

Күп балалы, ҙур ғаиләлә үҫтек беҙ. Шулай булһа ла үтә егәрле әсәйем һәм атайымдың тырышлығы менән беҙ бер нимәгә лә мохтажлыҡ тоймай, етеш тормошта йәшәй инек. Атайым аҡса эшләп алыҫ юлдарҙан рейстәрҙән ҡайтып килмәһә, әсәйем ауылдағы эшенә йөрөп тә, йорт – ҡураһын, мал - тыуарын ҡарап та, беҙҙе ете балаһын да, ҡартәсәйем менән өләсәйемде лә бағып та өлгөрә ине. Әсәйем беҙҙең бөтәбеҙгә лә кейемдәрҙе һәр ваҡыт үҙе тегеп, үҙе бәйләп кейҙерҙе. Уның теккән, бәйләгән кейемдәре шул тиклем матур, ыҡсым килеп сығыр ине. Беҙҙең һәр беребеҙгә килешеп кенә торор, өҫтәүенә бик зауыҡлы, модалы кейемдәрҙән бер ҙә кәм түгел ине ул кейемдәр. Әсәйемдең шул ҡулының оҫталығы, өлгөрлөгө, шәплеге арҡаһында беҙ ныҡ ауыр замандарҙа ла бер нимәгә лә ҡытлыҡ кисермәй йәшәнек.
Ә атайым һуң? Атайым барыбыҙға ла үҙе быйма баҫып кейҙерер ине. Быймалары иҫ киткес ҡупшы, баҫҡан кейеҙ түшәктәре йомшаҡ була торғайны. Был быймалар һәм түшәктәр һаулыҡҡа ла бик файҙалы булғандыр. Беҙ беребеҙ ҙә бөтөнләй ауырымай ҡыш сыға инек. Тик атайым үҙенә баҫҡан быймаларын ғына кейә алмай торғайны. Рейста саҡта, тәүгә генә кейеп сыҡҡан өр яңы быймаһын, йә вокзалда өшөп торған студент балаға сисеп кейҙереп китер, йә ауылыбыҙҙағы яңғыҙ бабайға, йә етем балаға биреп ебәрер ине. Бигерәк кеше йәнле, үтә изге күңелле атайым кемдеңдер йонсоғанын, кейемгә, тамаҡҡа ҡытлыҡ кисергәнен күтәрә алмай торғайны. Шуға күрә лә ул ҡулынан, көсөнән килгәнсе мохтаждарҙың бөтәһенә лә ярҙам итергә тырышыр ине. Үҙе иҫке быймаһын ямап, кәртә – ҡура тирәһендә, ауыл араһында, гаражға эшкә кейһә, ә рейстәргә әсәйем теккән унтыларҙа йөрөһә лә, үҙенә тип баҫҡан өр яңы быймаларын ғүмере буйы кешегә бушлай биреп ебәреүҙән туҡтаманы атайым - ғәзизем.
Атайым да, әсәйем дә кеше өсөн йән атып торҙолар инде. Ә үҙе балалары, ғаиләһе өсөн улар барыһын да эшләй торғайны. Эре мал, һарыҡ, кәзә , өйрәк - ҡаҙҙар, тауыҡ, күркә аҫырап, йәйен, ҡышын иттән өҙмәҫтәр ине беҙҙе. Ауылыбыҙҙағы бер инәй ҡыҙы менән икәүләп беҙгә оҙон ҡыш буйына көн һайын булмаһа ла, көн аша йә төшкө, йә киске ашҡа йөрөрҙәр ине. “Улар кем? Нишләп беҙгә ашарға киләләр?”- тип һораған беҙгә, атайым: “Улар беренсенән КЕШЕЛӘР, икенсенән миңә апай тейеш инәй ҡыҙы менән. Мал аҫырай алмайҙар, хәлдәренән килмәй, ә кешегә итле аш, һурпа кәрәк бит. Оҙон ҡыш буйы һурпаһыҙ, итһеҙ булмай. Шуға күрә лә уларҙы әсәйең менән мин беҙгә килеп һурпалы аш ашап йөрөргә саҡырҙыҡ. Һис тә ҡырыҫлыҡ күрһәтмәгеҙ, улар ашағандан бер еребеҙ ҙә, бер нимәбеҙ ҙә кәмеп китмәй. Әсәйегеҙҙең телде йоторлоҡ тәмле итеп әҙерләгән аштарын улар маҡтай, маҡтай ашап ҡыуанһа, һауабы әсәйегеҙгә булыр. Үҙе ғаиләһендә ун бер кеше булыуға ҡарамаҫтан, шул инәйҙе ҡыҙы менән күп йылдар ҡараны әсәйем менән атайым. Мин, мәктәпте тамамлап, ауылдан ҡырға уҡырға сығып киткәндә лә, ул инәй ҡыҙы менән беҙгә ашҡа йөрөй ине әле.
Шулай итеп атайымдың баҫҡан быймалары, әсәйемдең тегеп, бәйләп кейҙергән кейемдәре беҙҙең оло ғаиләбеҙгә ҙур ярҙам ине. Әйткәндәй, ҡышҡы ыжғыр һыуыҡтарҙа, атайым атының арҡаһына ябырға кейеҙ япманы ла үҙе йөндән баҫып ала торғайны. Ул япма еңел генә, әммә ныҡ йылы һәм атты һыуыҡтан тирләтмәй генә һаҡлай ине.
Әммә ҡышҡы, яҙлы-көҙлө кейә торған кейемдәрҙе, кәрәге сыҡҡанда мәгәзиндән һатып алырға ла тура килә ине. Ауылда булмағандарын, кемебеҙгә нимә кәрәк атайым ҡаланан алып ҡайтып бирер ине һәр беребеҙгә. Бына миңә лә яҙлы – көҙлө кейергә плащ һатып алырға кәрәк булды. Әмәлгә яҡҡандай атайым Сибай ҡалаһына рейс менән юлға сығырға йөрөй. Уға:”Атай, миңә плащ алып ҡайтып бир, тик зинһар шыптырлап торған болонь туҡыманан булмаһын йәме. Әгәрҙә шул болоньдән булһа плащ һатып алма, мин кейеп тә тормайым, хатта яратмайым шул шыптырлаҡ нәмәне. Ҡәҙемге плащ туҡымаһынан (плащевая ткань) тегелгән булһын. Яраймы, ишеттеңме атай?”- тип үтенесемде әйтеп юлға оҙатып тороп ҡалдым. Һәм атайымдың эшен теүәлләп, кире әйләнеп ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтә башланым. Ниндәй плащ булыр икән? Миңә оҡшағаны ғына булһын инде...
Атайым кейем генә түгел, хужалыҡҡа башҡа кәрәк яраҡтарҙы ла, бигерәктә аҙыҡ – түлекте рейскә барған ҡалаларынан алып ҡайтыр ине. Ҡышҡыһын һыйырҙар һыуалған ваҡытта, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, һөттән өҙмәй торғайны беҙҙе. Тәүге тапҡыр ҡаланан ҡаймаҡ алып ҡайтырға уйлағанында, мин дә атайым янында инем әле ул. Эштәрен тамамлағас, атайым менән ашханаға инеп тамаҡ туйҙырҙыҡ. Ул ваҡытта, беҙҙең бала саҡта ниндәй генә ашханаға инһәң дә әҙерләнгән ризыҡтары ныҡ тәмле була торғайны. Әллә миңә бала кешегә шулай тойолдо ғынамы икән, ят ерҙәрҙең төрлө ризыҡтары, белмәйем инде. Улай тиһәң ҡалала эшләп тә, уҡып та йөрөгәндә эшселәр ятағының да, заводтың да ашханаларында ризыҡтар ныҡ тәмле була торғайны. СССРҙың ГОСТы бөтә ил буйынса тик сифат һәм тәртип ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап иткән замана ине бит. Шул ГОСТы үтәмәү ҙур енәйәт һанала торғайны.
Һөйләгән тарихымдан ситкә тайпылдым шикелле. Бына атайым: ”Өйгә ҡаймаҡ алып ҡайтайыҡ әле ҡыҙым. Бында ҡаймаҡтары тәмле икән, әтеү Гастрономда бөтөп ҡалған, өлгөрмәнек, бынан алайыҡ” - тип, бер батмус лыҡама тулы ҡаймаҡлы стакандар алып килде. Кәмендә лә 30-40 стакан ҡаймаҡ бар ине ул батмуста. Атайым ашханала булған бар халыҡҡа шок яһаны инде ул көндө. Ошо ҡаймаҡтан алда ғына 12 стакан сәй алып килеп, бер бер артлы эҫеләй генә эсеп бөтөрөп бар кешене аптыратһа, бер батмус ҡаймаҡ менән йығып һалды инде. Урындарынан тороп, был ир шунысама ашармы икән, тип атайымдың артынан эйәреп килеүселәр ҙә булды хатта.
Атайым, берәүгә лә иғтибар итмәй, 3 литрлы бедонын сығарып ултыртып, стакандарҙағы ҡаймаҡты шул һауытына ауҙара ла башланы. Мине лә ымлап ҡына үҙенә ярҙам итергә әйҙәне. Шул ваҡытта өҫтәлдәр һөртөп йөрөгән ҡыҙыҡай атайым янына килеп: ”Нимә эшләйһегеҙ ул ағай?”- тип һораны. “” Өйгә ҡаймаҡ алып ҡайтмаҡ булам һеңлем“- тине атайым ябай ғына итеп. “Аһа, аһа беҙ тура һауытығыҙға ҡойоп бирә алабыҙ бит ҡаймаҡты, стакандарҙың яҡтарында бик күп яғылып ҡалып әрәм була бит ул. Ҡайҙа һауытығыҙҙы бирегеҙ әле бында, үҙем тултырып алып киләйем. Ә һеҙ стакандарҙы кире илтеп ҡуйығыҙ.”- тип бедонды алып та китте.
Атайым ҡысҡырып көлөп туҡтағас: “Мин һауытҡа Гострономда һәм һөт, ҡаймаҡ һатҡан мәгәзиндәрҙә генә үҙҙәре тултырып бирәләр, ә бында стакандарҙы бушатып алырғалыр тип уйлағайным.”- тине бик ихлас итеп. Был ваҡытта ашхана эсендә булған бар кешенең йөҙөндә йылмайыу балҡый ине. Шул ихласлығы, эскерһеҙлеге, кешелеклеге өсөн дә ярата инек беҙ атайымды. Һәм ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, алдында кем генә торһа ла башҡортса һөйләшер ине. Хатта машина йөрөтөргә праваға экзамен биргәндә лә, мин башҡорт аңлаһағыҙ аңлағыҙ, аңламаһағыҙ тороғоҙ тип, башҡортса һөйләп права алып ҡайтҡан кеше ул минең атайым. Ул ваҡыттарҙа бөтә ерҙә лә рәхәтләнеп башҡортса һөйләшерҙәр ине. Телебеҙгә хәҙерге һымаҡ янауҙар, хөсөтләүҙәр, кәмһетеүҙәр юҡ тейерлек ине.
Бына һәр ваҡыттағыса көлөп, йылмайып атайым юлдан ҡайтып инде. Ул күп итеп күстәнәстәр, кейемдәр һатып алып ҡайтҡан ине. Минең бер нимәлә лә эшем юҡ, атайымдың миңә плащ сығарып биргәнен көтәм. Атайым мине ҡыуандырырға ҡабаланмай, тәүҙә әсәйемә күстәнәстәрҙе бирә, шунан һылыуҙарыма, ҡустыларыма алып ҡайтҡан әйберҙәрен тарата. Иң аҙаҡтан атайым миңә плащ сығарып бирә, ҡулыма алмаҫ борон ул плащ миңә матур ғына күренә. Мин яратҡан еңелсә генә йәшкелт төҫтә, тегелеше лә (фасоны ла) мин теләгәнсә. Ауыҙым ҡолағыма етеп, шатлығымдан мин атайымды ҡосаҡлап алам. Тик ҡыуанысым оҙаҡҡа бармай шул, плащты ҡулыма алыу менән минең йылмайыуым да, шатлығым да һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Плащ болонь туҡыманан булып сыҡты...
Минең бирлелегем, алйотлоғом, ужарлығым еңеп, урғылып тышҡа бәреп сыға. Атайыма нимәлер аңлатырға, ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй. “Миңә бындай плащ кәрәкмәй тинем бит. Мыҫҡыл итәһеңме әллә мине атай? Мин барыбер кеймәйем уны!”- тип плащты атайымдың ҡулынан йолҡа тартып алып өҫтәл аҫтына елләп ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалам. Плащ бөтөнләй ауырлығы юҡ нәмә һымаҡ, еңел генә шыуып, тауышһыҙ ғына өҫтәл аҫтына инеп китә. Шул мәлдә мин һөйөклө атайымды, йәнемдән дә артыҡ күргән ҡәҙерле кешемде, ни тиклем ныҡ рәнйеткәнемде, кәмһеткәнемде тойорлоҡ та, аңларлыҡ та хәлдә түгел инем. Минең үтә ныҡ асыуҙан күҙҙәрем тонған, күңелем пәрҙәләре ябылған ине.
Мин аҙыраҡ һыуынғас, тирә яғымда нимә бар икәнен күрер хәлгә килгәс, өҫтәл артында ике ҡулы менән башын тотоп ултырған атайымды күрҙем. Өй эсе тып – тын, шылт иткән тауыш та юҡ ине. Барыһы ла өнһөҙ - тынһыҙ был хәлдең нимә менән бөтөрөн көтә. Бына атайым мине саҡырып эргәһенә ултыртып, яйлап ҡына хәбәр башланы. “Эй балам, балам беҙҙең бала саҡта беҙгә бындай кейем эләкһә бәхетле булыр инек, хоҙайға рәхмәт уҡыр инек. Ә һеҙ шашып китәһегеҙ, булған һайын ҡотораһығыҙ. Һин ҡыҙым бигерәк ҡыҙыу ҡанлыһың, кешенең аңлатҡанын да көтөп тормай холоҡ күрһәтәһең, алдыңдағы булған нәмәне атып - бәрә, ырғыта тибә, емерә башлайһың. Һин бит ҡыҙ кеше, аҙыраҡ ҡына үҙеңде тота белергә кәрәк. Мин Сибайҙың бар мәгәзиндәрен йөрөп ҡарап сыҡтым, һин һораған плащ юҡ балам. Ҡайтышлай Баймаҡта ла туҡтап магазиндәргә индем. Шунда ошо плащты осраттым, йомшаҡ ҡына, берҙә ҡыптырламай ҙа, шыптырламай ҙа икәнен күреп һатып алдым инде. Бик матур плащ бит балам, эсләп тороп тегелгән, йылы, уңайлы. Һин теләгән плащты ла алырбыҙ әле Аллаһы бирһә, тик һиңә бөгөн кәрәк бит ул плащ. Исмаһам кейеп ҡара, шунан ырғытырһың, һиңә оҡшамаһа һеңлеләрең бар бит, уларҙың береһе кейер.
Мин, эсемде айҡап өтөп алып килгән әсе үкенеү тойғоһонан өндәшмәй генә, ҡустым өҫтәл аҫтынан һөйрәп сығарып алып биргән плащты кейеп ҡарайым. Ысынлап та был плащ болонь тип әйтерлек түгел ине. Уны ҡулыма алғанда бер ниндәй ҙә тауыш, шытырлау һиҙелмәй. Плащ миңә генә үлсәп тегелгәнме ни, ҡупшы ғына, матур ғына итеп тәнемә ҡойоп ҡуйғандай булды. Көҙгө алдында өйрөлөп тә, сөйөрөлөп тә был яңы кейемде күҙемдән үткәргәс, мин ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп еңел тын алып ҡуям. Әммә шул уҡ минутта бер нисаҡлы ваҡыт алдан мин атайым - ғәзиземде нисек ҡаты һәм нахаҡ рәнйеткәнем иҫемә төшә. Әсе үкенестән, оялыуҙан, күңелем әрнеп һыҙлағандан мин плащты сисеп битемә ҡаплайым да тауыш тынһыҙ ғына илайым. Бер илаһам туҡтай алмағанға күрә, ярһып, ярһып, һыңҡылдап илай - илай мин йоҡлап китәм. Был ваҡытта миңә берәү ҙә яҡын килмәй, бимазаламай, илап ужарымды сығарһын типтер инде үҙ яйыма ҡуялар...
Бына мин бөтөнләй икенсе кеше булып уянам. Хәҙер инде минең күңелемдә һиллек, асыу, ярһыуҙың эҙе лә юҡ. Кирелеп, һуҙылып алғас, һикереп торам да атайымдан ғәфү үтенергә була йүгереп алғы бүлмәгә сығам. Ләкин атайым инде өйҙә юҡ, ул мал бикләргә кәртә - ҡура тирәһенә сығып киткәндер инде. Әсәйем дә бөтмәҫ мәшәҡәттәре менән йөрөйҙөр күрәһең. Ҡартәсәйем дә, өләсәйем дә миңә яратып ҡарап ҡына, күҙҙәре менән генә иркәләп бер һүҙ ҙә өндәшмәй, һәр береһе үҙ эше менән булыша. Улар һәр саҡ шулай минең енем сығып бөткәнсе лә, сығып бөткәс тә үҙҙәре башлап миңә бер һүҙ ҙә өндәшмәйҙәр. Үҙем һүҙ башлағанды тыныс ҡына көтәләр. Әммә бөгөн минең һөйләшергә бер ниндәй ҙә теләгем юҡ. Тәүҙә ҡартәсәйемде, шунан өләсәйемде һүҙһеҙ генә ҡосаҡлап иркәләйем дә кире залға сығам. Ҡапыл атайымдың бала сағын хәтерләп һөйләгәндәре иҫемә төшә. Үҙәккә үтерлек ауыр, үтә ҡурҡыныс, ас, яланғас, оло кеше көсө етмәҫлек эш баҫҡан, етемдәрҙең баштарына бәлә артынан бәлә яуып торған һуғыш йылдары балалары бит ул минең атайым да, әсәйем дә...
Бер ҡунаҡтанмы, туйҙанмы ҡайтҡас, атайым бахырсыҡ ҡына ҡот осҡос бала сағын иҫләп, алғы бүлмәнең диванында беҙҙе эргәһенә йыйып алып илай - илай башынан үткәндәрҙе һөйләгәйне. Ул илап һөйләгәнгә беҙ ныҡ йәлләп, күмәкләп илап атайыбыҙҙы уратып ҡосаҡлап ултырғанбыҙ. Беҙҙең күмәкләп илағаныбыҙҙы ишетеп әсәйем: “Атайығыҙ эскәнгә илай, уны араҡы илата, һеҙ нишләп илайһығыҙ? Бына бына күмәкләп тороп бында ней. Етәрегеҙ, тымығыҙ, тыныс ҡына тыңлағыҙ, фәһем алырһығыҙ исмаһам”...- тип беҙҙе тыйып ҡараны. Әммә беҙҙең бөтәбеҙ ҙә ныҡ яратҡан ҡәҙерле атайыбыҙҙың күҙ йәштәренә тыныс ҡына ҡарай алмай инек шул. Ғәзиздәрҙән ғәзиз атайыбыҙҙың илауынан үҙенән үҙе йәштәр ҡойола ине беҙҙең дә. Ниндәй генә бәлә - ҡазалар үтмәһен баштарынан атайым да, әсәйем дә бер ваҡытта ла бирешмәгән, танауҙарын төшөрмәгән, кеше булып ҡала алғандар. Бер нәмәгә лә ҡарамай бик изге күңелле, ныҡ яҡшы, егәрле, сыҙамлы, шәп кешеләр үҫеп сыҡҡан һуғыш осоро балаларынан.
Атайым һөйләгәндәрҙән:“Һуғыш осоро һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килде беҙҙең бала саҡ. Бына хәҙерге һеҙҙе һымаҡ, атайлы - әсәйле бәхетле балалыҡ ҡайҙа инде ул беҙгә. Һеҙҙең хатта ҡартәсәй, өләсәйегеҙ ҙә бар. Ә беҙҙең атайҙар һуғышта, әсәйҙәр көнө - төнө эштә, тылдан фронтҡа өҙлөкһөҙ ярҙам итергә кәрәк. Беҙ бәләкәй инек әле, шуға эшкә йөрөтмәйҙәр ине, ә ҙурыраҡ ағай – апайҙарыбыҙ ҙа эштәләр. Аслыҡ, яланғаслыҡ, төрлө ауырыуҙар, етемлек бөтәһе лә үтте инде башыбыҙҙан. Эй бәпәйҙәрем, беҙ күргәнде башҡа берәүгә лә күрһәтмәһен инде. Ашарға тамаҡ юҡ, кейергә кейем юҡ. Шул тиклем мохтажлыҡ, ағай менән миңә бер киндер ыштан, бер быйма, бер куфайка. Ағайым мәктәптән ҡайтһа кейемдәрҙе мин кейеп сығып китәм урамға. Ә кесе ҡустым ныҡ бәләкәй булғанға өйҙә генә ултыра, уға хатта ҡышҡы кейем хәстәрләргә уйлаусы ла юҡ, уның ҡайғыһы ла юҡ ине...
Мин уҡыу йәшенә еткәс башланды михнәттәрем. Минең ныҡ уҡығым килгәндер инде, төшкә тиклем уҡыған ағайым мәктәптән ҡайтып, дәрескә барырға миңә сират еткәнен көтөргә сыҙамлығым етмәй торғайны. Әсе һыуыҡҡа ҡарамай, тоҡос ҡына ыштан, күлдәксән, ялан аяҡ көйөнсә мәктәпкә сығып югерә торғайным. Ҡар өҫтөндә, ҡайһы саҡта табандарым йәбешкәнгә, ҡанлы эҙҙәр ятып ҡала торғайны. Йүгереп мәктәпкә барып инәм дә, ут янып ятҡан мейес алдына тороп аҙ булһа ла йылынырға тырышып, тыпырҙап бейеп тора торғайным. Ҡайһы саҡта ҡаты һыуыҡтан йылыға килеп ингәнгә сәпереп тә ебәрелә торғайны. Эҫе һейҙек бот буйлап ағып төшөр ҙә күләүек булып ятып ҡалыр ине мейес алдында. Мине был ялан аяҡ мәктәпкә йүгереүҙән әсәйем дә, уҡытыусы апай ҙа ҡуйҙыры алманы. Нисек һыуыҡ тейҙереп үлеп ҡалмағанмындыр инде белмәйем. Ғүмерем булғанғалыр, ҡара яҙҙан баҫыуҙарҙа ҡалған башаҡ, ер аҫтында ҡышлаған картуф ҡалдыҡтарын йыйып алып ҡайтып бешереп ашағанда ла үлмәй ҡалғас. Ә бит ағыуланып үлгәндәр ҙә бик күп булды шул замандарҙа.
Яҙ етеп ҡара ергә баҫҡанды дүрт күҙ менән көтә торғайныҡ, ҡар ирей башлау менән ашарлыҡ үҫемлектәр эҙләп ашар инек. Кемдәр эре мөгөҙлө мал аҫырай ала, уларға һыйырҙың ағы ныҡ ҙур ярҙам итте, асығып үлеү ҡурҡынысынан һаҡланы. Сыҙай икән кеше тигән йән эйәһе әсе һыуыҡҡа ла, ҡаты аслыҡҡа ла, етемлеккә лә, мохтажлыҡҡа ла, кәмһетеүҙәргә лә. Сыҙай икән шул, беҙ ҙә сыҙаныҡ, йәшәүгә йәбешеп яттыҡ һәм тере ҡалдыҡ. И и и бәпәйҙәрем Хоҙай башҡа ундайҙы берәүгә лә күрһәтмәһен, һау ғына, бәхетле генә булығыҙ.” – илай, илай ошоларҙы һөйләгәйне атайым беҙгә. Бик күп ҡурҡыныс, тетрәндергәс хәкикәт ишеттек беҙ атайымдан ул кисте. Бөтәһен дә теҙеп яҙам тиһәң, үҙе бер йән өҙгөс ҙур хикәйә сығырлыҡ...
Шундай ауыр тормош юлы үткәнгә лә, кеше күтәрә алмаҫлыҡ бәлә-ҡазалар, мохтажлыҡ кисергәнгә лә атайым менән әсәйем беҙҙең өсөн дә, башҡа кеше өсөн дә йәнен бирергә әҙерҙәр ине. Ә мин? Мин үҙемдең алйотлоғом, дыуамаллығым менән уларҙы рәнйетәм, ҡайһы ваҡыт шуны –үҙем дә һиҙмәй ҡалам. Ҡылған ҡылығым өсөн тағы ла нығыраҡ үкенеү тойғоһо ялмап ала мине. Инде лә атайымдың өйгә ҡайтып ингәнен көтөп ултыра алмай инем мин. Һикереп тороп атайымды эҙләп тышҡа йүгерәм. Уны мин, һарайҙың һыйырҙар торған бүлкәтенең иҙәнен ҡырып, таҙалап йөрөгән ерендә табам. Ныҡ егәрле, бөтмөр атайымдың һарайында ла таҡта иҙәндәр түшәлгән ине. Һәм ул иҙәндәрҙе һәр ваҡыт ҡырып таҙалап, тап - таҙа итеп тота торғайны. Уның хужалығының бар ерендә лә ҡаты тәртип, таҙалыҡ.
Атайымды ҡосаҡлап, уға иркәләп һыйынып мин ғәфү үтенәм. Был беҙҙең атайымды, әсәйемде, ҡартәсәйемде, өләсәйемде ҡосаҡлап иркәләү бәләкәй генә саҡтан килә һәм улар был донъянан киткәнсе дауам итәсәк. Ололарыбыҙҙы ныҡ яратыуыбыҙ, уларға тулыһынса ышаныуыбыҙ, уларҙы үтә ҡәҙерләүебеҙ шундай ҡосаҡлашыуҙа, иркәләүҙә сағыла. Әлбиттә атайым мине әллә ҡасан уҡ ғәфү иткән инде, ә бәлки үпкәләмәгәндер ҙә. Әммә миңә яман ҡылығым өсөн ныҡ үкенеүемде, атайым ҡәҙерлемдән ғәфү үтенеүемде белдереү бик мөһим ине шул. Мин ниәтемде үтәйем дә, башҡа улайтмаҫҡа атайыма һүҙ бирәм. Әммә ул һүҙҙе тотоуы миңә бик ауырға тура киләсәк. Ваҡыты, ваҡыты менән бирелелегем, ужарлығым арҡаһында мин был һүҙемде боҙоп ҡуясаҡмын. Ләкин һәр саҡ хатамды төҙәтергә, кәрәк булһа ғәфү үтенергә үҙемдә көс табасаҡмын...
Ә болонь плащ ысынлап тороп яҡшы сифатлы, матур, ыҡсым итеп тегелгән, бер ниндәй ҙә ел-ямғыр үткәрмәҫлек йылы ине. Һәм ул бөтөнләй шыптырламай, йомшаҡ ҡына юғары сифатлы болонь туҡыманан тегелгән булып сыҡты. Был плащ миңә бара, бара бик оҡшап китте һәм яратып ҡына, ҡәҙерләп кенә кейгән кейемемә әйләнде. Мин уны, атай – әсәйемде ҡыуандырып, еңдәре, итәктәре ҡыҫҡарып киткәнсе кейҙем. Минән һуң бер-бер артлы һеңлеләрем кейеп йөрөнө әле уны. Улар ҙа был плащтан үҫеп, ҙурайып киткәс, әсәйем уны һүтеп, йүнәтеп һандыҡ өҫтөнә ябыу тегеп ябып ҡуйҙы. Шул сифатта ла бик оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте беҙгә был болонь плащ...