+24 °С
Ямғыр


Бөгөн - Өләсәйҙәр көнө икөн
Әберкәле эрәтситса күлдәк,
Бәрхәт камзул йәтеш кәүҙәлә.
Сал сәстәрҙе наҙлай ап аҡ яулыҡ,
Гел килешле әйтер һүҙе лә.
Таң ҡояшын ул уята, ахыры,
Күҙ нурҙары менән иркәләп.
Шишмә һуҡмағынан көйәнтәләп
һыуға барыр ине иртәләп.
Өй түрендә йырсы самауыры
Һис талманы кеше һыйлауҙан.
Хәҙер күҙҙәр йыш йәшләнеп ала,
Ҡарсәйемде бошоп уйлауҙан.
Был ауылға юлым төштө әле...
Минең бишек йортом юҡ инде.
Нигеҙемә ситтәр йорт күтәргән.
(Хәтирәләр шунда уҡ шиңде.)
... Тоноҡ ҡына таныш моң ишеттем,
Таныш тауыш уны һуҙғандай...
Ҡарсәйемде янымда тип тойҙом,
Нигеҙемде ҡарап уҙғанда...
Рәзилә Ырыҫҡужина