Әҙәби бит
7 Апрель 2023, 07:55

Ҡыҙ урлаған ҡоҙа

Тәнзиләләрҙең өйҙәренә килеп, бер-ике һыҙғырыуға, йорт ҡапҡаһынан аяғына кәлүш, өҫтөнә бишмәт эләктергән класташы күренде.–Тәнзүш, берәй сәбәп табып, марийканы сығар әле тышҡа! – Йөрәгенең дөпөлдәгәнен һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, Айраттың тауышы ҡалтырап сыҡты.–Һин нимә, класташ, ысынлап та урларға булдыңмы әллә? – Тәнзилә лә шыбырҙауға күсте.–Урлайбыҙ, класташ! Алдағы аҙнала туйға саҡырам үҙеңде!Тәнзилә йылп итеп өй ишегенән кереп юғалыуға, Айрат Рәсихҡа ымланы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

ҠЫҘ УРЛАҒАН ҠОҘА, йәки кеҫә телефондары булмаған ваҡыттағы булған хәл


Күрше ауылда йәшәгән ҡоҙаларына юҡҡа ғына килмәгәйне Айрат. Уларҙың уртансы ҡыҙҙары Тәнзилә менән бер класта уҡығайнылар. Ә хәҙер класташы Аҡсөн ауыл хужалығы техникумында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Бөгөн ул курсташ ҡыҙын алып ҡайтырға тейеш. Шуға килгәйне күҙҙәрен майландырып Айрат.

Ул килгәндә, ҡыҙҙар ҡайтҡайнылар инде. Айратты күргәс, Тәнзиләнең йөҙө балҡып китте.
–О, класташ килгән, үт әйҙә. Таныш бул, Айрат, минең менән бергә уҡыған иптәш ҡыҙым Оля.
Айрат өйгә кергәс тә шәйләгәйне инде ҡунаҡ ҡыҙын. Бәләкәйерәк буйлы, тумалаҡ ҡына, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле сибәркәй икән.
Атайыңдар ҡайҙа? - тигән булды Айрат. Үҙе күҙҙәре менән ҡараҡайға ҡаҙалғайны.
–Күҙҙәрең ояларынан атылып сыға бит, нимә шул тиклем тишәһең? Марий ҡыҙҙарын тәүгә күреүеңме әллә? – Ҡараҡай үҙенә күрә түгел икән әле, әсе телле.
Быға тиклем теле телгә йоҡмаған Айрат баҙап ҡалды.
–Тәнзилә, ә һин беҙҙең ауыл егеттәре бөркөт кеүек, ти инең. – Оля әхирәтенә өндәште.
–Класташ бер күреүҙә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы шикелле һиңә, Оленька. – Тәнзилә боролоп, Айратҡа күҙ ҡыҫты. – Бик намыҫына тейһәң, урлап та алып китер әле үҙеңде, ышан уға.
–Булдырабыҙ уны, – тигән булды егет бүртенеп.
–Әллә, бер ҙә ышанмайым. – Оля янған утҡа кәрәсин һипте.
–Урлайым, алдағы аҙнала уҡ урлайым! – Айрат сәмләнеп үк китте. Ишектән сығып барғанда Тәнзиләнең ҡолағына шыбырҙаны. – Киләһе ялда алып ҡайт әле был марийкаңды.
Шәмбе көнө иртәндән башланған буран, төнгә тиклем олоно ла ҡуйҙы. Шулай ҙа, әйткән һүҙ – атҡан уҡ! Айрат, ауыл мәсетенең имамы булып йөрөгән Нәсих бабаһын күндереп, уның ажғырып торған айғырын әҙерләп ҡуйҙы. Аты шәп бабаһының, самый ҡыҙҙар урлау өсөн генә: төҫ-башы ла килешле, ярһыулығы ла саманан ашҡан. Торғаны әкиәт батырҙарының дөлдөлө инде.
Тәнзилә класташы почтальон Хәлисә апай аша сәләм күндергәйне – ҡайтҡандар! Айрат, күҙ бәйләнгәс, атын күрше ауылға ыңғайлатты. Ҡыҙ тиклем ҡыҙ урлау тауыҡ һарайынан күкәй урлау түгел, күсер булып барырға Нәсих бабаһының көҙ генә армиянан ҡайтҡан улы Рәсихты күндергәйне Айрат.
Санаға йәйҙе хәтерләтеп торған хуш еҫле бесән дә һалып алдылар егеттәр, уның өҫтөнә ҡалын толоп ырғыттылар. Рәсих үҙенең гармунын да эләктереп алды. Ҡараҡайҙы йәтешләп толопҡа төрнәп, бесән аҫтына тыҡҡас, гармун уйнап ҡайтып керәләр ауылға, йәнәһе.
Тәнзиләләрҙең өйҙәренә килеп, бер-ике һыҙғырыуға, йорт ҡапҡаһынан аяғына кәлүш, өҫтөнә бишмәт эләктергән класташы күренде.
–Тәнзүш, берәй сәбәп табып, марийканы сығар әле тышҡа! – Йөрәгенең дөпөлдәгәнен һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, Айраттың тауышы ҡалтырап сыҡты.
–Һин нимә, класташ, ысынлап та урларға булдыңмы әллә? – Тәнзилә лә шыбырҙауға күсте.
–Урлайбыҙ, класташ! Алдағы аҙнала туйға саҡырам үҙеңде!
Тәнзилә йылп итеп өй ишегенән кереп юғалыуға, Айрат Рәсихҡа ымланы.
–Әҙерлә толопто! Мәтри, ныҡ ура, еңгәңдең байлыҡтарына ел өрөп ҡуймаһын!
Ул арала ҡапҡанан Тәнзилә кеүек аяғына кәлүш кейгән, өҫтөнә бишмәт һалған Оля пәйҙә булды.
–Ә-ә, килдеңме ни, кейәү егете... – Артыҡ һүҙ әйтергә бирмәнеләр ҡунаҡ ҡыҙына, башына ҡапҡа артында торған Рәсихтың толобо ҡапланды.
Егеттәр ҡыҙҙы тиҙ генә урап-сырмап, санаға ырғытыуҙары булды, бығаса үҙен тыныс ҡына тотҡан айғыр, тояҡтары менән боҙҙан осҡон сәсрәтеп бер кешеннәне лә, күҙҙәре аларып, йәйәнән ысҡынған уҡ кеүек осоп сыҡты ла китте. Артынан буран ғына уйнап ҡалды.
–Тот, Раси-и-х, тот атты!
–Йүге-е-ер, нимә ҡарап ҡаттың, йүг-е-ер...
Егеттәр күпме генә сапһалар ҙа, дөлдөл буран араһына инеп юғалғайны инде.
–Өләсәйеңде генә үбәйем икән. Берәй ерҙә ҡолап ҡалып, туңып ятмаһа ярар ине был марий ҡыҙы. – Йүгереүҙән тыны ҡыҫылған Расих, сабылған үлән кеүек ҡарға ауҙы. – Үәт, малай, мынау атайымдың атын әйтәм, тик кенә торһа булмаймы.
–Һин эште боҙҙоң, ул толопто инәңдең башына ялпылдатып ырғытаһыңмы ни? Ипләберәк һалыр инең. – Айрат ғәйепте Рәсихҡа ауҙарырға тырышты.
–Мына хәҙер тәпәй турат һыпыртабыҙ инде ауылға. Атла, кейәү! – Рәсих Айратты кәзекләне.
–Тәңгәл тартайыҡ, Рәсих брат. Шулай биш-алты саҡрым ғына. Ат та шулай һыпыртҡандыр. Ул белә ҡыҫҡа юлды.
Буранды йыртып, атлай торғас, егеттәр юлда аунап ятҡан гармунға юлыҡтылар. Тимәк, дөрөҫ баралар. Тик марий ҡыҙы ғына күренмәй. Ай әттә икән, һыпырылып төшөп ҡалып, туңып ятмаһа ғына ярар ине. Үҙе лә инде. Бер һыҙғырыуға өтәләнеп сығып килгән ҡыҙ ҡыҙ буламы?

Ауылға еткәс, егеттәр һүҙ ҡуйышты: Рәсих үҙҙәренә, Айрат үҙҙәренә ҡайта.
–Марийка беҙҙә булһа, килеп алырмын, – тигән булды Айрат. – Нәсих бабайға өндәшә тор, иртән никах уҡытырбыҙ.
Ҡыҙҙың үҙҙәрендә булмағанын күргәс, йөрәген тотоп Рәсихтарға йүгерҙе.
Их, эште уйҙыҡ былай булғас, туңып ҡына ята инде был марийка берәй ерҙә.

–Ә-ә, улым, килдеңме? – тип, һыуәйҙәләп ҡаршы алды Айратты Рәсихтың әсәһе Гөлйөҙөм ҡарсыҡ. – Әйҙә, түрҙән уҙ. Ана Рәсих улыбыҙ ҡыуандырҙы әле беҙҙе. Киленле итте, собханалла! Нәсих бабайың, шартына килтереп, никах та уҡып ҡуйҙы.
Ул арала төпкө бүлмәнән күҙ төбө ҡара янып сыҡҡан Рәсих үҙе лә күренде.
– Атайымдың туй бүләге, – тигән булды ул ғәйепле тауыш менән, күгәргән күҙен ыуалап.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:2293 
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас