Әҙәби бит
12 Май 2023, 13:15

Ен арбаһы

Утыҙ йыллап татыу ғүмер иткән хәләл ефете Гөлиәнең машина алайык, тип ҡолаҡ итен ашауына, ен арбаһы ҡалғайны. Аллаһ һаҡлаһын тип, ауыҙын ябып килә ул. Гөлиәнең, яратҡан ирен ҡушлап, ҡунаҡ-фәләнгә, йомош-юлына текә машинала, йөрөгөһө бик киләлә ул, ҡатыны нимә теләһә лә ыңғайына булған Һиҙиәт, уның был теләгенә, теше-тырнағы менән, ҡаршы тороп килә бирә.Шулай ҙа Һиҙиәт ағай машина һатып алды...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ғүмер буйы ат өҫтөнән төшмәгән, ҡара йәшенән колхоз йылҡыһын көткән, ат йәнле, малҡайҙарҙы ысын күңелдән яратҡан, Һиҙиәт ағайҙы ауылдаштары Һиҙиәт кенә тимәй, һыбай Һиҙиәт тип йөрөтәләр. Ҡасан, кем ауыҙынан сыҡҡан ҡушаматтыр, ағайға, ғумерлекка йабешкәнда ҡуйған инде. Хатта, йәш-елкенсәк, бала-саға Һыбай ағай, Һыбай олатай тип кенә өндәшһәләр ҙә, шаҡтай оло йәштәге ағай үпкәләмәй, күп тән күнгән инде.
Колхоз бөткәстә, эшһеҙ ултырмаған йылҡы йәнле һыбай Һиҙиәт, ауыл халҡының, һуңғы йылдарҙа ишәйеп киткән аттарын көтөргә алған. Ат өҫтөнән төшмәй олоғайған Һиҙиәт ағай, ауыл эсендә лә аттан төшмәй, тик һыбай йөрөүе күптән ғәҙәти хәлгә ингән. Һиҙиәт бәҙрәфкәлә ат менеп йөрөй ул тип көлөптә алалар, шаян телле ауылдаштары.
Ана шул йылҡы йәнле һыбай Һиҙиәттең бер сәйер ғәҙәте бар. Ул машина яратмай. Әй, шул, ен арбаһына ултырып, саң борлатып, йөрөйҙәр шунда тип, үткән бер машина артынан ризаһыҙлыҡ белдереп,һөйләнеп ҡала. Аҡты-ҡараны абайламай, елдергәндәренең артынан һүгенеп-төкөрөнөп ҡалырға ла күп һорамай. Ҡыҫҡаһы нисек ысын күңелдән, йылҡы малын яратһа,көндән-көн күбәйә барған, бәләкәй генә ауылда ла көнө - төнө сапҡан машиналарҙы шул хәтле күрә алмай.

Утыҙ йыллап татыу ғүмер иткән хәләл ефете Гөлиәнең машина алайык, тип ҡолаҡ итен ашауына, ен арбаһы ҡалғайны. Аллаһ һаҡлаһын тип, ауыҙын ябып килә ул. Гөлиәнең, яратҡан ирен ҡушлап, ҡунаҡ-фәләнгә, йомош-юлына текә машинала, йөрөгөһө бик киләлә ул, ҡатыны нимә теләһә лә ыңғайына булған Һиҙиәт, уның был теләгенә, теше-тырнағы менән, ҡаршы тороп килә бирә.
Шулай ҙа Һиҙиәт ағай машина һатып алды. Сәбәбе былай булды. Алыҫ районда йәшәгән, хеҙмәттәше ҡунаҡҡа саҡырҙы, күптән күрешмәгән, йәшлек дуҫының саҡырыуын кире ҡакмай юлға сығырға булғайнылар, машина кәрәк булды. Ярай, уныһы тиҙ хәл ителде, такси тигәндәре, елдереп кенә тора ,шулай ҙа Ғөлиә һөйләнеп,  нисә йыл күрмәгән хеҙмәттәшеңә эйәме менән, машинаңда елдереп барып туктамағас, ҡапҡа төбөнә, тип Һиҙиәттең күнеленә ойотҡо һалһала, эй шул, ен арбаһын тип кенә ҡуйҙы. Барып төшөп, һыйҙан һығылып торған өҫтәл артында, хәл-әхүәл белешкәс, хужа ҡунағына, ауылға яҡын ғына, ағып ятҡан, ярайһы тәрән йылға буйына барып, табын ҡорорға, шешлек бешереп, балыҡ тотоп, ҡолас ташлап йөҙөргә тәҡдим итте. Хужа гаражынан, ялтырап, күҙҙең яуын алып торған, иномарка сығарып, кәрәк-ярағын тейәп бөттө лә әйҙә менгәш, дуҫҡай минең ҡара юрғаға тип, машинаһының ишектәрен шар асып ҡуйҙы. Һиҙиәттең күңеле иләҫ-миләҫ килеп, ҡара юрға тинесе, ялтырап тора. Хас ҡара,юрға инде тип уйлап ҡуйҙы, ҡатыны һалған ойотҡо ла күпергәндәй итте, эстән генә, ошондайыраҡ ен арбаһы алмай булмаҫ. тигән ҡарарға килеп, өндәшмәй генә дуҫтың машинаһына ҡунаҡланы.
Ниәте тынғылык бирмәй, бер нисә көн уйланып йөрөнөлә, һыбай Һиҙиәт машина һатып алырға булды.

Һиҙиәттең был теләгенә Гөлиә лә шатланып риза булғас, оҙаҡҡа һуҙмай, автосалонға барып, машина һайларға булдылар. Салонды урап сығып, ундағы машиналарға күҙ һалғас, тап дуҫыныҡы кеүек, өр яңы сит ил машинаһына күҙе төштө бит Һизиәттең. Әллә ни күп тә юл үтмәгән, хаҡы ла тейеренән күпкә ҡайтыш ине уның. Бер-нисә тапҡыр үҙенсә тикшереп, салонын байҡап,руль артына ла ултырып ҡарағас, ошо юрға беҙгә яҙғандыр, тигән фекергә килде Һиҙиәт. Хаҡын түләп, Гөлиә менән Һиҙиәт, ысынлап та атҡа менгәндәй ҡыуанып ҡайтырға сыҡтылар. Йола буйынса, инеп ҡыуаныс уртаклашҡан, ауылдаштарға һый әҙерләп, текә машинаны йыуҙырып, һуң ғына йокларға яттылар.
Бына шунан һуң башланды инде мажара!
Ете төн уртаһында, берәү төрткәнгә, уянып киткән Һиҙиәт эргәһендә, яҡты нур кеүек үтә күренмәле ап-аҡ кейемле, алтын сәсле ҡатын тормаһынмы. Аптырап, ай Аллаһ күптә эсмәгәйнем бит әле, был ни ғаләмәт, тип йоҡоло күҙҙәрен ыуып, тирә -яғына ҡараны. Эргәһендә ҡолас ташлап, кәләше йоҡлай, өнөмме, төшөмме тип албырғап ултырғанға, минутта үтмәҫтән, теге ҡатын телгә килде. "Тиҙ бул, киттек", - тигәс, ҡайҙа, һин, кем, тип әйтергә теләһә лә Гөлиәнең татлы йоҡоһон бүлеп, ҡуркытмаҫ өсөн ипләп кенә тышҡа сығыуы булды өрәк бисә тиҙ бул тип ашыҡтырҙы. Ултыр рульгә, киттек тигәс әлеге ҡатын, үҙ ихтиярынан тыш машинаһына ултырҙы ла, газга баҫты. Ҡатын йәнәшәнән урын алды. Шулай икәүләшеп, юғары тиҙлектә, офоҡ ҡыҙарғансы елдерҙеләр генә. Һиҙиәт арып, талып таң алдынан урынына килеп ауҙы. Ҡатын көн һайын Һиҙиәтте уятып алып сығып китер булды.

Ниндәйҙер ҡара көскә буйһонған Һиҙиәт ен пәрейе нимә тиһә шуға бойһондо. Төрлө хәйлә табырға тырышып, төнгөлөккә, машинаны боҙоп та, яғыулыҡһыҙ ҡалдырып та ҡараны Һиҙиәт. Сығыуына бак тулы бензин, машина төҙөк булды. Ул төнө буйы машинала сабып йонсоно. Быға тиклем йәненән яҡын күргән аттар ҡайғыһы китте. Нәмә белмәй йоҡлап ҡалған ире менән нимә булғанын белмәгән Гөлиә аптыранды. Ниңәлер ул ҡаты йоҡоға талып, Һиҙиәт килеп ятҡас ҡына уяна ине. Арыған, йонсоған Һиҙиәт бер көн, хәлде Гөлийәгә һөйләргә теләп ауыҙын ғына асҡайны, көндөҙ күҙгә күренмәгән, уттан хасил ен бисәһе, өндәшмә тип, йомшаҡ ерен бора семетеп алды. Һиҙиәт ауыртҡан ерен ипләп кенә ыуҙы ла, шуның менән бөттө. Бер төн шулай төнө буйы йөрөп сыҡҡас, ҡатын, сеңләп кенә илай башланы. Тағы нимә булған, быға тип аптырап ҡалған Һиҙиәткә ҡайғыһын,һөйләне. Мәғдән сыҡҡан тауҙың эйәһе булған икән, был ен бисәһе. Балалары ире менән, тыныс ҡына көн иткәндә, кешеләр быларҙың йәшәгән ерен, туҙзырып, аҡтарып ташлағандар. Шул ваҡытта был ен бисәһе мәғдәнгә эләгеп киткән. Мәғдән эшкәртелеп машиналарға төрлө деталдәр ҡойолған. Шулай итеп  ул ошо машинаға эйәләгән Быға тиклем бер-нисә хужала булған, төнө буйы йөрөп арыған, элекке хужалар, ашығыс рәүештә машинаны һатып ҡотолған. Ен ҡатыны, ҡайҙалыр, таралып, юғалған ғайләһен эҙләй икән, төн булғас Һиҙиәт тә, был ен арбаһын йәһәтләп, һатып ебәрҙе лә Гөлиәгә өр яңы ҡыҙыл "Рено" алып бирҙе, әйҙә күңелең булһын тине ул. Үҙе ҡабат атына атланды. Ни тиһәңдә һыбай Һиҙиәт бит ул...

Зәкиә Сөләймәнова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас