Әҙәби бит
18 Апрель 2023, 14:05

Үгәй ҡыҙ яҙмышы

Хәҙер Рәйсә район үҙәгендә йәшәп ята. Өҫтө-башы ҡараулы, урын-ере таҙа, тамағы туҡ. Рәшиҙә нимә кәрәк, тип кенә тора. Ә Рәйсә ауылдағы өйөн һатыуға ҡуйҙы. Әҙме-күпме аҡса булыр, Гүзәлгә артыҡ булмаҫ ине ул аҡса, тип уйлай ине ул. Әле пенсияһын да йыйып бара. Ә Рәшиҙәнең аҡсаға бер ҡыҙығыуы булманы. Рәйсәгә киткән сығымды ла иҫәпләмәне. Ә Рәйсәнең бар хыялы шул ине – пенсия аҡсаларын йыйып барырға. Үлеп китһә, уларҙы Гүзәлгә васыят итәсәк. Нисек ҡыуанасаҡ уның ҡыҙы көтмәгән ерҙән килгән аҡсаға?!. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Үгәй ҡыҙ яҙмышы

Кәрим Кара

Салихына яратып барҙы Рәйсә Бик бәхетле ҡатын тип иҫәпләй ине ул үҙен. Тик бына тормоштарының йәмен врачтар ебәрә яҙҙы. Әле кейәүгә сыҡмаҫтан алда ауырып дауаханала ятып сыҡҡан ине. Бөйөрҙәреңә һалҡын тигеҙгәнһең, тинеләр. Ап-арыу ғына булып ҡайтҡан ине ул саҡта. Дарыуҙарын да ваҡытында эсте. Шунан һуң бөйөрҙәренең артыҡ һиҙгергәндәре юҡ ине. Ә бына ауырға ҡалып, тишрелә башлағас, район гинекологы тауыш ҡуптарҙы:

Бөгөндән алдыраһың ауырыңды! Бындай бөйөрҙәр менән һиңә бала табыу ҡәтғи тыйыла. Үлеүең бар, - тип ҡотон алды Рәйсәнең.

Ҡайтып был хаҡта Сәлихына һөйләгәс, ире күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Ҡаштары йыйырылды, йөҙө болот кеүек ҡапланды, күҙҙәрен һағыш баҫты. Сәлихтың үҙен яратҡанын белә инде Рәйсә. Тик ул ғына бәхетле тормош көтөргә етмәй бит әле. Бер-береңде бәйләргә уртаҡ бала ла булмаһа ул ниндәй тормош? Тирә-яғындағы иптәштәре балалары хаҡында һөйләрҙәр, уның Сәлихы иренен ҡымтып, шуларҙан көнләшеп торомы? Бар ирҙәр ҙә нәҫел ҡалдырыу тураһында хыяллана. Малай теләйҙәр. Ҡыҙ булһа ла насар түге. Ҡыҙ бала бигерәк тә һөйкөмлө була. Хәҙер килеп шул бәхеттән мәхрүм итһенме инде һөйгәнен.

Башҡа врачтарға барып йөрөмәне Рәйсә, ауыл фельдшерының да һүҙҙәрен ҡолағына элмәне. Ни булһа ла балаһын табырға ҡарар итте ул. Үлһә – үлер, яҙмышына шулай яҙылғандыр.

Гүзәлен Ҡазан бала табыу йортона барып тапты. Саҡ алып ҡалдылар уны үлемдән. Балаһын тапҡас та, айға яҡын ҡайтармай торҙолар. Һуңынан сал сәсле профессор уны үҙ кабинетына саҡыртып:

- Күгәрсенем, башҡа улай ғүмерең менән уйнама. Иҫән ҡалғаныңа шатлан да, ҡыҙыңды тәрбиәләп үҫтер. Башҡа балаң булмаҫ инде, - тине.

Сабый барыһы өсөн дә бик ҡәҙерле булды. Сәлих уны ҡулынан да төшөрмәне. Гүзәлде ҡатратаһы-өләсәләре алтынға тиң күрҙеләр уны. Тағы ла бала алып ҡайта алмағынына бошоноп та ҡуя ине Рәйсә. Әммә тағын да бер ҡыҙ үҫтерергә яҙған икән уға.

Ире Сәлихтың нәҫелдәрендә йөрәк сире бар ине. Атаһы ҡырҡ ҡына йәшендә донъя менән хушлашты. Апайы ла шул самаларҙа дарыуһыҙ йорттан да сығып алмай башланы. Үҙенең хәлен үҙе белеп, Сәлих менән Рәйсәне үҙенең янына саҡырҙы.

- Энекәшем, киленем, һеҙгә үтенесем бар, - тине ул саҡ тын алып. - Ғүмерем сикләнгән ахыры минең, шуны тоям. Зинһар, Рәшиҙәне үҙ ҡанатығыҙ аҫтына алығыҙ, кеше итегеҙ инде уны. Ғүмере өсөн улай уҡ ҡайғырмайым. Үҙ йүнен үҙе күрерҙәй булған инде ул. Матур итеп эшләп йөрөй, юғалмаҫ. Һеҙҙең Гүзәлегеҙ менән тиңдәштәр. Кеше ҡулына ҡалып, илап ултырмаһын ине. Шул һеҙгә үтенесем, - тип алдан иҫкәртеп ҡуйҙы.

Һиҙгән икән йөрәге, шунан һуң оҙаҡ йәшәмәне. Апаһын ерләгәндән һуң, Сәлих ҡыҙҙың әйберҙәрен йыйып, үҙҙәренә күсереп алып ҡайтты. Рәйсә үҙ араһында ғына кәңәш итте: “Опекаға алайыҡ Рәшиҙәне, аҙмы-күпме аҡсаһын түләр хөкүмәт”, - тине. Сәлих үҙһүҙләнеп үҙ исеменә яҙҙырҙы Рәшиҙәне, имеш тә етемлеген һиҙмәһен бала.

Һуңғы арала үҙ ҡыҙы Гүзәлдең артыҡ хоҡһоҙлана барғанын тоя ине Рәйсә. Артыҡ иркәләнде, ирек бирҙеләр. Шуға ҡайҙа баҫҡанын да белмәй башланы. Йәше лә ун икегә бара ине. Ул саҡта былай ҙа балаларҙың үҙгәргән ваҡыты. Рәшиҙә менән икәү булһалар, бераҙ баҫылыр Гүзәле, тип өмөт итте Рәйсә.

Ниңәлер ике ҡыҙ дуҫлашып китә алманы. Үҙ-ара әрләшеп тә ултырманылар. Әммә ҡыҙҙар араһында йәшерен уҙыш башланды. Дөрөҫөрәге ул бер яҡлы булды. Рәшиҙә тәбиғәте менән тыныс холоҡло, изге күңелле бала булып сыҡты. Үҫмер осорона ингән бала ғаиләләге үҙенә булған яҡшы мөнәсәтте аңлай ине. Хәленән килгән саҡлы яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирергә тырышты. Ә үҙһүҙле Гүзәлгә был һис тә оҡшаманы. Рәшиҙәне маҡтаһалар, йөҙө боҙола рне ҡыҙҙың. Бериштән әйбер алһалар, ауыҙын бөрөштөрҙө. Хатта Рәшиҙәнең яҡшыраҡ уҡыуы ла уның ен асыуыуҙарын сығара ине.

Сәлих үҙе бар саҡта ҡыҙҙарға тигеҙ ҡараны. Ләкин нәҫел сире лә уның артынан ҡыуып етте. Тимерлектә – запчастар тарата торған бүлмә?ендә, ултырған ғына ерендә үлеп китте.

Яңғыҙ башына ауырға тура килде Рәйсәгә. Яңынан кем менәндер тормош ҡорорға ла уйламаны. Уйлаһын, уйламаһын, ике балалы ҡатын кемгә кәрәк? Бәләкәй генә ауылда уға тиң ир-ат та юө инде. Шулай йәшәне ул эшкә мауығып, ҡараусыһын юғалтҡандар исемлегенә индереп, ҡыҙҙарға бер аҙ пенсия түләнеләр.

Шунан һуң Гүзәл күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Үҙенең өҫтөнлөгөн аҙым һайын иҫбатларға тырышты. Йәнәһе, етем ҡалған Рәшиҙә был өйҙә артыҡ, үҙ урынын онотмаһын. Өйҙәге ваҡ-төйәк эштәр Рәшиҙә өҫтөнә өйөлдө. Һауыт-һаба йыуырға – Рәшиҙә, иҙәнде һөртөп алырға - Рәшиҙә, утын индерергә – Рәшиҙә... Күҙен дә йоммай әмер генә бирә ине Гүзәл. Шулай булырға тейешле ине уның уйынса.

Кеше балаһы барыбер үҙенеке түгел. Рәйсә лә Рәшиҙәне артыҡ яҡын итә алманы. Әҙ генә ҡыйыш баҫһа ла күренә ине. Ә үҙ балаһының һәр ҡыланышы килешле булды. Теле менән әйтмәһә лә, үҙ ҡыҙын яҡыныраҡ күрҙе. Кейемдең дә уға матурырағын алды, бар теләктәре үтәлде, иркәләп кенә өндәште, уға һәр ваҡыт юл ҡуйҙы. Ҡыҙы менән икеһе бер бөтөн булды улар. Рәшиҙә бер ситтәрәк көндәрен үткәрҙе. Буй еткергән ҡыҙ үҙ хәлен аңлай ине инде. Ләкин кемгә барып йығылһын, кемгә күңелен асһын, кем уны аңларҙай яҡын кеше? Ирекһеҙҙән түҙергә мәжбүр булды Рәшиҙә. Ярай, Хоҙай тарафынан уға түҙемлек, зирәк аҡыл бирелгән ине уға. Аһ, тип тә ҡаршы өндәшкәне булманы уның.

Ваҡыт туҡтамай, үтә торҙо. Ҡыҙҙар бер йылда мәктәпте тамамланы. Рәйсә Гүзәлде Ҡазан ҡалаһындағы медучилищеға уҡырға индерҙе. Гүзәлдән яҡшыраҡ уҡыған Рәшиҙә, бәлки, юғары уҡыу йортона ла инә алыр ине. Әммә үҙ самаһын белде ҡыҙыҡай. Ситтә уҡыр өсөн күп сығымдар талап итә бит. Кем уны кейендерер, тамағын туйындырыр, ҡайтып-китеп йөрөргә аҡса бирер? Былай ҙа быға ҡәҙәр артыҡ тамаҡ булып йәшәгәнен бик яҡшы һиҙә ине ҡыҙ. Хәҙер үҙ йүнен үҙе күреп йәшәргә кәрәк. Шуға оҙаҡ уйлап тормай, район үҙәгендә ойошторолған һатыусылар курсына барып инде ул. Бер нисә ай уҡығас, бер сауҙа нөктәһендә һатыусы булып эшләй башланы.

Ҡыҙҙары ҡанатланғас, яңғыҙ ҡалған Рәшиҙә һаулыҡҡа туймай башланы. Быуындары һыҙлап, аяҡтарының хәле бөттө. Пенсия ала башлаған көндән эштән дә туҡтаны ҡатын. Ҡайҙалыр эшләргә мөмкинлеге ҡалманы. Магазинға, дарыуғанаға барыр өсөн таяҡҡа таянырға мәжбүр булды. Гүзәлен уҡытыу ҙа бик ҡиммәткә төштө уға. Иркен йәшәргә өйрәнгән ҡыҙ гел генә әсәһенән аҡса таптырҙы. Яҡшынан яҡшыны кейҙе, тәмленән тәмле ашаны.

Тағы бер мөгөҙ сығарҙы әле ул ҡыҙ. Һуңғы курсында уҡып йөрөгәндә бер егет менән танышып, шуға кейәүгә сыҡты. Егет уны Ҡазан аръяғындағы ауылына алып ҡайтты. Ярай, ипле генә кейәү тура килде шикелле уға. Әсәй-атайҙары етеш тормошта йәшәй. Улдарына өй ҙә һалып ҡуйғандар ине. Күпләп мал тоталар. Бар яҡлап яҡшы йәшәр көстәре бар. Гүзәлде лә үҙ итеп ҡабул иттеләр. Барып ҡунаҡ булғанда, барыһын да күреп, күңеле тынысланып ҡайтты Рәйсәнең.

Бер йылдан Рәшиҙә лә кейәүгә сыҡты, район үҙәгендә төпләнеп ҡалды. Яҡын булғас, Рәйсә янына ла гел генә ҡайтып йөрөнө. Ҡайтҡан һайын күстәнәстәрен дә күпләп алды. Ҡайтып инеү менән өйөн йыйыштырып, рәтләп китә ине. Рәйсә апай, тип өҙөлөп тора, әйтерһең дә бында ул ожмахта йәшәгән.

Сирҙән ҡотолоп булмай. Рәйсәнең аяҡтары бөтөнләй йөрөмәҫ булды. Яңығыҙына йәшәрлек рәте ҡалманы. Телефон аша ялбарып, Гүзәлде саҡыртып алды. Әсәһен шундай хәлдә күргән Гүзәл аптырауға ҡалды. “Ҡарттар йортона урынлаштырырға микән һине? Һорашып ҡарайым әле. Үҙ яныма ала алмайым, балаларым, ирем бар. Тағы ла һин өҫтөмә менеп ултырһаң... Юҡ, юҡ, булмай”, - тине Гүзәл хафаланып, ҡырт киҫте.

Рәйсә Гүзәлен илап оҙатып ҡалды. Ә уны Рәшиҙә үҙ эргәһенә алды. “Үҙебеҙҙә йәшәрһең, Рәйсә апай, артыҡ иркен түгел инде, һыйырбыҙ нисек тә, - тине ул Рәйсәне тынысландырып. - Бәлки, Гүзәл тора-бара икенсе төрлөрәк уйлай башлар”.

Хәҙер Рәйсә район үҙәгендә йәшәп ята. Өҫтө-башы ҡараулы, урын-ере таҙа, тамағы туҡ. Рәшиҙә нимә кәрәк, тип кенә тора. Ә Рәйсә ауылдағы өйөн һатыуға ҡуйҙы. Әҙме-күпме аҡса булыр ине, Гүзәлгә артыҡ булмаҫ ине ул аҡса, тип уйлай ине ул. Әле пенсияһын да йыйып бара. Ә Рәшиҙәнең аҡсаға бер ҡыҙығыуы булманы. Рәйсәгә киткән сығымды ла иҫәпләмәне. Рәйсәнең бар хыялы шул ине – пенсия аҡсаһын йыйып барырға. Үлеп китһә, уларҙы Гүзәлгә васыят итәсәк. Нисек ҡыуанасаҡ уның ҡыҙы көтмәгән ерҙән килгән аҡсаға?!.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: ToQmS0O5s498sDVXetAeSCraNeorImkp7lIqkjtsNx8ZSn0nVXFABVnXjrPSGOcGGUKj73qVYMspZWYDwK_gOeYB

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас