Әҙәби бит
6 Март 2023, 10:00

Һуңғы юбилей

Эй ғүмер тигәндәре, аҡҡан һыу кеүек,кире ҡайтмай.Илһам хыяланғанса йыйылыштыҡ бар туғандар, апайҙар, ағай, башҡа туғандар, тик Илһам ғына яндарында була алманы.  1 май байрамын үткәрергә ауылға ҡайтҡан Илһам, шунда яман бер яуыз йән ҡырағайҙарса үлтергән. Күпте күргән эксперттарҙың иҫе киткән 82 бысаҡ эҙе, 4 балта эҙе булған. Ә үлтереүсеһе, бер ҡайҙа ла ҡасмаған, ауыл буйлап минең өйҙә мәйет ята, кискә тиклем алмаһағыҙ Ағиҙелгә ырғытам, тип әйтеп йөрөгән.   

Һуңғы юбилейҺуңғы юбилей
Һуңғы юбилей

Һуңғы юбилей
Булған хәл

-Бәй, саҡ онотмағанмын, бөгөн бит бәләкәй ҡустымдың юбилейы, телефондан ҡотларга кәрәк, - тип Ләйлә иртәнге эштәрен бөтөргәс, телефға үрелде... 

-Сәләм Илһам туғаным! Хәлдәр нисек? 

-Рәхмәт апай, эштәр бер көйө генә. Үҙегеҙ ни хәлдә? Туғандарым ауырымайҙармы? 

-Беҙҙең дә хәлдәр һәйбәт. Туғандарың мәктәпкә, садикка йөрөйҙәр. Туғанҡайым юбилейың менән! Ҡоростай сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ! 

-Апай, минең тыуған көн һалҡын ҡышҡа тура килгәс, әле үткәрмәйем, йәй көнө бар туғандарҙы атай йортона йыйып, шунда байрам итәрбеҙ тип уйлаған инем. Әҙерәк аҡса эшләп, өйгә ремонт эшләргә кәрәк. 

-Ярай, үҙең беләһең инде, йәй көне йыйылышыу еңелерәк булыр. 

Ләйләнең ике ҡустыһы бар Илмир менән Илһам. Илһамды бигерәк ярата шул, бәләкәйҙән үҙе күтәреп йөрөткән үҫтерҙе. 

Илһам бик шуҡ малай булды бәләкәй сағында, мәктәптә лә яҡшы уҡыны. Ағаһы Илмир менән ишәй менән ҡушай кеүек һәр саҡ бергә булдылар.
Малайҙарҙың йәш араһы 2 йәш кенә булғас, ҡай сағында көрмәкләшеп тә китерҙәр ине. 

Илһам ғаиләлә төпсөк, кинйә малай, уның 5 апаһы һәм 2 ағаһы булды. Бәләкәй булғас барыһы ла ярата, ҡулдан төшермәй генә үҫтерәләр. Атай менән Әсәй ҙә Илһамды иркәләп, назлап үҫтерәләр, 5 йәшенә тиклем күкрәктән айырылмай. 

Бала сағы ғына тиҙ бөтә шул, 14 йәше тулғанда әсәләре ташлап китә, атай Илмир менән Илһамды яңғыҙ тәрбиәләй, көнө-төнө колхозда эшләй. Малайҙар молодецтар, атайҙарының ярҙамсылары, терәк тәре булып торалар, мал-тыуарҙы ҡарашалар, өйҙө йыйыштырып, аш-һыу ҙа әҙерләгәндәр. Тик бәхетһеҙлек ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй тигәндәре лә дөрөҫтер инде. Әсәйһеҙ йәшәп өйрәнеп кенә китеү менән, Илмир ағаһын армия хеҙмәтенә оҙатып бер айҙа үтмәй оло ҡайғы килә ғаиләгә. 57 генә йәшендә Илһамдың атаһының йөрәгенә инфаркт булып, яҡты донъя менән хушлаша.

16 ғына йәшендә ҙур донъяға хужа булып ҡала, эйе янында ҡартатаһы була, рәхмәт уға. 

Ә апайҙары ҡайҙа булған һуң, тип һорарһығыҙ. Ә уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ донъяһы, үҙ ғаиләһе. Эйе, апайҙары Илһамды үҙҙәренә саҡырҙылар, тик ул тыуған, атай йортон ташламайым, малды бөтөрмәйем, тип ныҡ тора. Атайҙан ат, һыйыр, һарыҡтар, тауыҡтар ҡалған ине. Илһам ҡаушап ҡалманы, мал-тыуарҙы ла ҡараны, арлы-бирле эшкә лә сыҡҡыланы, тик бына 9-сы класс уҡыу менән башҡа укыманы. Бик тиҙ ҙурайырға тура килде.

Оло ағаһы армиянан ҡайтҡас, күп торманы өйҙә, эшкә сығып китте. Һуңынан шунда кәләш алып ситтә йәшәргә ҡалды.

Илһамдың йәше етһәлә армия сафына алырға ашыкманылар, аяғының һынганлығы, арҡа һөйәге күскәнлектәре барыһы ла яраҡһыҙ тип ҡайтаралар ине. Илһам барыбер барам армияға тип, военкомат тупҫаһын күп тапаны. Ниһәйәт 24 йәше булырға өс ай ҡалды тигәндә алдылар армияға. Бер йыл хеҙмәт итеп ҡайтты. Бына ҡайтыуына 3 ай утмәне 25 йәшлек юбилейы. 

Эй ғүмер тигәндәре, аҡҡан һыу кеүек,кире ҡайтмай.

Илһам хыяланғанса йыйылыштыҡ бар туғандар, апайҙар, ағай, башҡа туғандар, тик Илһам ғына яндарында була алманы. 

1 май байрамын үткәрергә ауылға ҡайтҡан Илһам, шунда яман бер яуыз йән ҡырағайҙарса үлтергән.

Күпте күргән эксперттарҙың иҫе киткән 82 бысаҡ эҙе, 4 балта эҙе булған. Ә үлтереүсеһе, бер ҡайҙа ла ҡасмаған, ауыл буйлап минең өйҙә мәйет ята, кискә тиклем алмаһағыҙ Ағиҙелгә ырғытам, тип әйтеп йөрөгән. 

Кешеләр тәүҙә ышанмағандар, был яуыз кеше күп йылдар төрмәлә ултырған, һәр саҡ иҫерек йөрөгән әҙәм булған. Шулай ҙа барып ҡарарға булғандар, ишек бикле ти,тәҙрәнән ҡараһалар залда иҙәндә кемдер ята ти, ҡулы ғына күренеп. Ишекте ватып кереп ҡараһалар, төҫтәре китә, тап-таза простыня аҫтында бысаҡ менән телгеләнеп бөткән Илһам ята, ти.  

Ул яуыз үлтергән, һуңынан мәйетте, иҙәнде йыуып, һалып ҡуйған. 

Ҡырағайлыҡ. 

Бына шулай йәшләй генә яҡты донъянан китеп барҙы Илһам. 

Күпме яҡты хыялдары, маҡсаттары тормошҡа ашырылманы....

Йәне йәннәттә булһын. 

Илһам туғандарын йыйып, үҙе яҡты йондоҙ булып күккә атылды. 

Атай йорто ғына етем булып ҡалды. 

Лена Шәйәхмәтова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас