Әҙәби бит
21 Март 2023, 04:31

Тәки алдай алманым!

Хужа сығып китеүгә, әхирәтемдең телефоны зыңғырланы:– Әү, йәнекәйем. Эйе. Нимә тиһең? Өфөгә киттең? Нисек инде? Аһ-аһ?! Ғүмерҙә булмағанды... Нимә, Гөлназдың уҡытыусыһы шылтыраттымы? Нишләп һиңә шылтырата икән? Машинала тиҙерәк, ти? Ауырый? Һуң, иртәнсәк кенә бына тигән бала ине ләбаһа! Температура тиме? Барып алам, ярай, хәҙер үк. Имен-һау йөрөп ҡайт!..Шунан минең яҡҡа ҡыйыуһыҙ ғына әйләнде лә:– Алдай алмайым мин шулай, әхирәт, тәки алдап булманы, – тип, ишеккә ынтылды.

Тәки алдай алманым!Тәки алдай алманым!
Тәки алдай алманым!

Рәзилә Ырыҫҡужина

Тәки алдай алманым!
юмореска

– Эй, алдай белмәйем мин барыбер... – әхирәтем осраған һайын шулай тип зарлана. Зарланмай, маҡтана ул, тимәгеҙ! Бына бөгөн хужанан йәшенеп кенә сәй эсергә ултырғайныҡ, уныһы аш бүлмәһенә килде лә инде:
– Тәк, Алмабикә, Байышта еңеүселәрҙе тәбрикләйҙәр, һинән репортаж. Ярты сәғәттән водитель килеп етә, әҙер генә ултыр.
Алмабикә Байышҡа барһа, гел юлы уңмай. Шуны иҫенә төшөрөп, тиҙ генә алдашырға кереште:
– Ууй, Вадим Зәкирйәнович, әле генә мәктәптән шылтыраттылар, ҡыҙымдың температураһы күтәрелеп киткән, тиҙәр. Бара алмайым инде, йәл, – үҙе минең яҡҡа ҡарап, ауыҙ эсенән генә, тәүбә-тәүбә, тип мыңғырлап алды. Йөҙө ҡыҙара башлағаны һиҙелде.
– Икегеҙгә бер бала, ирең барып алып ҡайтһын! Машина менән тиҙерәк тә булыр.
– Ирем Өфөгә сыҡты шул таңдан! – тағы минең яҡҡа башын бороп, ауыҙын ҡыбырлата.
– Һы, улайһа, Рәшиҙә Ишбулдовна, һеҙгә Байышҡа барырға тура килер. Әҙер булығыҙ, егерме биш минуттан...
Хужа сығып китеүгә, әхирәтемдең телефоны зыңғырланы:
– Әү, йәнекәйем. Эйе. Нимә тиһең? Өфөгә киттең? Нисек инде? Аһ-аһ?! Ғүмерҙә булмағанды... Нимә, Гөлназдың уҡытыусыһы шылтыраттымы? Нишләп һиңә шылтырата икән? Машинала тиҙерәк, ти? Ауырый? Һуң, иртәнсәк кенә бына тигән бала ине ләбаһа! Температура тиме? Барып алам, ярай, хәҙер үк. Имен-һау йөрөп ҡайт!..
Шунан минең яҡҡа ҡыйыуһыҙ ғына әйләнде лә:
– Алдай алмайым мин шулай, әхирәт, тәки алдап булманы, – тип, ишеккә ынтылды.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас