

Асия Закиржанова
"Һимеҙ" бейәләйҙәр.
Инде олоғайған әсәйемдең:
- Ээээййй! ...ниндәй генә рәхәт күрҙе инде был донъяла... урынҡайҙары ожмахта булһын Мәликә туғанҡайымдың!"- тип әйтеүҙәре әле лә күңелемде телә.
Әбейемдең бабайы юҡ ине инде, мин иҫләгәндә, берҙән-бер малайы ҡала менән ауыл араһында ҡайтып- китеп йөрөр ине.
Бәйләм бәйләүгә оҫта әбекәйем, ял көнө булғандырмы, иртә менән бейәләйҙәр өлгөртөп килтергәйне беҙгә.
- Былары- Әлфиә ҡыҙыма, ә былары- Зөлфиә ҡыҙыма! - тип бейәләйҙәре ҡуйынынан сығарып өҫтәлгә һалды.
Бейәләйҙәр башлыса бер үк төҫтәрҙән бәйләнгәйне, тик апайыма тигәне оҙонса ғына, тар ғына, төрлө төҫтәге һыҙаттары йыш-йыш сиратлаштырлып күҙ яуын алып тора, асыҡ миләүшә төҫтәре күберәк ине. Миңә тигәне - йөнтәҫ кенә, күпереп торған йөндән бәйләнгән, төрлө төҫтәге һыҙаттары киңерәк ине.
- Нейә минең бейәләйҙәр һимеееҙ?!..- тип тип ахымсылай башланым.
- Һинекеләр- йылы, ҡулың өшөмәҫ, тыштан кермәйһең, бит!- тип әсәйем әйбәтләп аңлатып ҡараны.
- Апайың уҡыусы, мәктәпкә йөрөй, уның бейәләйҙәре ҙур ҡыҙыҡайҙар өсөн, - тип ҡыҙыу-ҡыҙыу аңлатырға тырыша аптырашта ҡалған әбейем.
Атайым да:
- Дан бейәләйҙәр! Минең дә шундайҙар булһасы...- тип алдаштырып маташты.
Мине инде туҡтатырлыҡ түгел ине, "үкереп" иларға тотонғас, атайым да, әбейем дә өйҙән сығып ҡастылар.
...Шулай ҙа инәйемдең һүҙе ҡыҫҡа була торғайны, нисектер мине "аҡылға тиҙ ултырта" ине.
- Һин холоҡһоҙланғас, атайың апайыңдың бейәләйҙәрен күрше апайға керетеп бирергә ҡушты,- тип әсәйем "бәләкәй йөрәгемдең " бәләкәй генә яраһына тоҙ һалды.
Апайым да бер һүҙ өндәшмәй, өйгә эшен эшләгән ыңғайы миңә ағырайып ҡарап ала.
Матур бейәләйҙәрҙән ҡалған апайымды йәлләйем.
Атайымдың кисен әсәйемә асыулы итеп: "Мәликә апай балаларға бер иш бейәләйҙәр бәйләһә булмағанма, йөрөй балаларҙы ярһытып...!"- тип әйткәне лә минең арҡала әбекәйемә һүҙ тейгәйнен бәләкәй аңым менән аңлай инем.
Мин өйҙә бейәләйҙәремде кейеп улай- былай йөрөгән булам, икенсе көндө әбейемә барғас та бейәләйҙәремде сисмәйенсә ултырған кеше булам.
- Эйййй! Аҡылы бигерәк күп бит минең ҡыҙымдың! - тип арҡамдан дөпөлдәтеп яратыр, ине.
Мине уға ҡалдырып китһәләр, күрше- тирә әбейҙәргә сәйгә йөрөгәндә, йәиһә уға икенсе әбейҙәр ингәндә лә шулай арҡамдан дөпөлдәтеп һөйөр ине:
- Аҡылы бигерәк ҙур минең ҡыҙымдың, ҙур үҫкән бит ул.
Икенсе әбейҙәрҙәң ейәнсәрҙәре мыжый башлаһа:" Бына минең ҡыҙым бигерәк аҡыллы, бер ҙә мине бимазаламай!"- тип ҡабатлар ине.
Мин үҙемде ысынлап та иң тәртипле, иң аҡыллы, иң һәйбәт ҡыҙыҡай, тип хис итеп ултырыр инем...
Йылдар үткәс апайымдан:
- Нисек шулай миңә күрһәтмәй кейә алдың шул бейәләйҙәрҙе, теге саҡ инәйем ысынлап та күрше Фәриҙәгә сығарып бирмәгән дә инде, - тип көлгәс, апайым:
- Бейәләйҙәр ысынлап та ныҡ матурҙар ине шул, үҙем дә бөгөнгөләй хәтерләйем бөтә төҫтәрен... Мәктәп сумкаһында йәшертеп йөрөттөм һинән, бәләкәй саҡта бигерәк холоҡһоҙ булдың, арҡыры!... Ээээй...оҙаҡ та кеймәнем шул... Юғалды бит ул бейәләйҙәр!..
Ә минең "һимеҙ" бейәләйҙәр тағы ла ҡабарып киттеләр, бер-ике йылдан әллә тик ҡар менән уйнағас, ултырып бәләкәйҙеләрме, әллә мин кинәт үҫеп киттемме - улар йомшаҡ уйынсыҡ бейәләйҙәргә оҡшап ҡалғайнылар...
Шуныһы үкенесле: әбейем "аҡыллы ҡыҙының" ысынлап та "аҡылға ултырып", үҙенә ҡәҙер- хөрмәт күрһәтер мәлде күрмәне шул...