Артур иң алда абруйлы ойошмаларҙың ишеген шаҡыны. Ҡиәфәттәренән үк олпатлылыҡ аңҡып торған етәксе ағайҙар уның дипломын ҡарап, бер үк һүҙҙе ҡабатланы:
– Егет, һинең бурысың – малсылыҡты үҫтереү. Ауыл ныҡ булған саҡта ғына ҡала йәшәй ул. Бында ваҡытыңды әрәм итеп йөрөмә, ҡайт та һөнәрең буйынса эшкә урынлаш, ул саҡта һинән дә шәп кеше булмаҫ.
Әммә үҙһүҙле, ныҡышмал егет шуларҙың әкиәтенә генә ҡарап торамы!? Ул иғландар буйынса эш эҙләй башланы.
– Тәк-тәк, “Офису требуется сотрудник. Карьерный рост, стабильный доход, зарплата от 20 тысяч.” Әһ-һә, эш беште былай булғас. Ағаң момент эш тапты. Ауылда һуҡыр тингә бысраҡҡа батып йөрөй, ти.
Артур телефон һандарын йыйҙы. Трубканың теге осонда мөләйем тауышлы ҡыҙ яуап бирҙе.
– Һаумыһығыҙ, мин иғлан буйынса, эш эҙләйем.
– Һеҙҙе ишетеүемә бик шатмын. Беҙҙең фирма бөтә ил күләмендә киң билдәле. Әлегә тиклем беҙгә шылтыратыусылар булманы, тимәк, ойошма директоры вазифаһына ихлас дәғүә итә алаһығыҙ. Бөгөн сәғәт 5-кә, Аксаков урамы, 54 адресы буйынса килегеҙ. Йәшел ҡапҡа аша үткәс, һулға боролоғоҙ.
Артур билдәләнгән сәғәтте еткерә алмай бер булды. Татлы хыялдарында үҙен дәрәжәле етәксе итеп күрҙе. “Бына ул иркен кабинетында ултыра. Хеҙмәткәрҙәре уның әмерен көтөп, күҙенә ҡарап ҡына тора, Артур Айҙарович, тип йүгерәләр генә. Төймәгә баҫһа, секретарь ҡыҙ уға ҡәһүә килтерә. Тәҙрәнән үрелеп ҡараһа, иң һуңғы моделлы машинаһында шәхси водителе көтөп тора. Теләһә – хәҙер үк сит илгә оса, вертолеты күптән әҙер. Уны бындай ҡиәфәттә ауылдаштары күрһә, көнләшеп үлерҙәр, биллаһи. Ә күрше ҡыҙ Зәлифә, эй, терһәген тешләр, сәсен йолҡор. Минең алда эре ҡыланыуына үкенер, ләкин һуң инде-е. Мотлаҡ берәй француженкаға өйләнермен. Эйе, эйе, һис шикһеҙ француженкаға...
Үҙенең уйҙарҙынан Артурҙың башы әйләнде, ауыҙы ҡолағына етте, ҡыуаныстан күҙҙәре йылтыраны.
Ихата алдында кешеләрҙең күплегенә аптыраны. Улар араһында үҫмерҙәр ҙә, ҡарт-ҡоролар ҙа, уның ише йәштәр ҙә бар.
– Һы-ы, ҡыҙыҡ... Былар минең буласаҡ эшселәрем микән?
Артур эскә үтте, унда халыҡ тағы ла күп. Залда көслө музыка яңғырай. Ишек төбөндә ултырыусы урта йәштәрҙәге ханымға ниндәй йомош менән килеүен еткерҙе. Ул утыҙ ике тешен күрһәтеп ауыҙ йырҙы ла, анкета һондо.
– Ошоно тултырығыҙ, шунан саҡырырбыҙ.
Бер аҙҙан Артур аллы-гөллө биҙәнгән, Хоҙай биргән бар ниғмәттәрен асыҡ күрһәткән күлдәк кейгән ҡыҙ ҡаршыһында ултыра ине. Ул төпһөҙ зәңгәр күҙҙәре менән егеткә көйҙөрөп ҡарап алды. Артур ҡаушауынан, хатта ҡалтырай башланы. Һылыуҡай фирма хаҡында бик оҙаҡ һөйләне. Егет бик тырышһа ла, уның әйткәндәренең айышына төшөнмәне.
– Фирма һеҙҙе ике аҙна бушлай уҡытасаҡ. Бына һеҙгә махсус әҙәбиәт яҙҙырылған дискылар. Уны бер аҙна эсендә үҙләштергәс, кире ҡайтарырһығыҙ. Залогҡа 1 200 һум ҡалдырырға кәрәк. Дискыларҙы килтергәс, аҡсағыҙҙы кире алырһығыҙ.
Дискыларҙа инглиз телендә ниндәйҙер тексттар, схемалар күрһәтелгәйне. Артур һүҙлек менән тәржемә яһап маташты, тамам башы ҡатты. “Юҡ, файҙаһы булманы бының, үҙҙәренән һорашырмын”, –тип үҙен йыуатты.
Бер аҙнанан егет кире килде. Бер ҡайғыһыҙ киләсәк вәғәҙәләгән ишек бикле. Уның янында унлаған кеше тора. Улар бик бойоҡ күренә.
– Һине лә тишек кәмәгә ултырттылармы? Беҙ өсөнсө көн ул жуликтарҙы ҡарауыллайбыҙ. Аҡсаны ҡайтарып булмаҫ инде, онот уны, егет...
Шулай ҙа Артур һыр бирмәҫкә булды. Был эш менән килеп сыҡмаһа ла, бүтәнен табырмын әле, тип өмөтләнде. Интернет селтәренән, реклама гәзиттәренән төрлө иғландар байҡаны. Ҡайҙа ғына шылтыратһа ла, теге ваҡыттағы кеүек яғымлы тауышлы ҡыҙ, уны иң беренсе булып шылтыратыуы менән ҡотлап, яҡшы түләнгән эш тураһында хәбәр итте.
– Беләм-беләм, йәшел ҡапҡанан үткәс, һулға боролорға һәм алданырға. Һы-ы, юҡ инде, буштан-бушҡа аҡса өләшеп йөрөп булмаҫ, ҡаҙалып китһен фирмағыҙ!
“Лутсы хужалыҡҡа ветеринар булып эшкә ҡайтам, малҡайҙарҙы һауыҡтырам. Эх, ауылда йәшәүгә ни етә?! Саф һауа, таҙа һыу, эскерһеҙ халыҡ... Өйләнермен, бына тигән йорт һалып инермен”, – тине лә тыуған яғына юл тотто.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:adPQ0O0drNc