+24 °С
Ямғыр
Бер кәмәгә ултырғанбыҙ икән,
Ташлап ҡасма, дауыл булһа ла.
Ғүмер көҙөн тултырғанда бер үк,
Сайпылдырма, кәсәң тулһа ла.
Абынһаҡ та, күтәреләйек бергә,
Йығылып ҡалыу - бигерәк аяныс!
Килтергәндер беҙҙе Раббым Ергә,
Һәр саҡ булыр өсөн таяныс.
Ике яҡта, ике ярты булып йөрөһәң,
Һиҙелмәй ҙә ҡала Яҙ еҫе...
Бөтөн булһын хыял, уйҙар, ҡараш,
Бөтөн булһын наҙҙар, Һөйөү хисе!!!
©Миләш
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1RDanNn-ByY77CezJoKFPXMvn_aIK-Kr52OFhu5KwMZwFK6dlEIV-rWq_gg0YspIyfd30PqH2gx0IGMQwsQH2e7v