+24 °С
Ямғыр
Өс көн генә...
Ҡабатлайым нисәнсе көн
Эстән генә:
- Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,
Өс көн генә...
Асыу тотоп йөрөү – гонаһ,
Кисерә бел,
Бөгөн әйтер үпкә һүҙен
Күсерә бел.
Осрашыуҙан-күрешеүҙән
Тороп ҡалма,
Хаталарыңды туҡтауһыҙ
Иҫкә алма.
Бәләкәй генә шатлыҡҡа
Һөйөнә бел,
Етешмәгән, етмәгәнде
Уйлама гел!
Ҡәҙерлә һәр көндө, - тимен
Эстән генә –
Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,
Өс көн генә...
01.10.17.
Фирүзә Абдуллина.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 398-1