Әҙәби бит
5 Апрель 2023, 07:55

Ике класташ

Нурислам Аллаһы Тәғәләне иң яҡын дуҫы итеп күрҙе, һәр ваҡыт эс сере менән бүлеште, әйтерһең дә Ул эргәһендә генә баҫып тора. Таһылланып китеп үҙе йорт эштәре менән булышты, өйөнөң нигеҙен нығытты, ҡапҡаларын, кәртә- ҡураһын йүнәтте. Үҙ эшенән ҡәнәғәт булыуҙан да оло шатлыҡ юҡ икән ул! Эш һағындырған, эшләп йөрөү үҙе ҙур бәхет икән, тип уйлап- уйлап алды үҙе. Эштең дә үҙ ләззәте бар бит ул! Ауылда ярҙамға мохтаждарға барып утынын ярҙы, ҡойма- ҡапҡаларын йүнәтеште. Ҡайһы берҙәре уға рәхмәт йөҙөнән аҡбашты сығарып ҡуйҙы, әммә Нурислам баш тартты. Күптәрҙе аптырашта ҡалдырып, ул эсеүенән бөтөнләй ташланы."Үәт дурәк, ғүмеремдең алтын ғына миҙгелен эсеп бер нәмә лә күрмәй үткәргәнмен икән," тип үҙ- үҙенә аптыраны...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ике класташ (хикәйә)
(1-се өлөшө)
Мәктәптә уҡығанда шуҡ малайҙар ине улар. Ҡыш булһа боҙҙа хоккей уйнап, яҙ булғас та ҡарҙан әрселгән ерҙә сәкән һуғып, йәйҙәрен колхоз эшендә йөрөгән малайҙарҙың яҙмышы төрлө юл менән китте. Үҫеп етеп, атай- әсәй ҡуйынынан айырылыу менән һәр кемеһе тормошта үҙ юлын тапты. Өйләнешеп, балаларға ғүмер биреп, һәр кемеһе эшләргә һәм йәшәргә тырышты. Әммә ир ҡорона инеп, гөрләтеп йәшәй торған саҡтарындв, күптәренең юлын эскелек быуҙы, әзмәүерҙәй класташтары береһенән- бере күреп, үҙ- үҙҙәренә ҡул һалып, яҡты донъя менән иртә хушлашты. Бары икәүһе генә ҡалды: Нурислам менән Фатхи. Икеһе лә таһылланып колхоз эшендә эшләне, бергәләшеп хәмер эскән саҡтары ла күп булды, был йәһәттән улар бер- береһен хуплап ҡына торҙо. Әммә класташтарының бер- бер артлы үҙ- үҙҙәренә ҡул һалыуҙары бер көндө Нурисламды айнытып ебәрҙе. Ул теҙләнеп Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итте: "Раббым, ташлама мине ярҙамыңдан, ташлама, ярҙам ит! - тине ике ҡулын күккә һуҙып. —Ялбарып һорайым, мине хаҡ юлға баҫтыр! Ҡушҡандарыңды үтәргә, тыйғандарыңдан тыйылырға ярҙам ит!" Уның ялбарыуын Аллаһы Тәғәлә ҡапыл ғына ишетмәнеме, Нурислам бер - ике тапҡыр тағы ысҡынып алды. Ул тағы Аллаһы Тәғәләгә һыйынып, ярҙам һораны. Аллаһы Тәғәлә уның ялбарыуҙарын ишетмәне түгел, ишетте, әммә ялбарыусының теләге ихласмы, түгелме икәнлеген һынап ҡарарға булды. Нурислам тәкмәсләй - тәкмәсләй ялбарыуҙарын дауам итте итте. Тыйылғандан тыйылырға көс тапмаһа ла, ялбарыуын туҡтатманы. Әммә бер көндө ул эргә- тирәләгеләрҙе ныҡ аптыратып, тәмәке тартыуҙан баш тартты. Быны иң тәүҙә Фәтхи күреп, шундуҡ эләктереп алды: "Һыыы, булмай ул һинән, аҙапланма ла! Бына күрербеҙ, иртәгә үк минән тартырға һораясаҡһың!"- тине. Әммә яңылышты. Нурислам уға тәмәке һорап килмәне. Йәне ҡылдай өҙөлөп китер хәлгә етһә лә, сыҙаны. Ошо сыҙау уны кеше итте лә! Сыҙамлыҡтың тәмен тойоп алды! Үҙен шаҡ ҡатырғаны шул булды: шул тиклем йәне теләгән нәмәнән баш тартыуҙа оло ләззәт тапты, ошо арҡала ул нәфсеһен ауыҙлыҡлай алды. Күҙҙәре асылып, зиһене яҡтырып киткәндәй булды. Бынағайыш... Шулай ҙа була икән, тип аптыраны ул. Нимәнелер йәнең ныыыҡ теләй, әммә һин шуны үтәүҙән баш тартаһың! Көсө етте бит! Нур үҙенең ҡылығына шаңҡып йөрөнө. Тимәк, мин эсеүҙе лә ташлай алам! Бер көндө ҡуйынына аҡбашты ҡыҫтырып, Фәтхи килде. "Юююҡ, мин ташланым!" - тине ул класташына. "Аһ, аһ, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Ҡуйсәле, булмаҫты һөйләмә! Мә, тот берҙе!" Нисек кенә ҡулы рюмкаға үрелһә лә, Нур һүҙендә ныҡ торҙо. "Юҡ, булмай, мин Аллаһы Тәғәләгә һүҙ бирҙем!" — "Ҡайҙа ул һинең Аллаһы Тәғәләң? Етем үҫтең, күпме аслыҡты, мохтажлыҡты кисерҙең, ҡайҙа булды шул саҡта һинең Аллаң?" тип ныҡышты Фәтхи. " Булмаған ул саҡта минең Аллам, ә бөгөн бар!" Фәтхи рюмканы уның танауына яҡын терәгәйне, Нурислам еҫенә һушын йуя яҙып, һеләгәйе ағып китте. Ҡапыл эскеһе килеп, үҙе лә һиҙмәҫтән, рюмкаға урелде. Фәтхиҙең күҙҙәре шатлыҡтан йылтыраны. Нурислам рюмканы күтәрҙе лә, залпом эсеп ебәрергә иткәйне генә, ҡапыл туҡтап, күҙҙәрен ҡаршыһында торған Фәтхигә күсерҙе. Ни күрә! Ҡаршыһында Фәтхи түгел, Ен баҫып тора ине! Нурислам ҡулындағы рюмканы атып бәрҙе лә, ниндәй көс, ниндәй ҡөҙрәт ярҙам итте уға был минутта, пыран- заран килтереп, Фәтхиҙе өйөнән ҡыуып сығарҙы.

Класташтарының күбеһе үҙ- үҙенә ҡул һалып, яҡты донъя менән иртә хүшлашты. Нурислам менән Фәтхи ғына тереклек итте, бынан ары һәр кемеһе үҙенсә йәшәне. Нурислам үҙ һүҙендә ҡаты торҙо, башҡаса ул Фәтхиҙе тупһаһына ла баҫтырманы. Эсеүен ташлай алғаны өсөн ул теҙләнеп иртәле- кисле ятҡан һайын, торған һайын Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтен әйтте. "Аллаһы Тәғәләм, һин генә мине ярҙамыңдан ташлама, мин тырышам, үҙең күрәһең. Бына, эсеүемде лә ташланым, бының өсөн мин тик һиңә генә рәхмәтлемен. Хәҙер ҡатынымды, балаларымды кире ҡайтарып алырға теләйем, ярҙам ит миңә, бары тик һиңә генә мөрәжәғәт итәм, бары тик һин генә миңә ярҙам итә алаһың!"
Эйе, Аллаға ул ныҡ йәбеште, ысҡындырманы, һораны, ялбарҙы. Ә Аллаһы Тәғәлә һәр беребёҙгә: "Һора! Һорағандарға мин ярҙамымды бирәм, тик һора ғына!" ти. Нурислам Аллаһы Тәғәләне иң яҡын дуҫы итеп күрҙе, һәр ваҡыт эс сере менән бүлеште, әйтерһең дә Ул эргәһендә генә баҫып тора. Таһылланып китеп үҙе йорт эштәре менән булышты, өйөнөң нигеҙен нығытты, ҡапҡаларын, кәртә- ҡураһын йүнәтте. Үҙ эшенән ҡәнәғәт булыуҙан да оло шатлыҡ юҡ икән ул! Эш һағындырған, эшләп йөрөү үҙе ҙур бәхет икән, тип уйлап- уйлап алды үҙе. Эштең дә үҙ ләззәте бар бит ул! Ауылда ярҙамға мохтаждарға барып утынын ярҙы, ҡойма- ҡапҡаларын йүнәтеште. Ҡайһы берҙәре уға рәхмәт йөҙөнән аҡбашты сығарып ҡуйҙы, әммә Нурислам баш тартты. Күптәрҙе аптырашта ҡалдырып, ул эсеүенән бөтөнләй ташланы.
"Үәт дурәк, ғүмеремдең алтын ғына миҙгелен эсеп бер нәмә лә күрмәй үткәргәнмен икән," тип үҙ- үҙенә аптыраны.
Ә шулай ҙа уның күңелендә оло көрәш барҙы. Аллаһы Тәғәлә ҡайҙа икән ул, бармы икән, булһа ҡайҙа? Йә, ярай, әммә һин миңә шундай ярҙам иттең, ҙур рәхмәт һиңә!— тигәйне,, үҙе лә һиҙмәҫтән күҙҙәре йәшләнде. Сөнки ул үҙе генә белә бының ни тиклем ауыр, хатта таш аҡтарыуҙан да ауырыраҡ булғанын. Әммә көсө етте, шуға шатлыҡ йәштәре бәреп сыҡты күҙҙәренә. Аллаһы Тәғәләгә ихлас табынғанда ғына теләктәр ҡабул булғанын ул аңлай, иң мөһиме - Аллаһы Тәғәлә уны ишетәәә...
Үҙен бәхет тауына үрләтеүсе тураһында күберәк белергә теләү ниәте бер көн уны мәсеткә алып килде. Тупһанан башын тығыуы булды, ҡаршыһына ике ҡулын һуҙып мәсеттең имам- хатибы килеп сыҡты. "Әйҙә, ҡустым, түрҙән уҙ, күптәәән көтә инем мин һине..." тип хәҙрәт ике ҡуллап уның менән күреште. Ошо көндән башлап Нурислам мәсет юлын тапаны, буш ваҡыты булыу менән, мәсеткә йөрөнө.
Фәтхи иһә класташына үс тотоп йәшәне: "Ана, әллә кем булып китте хәҙер! Минең менән бергә эсеп йөрөгән алкаш бит ул! Хәҙер ана, мине һанға ла һуҡмаған була! Кәрәк саҡта минең тупһамдан төшмәне, баш төҙәтергә кәрәк булһа — мин, тәмәкеһе бөтһә— мин! Ярай, ҡарап ҡарарбыҙ, йөрөй бирһен әле!" тип һуҡранды ул. Фәтхи япа- яңғыҙы ҡалды, үҙен етемһерәп ҡалғандай тойҙо, әммә баш бирергә теләмәне. Эсеүен дауам итте, урам буйлап хәйерсе кеүек һептәннәп йөрөнө, һәр бер йорт һайын йөрөп тәмәкелек, баш төҙәтерлек аҡса һораны. Юлда осраған һәр бер кешегә үҙе: "Мин эсмәйем бит ул, бына биллаһи- валлаһи, тип әйтәм — һуңғыһы! Бына күрерһегеҙ, эсеүемде ташлайым!"
Бер көндө Нурислам мәсеткә тип сыҡҡайны, урамда Фәтхиҙе осратты. Ауыл урамынан сабып килгән эт кеүек күренде ул күҙенә. Башын сайҡап, күҙҙәрен ыуҙы. Күҙҙәрен асып ҡараһа, ни күрә, эт тештәрен ыржайтып, бына- бына Нурға ташланырға итте. Нур йәһәт кенә белгән доғаларын уҡыны. Тағы, тағы уҡыны, ниһайәт, эт ырылдап, ситкә тайпылды...
Ошо хәлдән һуң Нурислам Аллаһы Тәғәләгә тағы ла нығыраҡ һыйынды, белмәгән доғаларын ятланы. Уның дингә мөкиббән китеп ылығыуын мәсеттең имам- хатибы ла хупланы. "Ҡустым, ҡайһылай һәйбәт булды әле һинең янымда булыуың. Ирҙәр ҡулы ныҡ кәрәк ине, мәсеттең иҙәнен ҡуптарып, яңыртырға кәрәк. Ҡышҡыһын намаҙ уҡығанда ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ өшөмәһен тийеүем. Әллә ошо изге эшкә тотонайыҡмы? Ауылдаштар ҙа ярҙам итер, бәлки? Ни әйтерһең" Имам-хатиптың был һүҙҙарен Нур ҡыуанып ҡабул итте. Кемгәлер кәрәк булыу... Үҙенең кәрәк булыуы, кемгәлер уның ярҙам итә алыуы күңелен күтәреп ебәрҙе. "Кәрәк булыу, кемгәлер кәрәк булыу..." тигән фекер күңеленә инеп ояланы, эстән йылытты, ошо нур уның юлын яҡтыртты. Был нур уның йөҙөнә лә сыҡты, йәшәүенә йәм өҫтәне, мәғәнә бирҙе. Тик бына ҡатынын барып алырға көс тә, батырлыҡ та тапманы.
Бер көндө мәсеткә килгәйне, имам- хатип уға тағы һуҙ ҡушты: "Ней бит әле, ҡустым, һине мин арыуыктан бирле күҙәтеп киләм, яңғыҙ йөрөйһөң. Ир кешегә яңғыҙ йөрөү һис килешмәй! Әллә, мәйтәм, ҡатынынды барып алып ҡайтайыҡмы?"
Был йәһәттән имам- хатип Нурисламдың ҡатыны тураһында мәғлүмәт йыйып өлгөргәйне инде. Тегеһенең дә кире ҡайтырға теләге булыуын ишетте. Хәҙер иһә Нурисламдың фекерен ишетергә генә ҡалды. "Әллә инде, Замир хәҙрәт... Ул кире ҡайтырға риза булыр микән?"
Шулай итеп, уның яҙмышына битараф булмаған кешеләр арҡаһында, Нурислам ғаиләһе менән ҡауышты. Балаларының көн һайын "Атай ҙа атай!" тип өҙөлөп тороуҙары уны бәхеттең иң үренә мендерҙе. Ошонан һуң Нурислам Аллаһы Тәғәләнең барлығына, унан башҡа һис бер зат юҡ икәнлегенә тамам ышанды. Илаһыбыҙ хаҡында күберәк белергә, ғилемен арттырырға теләп ул Ислам дине буйынса ситтән тороп уҡырға инде, һәм үҙенең бик ҙур теләге менән айҡап- сайҡап сыҡҡыһыҙ оло ғилем донъяһына инеп сумды.


Тәнзилә Кейекбаева, Өфө.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 468075_79

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас