Әҙәби бит
15 Март 2023, 12:05

Һине рәнйеткәнгә бәхет телә...

Һаулыҡ телә йәне-тәненә. Ҡылған яуызлығы берәй ваҡыт, Кире әйләнеп ҡайты үҙенә. Һине һөйләгәнгә ҡыуан ғына...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Һине рәнйеткәнгә бәхет телә,
Һаулыҡ телә йәне-тәненә.
Ҡылған яуызлығы берәй ваҡыт,
Кире әйләнеп ҡайта үҙенә.

Һине һөйләгәнгә ҡыуан ғына,
Тимәк, һөйләрлегең бар әле.
Ике донъя ҡыуанысын телә,
Ғәйбәтсегә донъя тар әле.

Таш атһалар һинең баҡсаңа,
Аш менән бәр кире үҙенә.
Үҙ бәҫеңде бер үк төшөрмә,
Юғары бул кеше һүҙенән.

Һөйләйҙәрме, әйҙә, һөйләһендәр,
Яҡшы атҡа септә килешә.
Матур күңелдәргә, алда йөрөгәндәргә,
Хоҙай үҙе бәхет өләшә.

Рәнйеткәнгә, булышҡандарға,
Һаулыҡ ҡына телә хәҙергә.
Хоҙай барыһын да тигеҙләй,
Бөтәбеҙ ҙә бара ҡәбергә...

Фәнилә Йәндәүләтова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:xQb_2PNp8EU

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас