Әҙәби бит
7 Апрель 2023, 07:00

Ашыҡма

Әйҙә, бабай, сәй эсәйек әле, Бал-ҡаймағын ҡуйып ҡаршыға, Ҡабаланмай, эҫе сәйҙе өрөп -  Һуңға ҡалған поезд ашыға. Етеш әле, ана, табикмәктән, Ҡаҙ ҡанаты менән майланым...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

АШЫҠМА

Әйҙә, бабай, сәй эсәйек әле,
Бал-ҡаймағын ҡуйып ҡаршыға,
Ҡабаланмай, эҫе сәйҙе өрөп —
Һуңға ҡалған поезд ашыға.

Етеш әле, ана, тәбикмәктән,
Ҡаҙ ҡанаты менән майланым.
Сәйлүн сәйе бигрәк ҡаты сыға,
Емешен һал, лимон ҡалманы.

Ашыҡмале, тағы бер яһайым,
Һөйләр һүҙҙәрем дә тау хәтле.
Өф-өф итеп өрөп эсәйексе,
Әкрен генә, тойоп сихәтен.

Юҡ ваҡытым, тимә, ҡабаланма,
Ашыҡҡандар бешә ашына.
Үрел әле, әнә, хәлүәһенә,
Ҡалағыңды һалдым ҡаршыңа.

Ашығырға юҡ бит һис бер сәбәп,
Арттан ҡыумай бер ней, бер кем дә.
Сөкөрҙәшеп сәй эсәйек әле,
Рәхмәт әйтеп тыуған һәр көнгә.

Ашыҡ-бошоҡ үтте ярты ғүмер,
Һиҙмәнек тә: үҫкән балалар...
Бураҙналар йөҙҙө йырғылаған,
Сәстәребеҙ инде ап-аҡтар...

Иҫеңдәме, әле ҡасан ғына
Ултыртҡайныҡ ошо шомортто...
Бейек үҫкән, ышыҡ бирә хәҙер,
Күләгәһе ҡаплай бар йортто.

Ашыҡмале, бабай, ашыҡмале,
Инде ундай ваҡыттар үткән...
Икәүләшеп өф-өф итеп кенә
Бергәләп сәй эсер саҡ еткән...

Ирина Хәмидуллина.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас