Иртә күк күкрәһә, йәй ямғырлы булыр.
Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
Май айында ҡуңыҙҙар күп күренһә, ҡоролоҡ көт.
Айҙың башы йылы, матур килһә, икенсе яртыһы һалҡын булыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
Май һалҡын килһә, икмәккә бай йыл булыр.
Беренсе торналар күренгәс, борсаҡ сәсергә була.
Май айында ҡуңыҙҙар күп булһа ҡоролоҡ көтөлә.
Майҙың 21-ендә ямғыр яуһа, көҙ ямғырлы булыр.
Айҙың һуңғы көндәрендә, ғәҙәттә, ете йылға бер тапҡыр һалҡындар күҙәтелә.
Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
Болот юлланып торһа, ямғырға.
Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: MJ_Cnwp_UNY