынан ғына торлаҡ таҡта менән бүленеп, бер яғында ҡатын-ҡыҙ, икенсеһендә ир-ат йәшәй. Мейестән төрлө яҡҡа ептәр һуҙылған. Унда көрт йырып һыуланған кейемдәр, бушлат, куфайка, сылғауҙар таңға тиклем кибә.
Йәшлек, йәшлек инде. Икмәкләп үлән сәйе эсеп алғас китә йырлашыу, таҡмаҡ әйтеп бейешеп тә алалар, мәҙәк һүҙ һөйләшеп көлөшәләр. Шулай йоҡлар ваҡыт етә. Минеғолдоң ятағы таҡта бүлем янында ғына. Ҡыҙҙар яҡлап уның тапҡырында Санияның урыны. Ул Әбештән ун ғына саҡырым самаһы Илсеғол ауылыныҡы.Улар таҡта аша шым ғына һөйләшәләр. Уртаҡ таныштары, бер-берһенең ауылдағы туғандары тураһында белешәләр. Санияның атаһы һуғышта вафат. Әсәһе бәләкәс туғандары менән донъя көтә. “Мин өйҙә саҡта уларға еңелерәк ине” - ти ҡыҙ. ”Нисек кенә йәшәйҙәрҙер инде...” Мыш-мыш танауын тартыуынан Минеғол уның илағанын төшөнә. Тик йыуатып бер һүҙ ҙә әйтә белмәй. Уйҙары менән тыуып-үҫкән яғына ҡайта. Дим бөгөлөндә генә ултырған ауылын күҙ алдына баҫтыра. Атаһы менән балыҡҡа йөрөгән саҡтарын иҫләй. Яҙын Дим таша, ауыл тирәһендәге эреле-ваҡлы дүрт-биш күлгә ҡушылып, даръяға әйләнә. Ауыл утрауҙа тороп ҡала. Атаһы бәләкәй йәтеш кәмәһен мартта уҡ дегетләп, тишек-тошоғон ямаштырып ҡуя. Шуның менән йөрөп һыу аҫтында ҡалған туғайҙа үҙе бәйләгән ауы менән балыҡ тота. Кистән һалһа, таңға тоғо күтәреп алғыһыҙ балыҡ менән тулып ҡайта. Эреләре хөкүмәттән бирелгән норманы тултырыуға китә. Ваҡ балыҡты әсәһе таҙартып, тоҙлап көлөн алған ҡыҙыу мейес төбөнә ырғыта. Эх, кетерҙәп торған ул балыҡтың тәме... Шундай татлы хыялдарға бирелеп йоҡлап та китә. Ә ҡара таңдан тағы ла ауыр урман эше.

Кибенеп, еңеләйеп ҡалған тиртунын билбауы менән нығытып быуып, бүреген батырып кейеп Минеғол үҙенә ваҡытлыса ҡыуыш булған әүен эсенән сыҡты. Март уртаһы уҙһа ла таулы урманлы яҡтарҙа ҡыш тиҙ генә бирешергә уйламай. Кисә яуған ҡарҙан һуң һыуытып ебәргән. Аяҡ аҫтында ҡар бик ҡаты шығырҙай. Әле ҡараңғы ныҡлап төшмәгән. Ҡаршылағы ҡая ташлы бейек тау артынан яҡтылыҡ һарҡыла. Төн таңға ауышҡанға саҡлы уға юлдаш буласаҡ ай үҙе лә тиҙҙән офоҡ ситенән күренер. Йөгө еңел: тоҡсайында бераҙ кипкән икмәк, алмаш кейеме, тунының түш тапҡырында дүрт йәпле үткер бәкеһе – еҙнә бүләге, тағы ҡулында ныҡлы ғына төҙ ҡайын таяғы. Атла ла атла ғына. Был төндә ул бик ҡабаланмаҫ, улай ҙа етеҙ генә барырға тырышыр. Кисәге ярһыуы баҫыла төшкән инде. Яҙған булһа, имен-һау ҡайтып етер әле. Көндөҙ ылаусылар байтаҡ ҡына үткән булһа кәрәк, юл ҡатҡылланған, атлауы еңел. Их, быймаһы ла булһа! Атаһы хәстәрләп кейҙереп ебәргән быймаларын урлатты шул. Әлеге лә баяғы дөйөм мунса инде. Йыуынып сығыуға юҡ булған быймалары. Нисек кенә эҙләмәне уларҙы? Юҡ тек юҡ инде! Көнө хөкүмәттең бәхилдәренә ҡалды ла ҡуйҙы.Улары һыуыҡта һыуыҡ, йылыла аяҡты тирләтә. Ярай әле әсәһенең хәстәрләп биргән йылы ойоҡтары бар. Юҡһа эш харап. Ялтыр ярым ай ап-аҡ ҡарҙа сағылып, тирә-йүнде сихри яҡтылыҡҡа сорнаны.Ҡараңғыла ҡарасҡыға оҡшап, дертләтеп торған ағас-ҡыуаҡтар үҙҙәренең тәбиғи сүрәтенә инде. Күңеле күтәрелеп китте егеттең. Дәртләнеп, күмер яғыусыларҙан отҡан йырҙы һуҙып ебәрҙе.
Урау-урау Урал юлы
Әбей батша һалдырған.
Ҡәһәр генә һуҡҡыр Гитлер
Беҙҙе асҡа калдырған.
Туҡтап тирә яғына күҙ һалып ала. Төн ҡошоноң ухылдап ҡысҡырыуынан башҡа тауыш тын юҡ.
Урал юлы – урман юлы:
Бар ағас бар ерек юҡ.
Мең ҡайғым юҡ, бер ҡайғым бар-
Ул да булһа ирек юҡ.
Шулай үҙ күңелен үҙе күтәреп, бөтә белгән йыр, таҡмаҡтарҙы бер-бер артлы һуҙҙы ла һуҙҙы. Йырлап бөткәс кенә артында егелгән сана табанының ҡарға ышҡылып сыйылдауы, ат тояғы тауышы ҡолағына салынды. Ҡасырға һуң ине инде. Ҡалын урман тауыштарҙы бик йыраҡҡа тарата һалып бармай шул. Килеп төртөлмәйенсе ишетелмәй. Боролоп ҡарағас, үҙенә етергә йөҙләп аҙымда ғына ылау күрҙе. Ҡурҡыуын, ҡаушауын белдермәҫ өсөн тиҙлеген кәметмәй генә атлауын белде. Атлы ла уны күрҙе ахырыһы, яйлаған кеүек тойолдо. “Ҡурҡамы икән ней? Туҡта, көтәйем әле” Ылау менән тигеҙләшкәс, санала ултырған бәләкәй кәүҙәнән ҡатын-ҡыҙ икәнен абайлап алды. Мамыҡ шәлен маңлайына төшөрөп ябынған, өҫтөнә оҙон тун кейгән, яғаһын күтәреп, ҙур шаҡмаҡ шәлен арҡаһынан уратып һалған. Шәле аҫтынан ай яҡтыһында ике күҙе йылтырай. Минеғол, тауышын көр сығарырға тырышып, өндәшеп ҡарарға булды:
- Апаһы, бергә-бергә юл ҡыҫҡараҡ булыр, атҡа ауыр тимәһәң, санаңа ултырайым әле, - тине. Атлы туҡтаны, ымлап ҡына сана артынан урын күрһәтте. Үҙе юлсыны баштан аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Кем икәнен танырға тырышты күрәһең. Мыҡты кәүҙәле йәш кеше икәнен самалағас, атының дилбегәһен ҡаҡты. – На, малҡай! Ат йылғыр ғына ҡуҙғалып киткәс, боролмай ғына: - Төнкә ҡарай ҡайҙа былай юл тоттоң? – тине. Тауышына ҡарағанда йәш кенә булһа кәрәк. Егет һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы: - Үҙең дә төнгә ҡалғанһың?
- Пучты көттөк, поезд һуңҡа ҡалты.
- Ҡурҡмайһыңмы һуң?
- Ҡурҡып нимештәйһең инте, эшең шу буғас. Ике ауылға пучты апҡайтып киләм. Иртән таратырым инте, бөгөнкә һуңланым, - тауышынан тынысланғаны һиҙелде. - Ҡасҡын маҙар күп бит был заманта. Шунтай берәй әҙәмһеңтер тип, шөрләнем шу. Һин ҡайҙа юл тоттоң?
- Ҡасҡындың да төрлөһө була. Минең юлым һинең ауылың аша үтә. Һуңға ҡалдым, - тигән булды. – Бүренән ҡурҡмайһыңмы һуң?
- Ҡурҡам та... Мына бит, һин тә юлға сыҡҡаның... Артабан һүҙ ялғанманы. Күпме ваҡыт үткәндер, аттың юртыуынан йоҡомһорап та кителгән. Башын күтәргәндә күҙ алдында ер аҫтынан ҡалҡҡан кеүек ҡапыл ауыл пәйҙә булды. Ҡарға күмелеп, ергә һеңеп ултырған эреле-ваҡлы ауыл өйҙәре. Бик һирәгендә генә тәҙрәләренән һүрән яҡтылыҡ һарҡыла. Бара биреп урта тирәләге бейек урыҫ ҡапҡалы йортҡа туҡтанылар. Минеғол ойоп киткән аяҡтарын тиҙ генә йөрөтөргә тырышып бәләкәй ҡапҡанан инде лә, типкеһен алып, ҙур ҡапҡаны ике яҡҡа асып ебәрҙе. Мал өйрәнгән ғәҙәте буйынса ихатаға үтеп, һарайға терәтеп һалынған лапаҫ аҫтына барып туҡтаны. Ҡатынҡай төшөп атын туғарырға тотондо. Үҙе егеткә: - Ун-ун ике саҡырымтан Таштуҙәк хутыры. Һораулы ҡарашын юлсыға төбәне. – Ҡунып китәм тиһәң, ин..
- Юҡ, рәхмәт. Юлсының юлда булғаны яҡшы. Һау булығыҙ.
Ун ике саҡырым күп ара түгел. Таштүҙәккә етһен дә, унан күҙ күрер. Сығып ары китте. Уның юлдашы ай үҙенең төнгө юлын үтеп, байыуға табан тәгәрәй. Таң атыуға 3-4 сәғәт ваҡыт ҡалғандыр күп булһа. Санала килгәс бик арытмаған да икән, хәрәкәтһеҙ килеп өшөткән алай ҙа. Таң алдынан була торған ҡараңғылыҡта юлды ҡапшай-ҡапшай байтаҡ барғас, танауына төтөн еҫе килеп инде. Тимәк, теге хуторға күп ҡалмаған. Мөмкин тиклем шымыраҡ барырға тырышып, өс-дүрт өйлө урамдан үтте. Эт халҡы һиҙгер шул, бер-нисәһе тауыш бирҙе. Бөтә ҡыйыулығын йыйып, ситтә ултырған йорттоң ишеген һаҡ ҡына ҡаҡты. Ишек асыҡ ине. Һорауһыҙ инергә ҡыйманы, “мөмкин микән?” – тине. Эстә аяҡ тауышы ишетелде.
- Был уаҡытта кем йөрөр икән? Ҡулына ҡыуыҡлы лампа тотҡан оло ғына ҡатын ишек асты. Лампаһын күтәреп Минеғолдоң йөҙөнә яҡтыртып ҡарағас: - Эй, балаҡай, ҡайҙан былай бер үҙең төн йөҙөнтә? Үт инте әйҙә. Мин әйтәм, кем булыр икән ҡара таңтан... Ишекте элеп ятҡаным юҡ минең хәҙер. Сис өҫтөңтө, аяҡ кейемеңте. Усаҡҡа ут алып ҡына тора инем әле, күмер төшкәс самауырҙы ла шыжлатып еббәрермен тип. Түргә үтеп һике ситенә терәлде юлсы. Өй ҙур түгел, бер яҡлы ғына. Ингәс тә уңда ҙур мейес – ул өйҙөң яртыһын тейерлек алып тора. Мейестән ары һике. Стенала һауыт-һаба шкафы. Шкаф тапҡырында һикегә ашъяулыҡ йәйелгән. Тәҙрә төптәрендә яран гөлдәре. Тәҙрә тапҡырында матур эҫкәтерле шаҡмаҡ өҫтәл. Артабан йыйыштырыулы карауат, кейем кәштәһе. Ябай, әммә бик йыйнаҡ өй эсе. Минеғол үҙенең керләнгән башалтайҙарынан оялып ҡуйҙы, аяҡтарын һике аҫтынараҡ йыйҙы.
- Күптәнме ? – тине хужабикә.
- Нимә... күптәнме?
- Юлта оҙаҡ киләһеңме тейеүем?
- Әә, икенсе тәүлеккә китте..
- Әй, кеше яҙмыштарыы, - тип һуҙҙы ҡатын егеткә ҡарап. – Бик йәш күренәһең, ҡайһы яҡһың үҙең?
-Бәләбәй тирәһенән. Дөрөҫөн әйткеһе килмәне.
-Ҡайҙа ла ғына бармаай, нейҙәр күрмәәй... Берәү ҙә тик торғантан тыуған-үҫкән яғын ташлап китмәҫ ине, улым. Мынау ҡәһәрле һуғыш сыҡмаһа. Ул бошонҡо тауыш менән дауам итте.
- Минең тә ана, оло тип торманылар, бабайымты ла алтылар, улыма утыҙ ғына ине. Һыуға төшкәнтәй юҡ бултылар икеһе лә... Әйтәм бит, ишек элеп ятҡаным юҡ тип. Ҡайтып инерҙәр тип өмөт итәм әле. Әҙәм балаһы бит улар, энә түгел бесән араһына инеп юғалырға. Киленем тә көтә. Балам ғына булһа ла иҫән әйләнеп ҡайтһын ине тип теләйем көнө-төнө. Дымланған күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртөп алды. Ул арала самауырға һыу ҡойоп мейес ауыҙынан һоҫҡоһона йәмкә менән эре-эре күмерҙәрҙе сүпләп һалды. Самауыры башта шым ғына, торараҡ бик эшлекле шыжлай ҙа башланы.
– Тиҙ ҡайнай ул минең самауырым, - тип һөйләнә-һөйләнә аралыҡтан ухыуатын алып мейестән бәләкәй суйын сығарҙы ла, ҡапҡасын асып боҫрап торған картуфты тимер тәрилкәгә бушатып табынға ҡуйҙы. Парнигына семтем сәй, семтем мәтрүшкә һалып бешерергә әҙерләп ҡуйҙы ла “ бит-ҡулыңты сайып ал, сәй эсәйек ”- тине. Минеғол мейес араһына инеп ҡомғанды ике тубығы араһына ҡыҫтырып һыу ҡойоп битен, ҡулдарын йыуҙы. Һөртөнөп, табынға яҡынланы. - Икмәгем юҡ инте, кем улым. Исемең нисек әле һинең?
- Минеғол.
- Минең улымтың исеме Зәйнетдин, атаһы Ғилметдин булты. Күҙҙәрен түр стенаға күсерҙе. Минеғол да шунда күҙ һалды. Рам эсенә ҡуйылған карточканан ҡыйыу ҡарашлы, бейек маңлайлы, ҡырлас танаулы ир-егет һүрәте, икенсеһендә уға оҡшап ҡына торған йәш ир һәм яулығын сөйөп бәйләгән һылыу йәш ҡатын. Минеғол юл моҡсайынан кипкән икмәктәрен алып ашъяулыҡҡа ҡуйҙы.
- Ҡуй инте, әле бараһы юлың йыраҡ бит.
- Йән биргәнгә йүн бирер әле, апай, - тине. Борлап ҡайнаған самауырҙы килтереп һике ситенәрәк ҡуйҙы. Икәүләшеп тын ғына тамаҡ ялғанылар.
- Һин мейес башына мен тә ят, Минеғол, йәме. Ҡурҡма. Мынта бик сит кеше килә һалып бармай ул. Киленем генә килеп инеүе мөмкин. Аның та бер үҙенә эше күп. Урман эшентә лә йөрөй, ике балаһын миңә ҡалтыра ҡайһы берҙә. Миңә лә хәҙер фирмыға китер кәрәк, - тине. Сәй табынын йыя һалып, таҫтамал менән япты ла кейенеп сығып та китте. Мейестең йылыһы талсыҡҡан тәнен иҙрәтеп, татлы йоҡоға киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды йәш кеше.

Урал һырттарында урман эшендә йөрөүҙәренә лә бер йылдан артып китте. Бында килгәнсе саҡ быуыны нығына башлаған Минеғол буйсан, киң күкрәкле, көслө ир-егет булды. Утын, бесән әҙерләргәме, ниндәй эшкә ҡушһалар ҙа еренә еткереп, етеҙ үтәй эште. Баракта йәшәгән ҡыҙҙарҙың ҡайһы бер ҡыйыуыраҡтары уның тарафына шаян ғына күҙ ташлаһалар ҙа, егет уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдыра. Йөрәге түрендә бер генә һылыу - уның Нәфиғәһе. Әсәһенән килгән хаттарҙан күренеүенсә, ауылда ла тормош бик рәхәттән түгел. “Улым, ҡайтам тип ашыҡма. Әҙме- күпме һаман баюгыңды бирәләр тамағыңа. Бында халыҡ асыға. Атайыңдың бөтмөрлөгө менән генә торабыҙ. Боҙ аҫтына ау һалырға оҫтарып алды. Умарталарҙан да өс-дүрт дүмәр умартаһы матур ғына ҡышлап киләләр әлегә, шөкөр. Үҙем дә тик тормайым, ҡап ҫуҡҡан арала йөн бороп та алам тиҙ генә. Аксин мәрйәләренә ҫатам, йә онға алмаштырам ҫирәкләп. Фирмыла ла малдар күтәрткеләй, үлгәндәре лә бар. Әбләй бабайың мәрхүм булып китте. Бөтә ауыл менән ҡулдан килгәнсә хөрмәтләп ҡуйҙыҡ”- тип яҙа. Әсәһенән һуңғы алған хат сәбәп булды ла инде Минеғолдоң ашығып юлға сығыуына. Хат башында хәл -әхеүәл белешкәндән һуң яҙылған һүҙҙәрҙән егеттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. “Ерле юҡтан атайыңды ат урлауҙа ғәйепләп ҡуйҙыларсы. Бер көн таң атыуға сыҡҫаҡ, ишек алдында һинең ерән айғырың тора. Өҫтөнән быу күтәрелә, төн буйы сапҡан әллә. Атайың арбаҙға индереп, өҫтөнә септә ябып ҡуйҙы аны-мыны уйламай. Кисенә ят хәрби әҙәмдәр килеп, кейенеп сығырға ҡуштылар. Бер ауыҙ һүҙ әйтә алманы, ултыртып алды ла киттеләр. Икенсе көнөнә ҡайтты. Тикшереү бөткәнсе, тигәндәр.” Әсәһенең хәсрәт тулы хатын уҡығас, Минеғол нимә эшләргә лә белмәне. Ерән айғыр Янтарь менән булған хәлдең ысын дөрөҫөн Минеғол белә лә Әбләй олатай белә ине... Бабай булмағас атаһын яҡлашыу уның бурысы. Һуғыш мәлендә тикшереп-нитеп тормай бер ғәйепһеҙгә төрмәгө лә тығып ҡуйыуҙары бар. Хәлде аңлатып иң тәүҙә бригадир дядя Коля менән һөйләшеп ҡарарға кәрәк. Тик, мына бәлә - уның урыҫсаһы икмәклек-тоҙлоҡ ҡына, тигәндәй. Ни эшләргә белмәй бошоноп йөрөй ине. Ярҙам уйламаған ерҙән килде. Кис йоҡларға ятҡас, таҡта бүлем артынан Сания өндәште. - Һин аҙаҡҡы мәл гел бойоғоп ҡына йөрөйһөң. Һөйләшмәйһең дә... “Әйтергәме юҡмы? Ҡыҙ кеше алдында, берҙән, үҙеңдең наҙанлығыңды, икенсенән, йомшаҡлығыңды асып һалыу... Шулай ҙа әйтергә булды” - Өйҙән хат алғайным, - тине. Артабан үҙен борсоған хәлдәрҙе һөйләне. Сания, үҙенең Маһира исемле элекке уҡытыусы ҡатын менән дуҫ булыуы, бер-берһенә һәр саҡ ярҙамлашып йәшәүҙәрен әйтте. Хәлде аңлатып, уның менән бергә бригадирға барырға булдылар. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына шулай эшләнеләр. Тик, дядя Коля был мәсьәләне үҙе генә хәл итә алмауын, шулай ҙа юғарыраҡ етәкселек менән һөйләшеп ыңғай яуап алырға тырышасағын әйтеп, егетте тынысландырҙы. Бер аҙна тирәһе үткәс уға ҡайтып килергә рөхсәт ителмәүе тураһында әйттеләр. “Сәбәбен аңлатманылар” - тине дядя Коля. Минеғол был хәбәрҙән шаңҡып ҡалды. Бөтөнләй өндәшмәҫ булып, эш көнөн нисек етте алай үткәрҙе. Кис баракка ҡайтҡас, ашап та тормай урынына менеп ятты. “Минеғол.. Минеғол, тим! Йоҡлайһыңмы ней?” - тип бышылданы Сания. Йоҡламағанын белдереп, тамаҡ ҡырҙы. “Ҡайтармағандар, тип ишеттем...” “Эйе” Их, һин ҡайтып китһәң, йомош ҡушырмын тип тора инем. Минекеләр нихәл генә яталар икән? Барып килһәң, күрһән, әллә әҙерәк күңелем тынысланырмы, тигән инем дә бит...
Күҙенә йоҡо инмәне егеттең. Төнө буйы урынында әйләнде лә әйләнде. Торорҙан алда ғына бер аҙ серемгә киткән. Шунда төш күрҙе. Имеш, Дим йылғаһы ныҡ ташҡан. Боҙ ҡатыш бысраҡ һыуҙар ажғырып, шаулап аға. Ҡараһа, ҙур бер боҙ өҫтөндә атаһы сайҡала-сайҡала йөҙөп бара икән.
“А-а-таайй!!! Атай!!!” тип асырғанып ҡысҡыра. Атаһы уны ишетмәй. Һыуға йығылып төшмәҫкә тырышып, ҡулдарын бутай. “Атай!” Үҙенең тауышына шыбыр тир булып уянып китте лә, тороп, кейенә һалып тышҡа сыҡты. Йөрәге урынынан ҡупҡан. Саф һауаны үпкәләрен тултырып һуланы. “Ҡасырға! Башҡа юл юҡ. Ҡасырға!” Урманда саҡта ҡулдары күнегелгән эштәрҙе башҡарҙы. Башында мең уй ҡайнаны. Кисен барагына ҡайтҡансы ҡасыу планын уйлап ҡуйғайны. Төн уртаһында сығып китәсәк ул. Иң ҡаты йоҡо мәлендә. Суйын юл буйлап тиҙерәк булыр ине лә бит. Унда һәр ваҡыт хәрбиҙәр йөрөп тора, ә уның ҡулында бер документ та юҡ. Әүжән аша китергә тура килер. Бәләкәйерәк ауылдарҙа туҡталыр. Ҡолғана тирәһенә етһә, инде Маҡарҙан ары оло юл, Стәрлегә лә күп ҡалмай. Ул юлдан яҡын-тирә ауылдарға атлы ылауҙар йөрөй. Ҡайһы берҙәренә эләгеп юлын ырата алыр бәлки. Күберәген төндә барырға тура килер. Кистән үк булған ғына әйберҙәрен тоҡсайына тултырҙы. Көнлөк нормаһынан арттырырға тырышып киптергән икмәк киҫәктәрен ҡәҙерләп сепрәккә төрөп һалды. Әҙерләнеп бөткәс, урынына ятты ла күҙҙәрен йомдо.
***
-Даароогу! Пастараниись! Минеғол булдыра алған тиклем юлдан ситкәрәк сыҡты, тубыҡтан көрткә батып, бер-бер артлы шәп тиҙлектә килгән өс ылауҙың үткәнен көтөп тора башланы. Саналарҙың һәр берһенә тейәлгән тығыҙ тоҡтарҙа орлоҡ икәнлеген самаларға була. Аттары көр күренә. Йөктө бик көс түкмәй генә тарталар кеүек. Иң алдан килгәнендә көрәк һаҡаллы, киң яуырынлы, урыҫ кешеһе булһа кәрәк, уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп, ҡарап үтеп китте. Урталағы санала олораҡ ҡатын, ә арттағы “ҡанат”лы санала, Минеғолдан да йәш булыр, ябыҡ ҡына йөҙө ҡояшта янғандай, ҡаҡса бер үҫмер бара. Уныһының санаһы еңелсәрәк тейәлгән, тоҡтары ла муйынынан тултырылмаған. Йәйәүле менән тиңләшкәс, ылау хужаһы “ултыр” тигәнде белдереп, ымланы. Сана артына етеҙ генә һикерҙе юлсы. - Һеҙ Әүжәнгәме?
-Эйе. Орлоҡ тейәп киләбеҙ. Эңергә ҡалтыҡ. Йәш кешенең һөйләшкеһе килгәне һиҙелә. - Үҙең ҡайҙан киләһең? – Мин... ней... Башын килгән юлына бороу менән генә сикләнде. - Һеҙҙең яҡҡа юл төшкәйне. Йыраҡмы әле? - Арыу ғына бар, төнкә ҡайтып етәбеҙ. – Аттарығыҙ көр күренә.. - Былай, шәп аттар. Беҙҙең прсиҙәтел, - ул алда барған ылауҙағы әҙәмгә ымлап күрһәтте,- аттарҙы ныҡ ҡарарға ҡуша. “Ауылта атһыҙ - тере ҡулһыҙ, үгеҙгә ҡалғығыҙ килмәһә - ҡарағыҙ!”- тей.
- Күмәкме ней аттарығыҙ?
- Баар, байтаҡ. Былары иң шәптәре. Ҡалғандары фермыларҙа, урман эшентә. Сәсеү етһә, мына ошолар иң алтан. Минеғол үҙенең аттарын иҫенә төшөрҙө. Уларҙың ауылында йәй етһә ҡымыҙ яһай башлайҙар. Дөрөҫөрәге, яһайҙар ине. Һауын бейәләрен дә һуғыш ҡырына алып киттеләр. Ә был тау-ташлы, урманлы яҡтарҙан ҡырып-һепереп алмағандарҙыр, күрәһең. Янтарь... Ҡайҙа ғына икән инде уның Янтары? Киренән теге хәрби кеше килеп алдымы? Әллә ауылда ҡалдырҙылармы икән? Атаһы иҫенә төшкәс, йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы. Бер ҡасан да кеше әйберенә ҡағылмаған, иртәле-кисле намаҙын, ураҙаһын ҡалдырмаған мал йәнле атаһына нахаҡ бәлә яғылыуын ул бер нисек тә аңлай алмай.
- Санаң да “ ҡанатлы”икән. Был яҡтарҙа сананы күберәк ҡанатһыҙ яһайҙар бит.
- Сана атайымтан ҡалты.Ул ошолайтып үҙенсә бөгә сананы, боролоштарҙа уңайлы була тип.. Бөгә ине, - тип өҫтәне. Ә һин үҙең был тирәнән түгелме ней? – тип һүҙҙе икенсегә борҙо.
- Мин ялан яҡтарынын.. Бына ҡайтып килергә рөхсәт бирҙеләр әле, - тигән булды. Үҫмер уға тағы бер текәлеп ҡарап алды ла, атын ҡыуа төштө. Оҙаҡ барҙылар. Минеғолдоң аяҡтары хәрәкәтһеҙ ултырыуҙан өшөй башланы. Ай офоҡтан байтаҡ күтәрелеп, тау һырттарына тейер-теймәҫ үтәһе юлын үтеп, офоҡ артына төшөп юғалырҙан алда ғына килеп еттеләр ауылға. Ылаусылар йөктәрен бушатыр өсөн колхоз келәте алдына теҙелешеп туҡтанылар. Минеғол, әйткәнде лә көтөп тормай, саналарҙағы ауыр-ауыр тоҡтарҙы бушатыша башланы. Ылаусы ҡатындыҡын ташып бөткәс, үҙен ултырып алған йәш үҫмерҙекен ташышты.
- Спасибо, парень, за подмогу, - тине ҡалын тауышы менән алдағы сана хужаһы. Апай башҡорт булып сыҡты: - Рәхмәт, ҡустым. Хәҙер ҡайҙа юл тоторға иҫәбең? Әллә ҡунып, ял итеп китәһеңме?- тине. Минеғол һүҙ әйткәнсе урыҫ кешеһе: -У меня переночует. С утра мне в ту сторону по делам ехать, вместе и поедем, - тине лә санаһына табан сатанлап һылтаҡланы. Уның әйткәненә егет шатланырға ла ҡайғырырға ла белмәне. Шулай ҙа, барыһын яҡшыға юрарға тырышып, тегенең санаһына эләгеп китте. Бейек ҡапҡалы, эре бүрәнәләрҙән буралған йортта туҡтанылар. Ярты төн таңға ауышһа ла йорттоң тәҙрәһендә ут булғанына аптыраны. Олпат урыҫ та быны күргәс, «черт, опять за свое» тип ҡуйҙы. Өйгә инделәр. Иркен бүлмәнең мөйөшөндәге оло мейестән йылы бәреп тора. Түрҙә оҙон ғына өҫтәл. Өҫтәл артында ике ҡатын ултыра. Уларҙың береһе: - Мишенка, муж мой, садись покушай, - тип өҫтәл артынан сайҡала-сайҡала тора башланы. – А это кто такой, такой молодой? – тине Минеғолға ымлап. Үҙ һүҙҙәренән ҡыҙыҡ тапты күрәһең, әхирәтенә ҡарап хихылданы. Тегеһе күҙҙәрен майландырып егеткә ҡараны. – Не твое дело, накорми его! - тине ире. Үҙе егеткә ҡарап: -Айда проходи, раздевайся, тине. Үҙ ғүмерендә иҫерек ҡатын-ҡыҙ күрмәгән Минеғол тартына биреп, яйлап ҡына сисенде лә өҫтәл артына үтте. Уны иң ныҡ аптыратҡаны өҫтәлдәге һыйҙың күплеге ине. Мулдан телеп ҡуйылған икмәктән тыш, майҙа ҡыҙҙырылған бәрәңге, тәрилкәлә сусҡа салоһы, бешкән ит, тоҙло ҡыяр, бал. Теге ҡатындарҙың ҡылыҡтарына иғтибар итмәҫкә тырышып башын эйеп туйғансы ашаны ул. Ҡатындарҙың йәшерәге уға әсе бал һуҙҙы. Эсмәйем тигәнде белдереп башын ғына сайҡаны. Ашап туйғас, ..спасиба,, тип урынынан торҙо ла хужа күрһәткән урынға, мейес араһында иҙәнгә ырғытылған толоп өҫтөнә барып тәгәрәне һәм йоҡлап та китте.
***
Дядя Мишаның хужалығында ярҙамлашып, ун көнләп ваҡыт үтеп тә бара. Теге көндө Михаилдың «завтра поедем» тигән һүҙҙәре тормошҡа ашманы. Иртән тороуға хужа сәсрәп ауырып ята ине. Шешкән тамағынан тауышын саҡ-саҡ сығарып, ҡатынына донъя көтөшөп, мал ҡарашып, бер аҙға ҡалып торорға өгөтләне. - Слушай, не уходи, я тебя сам провожу, дай бог, скоро поправлюсь. Мне туда надо поехать, рано или поздно, но обязательно. Дела у меня там, - тине. Үҙенә кәрәген аңланы Минеғол, риза булды. Әмәлгә ҡалғандай, кискә табан күҙ асҡыһыҙ буран күтәрелде. Юлсы был йортта ҡалыуының ни тиклем дөрөҫ аҙым булыуын төшөндө. Нисек кенә ашыҡһа ла тәбиғәттән уҙып әллә ней ҡыйрата алмай әҙәм балаһы. Шулай итеп, Михаилдың скоро тигәне ике аҙнаға һуҙылды. Уның күңелендә тынғы юҡ. Хужабикәгә ярҙамлашыу тигәне лә исем өсөн генә әйтелгәндәй. Ҡатынҡай йыш ҡына һалмыш хәлдә була. Һыйырын һауып, нисек етте шулай ашарға әҙерләй. Ҡалған бөтә эш Минеғолға. Йәш кеше эштән ҡурҡмай. Урам аша бәләкәй генә йортта йәшәгән Гөлбикә әбейгә лә инеп ярҙамлаша: ҡарын көрәй, йә ихаталағы күбәһенән бесәнен арбаҙ эсенә, кәзәләренә яҡынайтып ташып бирә. Был әбей ул эшләгәндә ҡырынан китмәй, хәбәрҙәрен һөйләй. Фронттағы өс улын иҫләп илап ала, шунан хоҙайҙан улдарын илгә имен ҡайтарыуҙарын һорап доға ҡыла башлай. Минеғолға ла ярҙамы өсөн рәхмәт уҡып, бәхет теләй. Гөлбикә әбейҙән Минеғол Михаилдың да һуғыштан яраланып ҡайтыуы хаҡында белде. Һуғышҡа тиклем уның атаһы колхозда председатель булған икән. Ул геройҙарса һәләк булған. Уның урынына улын ҡуйғандар. Ни сәбәптәндер, Анна килен балаға уҙа алмай икән. Шуғалырмы, йыш ҡына эскеләп хәсрәтен баҫа. Егет был теремек әбейҙең үҙ телендә һөйләүен кинәнеп тыңлай. Әсәһен иҫләп моңайып ҡуя.
Урыҫтың донъяһы ҡалын. Һыйырҙан башҡа, кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорто ла байтаҡ ҡына. Ҡойоһо ихатала. Оло итеп буралып, икегә бүленгән мунсалары ла бар. Мунсаның алғы яғы сисенә торған урын, төпкө яғында киң эләүкәле йыуыныу бүлмәһе. Картуф баҡсаһынан тыш, емеш баҡсаһы ла ҙур. Йорт хужаһы – булдыҡлы кеше. Эш эшләгәндә хыялдарға ла сумып киткән сағы була. Эх, Нәфиғәһе менән өйләнешһәләр үҙе лә ошондай алма баҡсаһы ултыртасаҡ ул. Алмағастар араһында малайҙары, ҡыҙҙары йүгерешеп уйнай. Ҡулдарына алма тотҡан ҡатыны бәхетле йылмая. Үҙенең дә ике бите бешкән алмалай. Ҡайһы берҙә, теге көн өҫтәл артында ултырған күрше ҡатынҡайы ла инеп сыҡҡылай. Егеткә үткән һайын йылмайып ниҙер тип һүҙ ҡушып үтә. Исеме Варя икән. Урыҫсаны арыу ғына өйрәнеп барһа ла ул әле бөтәһен дә аңлап бөтмәй. Шуға йәш ҡатындың күп хәбәренә ,, да-да ,, тип ҡалған була. Бер шулай, кеше донъяһынан биҙерәп, өйгә инәһе килмәйенсе, ҡараңғыға ҡалып ҡына бесән аҡтарып йөрөһә, аңғармаҫтан артынан килеп бесән өҫтөнә этеп йыҡты уны берәү. Аяғына баҫам тип ынтылғансы, өҫтөнә йығылып ҡосаҡланы ла үбә башланы. Танауына әсе бал еҫе килеп бәрелде. Бар көсөнә этеп төшөрөп, тейендәй йылғырлыҡ менән тороп баҫты ул. Бесән өҫтөндә ҡапланып илаусы – күрше ҡатынҡай ине. Аптырауҙан Минеғол телдән яҙҙы.
– Ну что тебе стоит, жалко что ли, - тип үкһене тегеһе. Ғәрләнеп тә, оялып та өйгә табан атланы. Ингәс кенә шарфы юҡлығын абайланы. Кире сыҡты. Ҡапҡанан сығып барған Варяның: «нужен будет, зайдешь...» тигәне генә ишетелеп ҡалды. Апаһының кәзә мамығынан бәйләп бүләк иткән, ебәк кеүек йомшаҡ шарфынан ҡолаҡ ҡаҡты шулай. Минеғол бында артабан да ҡалырлыҡ сабырлығы ҡалмағанын аңланы. Сәй эскәндә шул турала әйтергә лә, төнөн йәйәүләп сығып китергә, - тип уйлап ҡуйҙы. Өҫтәл артына саҡырғас, хужабикә уның кәйефе юҡ икәнен тиҙ самаланы. Сәйен тотоп ире янына инеп китте лә күп тә тормай кире сыҡты. Уның артынса хужа ла яйлап ҡына сығып, өҫтәл артына үтте. Уның йөҙө һурылып киткән, мыҡты кәүҙәһе тартылған. Минеғолға ҡарап “завтра, дай бог, поедем на рассвете, тине. Ҡатынына “приготовишь еду, одежду” тине. Минеғол тороп ат еккәндә таң әтәстәре лә уянмаған ине әле. Дядя Мишаны сана тамағына ырғытылған бесән өҫтөнә киң толопға урандырып ултыртты, бейек яғаһын күтәреп шарф урап ҡуйҙы. Ризыҡ һалынған юл тоҡсайын бесән араһына төшөп ҡалмаҫлыҡ итеп тыҡты. Үҙе сана осонараҡ уңайлап урынлашып алды ла, дилбегәне ҡаҡты: – Наа, малҡай!
***
Өҫтө шымарып, йоҡа боҙ менән ҡапланған ҡар ҡояшта сағылып, күҙҙәрҙе йәшләндерә. Сағыу апрель ҡояшы үҙе лә офоҡ ситенән тәгәрәп кенә юлсылар артынан ҡалмай эйәреп килә. Санала ҡырын ятып Минеғол тирә-яҡты күҙәтеп бара. Күккә олғашҡан Урал һырттары күптән инде йыраҡта тороп ҡалдылар. Оҙон-оҙон һөҙәк тауҙарҙы бер менеп, бер төшөп байтаҡ ваҡыт киләләр инде улар. Еүеш, батҡаҡ ҡатыш ауыр ҡар ат тояҡтарына йәбешеп, уҡмаша ла сана ҡашағаһына бәрелеп биткә, тирә яҡҡа сәсрәй. Артыҡ бейек булмаған, битләүҙәрен ҡатнаш урман ҡаплаған тауҙарҙы киң иген баҫыуҙары алмаштыра. Ерҙең ҡарҙан әрселгән урындарынан пар күтәрелә. Юлда осраған вағыраҡ йылғалар боҙҙан әрселеп, йүгерек һыуҙарын оло йылғаларға ҡыуа. Уларының да боҙҙары ҡарайып, күтәрелә башлаған. Яҙғы өҙөккә тиклем Дим боҙон аша сығып өлгөрөрмөн микән, тип уйлай Минеғол. Тыуған яҡтарына яҡынайған һайын тыны иркенәйә бара, ә йөрәге ярһыбыраҡ тибә төҫлө. Уның кәйефе шәп. Михаил уны Петровскийға тиклем килтереп еткереп,артабанғы юлға үҙенең танышы - Зәйнулла исемле кешенең санаһына ултыртып оҙатты. Юллыҡ ризығын да ҡулына тоттороп ебәрҙе. Хушлашҡанда “ты хороший парень, работы не боишься, молодец” - тине. Был ылау уны Стәрлетамаҡҡа тиклем алып барасаҡ. Унда инде тағы йән биргәнгә йүнен дә бирер әле, -тип артыҡ бошонмай ул.
-Ҡунып сығырға урының бармы Эстәрлелә? Булмаһа заезжый домға инерһең минең менән, - тип һүҙ ҡушты ылау хужаһы. – Юҡ, инеп тормайым,- тине Минеғол. Әлшәй юлына төшәм дә, йәйәү атлайым. Шунда, насип булһа, тағы берәйһенең санаһына йә арбаһына эләгеп китермен әле. – Бәй, ҡараңғы төшә бит. Төндә ҡурҡмайһыңмы? Юлдашының был һүҙҙәренән Минеғол көлөп ҡуйҙы. Өҫкә ауып килгән тау-урман араһында ҡурҡмағанды, күҙ күреме ер асыҡлыҡ булғанда ҡурҡып торамы һуң инде. – Зерә ашығаһың, энем. Заезжый домда яҡташтарың да йыш була бит. Бәхетеңдән, кем белә, берәйһе осорар мужет...
Зәйнулла Минеғолдо Стәрле аша үткәрә биреп, Әлшәйгә киткән сатта төшөрөп ҡалдырҙы ла, хушлашып, үҙ юлында булды. Ҡайтырға сыҡҡандан бирле үҙенә юлдаш булған ныҡлы ҡайын таяғына таяна-таяна егет ары китте. Тоҡсайындағы икмәк киҫәген алып, тәмләп сәйнәй-сәйнәй атлауын белде. Ҡараңғы тиҙ төштө. Көнбайышта ҡояштың һуңғы нурҙары офоҡто ал төҫкә мансып һүрән генә яҡтыртып ҡыҙарып тора бирҙе лә, юғалды. Ярай әле әҙме-күпме ҡар яҡтыһы бар. Алда ҡап-ҡара булып ятҡан юлды сырамытырға була. Килә торғас ваҡыт иҫәбен дә юғалтҡандай тойолдо. Таңға саҡлым оҙаҡтыр әле. Ярай. Уның эше атлау. Аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре ауырайған кеүек, гер аҫҡандар тийерһең. Уйҙарға бирелеп килә торғас һөрөнөп китте. Әй, әттәгенәһе... Нишләп Зәйнулланы тыңлап ҡунырға ғына ҡалмаған икән... Яҙғы бысыраҡ юлда ултырып ял итеү мөмкинселеге лә булмаҫын уйламаған шул. «Минеғол! Уян, балам!» «Әсәй, әсәй! Һин нисек бында?» Үҙенең тауышына күҙҙәрен асты. Аяҡ өҫтө һаташып килгәнен аңланы. Юуҡ, буулмаай.. Юл ситенәрәк сығып бысыраҡ ҡар өҫтөнә сүкәйҙе лә күҙҙәрен йомдо.

«Эй, друг! Дружок, ты живой?» Ҡайҙандыр, ер аҫтынан килгән кеүек был тауыш. Кемгәлер өндәшәләр, друк тип. Кем икән ул, друк? Уны дер һелкетәләр.. ”Теймәгеҙ миңә..” Тауышы сыҡмай. Күҙҙәре лә асылмай, әллә йәбештереп ҡуйғандармы? Башы күтәргеһеҙ ауыр, таш тултырғандар тейерһең. «Иптәш, тор әле, тор. Һалҡын алдыраһың бит... Күтәрҙек. Һоп!!» Минеғол упҡынға осто.
***
Сатнап кипкән теле аңҡауына, ирендәре ярылып бер-берһенә йәбешкән. Ары-бире телен ҡыбырҙата торғас, ауыҙы эсендә шайыҡ бүленеп һүҙ әйтерлек көс тапты: -Һыыу...
– Инәй, ағай һыу һорай.
– Әә, уяндыңмы энекәш? Мына, сәй йот әле. Ҡатын сәйле сынаяҡты уның ирендәренә терәне. Бер ике йотом йотҡас, Минеғол ҡалҡынды. – Үҙем.. Сәйен эсеп бөттө. – Һалҡын һыу бармы? Ярты сүмес һыуҙы бер тында бушатты. Күҙҙәре лә, зиһене лә асылып китте. Ул яҡты өйҙөң һикеһендә ята. Һике ситендә ҡыҙ бала керпек тә ҡаҡмай уға текәлеп ҡарай. Мейес алдында урта йәштәрҙәге ҡатын аш хәстәрләй. Ул да Минеғолға ҡарап-ҡарап ала. – Сәғәт нисә икән? – Иртә әле, еде тулып һигеҙенсе. Фермынан ҡайтып ҡына тороуым. Инһәм, ҫикелә ятаһың. Аптырауым, ҡурҡыуым.. Минеғол сатнап ауыртҡан башын тотто, уттай яна тәне. Хәле юҡ. Ауырыны микән ней? Бер нимә иҫләмәй.
– Был ҡайһы ауыл?
_ ...
Егеттең һораулы ҡарашына: - Һине минең атайым табып, арбаһына һалып апҡайтҡан, белеше Сәргәй менән Эстәрленән ҡайтышлай. Юл ситендә ятҡанһың бит. Әлдә күҙҙәренә салынғанҫың, бәхетеңдән. Шунда, еүеш ҡар өҫтөндә әрәм булып ҡына ҡуя инең, балаҡай. Минеғол торорға ынтылды ла кире урынына ауҙы, ҡыл өҙөрлөк тә самаһы юҡ ине. – Һин ят, ят. Һәҙер терелеп китерһең, йәш кеше. Мына ыумас ыуам, ҡатыҡлап ашап алһаң һәл инә ул. Тыштан килеп ингән оло ғына йәштәге бабай Минеғолға күҙ һалып алды ла куфайкаһын сисеп сөйгә элде. - Мына, йән кергән бит беҙҙең егеткә. Шунан, хәл-әхеүәл нисек? Ҡайһы ауылға бара инең? Кем улы булаһың? Исемең кем? – тип Минеғолдо һорауҙарға күмеп ташланы. – Былай түҙерлек. Һеҙгә рәхмәт, абзый. Мин ҡайһы тирәлә йығылдым икән? – Урәзмәт сатына етеп барған ер ине. Ҡайҙан килә ятыуың ине һуң? Минеғолға ҡыҫҡаса үҙенең юл хәлдәрен һөйләп бирергә тура килде. Ай-бай, тип башын сайҡаны бабай. - Шәп тә килгәнһең үҙең. Ул арала хужабикә ашын өлгөртөп, һикегә ашъяулыҡ йәйҙе. Ашағыһы килмәһә лә, хужаларҙың һүҙен йыҡмаҫҡа тырышып, алдына ҡуйылғанды яйлап ашаны. Өйҙә бешкән ризыҡҡа етәме инде. Уға хәл инде. Ҡурайеләк япрағы, мәтрүш һалып бешерелгән сәй эскәс бөтә тәненән тир бәреп сыҡты. Тәненең ҡыҙыулығы кәмегәндәй булды. – Абзый, Димде аша сығып булыр микән? – тине. - Һаай, энекәш, Дим ташты инде, боҙ китте. Быйыл яҙ иртәләне шу.. Ауылыңа туранан, күп булһа ун саҡырым тирәһе генә лә бит, эйәген ыуып уйланып тора биргәс, - Унда һеҙҙең өй бөрөнсә балыҡсы бит. Берәйһе күренмәй ҡалмаҫ моғайын, тип өҫтәне. Әллә булмаһа ат менән генә илтәйем микән, был егетте, ә ҡыҙым? Ней тейерһең? Минеғол, өмөтләнеп ҡатынға ҡараны. Уның артабанғы яҙмышын, әйтерһең, ошо ҡатын хәл итә. Егеттәге Дим аша ғына ятҡан ауылына булған тартыу көсөн донъялағы бер көс тә еңерлек хәлдә түгел ине был мәлдә. –Тағы берәй көн ятып ҡына торһа, һәйбәтерәк тә бит... Әллә инде... Илтергә кәрәк инде, балаҡай талпынып ҡайтып бара бит. Ипләп кенә йөрөгөҙ инде, атай. Юлы юлмы мынау уаҡытта. Дыуамалланып Дим аша сыҡмағыҙ тағы, - тип өҫтәне. Юлға тиҙ йыйындылар. Минеғол ауыр ҡуҙғалып арбаға менеп ултырҙы. Бабай егеттең арҡаһынан уратып толоп япты ла дилбегәне ҡаҡты. Ауылды сыҡҡас ат тәгәрмәсе аҫтында иҙелеп, ҡараһы әйләнеп ятҡан юлға төштөләр. Был яҡтарҙың артыҡ бейек булмаған уба һырттарын ҡыялатҡан юл буйлап сәғәткә яҡын барғас, Минеғолға бала сағынан таныш Ҡашҡатауҙың ике «ҡашы» араһынан үткән юл буйлап күтәрелделәр. Егеттең йөрәге ярһып тибергә тотондо. Арбанан төшөп йүгерерҙәй булып күңеле ярһыны. Бына-бына тау үренә менеп етәсәктәр ҙә, аҫта, ер йөҙөндә иң ҡәҙерле булған ауылы күренәсәк бит! Бына ул – уның ғәзиз тыуған ауылы! Дим йылғаһы ташып, ауыл эргәһендәге күлдәргә ҡушылған. Күл буйындағы мөһәбәт өйәңкеләр артына йәшенеп кенә, ап-аҡ балсыҡ өйҙәр теҙеме күренә. Салт ҡояш менән зәп-зәңгәр күк йөҙө даръя булып ятҡан һыу өҫтөндә, көҙгөләге кеүек сағылып, әйтеп аңлатҡыһыҙ матурлыҡ тыуҙырған. Егет арбанан һикереп төшкәнен үҙе лә һиҙмәне. Күкрәген тултырып, күҙҙәренән йәштәре сыҡҡансы һуланы тыуған яғының һауаһын. Ике ҡулы урынына ҡанаттар булһа, һис икеләнмәй тау башынан кәйелеп түбәнгә осор ине. – Ағай, рәхмәт, аръяғына үҙе-ем! Осто! Аяҡтары ергә әллә тейә, әллә юҡ. Һулаған һауаһы менән бергә тәненә ҡеүәт өҫтәлә, арта бара. Тыуған төйәк йылыһы шундай мөғжизәүи көскә эйәлер, күрәһең – уның барлыҡ күргән-кисергәндәре онотолдо, ауырыуы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Минеғол үҙен тау аҡтарырҙай көслө батыр итеп тойҙо. Унда уның һөйөклө Әсәһе, ғәзиз атаһы. Унда уны һөйгән Нәфиғәһе көтә! Тау түбәненә йүгергән ыңғайы һыу өҫтөндәге таныш кәмәне сырамытты. Атаһы бит!
– Аатаайым! Атаай!!! Атай, мин ҡайтып еттем...

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 0c6b3de308dd2c91a3db9776c3f04051

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас