+24 °С
Ямғыр
*Донъя һәм Бәндә*
Б: Ҡыҙыҡһың да инде, Донъя!
Д: Ә һин, Бәндәм, ҡыҙғанысһың!
Б: Ауа - түнә һөйрәп киләм!
Д: Күтәрергә бурыслыһың!
Б:Ғүмер - арбам тартмай үргә!
Д: Мин эргәңдә йүгертергә!
Б: Нишләргә һуң, әйтсе, Донъя!
Д: Мине йөкмәп көн итергә!
Б: Һин шәп инде өйрәтергә!
Д: Яратам шул бейетергә!
Б: Хәл ҡалманы, төш, ауырһың!
Д: Ҡайҙан еңелен табырһың?
Б: Аҡыл керҙе, көс - ҡыуанам!
Д: Артҡа типмә, үҙем барам!
(@ Таңһылыу Янышева). 7.03.2023.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 398-1