+24 °С
Ямғыр
УРАҘАҒА ИНӘМ
Күрмәгәнгә күҙ бир,
Телһеҙенә һүҙ бир.
Хисһеҙенә хис бир,
Сабыр итер көс бир.
Бәхетһеҙгә – бәхет,
Дан һөйгәнгә тәхет.
Сирлеһенә – дауа –
Ҡөҙөрәтле һауа.
Ас булғанға – туҡлыҡ,
Бөтөрмәһен юҡлыҡ.
Яңғыҙҙарға парын,
Фәҡиренә барын.
Балаһыҙға бала бир,
Итәгенә һала бир.
Олоһона ҡәҙер
Булып торһон әҙер.
Көсһөҙөнә көсөн,
Күтәралһын өсөн.
Изгеһенә сауап,
Беләм, булыр яуап.
Мин дә ниәт итеп,
Тыйылғандан китеп,
Өмөтләнеп Һинән,
Ураҙаға инәм.
Миләүшә Ҡаһарманова.
Ә Һеҙ быйыл ураҙаға инәһегеҙме? 
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 0CwWhlg503M