Ишек асылды ла, унан ҡурсаҡтай биҙәнгән ҡыҙҙың башы күренде. Ул стена буйлап теҙеп ҡуйылған ултырғыстарҙа ултырған ҡатындарға ҡарап:
– Кәримова! – тине.
Әҡлимә үҙ фамилияһын ишетеү менән һиртмә һикерткәндәй урынынан торҙо. Былай ҙа ҙур ҡара күҙҙәре тағы ла ҙурайыбыраҡ киткәндәй булды, йөҙө ағарына төштө, һәм шул көйө секретарь ҡыҙҙың башы кереп юғалған ишеккә табан атланы – алғы бүлмәне үтеп, ҡара күн менән көпләнгән ишекте асып, тикшереүсе янына, йылтыр өҫтәл артында ултырыусы һары погонлы милиция офицеры ҡаршыһына барып баҫты. Офицер Әҡлимәгә күҙ ташлап ҡына алды ла ниндәйҙер ҡағыҙҙы уҡыуында булды. Әҡлимәгә башын күтәрмәй генә, ишаралап ултырырға ҡушты. Уның ишараһына Әҡлимә:
– Ярар, рәхмәт, баҫып ҡына торормон, – тине. Тикшереүсе, уҡыуынан айырылып, Әҡлимәгә күтәрелеп ҡараны һәм уның аяҡтарына текәлде. Ихтыярһыҙ Әҡлимә лә аяҡтарына ҡараны. Бәрәс, яланаяҡ икән дә баһа.
– Нишләп улай яланаяҡ көйө керҙегеҙ? – тине тикшереүсе, үҙенең ирендәре ситенә йылмайыу йәшеренгәне күренеп тора.
– Коридорҙа ултырғанда һалып торғайным, кейергә онотҡанмын, – тине Әҡлимә аҡланып.
– Барығыҙ, аяғығыҙға кейеп керегеҙ, – тине тикшереүсе.
Әҡлимә килеп сығыуға көтөп ҡалған ике ҡатын да урындарынан һикереп торҙолар һәм икеһе бер юлы тиерлек:
– Нимә һорай? Ни ти? – тип Әҡлимәгә ташландылар. Әҡлимә “Ҡуйығыҙ әле!” тигәндәй ҡулын ғына һелтәне лә иҙәндә аунап ятҡан туфлиҙәрен кейеп, киренән кереп китте. Ҡатындар аптырашып урындарына ултырҙылар. Ҡалын күкрәкле, ҡыҫҡа аяҡлыһы “И Аллам!” – тип көрһөндө. Икенсе ҡатын – уның киреһе – зифа буйлы, ҙур зәңгәр күҙле. Йыуан ҡатын көрһөнөп “И Алла!” тигәндә, ул да “Ой Господи” тип ҡуя.
Яңынан кергәндә тикшереүсе һаман уҡый ине әле. Офицер ярайһы уҡ йәш кенә, погондарында бер нисә бәләкәй генә йондоҙ бар. Ул ҡара бөҙрә сәстәрен әленән-әле башын ҡағып, йөҙөнән артҡа ташлай. Был хәрәкәте үҙенә шул хәтлем килешә, Әҡлимә, берауыҡ үҙен, аяныслы хәлен онотоп, ҡатын-ҡыҙҙарса уның матурлығына һоҡланды. Әммә был бер бик ҡыҫҡа мәл генә ине, шунда уҡ күңелен шәхсән үҙ хәле биләне.
– Ултырығыҙ, ултырығыҙ, – тине тикшереүсе Әҡлимәгә ҡарамай ғына.
Әҡлимә ултырҙы һәм ихтыярһыҙ үҙенең бөгөнгө хәйерһеҙ көнө тураһында уйлана башланы. Бөтәһе лә шул Рәхиләнең арланы Мәғрүф-Мишканан башланды инде. Ул бөхтә кейенеп ала ла ит комбинатына, улар янына, кергеләп йөрөй; бында эшләгән ҡатындар араһында үҙ кешегә әйләнеп бөткән. Рәхилә инде уны маҡтап бөтөрә алмай. “Уның ҡалала белмәгән начальнигы юҡ, милиция начальнигы менән дә аралары һин дә мин”, – ти.
Бөгөн дә шул килгәйне.
– Ҡыҙҙар, мин барҙа ҡурҡмағыҙ, итте мул алығыҙ, ҡарауылда минең дуҫтар тора...
Асыҡ ауыҙҙар! Йә инде, башһыҙҙар, шул шылғаяҡтың һүҙенә ышандылар бит.
Улай бик шәп кеше булһа, Рәхиләнән тегендә-бында ҡыҫтыртып, ит урлап ташытамы ни?! Үҙҙәре бит нисек рәхәт кенә сыға торғайнылар. Ҡарауыл башлығына тейешле аҡсаһын йыйып бирәләр ҙә, ул кемде кәрәк майлай, ҡапҡанан мажараһыҙ ғына сыға ла китә торғайнылар. Шул шылғаяҡҡа ышанып сығабыҙ, тип ОМОН-сыларға килделәр ҙә ҡаптылар. Мәғрүф ОМОН-сылар менән һөйләшә башлағайны, иҫерекһең тип, үҙен айнытҡысҡа алып киттеләр.
Көрәген, ломын күтәреп, кувалда менән сөйҙәрҙе ҡаға-ҡаға, шул тимер юл ремонтында ғына йөрөһә, моғайын, был көнгә ҡалмаған булыр ине.
... Иҫенә бала сағындағы бер хәтирә төштө. Бергә уйнап йөрөгән күрше ҡыҙы Гөлшаттың ҡурсағын – һыңар ҡуллы йөнтәҫ айыуын урамдан табып алып кергәйне, әсәһе, ҡурсаҡты күреп:
– Был, балам, Гөлшаттың ҡурсағы бит, бар, үҙенә илтеп бир, – тигәс, Әҡлимә:
– Мин уны урамдан таптым, хәҙер минеке лә ул, – тип ҡаршылашҡайны. Әсәһе:
– И, балам, Гөлшат ҡурсағын таба алмай илап йөрөйҙөр инде, – тине, үҙе иламһыраған булды. Әҡлимә шунда уҡ Гөлшатты бик йәлләне.
– Әсәй, мин хәҙер уның ҡурсағын илтеп бирәм, – тип Гөлшаттарға тороп йүгергәйне. Гөлшат ҡурсағын күреп ысынлап та бик шатланды ул саҡ. Бала сағындағы шул бер хәлдән башҡа Әҡлимәнең кеше әйберенә тейеү түгел, табып үҙләштергәне лә хәтерендә юҡ. Ә бына бөгөн... милиция тикшереүсеһе алдында...
* * *
Бер көндө элек тимер юлда бергә эшләгән Асия осраны. Ике йыл күҙгә салынғаны юҡ ине. Күрһәң, шпал һөйрәп йөрөгән Асия тимәҫһең. Алтын элмәгән ере ҡалмаған. Ҡулының һәр бармағында тиерлек тараҡан ҙурлыҡ ҡашлы йөҙөктәр, ул кейгән кейеменең затлылығы! Тик үҙе генә әҙәм ҡарағыһыҙ булып арҡырыға йәйелгән. Әҡлимәне килеп ҡосаҡлап уҡ алды ла:
– Бер ҙә генә лә үҙгәрмәгәнһең, нисек һаман шулай матур тораһың? – тине был.
– Ҡайҙа, ти, ҡороғор, шпалдар алмаштырып йөрөйбөҙ.
– Ниңә бүтән эшкә күсмәйһең һуң? Квартира алғанһың, тип ишеткәйнем.
– Эйе, барактарҙы емереп, урынына яңы йорттар һалалар. Беҙгә квартира бирҙеләр. Уныһына ҡыуанып бөтә алмайым.
– Шулай булғас! Элек, ярай, квартира тип йөрөгәнһең. Хәҙер кит һин шунан, йөрөмә бушҡа.
– Китеп тә ҡайҙа бараһың инде. Йүнле генә эшкә урынлашырға ни таныш-белеш юҡ, ни арыу ғына һөнәр юҡ. Беҙҙең кеүек ауылдан килгәндәргә ҡайҙа барһаң да шул ат эше инде.
– Беҙҙә лә ат эше генә түгел, эт эшелер әле. Тик килеме икенсе, – тине Асия.
– Шулай һәйбәт түләйҙәрме? – тине Әҡлимә. Асия ҡапыл ғына яуап бирмәне. Башта серле генә итеп йылмайҙы, унан һуң ғына:
– Үҙеңдән тора... беҙҙә... – тине серле генә.
Әҡлимә бер ни аңламаны, уға ҡарап ҡатып ҡалды. Асия, аптырағас, һүҙенә асыҡлыҡ бирҙе:
– Һин дә торған булаһың! Юҡһа, ит комбинатында нисек итеп аҡса яһағандарын ишеткәнең юҡтыр инде, – тине ул, мут йылмайып.
– Урлайһығыҙмы? – Әҡлимә “урлайһығыҙмы” һүҙен бышылдап әйтте.
– Ниндәй урлау булһын, ти? Кеше ала, беҙ ҙә алабыҙ. Улар түләгән эш хаҡына ышанып йөрөһәң, ауыҙыңды сөйгә элерһең. Зарплатаны йыуырға ла етмәй ул, – тип шарҡылдап көлдө Асия. – Эй, ҡара әле, минең бит унда цех начальнигы әшнә. Теләһәң... һине лә үҙебеҙгә эшкә урынлаштыра алам.
– Юҡ, юҡ, мин унда эшләй алмаясаҡмын. Унда бик сая ҡатындар эшләй. Йыш эсәләр ҙә, ти.
– И, һин дә һөйләп тораһың. Тимер юлда эсмәйҙәрме? Һәр береһенең тыуған көнө бар, үҙе тыумаһа, йә улы, йә ҡыҙы тыуған... барыһы ла “йыуыла” инде. Бында, иркенерәк йәшәгәс, улай бик тартынып тормайбыҙ, эсмәгән кешенең ауыҙына берәү ҙә көсләп һалмай. Тик шуныһы: кешенән айырылып йәшәп булмай.
– Уныһы шулай. Әллә инде, әллә. Бушҡа ватылып йөрөү ҙә ялҡытты, – тине Әҡлимә.
– Баш ҡатырма юҡҡа. Берәй көн кил дә сыҡ минең янға. Цех начальнигына үҙем әйтермен. – Асия үҙен нисек табырға икәнен өйрәтеп китте.
* * *
Комбинатҡа яҡынлашыу менән Әҡлимә танауын ҡыҫып, кире боролоп китерҙәй булды. Шулай ҙа кире боролманы, барҙы. Асияны стеналары боҙға ҡатып бөткән бер келәт эсендә тапты. Аяҡ аҫты боҙ ғына, абайламай баҫһаң, тайып барып та төшөрһөң. Өҫтәренә еүешләнеп бөткән һырма, аяҡтарына оло резина итектәр кейгән ҡатындар шаҡмаҡлап туңдырылған мал эсәктәрен бәләкәй тимер арбаға һалып, әллә ҡайҙан шалдыр-шолдор һөйрәп алып киләләр ҙә ошо боҙло бүлмәнең түбәһенә еткәнсе тигеҙләп өйөп ҡуялар. Уларҙың эшен танауы әллә эсеүҙән, әллә һыуыҡтан ҡыҙарып бөткән бер ир ҡарап, күҙәтеп тора. Ҡатындар бер шаҡмаҡты яңылыштан ҡулдарынан төшөрөп ебәргәйне, быларҙы бик әшәке әрләп ташланы. Ҡатындар, күрәһең, бындай мөғәләмәгә күнегеп бөткәндер, ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәнеләр.
Асия Әҡлимәне шул ир янына алып барҙы.
– Бына, Әхмәт Садиҡович, теге... мин әйткән ҡатын, – тине. Әхмәт Садиҡович тона башлаған иҫерек ҡарашы менән Әҡлимәне баштан-аяҡ һәрмәләй башланы. Һәм, күрәһең, күҙәтеүенән ҡәнәғәт:
– Ҡайҙа ғаризаң? – тип Әҡлимәгә ҡулын һуҙҙы.
– Мин әле ғариза яҙманым, – тине Әҡлимә. Уның өсөн Асия яуап бирҙе:
– Төшкө ашҡа туҡтайбыҙ ҙа шунда яҙырбыҙ, – тине.
Ҡатындар иң һуңғы шаҡмаҡты иң өҫкә тиргәнә-һүгенә ырғыттылар ҙа бытовкаларына – төшкө ашҡа киттеләр.
Ә бында ҡатындарҙың береһе оло кәстрүлде тултырып ит бешергән. Ҡатындар оло өҫтәлде тирәләп теҙелешеп ултырышты. Ҡыҫтай-ҡыҫтай, Әҡлимәне лә ултырттылар. Эшләп арыған ҡатындар асыҡҡан, өндәшмәй-тынмай дәррәү ашарға тотондолар. Аш бешереүсе өҫтәл аҫтынан бер шешә сығарҙы, стаканға яртылаш араҡы ҡойоп бирә башланы. Ҡатындар араҡыны йөҙҙәрен дә һытмай эсеп ебәрәләр һәм ашауҙарын дауам итәләр. Теге стакан сират буйынса Әҡлимәгә лә килеп етте.
– Юҡ-юҡ, ҡыҙҙар, булмай! – тине ул, араҡы һуҙған ҡулды этәреп.
Йөҙөнә ҡором һеңгәндәй ҡарайып бөткән киң битле ҡатын:
– Йә, ҡыланма. Сытлыҡланыу ирҙәр ҡосағында ғына килешә ул. Бында килеп беҙ эшләгән эштә эшләй башлаһаң, араҡыһыҙ бер аҙнала аяғыңды һуҙырһың. Әйҙә, күнегә тор. – Әҡлимә шулай ҙа эсмәне һәм уға бүтән “эс” тип әйтеүсе булманы.
Әҡлимә бынан киткәндә ”килмәм” тип уйлағайны ла, бер аҙ уйлап йөрөгәндән һуң бындағы эш уға еңелерәк кеүек тойолдо. Теге Әхмәт Садиҡович та ғәҙәте буйынса ғына һүгенә икән. Ул эшкә килеп бер сәғәт тә үтмәй, һалмыш булып ала ла аяҡ араһында буталып тик йөрөй. Ваҡыт- ваҡыт:
– Ҡарағыҙ уны, түшкәне боҙмағыҙ! – тип ҡатындарҙы киҫәтә.
Ҡатындар ул киҫәткән һайын:
– Што һеҙ, Әхмәт Садиҡович, боҙа булабыҙмы һуң инде! – тиешәләр. Ул айный төшһә, шунда уҡ ярты стакан һалып бирәләр. Смена аҙағына аяғында баҫып тора алмай, күберәге кабинетына кереп, өҫтәлгә башын һалып йоҡлай был
Бына шунан һуң ҡайтырға әҙерләнеү башлана. Ялтлап торған үткер бысаҡ килеп сыға. Һыйыр түшкәһен дә аҫма юл менән дөбөрҙәтеп килтереп еткерәләр һәм, уның һум итен телгеләп, билдәренә бик оҫта йәшереп бәйләп ҡуялар. Кейенеп алғас (биш-алты кило ит йәшерелеүгә ҡарамаҫтан), ҡатындарҙың кәүҙәһе әллә ни үҙгәрмәй ҙә.
... Әҡлимә беренсе көн ҡатындарҙың был ҡыланышына аптырап торҙо.
– Ә һин нимә ауыҙың менән себен тотоп тораһың? – тине теге көн эсергә ҡыҫтаған Сәғирә исемле ҡатынҡай.
– Юҡ-юҡ, минән булмай, – тине Әҡлимә.
– Мә, бынауҙы сумкаңа һал, – тип Сәғиҙә Әҡлимәнең сумкаһына бер киҫәк ит һала.
– Ҡурҡма, һылыу, ҡарауылда – үҙебеҙҙең кеше, ул “майланған”. Бына урамға сыҡҡас һаҡ бул, йәме.
* * *
Бер ҡараһаң, бында күңелле генә эшләйҙәр. Аҙна һайын тиерлек байрам итеп алалар. Эштән һуң йә берәйһенең квартираһына барып, йә Стәрле буйына төшөп, йырлап-бейеп ял итәләр. Әҡлимә ул күңел асыуҙарға ҡатнаша алмай. Һуңлап ҡайтырға ҡурҡҡандан гел.
Ире: “Барып урынлашам да һеҙҙе ҡайтып алам”, – тип Төмән яҡтарына сығып киткәйне – бер йыл инде хаты ла, хәбәре лә юҡ. Хәйер, Әҡлимә уның юғалыуына бик бошонмай ҙа. Эшләмәй йөрөп, йәнен ҡыйып бөткәйне. Балалары ла, ул эсеп ҡайтып ҡоторона башлаһа, ҡурҡып, ҡалтыранып тора торғайнылар, хәҙер тын алып ҡалдылар. Балаларының береһе баҡсаға йөрөй – уны ваҡытында алырға кәрәк, олоһо уҡый башланы – дәресен әҙерләтергә кәрәк. Шуға күрә ул-был күңел асыуҙарҙа Әҡлимә ҡатнаша алмай. Шулай ҙа бер барҙы. Стәрле буйына төшөп шешлек бешерҙеләр. Машина фаралары яҡтыһында ярты төн үткәнсе йырлап-бейеп иҫерешеп алғас, мал һуйыусы ирҙәр менән парлашып, төрлөһө-төрлө яҡҡа таралышты. Ирҙәр бик бәйләнә башлағайны, Әҡлимә һиҙҙермәйсә генә ҡайтып китте.
Әкренләп Әҡлимә лә яңы мөхиткә күнде. Бүтән ҡатындар хәтлем үк булмаһа ла, ит алып ҡайта башланы. Һатырлыҡ булмаһа ла, ашарлыҡ ҡайта. Ул да файҙа: эшләгән аҡсаһы янға ҡала. Әкренләп өй кәрәк-ярағы, өҫ-башына ала башланы. Бөтәйеп киттеләр. Бер аҙҙан ит алып ҡайтыу уға урлау булып тойолмай ине инде.
Тикшереүсе һаман уҡыуын белде. Әҡлимәнең уйҙары әллә ҡайҙарға осто. Иҫенә төшөрә торғас, ҡапыл йөрәге “жыу” итеп китте, ҡурҡышынан ағарынып, ултырған еренән ҡып-ҡыҙыл булды. Тикшереүсе, уҡып ултырһа ла, Әҡлимәнең был халәтен күрмәй ҡалманы.
– Беҙ үҙегеҙҙе арыу тояһығыҙмы? – тине ул, уҡыуынан айырылып.
– Юҡ-юҡ, зыян юҡ, мин былай ғына... – тине Әҡлимә.
Былай ғына түгел шул! Мәңгелек бысраҡ булып күңеленә яғылған хәтирә иҫенә төштө. Ул Әҡлимәне ғүмеренең һуңғы көнөнә хәтле ғазаплар инде.
Бигерәк тә Әхмәт Садиҡович ныҡ уҙына. Әҙерәк ҡыҙмаса көйө йә килеп ҡосаҡлап ала, йә һәрмәргә керешә. Уға асыуланыусы юҡ, уның ҡылығынан ҡатындар шарҡылдап көләләр генә. Был ғәҙәткә кергән тәрбиәһеҙлекме, әллә ысынлап та аҙғынлыҡмы, тип Әҡлимә, әй, аптырай... үҙенә килеп тотонһа, сар-сор әрләшә.
Бер көн Асия Әхмәт Садиҡовичтың кабинетында оҙаҡлағас, ҡатындар:
– Былай булғас быларҙың борсағы бешә, – тип көлөштөләр. Асия, ысынлап та, май урлап ашаған бесәйҙәй, йылтырап килеп сыҡты...
Әҡлимә Асияны киҫәтмәксе булды:
– Кеше әллә ни уйлар, һағыраҡ ҡылан, – тине. Асия ҡапыл ҡыҙып китте лә аты-юлы менән шундай һүҙ әйтте, Әҡлимә уны беренсе күргәндәй аптырап ҡарап ҡалды.
Шул көндән һуң Асия уның менән йүнләп һөйләшмәй. Ул ғына ла түгел, рәте тура килгән һайын: “Фәрештә”, – тип мыҫҡыллай. Уға ҡарап бүтәндәр ҙә шулай ҡылана. Әҡлимә, эш эҙләргә лә бынан китергә, тип уйланы. Тик өлгөрә алмай ҡалды. Ит менән эләктерҙеләр. Әҡлимәне һәм бер нисә ҡатынды бик ентекләп тентенеләр. Керһәләр – үҙҙәренең цех начальнигы Әхмәт Садиҡович. Ҡыланыуы! Көн буйы эсеп йөрөгән бер сәрхүш тимәҫһең. Башта ике ҡатынға ла акт төҙөттө һәм:
– Милицияға саҡырғанды көтөгөҙ, – тип сығарып ебәрҙе быларҙы. – Иртәгәнән эшләмәйһегеҙ.
Унан һуң Әҡлимәгә акт төҙөлдө. Әҡлимә үрһәләнеп иланы ла иланы. Балаларын уйланы. Береһен баҡсанан алып ҡайтырға кәрәк, нишләйҙәр икән бисараҡайҙар.
– Әхмәт Садикович, бүтән бер ҡасан да алмам. Мин иртәгәнән бынан китәм. Милицияға ебәрмә мине, – тип ялынды.
– Ҡурҡма, мин һине әрәм итергә йыйынмайым. Тик, Әҡлимә һылыу, бергә эшләгәс, ул хәтле танауҙы юғары йөрөтөргә ярамай. – Ир Әҡлимәне һәрмәй башланы. Ьәм шулай мырлай-мырлай ғына һөйләп, шыңшып илаған Әҡлимәне диванға килтереп һалды...
– Бына, күк тә емерелмәне, афәт тә сыҡманы. Ә төҙөгән акт менән бына ни эшләйем? – тине, салбар ҡайышын эләктереп, һәм актты йыртты ла ташланы. – Эштән китергә кәрәкмәй, мин әле бер кемде лә әрәм иткәнем юҡ.
Әҡлимә өйөнә нисек ҡайтҡанын да белмәне. Шунда ғына ниндәй ҡот осҡос аҙым эшләгәнен бөтә йәмһеҙлеге менән күҙ алдына килтерҙе. Әхмәт Садиҡовичтың ауыҙынан килгән һарымһаҡ, тәмәке, араҡы еҫе уға мәңгегә кереп һеңде һымаҡ, ул хатта уҡшый башланы.
Юҡ, ул бысраҡты уҡшып ҡына ташлап булырҙай түгел икән шул. Икенсе көндө үк ҡатындар төртмә телдәре менән Әҡлимәне үрле-ҡырлы һикертә башланылар. Ә Сәғирә ап-асыҡ итеп:
– Шулай, йәнем, бында һин фәрештә булып ҡыланма. Бөтәбеҙ ҙә бер сыбыҡтан ҡыуылған: эшләйбеҙ икән – эшләйбеҙ, эсәбеҙ икән – эсәбеҙ, урлайбыҙ икән – урлайбыҙ. Ҡалғаны – Хоҙайҙың эше, һин уға тапшыр. Унда барғас, кемгә тамуҡҡа, кемгә йәннәткә икәнен үҙе тәғәйенләр. Ә бөгөн беҙ нисек беләбеҙ, шулай йәшәйбеҙ. Юҡ менән тормошоңдо ҡатлауландырма, уйға батып йөрөмә, эшләгәндә эшлә, һалғанда эс, – тине.
Ул көндө Әҡлимә иҫереп ҡайтты. Ҡара һин уны, эсеп алһаң, диңгеҙ тубыҡтан була ла ҡуя икән. Күңелде иҙеп торған уйҙар ҙа әллә ҡайҙа олағып бөттөләр...
Уның уйҙарын тикшереүсенең тауышы өҙҙө:
– Йә, апай, һөйләп ебәрегеҙ әле, нисек һеҙ дәүләт милкенә ҡул һуҙҙығыҙ? Закон буйынса...
Әҡлимә тикшереүсенең артабанғы һүҙҙәрен ишетмәне: һуштан яҙып, ултырғыстан иҙәнгә ауҙы, итәге килешһеҙ асылып ҡалды. Тикшереүсе аптыраны, секретарын саҡырып алды ла:
– Һәйбәтләп ябып ҡуй әле, – тине. Ҡыҙ Әҡлимәнең боттарын итәге менән ябып ҡуйғас: – Медсестра килһен, – тине.
Медсестра иң элек Әҡлимәнең беләгенән тотоп пульсын ҡараны, унан һуң мамыҡҡа сылатып нимәлер еҫкәтте. Әҡлимә бер аҙ ятҡас ҡына күҙҙәрен асты һәм, ҡайҙа ятҡанан самалау менән, һикереп урынынан торорға ынтылды.
– Әкрен, әкрен, – тине медсестра. – Ашыҡмай ғына тороғоҙ. Бына шулай.
Әҡлимә тороп ултырғысҡа ултырғас, секретарь менән медсестра сығып киттеләр.
– Ғәфү итегеҙ, – тине Әҡлимә, уңайһыҙланып, – бер ҙә улай булғаны юҡ ине.
Тикшереүсе:
– Кемдәрегеҙ бар, апай? – тип һораны.
– Үҙем дә ике балам. Ирем Төмән яғына киткәйне, ике йыл инде – хәбәре юҡ.
Тынлыҡ урынлашты.
– Апай, бына былай. Һинән ҡараҡ сыҡмай. Мин һеҙҙең халыҡты күргеләнем. Ана, тышта көтөп ултырған ике ҡатын бында өсөнсө ҡат инде. Бер ҙә йығылырҙай түгелдәр. Күрәм, һин унда осраҡлы кеше. Ҡас һин унан. Эш тапмаһаң, үҙем ярҙам итермен. Бер юлға штраф менән сикләнәм, – тине тикшереүсе. – Китергә мөмкин.
Әҡлимә аңҡы-тиңке сығып китте.
Әмир ҠОТЛОЗАМАНОВ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: yCnEE0-puGo54Ydu_2Llp9L2SztEhcyT2lo8q9hQ245wHV3-wexw8gynrOBTEuNY02WpxdmjkgMtQVzIDPMJ4CH9