Әҙәби бит
10 Марта 2023, 11:00

ӘСӘЙЕМ ЛӨҒӘТТӘРЕ

...Һөттән алда сәйең ағыҙ, Аҡҡа ҡара таммаһын, Ҡараланды бар эше тип, Дошман үсе ҡанмаһын...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

ӘСӘЙЕМ ЛӨҒӘТТӘРЕ

Ҡолағымда сыңлап тора
Әсәйем өйрәткәне.
Һеҙ ҙә ҡолаҡ һалығыҙ тип
Әйтәм был лөғәттәрҙе.

Эшең башла бисмилланан,
Хоҙай үҙе көс бирер,
Бының уйы изге тиеп,
Фәрештәләр иш күрер.

Тора һал да урының йый,
Шайтан менеп ятмаһын,
Йыя белмәй урынын тип,
Кеше ғәйбәт һатмаһын.

Эшең башын күрһендәр,
Ахырын берәү белмәһен,
Бөтмәй ятҡан эшеңдән
Шайтан оя үрмәһен.

Һөттән алда сәйең ағыҙ,
Аҡҡа ҡара таммаһын,
Ҡараланды бар эше тип,
Дошман үсе ҡанмаһын.

Өҫтәлеңә бысаҡ һалма,
Хаслыҡ уйлап ятмаһын,
Фатихалы ниғмәт килһен,
Бысаҡ кире ҡаҡмаһын.

Ризығыңдың өҫтөн ҡапла,
Ендәр туйын ҡормаһын,
Ашарыңа тәләф төшөп,
Мал-мөлкәтең ҡырмаһын.

Керең йыйма, сайҡатып ҡуй,
Мөйөш тулып ятмаһын,
Беҙҙең килен әрпеш тиеп,
Ҡәйнәң ғәйеп таҡмаһын.

Юлға сыҡһаң – икмәк ал,
Юшаған ат арымай,
Изге юлда йөрөгәндәр
Яман хәлгә тарымай.

Йыуынтыны кисен түкмә,
Ендәр эйәреп ҡайтмаһын,
Төнө буйы маҙаһыҙлап,
Һаташтырып йоҡлатыр.

Ҡолағымда сыңлап тора
Әсәйем өйрәткәне,
Ҡыҙым ҡолаҡ һалыр тиеп,
Яҙҙым был лөғәттәрҙе.

Флүрә Низамова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:XZObrkNGrio

ӘСӘЙЕМ ЛӨҒӘТТӘРЕ
ӘСӘЙЕМ ЛӨҒӘТТӘРЕ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас